СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

"Тылсымлы диңгез таштары"

Категория: Искусство

Нажмите, чтобы узнать подробности

Тезис:

 Ни өсөн мин был теманы һайланым ?

Бөгөнгө көн  йәш быуын  вәкилдәренең  бик һирәктәре  генә  ер-һыуҙың тарихы  менән  ҡыҙыҡһыналарҙыр  ул.Ер-һыу тарихын белгән оло быуын вәкилдәре лә бик һирәк.Беҙгә ошо тарихты  белгән  кешеләрҙән  өйрәнеп ҡалырға  кәрәк.

Был  “Тылсымлы диңгеҙ таштарының” ( беҙ ,балалар шулай тип йөрөтәбеҙ) ҡайҙан ,ҡасан  килеп сығыу тарихын өйрәнеп,башҡа кешеләргә лә  ул турала һөйләргә кәрәк тигән уйҙамын.Шулай уҡ был материалды  дәрестәрҙә,класс сәғәттәрендә  лә  ҡулланырға була.

Просмотр содержимого документа
«"Тылсымлы диңгез таштары"»

Тылсымлы диңгеҙ таштары.”

Әҙерләне: Төркмән дөйөм белем биреү мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы Маннапов Ансар.



Тикшерҙе: музыка һәм һынлы сәнғәт уҡытыусыһы Маннапова Гөлсинә Самат ҡыҙы.



Эштең актуаллеге:

Тыуған ауылымдың ер-һыу тарихы менән ҡыҙыҡһыныу,өйрәнеү.Үҙем тыуып үҫкән ауылымдың ер-һыу тарихын белеү,минең өсөн ҙур әһәмиәткә эйә.Тарихты белмәү,үҙ-үҙеңде һанға һуҡмау тигәнде аңлата.



Эштең маҡсаты:

1. «Тылсымлы диңгеҙ таштарының» ҡасан һәм ҡайҙан килеп сығыу тарихын өйрәнеү.

2. Кәрәкле мәғлүмәттәрҙе табырға өйрәнеү.



Эштең бурыстары:

1. Таштарҙың ысынлап та тылсымлы булыуын дәлилләү.

2. Таштарҙың ҡайҙан нисек килеп сығыуын өйрәнеү.



Гипотеза:

«Тылсымлы диңгеҙ таштары» ысын тылсымлы көскә эйә.



Эҙләнеү эше бер нисә этаптан торҙо:

1.Тема буйынса материалдар туплау.

2. Ауыл кешеләре менән әңгәмә үткәреү.

3. Маиериалды системаға һалыу.

4. Эҙләнеү эше буйынса папка булдырыу.

5. Эҙдәнеү эше буйынса презентация төҙөү.



Эштең структураһы:

Тикшеренеү эше инеш, ике бүлектән,йомғаҡлау өлөшөнән тора.



Инеш

Беҙҙең тыуған еребеҙ торғаны бер мөғжизә.Ололар әйтмәксе,баҫҡан һайын ерҙең тылсымлы һандығы асыла,тик иғтибарлылыҡ,ергә ҡарата һөйөүең генә кәрәк!Ысынлап та иҫ китерлек мөғжизәләргә бай ул беҙҙең еребеҙ.

Мин бәләкәй саҡта бер төркөм малайҙар йыйылышып алабыҙ ҙа ауыл осондағы ҙур ғына күкһел таштар эргәһендә уйнайбыҙ. Беҙ был таштарға хатта исем дә ҡушҡанбыҙ “Диңгеҙ таштары”.Ысынлап та таштар диңгеҙ таштарына оҡшаған шул.



Ҙурая барғас мин был таштарҙы тағы ҡыҙыҡһынып барып ҡараным.Был таштар бер түңәрәк яһап ятҡандар,әйтерһең дә берәү был таштарҙы шулай теҙеп ҡуйған. Ә таштарҙың аҫҡы өлөшөндә ваҡ ҡына аҡһыл-күкһел төҫтәге ҡомдар. Йыш ҡына ауыл кешеләре ошо ҡомдо төҙөлөшкә бик шәп тип килеп алып китәләр.Бындай таштарҙы башҡа бер ерҙә лә күреүе мөмкин түгел.Ҡайҙан килеп сыҡҡан икән был таштар тип һораша башланым.Ауылда барлығы 156 оло кеше ,19 уҡыусы баланан ошо таштар тураһында һораштым.Тик ,1 оло быуын вәкиле генә был турала белә.Бына ошондай таблица килеп сыҡты.



Халыҡ һаны

Таштарҙың тарихын белә

проценттарҙа

1

Оло быуын вәкилдәре

156

1

0,6

2

Мәктәп йәшендәге балалар

19

-

0





“Эҙләнгән-моратына ирешкән” тигән бер тапҡыр халыҡ мәҡәле бар.Эҙләнеүем,ҡыҙыҡһыныуым бушҡа булманы.Был таштар тураһында белеүсе лә бар икән. Ул бәләкәй Төркмән ауылында йәшәүсе Мөршиҙә инәй булып сыҡты. Минең ҡыҙыҡһыныуымды ул тыңланы һәм ҙур бер кинәнес менән бына ул нәмәләр тураһында миңә бәйән итте.....

...Бәләкәй Төркмән ауылы бик боронғо ауылдарҙың береһе.Ауылдың йәме булып ауыл осонда мәсет тә ултыра.Йыш ҡына ауылды баҫҡынсылар ыҙалата.Улар ауылды талайҙар,мәсеткә ут төртөп китәләр. Был яҡтарға сәхәбәләр килеп сыға.

Сәхәбәләр –улар Ғәрәп илдәренән килеп дин таратыусылар.Мәсетте баҫҡынсыларҙан ҡурсалап ошо сәхәбәләребеҙ ҡайҙандыр ҙур ғына таштар килтерәләр һәм ошо таштар менән мәсетте уратып ҡуялар.Ошо таштар арҡаһында мәсет янғындарҙан шул көйөнсә ҡала бара.

Ауыл ҡаршыһында ғына Ҡыҙҙар ташы тигән тау бар.

Баҫҡынсылар ауылға яҡынайһа,ошо тауға халыҡты мендереп йәшерәләр һәм тирә-яғын уратып уҡсылар баҫа.Ысынлап та тауҙың башында ҡаҙандың эсендә ултырған кеүек тояһың үҙеңде ,бик ышыҡ. Ошо тауҙың башына менеп сәхәбәләр намаҙ уҡыйҙар.Шулай уҡ ошо тауҙың башында бер сәхәбәбеҙ ерләнгән.Ҡәберлек әле лә һаҡланған,ул түңәрәк формала итеп таштар менән уратылған һәм уны Әүлиә ҡәбере тип йөрөтәләр.Ошо әүлиә ҡәбере бик тылсымлы урын,ошо ергә килеп бер аҙ ғына ултырһаң да һиңә көс инә.Быға дәлил булып Сәғитова Нәфиғә инәйҙең һөйләүҙәре тора.Ул ошо ергә килеп көс ала.Мөршиҙә инәй әйтеүенсә лә ошо урынға килһәң баш ауырыуы шунда уҡ бөтөүен,һиңә көс килеүен һөйләне.Был тауҙы изге урынға тиңләүҙәре бушҡа түгел,сөнки ошо тауҙың тағы бер Ҡуш түбәһе бар,бына шул Ҡуш түбәһенә “Аллаһ” тип яҙылған тиҙәр.





Сәхәбәләребеҙ араларында Мөхәмәт пәйғәмбәрҙең ҡыҙымы,ейәнсәреме(уныһын аныҡлап әйтеп булмай) ҡуша була.Ул йөклө була.Бер мәл ауылды баҫҡынсылар килеп баҫа.Бына ошо йәш ҡатын йәшенеп өлгөрмәй ҡала һәм уны баҫҡынсылар ҡыуа төшәләр.Был ҡатын ҡасып Туғажман тауына барып сыға.



Таштарға һырына-һырына йәш ҡатын тауға үрмәләй,ә баҫҡынсылар уға уҡ яуҙыралар ғына.







Шул саҡ көтөлмәгән хәл була:был ҡатынды ҡурсалағандай күктән төшкән ут Туғажманды уратҡандай була.Баҫҡынсыларҙың һәләк була.Ә был ҡатын таштарға һырынып ҡына ултыра.Бына шул ултырған урыны уйылып ҡына ҡала.Әле лә шул урын бар,уны “Әбей батҡан таш” тип йөрөтәләр.

Ә бына тыумаған баланың исемен А ллаһы тәғәлә шул тауға яҙып ҡуйған.урыны бар тип әйтәләр.Киләсәктә шул ерҙе эҙләп ҡарарға уйлайым.



Әлеге баяғы таштарға әйләнеп ҡайтайыҡ. Был таштар бик ҙур булған тиҙәр. Туфан һыуы ҡалҡҡан ваҡытта улар ярылып киткәндәр , тылсымлы таштар тип йөрөтәләр. Был урында төҙөлгән мәсеткә теймәгеҙ,ул үҙе юҡҡа сығасаҡ тип әйтеп ҡалдыралар сәхәбәләр.Ысынлап та мәсет ергә һеңеп юҡҡа сыға,ә таштары ятып ҡала.Таштар эргәһенә барып аят уҡып китеүселәр ҙә бар.

Был таштарҙы 1994-1995 йылдарҙа иҫкә төшөрәләр.Йәй айҙарының береһендә Өфө ҡалаһынан бер төркөм тикшеренеүселәр килеп төшәләр ауылға. Ошо таштарҙы тикшергәндән һуң был таштарҙың составында бик ҡиммәтле таштар булыуын асыҡлайҙар һәм тирә –яғына таяҡсалар ҡатып ҡыҙылдан ептәр менән уратып теймәҫкә ҡушып китәләр.Билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында таштар шул килеш ятып ҡалалар.

Илдә аҡсаһыҙлыҡ хөкөм һөргән ваҡытта күп кенә колхоз-совхоздар ошо аҡса булмау арҡаһында сәскән уңышты йыйырға яғыулыҡ һатып ала алмайҙар.Ул осорҙа совхоз етәксеһе булып эшләгән Янтурин Ришат Миңлеғәле улы ошо таштарҙың береһен һатып ебәрә һәм уңыш йыйыуҙы тамамлап та ҡуя.Икенсегә ошо таштарҙы һатырға тип килһә ауыл халҡы дәррәү күтәрелеп сығып таштарҙы бирмәйҙәр.

Был тылсымлы таштарҙың берәүһе әлеге көндә ауыл уртаһында урынлашҡан мәсет эргәһендә лә ята.Ошо таш эргәһенән хатта таҙа шишмә лә сығып ағып китә,ләкин ҡайһы бер кешеләр уның юлын шунда уҡ кире күмеп ҡуялар.



Йомғаҡлау

Башта был таштар тураһында һорашҡанда бер генә кеше белә ине, ә хәҙер Тылсымды диңгеҙ таштарының тарихын белгәс ,ишеткәндәремде мин бергә уҡыған иптәштәремә,ауылдың бер нисә оло кешеһенә лә һөйләп ишеттерҙем.Тимәк,улар ҙа ишеткәндәрен башҡаларға еткерерҙәр һәм улар ҙа белерҙәр,артабан да был таштарға һаҡсыл ҡарашта булырбыҙ тигән уйҙамын.



Халыҡ һаны

Таштарҙың тарихын белә

проценттарҙа

1

Оло быуын вәкилдәре

156

5

3,2

2

Мәктәп йәшендәге балалар

19

11

58



Бына ошондай бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәрҙе белдем мин.Бер ҡараһаң әкиәт кеүек күренә .Ә нигеҙҙә бит ниндәйҙер ысынбарлыҡҡа ла тура килә.Был таштарҙың тарихын ,уға бәйле мәғлүмәттәрҙе тағы ла нығыраҡ өйрәнергә тигән уйҙа ҡалам.

Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!









13