СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Тыуған ауылым - Аблайым.

Категория: Внеурочка

Нажмите, чтобы узнать подробности

"Урал батыр" эпосына эйәреп тыуған ауылыма бағышлап яҙылған шиғырым.

Просмотр содержимого документа
«Тыуған ауылым - Аблайым.»

Тыуған ауылым!

Борон- борон борондан

Ауылдар бик күп булған.

Аблай бабай соҡорҙан

Үҙенә урын алған.

Ауылымдың тәбиғәте

Әллә ни балҡып тормай,

Ағиҙеле, Дим йылғыһы

Бынан бит ағып тормай.

Ә шулай ҙа ауылымдың

Күп күркәм урындары,

Күңелдәрҙе дәртләндерә

Һуҙылған урамдары.

Бәрҙәслекәй, Ҡаратал -

Беҙҙең матур йылғалар.

Ҡарауылтау, Бүреҡаҙған

Тигән бейек тауҙар бар.

Бер ауылдан биш әҙип-

Үҙе оло ҡаҙаныш.

Улар менән дан тотабыҙ

Уларҙы яртабыҙ.

Әкрәм Вәли, Рәзинә Мөхиәр,

Бер туған Иҫәнбирҙиндәр

Ғәлә Ҡоҙаяров та,

Шулар беҙҙең шағирҙар.

Һәм шулай уҡ мәшһүр йырысы

Венер Мостафин был яҡтан.

Ғәли Ҡоҙаяров – офтальмолог

Ул, әлбәттә Аблайҙан.

Данлыҡлы ла, арҙаҡлы ла

Аблайҙың халыҡтары.

Әллә ҡайҙан күренеп тора

Ауылдың тырыштары.

Берәүҙәр һуған үҫтерә,

Ҡорт ҡарай ҙа, бал һата,

Сөнки гел уңған халыҡтар

Йәшәйҙәр беҙҙең яҡта.

Рәсимә Зәйнетдинова.