СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Тыуған ерем - йәшел бишек.

Категория: Прочее

Нажмите, чтобы узнать подробности

Тыуған ерем - йәшел бишек. Тыуған яҡҡа арнап яҙылған инша.

Просмотр содержимого документа
«Тыуған ерем - йәшел бишек.»

Тыуған ерем - йәшел бишек.

Тыуған ауылыма булған һоҡлануымды, һөйөүемде үҙем яҙған шиғыр юлдары менән белдерәм:

Тау аҫтында бер ауыл бар,

Был ауылда мин тыуған.

Бик күптәндән шул ауылға

Аблай исеме ҡушылған.

Аблайымдың тәбиғәте

Гүзәлдәрҙең гүзәле.

Ҡунаҡҡа ҡайтҡан дуҫтарҙы

Саҡырып тора үҙәне.

Урманында еләк - емеш

Ҡойонда тәмле һыуы.

Шәмбе, ял көндәрендә

Гөрләп тора һыу буйы.


Ер йөҙөндә һәр кешенең дә тыуған ере бар.

Нимә ул тыуған ер? Тыуған ер ул - кешенең аяҡ буындары ла нығып етмәгән көйө, тәпәй баҫып йәшел сирәмдән атлап киткән ере. Тыуған ер һәр кем өсөн дә яҡын һәм ҡәҙерле.

Тыуған ауыл - ниндәй ҡәҙерле һәм ғәзиз һүҙ. Һәрбер кеше үҙенең ауылын яратҡан кеүек, мин дә тыуған ауылымды бик ныҡ яратам. Ҡая ғына ҡунаҡҡа барһам да, мин уны һағынып ҡайтам. Ауылдар береһенән-береһе матур, ләкин минең тыуған ауылым кеүек, бер ерҙә лә юҡ.

Мин үҙем Башкортостан Республикаһының Саҡмағош районы Аблай ауылында тыуғанмын. Ауылым иҫкиткес матур. Уның тәбиғәте йәшел урмандарға, еләк - емештәргә, төрлө ҡоштарға, йәнлектәргә бик бай. Тыуған ауылымда мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана, балалар баҡсаһы, почта бүлеге, дауахана, кибеттәр бар. Ауылымдың тағы ла бер үҙенсәлеге: бер осонан икенсе осона ҡәҙәр 7 саҡрымға һуҙылған урамы бар.

Ауылымда туғыҙ урам. Ике урамға билдәле кешеләрҙең исемен биргәндәр. Береһе - билдәле күҙ табибы Ғәли Ҡоҙаяров, икенсеһе - яҙыусы Әкрәм Вәли. Барлығы 522 йорт, 1292 кеше йәшәй.

Минең ауылым бик күп күренекле кешеләре менән мәшһүр : Ғабдулла Ҡоҙаяров, Әкрәм Вәли, Рәзинә Мөхиәр, Венер Мостафин һ.б.

Ауылыма яҡын Ҡарауыл тауы бар. Был тауға менеп ҡараһаң, тыуған  ауылым ус төбөндәге кеүек күренә. Тыуған ауылымдың һауаһы ла икенсе. Ауылымдың урамдары буйлап әйләнеп ҡайтыу ҙа йәнгә дауа бирә. Ә йәй көндәрендә ауылым эргәһендә генә булған быуа янында, ауылым халҡы рәхәтләнеп балыҡ тотоп, һыу ҡойоноп, ял итәләр. Ә урманына инһәң, әйтерһең, үҙеңде ожмахта кеүек хис итәһең. Ниндәй генә еләк-емеш юҡ унда. Ә шифалы дарыу үләндәренең ниндәй генә төрөн осрамайһың.

Беҙҙең баҡса артында ғына, Бәрҙәсле йылғаһы аға. Ҡайсандыр был йылға аша үтеп булмаған һәм унда балыҡ бик күп булған. Ә хәҙер кешеләр ғәмһеҙлеге арҡаһында, уның һуы кибеп бөтөп бара. Шуға күрә мин ауылдаштарымды, йылға буйҙарын таҙа тоторға, төрлө өмәләр уҙғарып, тәртипкә килтерергә саҡырыр инем. Бөтә нимә тик кешеләрҙең үҙҙәренән тора.

Ҡарҙар иреп, көндәр йылынғас, беҙҙең мәктәп уҡыусылары ла урамдарҙы, йылға буйҙарын таҙартыуҙа үҙҙәренең өлөштәрен кертәләр. Шулай уҡ, юғары класс уҡыусылары тәбиғәтебеҙҙе йәшелләндереүҙә лә көстәрен йәлләмәйҙәр. Улар һәр йыл һайын урмандарҙа ағас ултыртыуҙа ҙур теләк менән ҡатнашалар.

Мин тыуған ерем, тыуған ауылым, ауылдаштарым менән сикһеҙ ғорурланам. Мәктәбемде тамамлағас, ҡайҙа ғына йәшәһәм һәм эшләһәм дә, бер ҡасан да тыуған ауылыма, еремә тап төшөрмәм. Тыуған илебеҙҙең киләсәге беҙҙең ҡулда!


Сәйетгәрәева Ильнара, 6-сы класс уҡыусыһы.


Башҡортостан Республикаһы

Саҡмағош районы муниципаль район хакимиәте Аблай ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет белем биреү учреждениеһы






Тыуған ерем - йәшел бишек.”

темаһына инша.



Башҡарыусы:

Сәйетгәрәева Ильнара,

6-сы класс уҡыусыһы.

Тикшереүсе:

Зәйнетдинова Рәсимә Дамир ҡыҙы,

башҡорт теле һәм әҙәбиәте

уҡытыусыһы.