СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Учимся считать.Сколько?

Нажмите, чтобы узнать подробности

Урок обучения счету от 1 до 10 на башкирском языке.Используется игровой,наглядный материал, связь с жизнью и опыт детей, знания на русском языке.

Просмотр содержимого документа
«Учимся считать.Сколько?»



Тема

Һанарға өйрәнәбеҙ. Нисә ?

Һөҙөмтәләрҙе планлаштырыу

Универсаль уҡыу эшмәкәрлеге планлаштырыу

  • Регулятив: дәрестең темаһын, маҡсатын формалаштырыу, эҙмә-эҙлеклелеген планлаштырыу, дәрестә эшләүҙең дөрөҫлөгөн баһалау, эшмәкәрлеккә төҙәтмәләр индереү, хаталарҙы анализлау.

  • Коммуникатив: уҡытыусының, иптәштәреңдең телмәрен аңлау, үҙ фекереңде башҡортса аңлата белеү.

  • Танып белеү: һандарҙы өйрәнеү, уларҙы телмәрҙә ҡулланыу, һөйләмдәр төҙөү; һандар менән Һорауҙар бирергә һәм яуап бирергә өйрәнеү.

  • Шәхси: уҡыу процесына ыңғай мөнәсәбәттә булыу, ҡыҙыҡһына белеү, тыуған төйәккә һөйөү тәрбиәләү.

Бурыстар

  1. Һандар өйрәнеү, уларҙы телмәрҙә ҡулланыу, һөйләмдәр төҙөү;нисә? Һорауын бирергә һәм яуап бирергә өйрәнеү.

  2. Телмәр, логик фекерләү, иғтибарлылыҡ, хәтер ҡеүәһе, ҡул суғы моторикаһы үҫтереү.

  3. Предметҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу, һаҡсыл ҡараш тыуған төйәккә һөйөү тәрбиәләү.


Дәрес тибы

Яңы материалды өйрәнеү

Уҡытыу-методик комплексы

  • “Башҡорт теле” дәреслеге,дәфтәре

  • Ноутбук, проектор,

  • Һандар, һан элементтары,

  • Открыткалар

Төп төшөнсәләр

Һандар.нисә һорауы.

Эшмәкәрлекте ойоштороу

Парлап эшләү, төркөмдәрҙә хеҙмәттәшлек итеү, фронталь, индивидуаль эш.

Предмет-ара бәйләнеш

Рус теле, тирә-яҡ мөхитте өйрәнеү, математика

I. Уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация булдырыу

1. - Һаумыһығыҙ, уҡыусылар!

Ҡыңғырау шылтыраны

Беҙ ултырҙыҡ дәрескә.

Китап-дәфтәрҙәр әҙер

Тотонайыҡ беҙ эшкә .(слайд 1)

Кәйефтәрегеҙ нисек?

Тирә-яҡ мөхитте сәләмләү.

Ошо матур кәйефтә дәресте башлайыҡ


II. Уҡыу мәсьәләһе ҡуйыу

-Балалар, хәҙер беҙҙә ниндәй дәрес?

-Ә ни эшләп мин һеҙгә һандар тараттым?

-Беҙҙең дәрестең темаһы ниндәй?

-Ниндәй маҡсат ҡуйырбыҙ?

-Ә һеҙ һандар беләһегеҙме?


III. Яңы белемде практикала ҡулланыу

Әйҙәгеҙ,һанап күрһәтәйек.

Хәҙер һандар менән һөйләмдәр төҙөйөк.

Һандарҙы нисек белгәнебеҙҙе күрһәтәйек.

Беренсе һүҙе менән һөйләмдәр төҙөү.

Башҡортостан Рәсәйҙәге беренсе үҙаллы республика. ( слайд)

Башҡортостан тураһында әңгәмә

Һанды белеү өсөн беҙ ниндәй һорау бирәбеҙ

НИСӘ?

Хор менән ҡабатлау, малайҙар, ҡыҙҙар айырым ҡабатлау.

Диалог төҙөү

-Һиңә нисә йәш?

-Миңә....... йәш.

-Һеҙҙең ғаиләлә нисә кеше?

- Беҙҙең ғаиләлә ..... кеше

Дәреслек менән эш.

16-сы бит, 1-се күнегеү. Һөйләмдәр төҙөү.

IV. Ял минуты

Бер, ике – уңға борол!

Бер, ике – һул яҡҡа!

Бер, ике – ҡулдарыңды

Тейҙереп ал аяҡҡа!

Бер, ике – эйеләйек!

Бер, ике – үҫәйек!

Бер, ике – теҙелешеп

Түңәрәктән үтәйек.

V. Яңы белемде практикала ҡулланыу

Яҙыу дәфтәрҙәрендә эш.

9-сы бит, өндәрҙе,1-се күнегеү.

Фронталь, индивидуаль эшләү.

VI.Төркөмдәрҙә эш

Башкортостанға 100 йыл.

VI. Рефлексия

  • Бөгөн дәрестә нимә белдек?

  • Дәрестә нимәгә өйрәндек?

  • Дәрестә нимә оҡшаны (оҡшаманы)?

Баһалау. Смайлдар таратыу.

VII. Өйгә эш.

Һанай белергә.