СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

"Урманда" по рассказу Мустая Карима

Нажмите, чтобы узнать подробности

Сценку показали в рамках школьного конкурса постановок по произведениям Мустая Карима в честь 100-летия народного поэта Республики Башкортостан.

Просмотр содержимого документа
«"Урманда" по рассказу Мустая Карима»

Урманда.

(М.Кәримдең “Урманда” хикәйәһе буйынса мәктәп сәхнәһе өсөн сценарий)

Ҡатнашалар: Әлфиә, Сәскә, Бәшмәк, Күбәләк, Еләктәр, Автор.


Сәхнә урман кеүек биҙәлгән. Унда Сәскә, Бәшмәк, Еләктәр үҫә, Күбәләк оса. Матур йәйге балалар йыры яңғырай. Әлфиә сәхнәгә сыға.


Автор: Урманда ниндәй матур сәскәләр үҫә! Теләһәң – ҡыҙылын, теләһәң – ағын, теләһәң – зәңгәрен өҙ! Әлфиә сәскә йыйырға уйланы. Ул ҡыҙыл сәскәгә үрелде. Өҙәм тигәндә генә, сәскә ҡысҡырып илап ебәрҙе.


Сәскә: Ай, ай! Аяғымды ауырттыраһың бит. Ниңә ныҡ тотаһың? Ебәр! Мин бәләкәс бит әле. Һинең аяғыңды шулай ҡыҫып тотһалар, рәхәт булырмы?


Автор: Әлфиә сәскәне ҡалдырып урманға инеп китте. Ағас төбөндә ул матур эшләпәле бәшмәк күрҙе. Әлфиә бәшмәк йыйырға булды. Ул бәшмәккә үрелде. Тейер-теймәҫтән, бәшмәк сырылдарға тотондо.


Бәшмәк: Эшләпәмде... эшләпәмде боҙаһың! Үҙеңдең эшләпәңде боҙһалар, рәхәт булырмы? Мин дә һинең кеүек бәләкәсмен. Мин – бәшмәк малайы. Миңә теймә!


Автор: Әлфиә бәшмәкте ҡалдырып ары китте. Ул бик матур Күбәләк күреп ҡалды. Күбәләкте тотоп уйнатырға булды.


Күбәләк: Ҡанаттарымды һындыраһың бит. Мин бөгөн генә тыуҙым. Минең ғүмерем бик ҡыҫҡа. Йылы көндәрҙә осоп уйнап ҡалайым. Ебәр мине, Әлфиә!


Автор: Әлфиә, аптырап, ҡайтырға боролдо. Ул бер бәләкәй аҡланға килеп сыҡты. Бында еләктәр бик күп ине. Ҡыҙ уларҙы өҙөргә ҡурҡты.


Еләктәр: Ниңә беҙҙе өҙмәйһең? Беҙ бешкәнбеҙ. Ғүмеребеҙ күп ҡалманы. Беҙҙе йыйып кит. Әсәйең беҙҙән тәмле варенье, ҡаҡ яһар. Беҙ шундай тәмле, хуш еҫле. Беҙ – ер менән ҡояш балалары.


Автор: Әлфиә еләктәрҙе йыя башланы. Кәрзине һә тигәнсә тулды. Ҡыҙыҡай йүгерә-йүгерә өйгә ҡайтып китте.