СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Урок на тему :Шулганташ

Нажмите, чтобы узнать подробности

Урок по башкирскому языку для начальных классов на тему :"Капова пещера".

Просмотр содержимого документа
«Урок на тему :Шулганташ»

Тема: Шүлгәнташ мәмерйәһе. Ҡылым.

Маҡсат: 1)уҡыусыларҙы Башҡортостандың тәбиғәт ҡомартҡылары менән

таныштырыу;

2) уҡыусыларҙың башҡорт телендә һүҙлек байлығын арттырыу,

Һөйләү телмәрен камиллаштырыу;

3) балаларҙа һоҡланыу, ғорурланыу тойғолары уятыу, уларға

ҡарата иғтибарлыҡ, һаҡсыллыҡ тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: Шүлгәнташ мәмерйәһе тураһында презентация, карточкалар, видеояҙма, дәреслек.

Дәрес барышы:

1.Дәресте ойоштороу.

а) дәрескә психологик комфорт тыуҙырыу (шиғыр уҡыу).

Ҡыңғырау шылтыраны,

Ултырайыҡ дәрескә.

Китап, дәфтәрҙәр әҙер-

Тотонайыҡ беҙ эшкә.(слайд)

б) уңыш ситуацияһын тыуҙырыу.

-Дәрестә актив ҡатнашып, фекерҙәрегеҙҙе әйтеп ултырығыҙ. Дәресте башлап ебәрер өсөн, әйҙәгеҙ иң тәүҙә ошо ребусты сисеп алайыҡ. (слайд)





Башҡортостан ете мөғжизә.

2.Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.

-Ниндәй һүҙ килеп сыҡты? Бөгөн дәрестә беҙ һеҙҙең менән нимә тураһында һөйләшәбеҙ инде?

-Башҡортостан, уның тәбиғәт ҡомартҡылары, ете мөғжизәһе тураһында һөйләшербеҙ.

3.Уҡыу мәсьәләһен сисеү.

а)һүҙлек эше:(слайд)

-Әйҙәгеҙ онлайн һүҙлектән беҙгә таныш булмаған һүҙҙәрҙең тәржемәһен ҡарап китәйек әле.

Мөғжизә – чудеса

Ҡомартҡы – исторический памятник

Мәмерйә – пещера

Һын – фигура

Яҡынса – приблизительно

(һүҙҙәрҙе уҡыу, һөйләм төҙөү).

-Мәмерйә һүҙе менән һөйләм төҙөгөҙ әле.

-Башҡортостанда мәмерйәләр күп. Башҡортостанда Шүлгәнташ мәмерйәһе бар.

-Башҡортостан нимәләр менән бай? Башҡортостандың ете мөғжизәһен һанап бирәйек әле:

Башҡорт балы, Салауат Юлаевҡа һәйкәл, Ҡурай, Янғантау, “ Урал батыр” эпосы, Шүлгәнташ, Красноусол шифаханаһы (таҡтала һүҙҙәр бирелә, һайлап алыу).

-Башҡортостан тураһында ниндәй шиғырҙар беләһегеҙ? (Ринат шиғыр һөйләй).

Башҡортостан һин беҙҙең

Тыуған, үҫкән илебеҙ.

Беҙгә икмәк, өй биргән

Һыуын эскән еребеҙ.

4.Яңы тема өҫтөндә эш.

-Бөгөн дәрестә беҙ Башҡортостандың тәбиғәт ҡомартҡыһы Шүлгәнташ мәмерйәһе тураһында һөйләшербеҙ.

а) уҡытыусының Шүлгәнташ мәмерйәһе тураһында һөйләүе (слайдтар ҡарау).

-Шүлгәнташ мәмерйәһе гүзәл тәбиғәтле Бөрйән районында Ағиҙел йылғаһы буйында урынлашҡан. Шүлгәнташ башҡорт һүҙе: таш – камень, Шүлгән – йылға исеме. Уның буйы 3 километрға етә, эсе 3 ҡатлы. Таш стеналарҙа аттар, носорогтар, мамонттар, үгеҙҙәр һыны төшөрөлгән. Был һүрәттәр яҡынса 14 мең йыл элек эшләнгән. Шулай уҡ түбәләрҙә боҙбармаҡтар бар. Бөгөн был мәмерйәне бөтә донъя ғалимдары өйрәнә. Туристарға, килеүселәргә экскурсиялар ойошторола.

б) Шүлгәнташ мәмерйәһе тексы өҫтөндә эш:

-үҙ аллы уҡыу;

-ҡысҡырып уҡыу;

-тәржемә итеү;

-һорауға яуап биреү:

1.Шүлгәнташ мәмерйәһе ҡайҙа урынлашҡан?

2.Таш стеналарҙа ниндәй һындар төшөрөлгән?

5. Ял минуты.(слайд)

- Ҡулға –ҡул тотоноп тулҡын эшләйбеҙ(һыу)

Ҡулдар аҫта(сүкәйеп) –ерҙән көс алабыҙ.

Ҡулдар өҫтә – ҡояштан йылы алабыҙ.

Иркен итеп тын алабыҙ (һауа яңы дәрт бирҙе).

6. Дәфтәрҙә эш.

- Эш дәфтәрен асып, бөгөнгө числоны, теманы яҙып китәйек.

-Бирелгән һорауҙарға яуапты яҙып алайыҡ. Һөйләмдең баш киҫәктәрен табығыҙ.(эйә – подлежащее, хәбәр – сказуемое).

-Башҡортостандың гүзәл тәбиғәтле Бөрйән районында Ағиҙел йылғаһы буйында Шүлгәнташ мәмерйәһе урынлашҡан.(эйә нимә? – Шүлгәнташ мәмерйәһе, хәбәр –ни эшләгән? урынлашҡан).

Урынлашҡан ниндәй һүҙ төркөмө? (ҡылым).

-Таш стеналарҙа мамонттар, аттар, носорогтар, үгеҙҙәр һыны төшөрөлгән.

(нимә? эйә – мамонттар, аттар, носорогтар, үгеҙҙәр һыны, ни эшләгән? хәбәр – төшөрөлгән).

Төшөрөлгән ниндәй һүҙ төркөмө? (ҡылым).

7. Карточкалар менән эш.

-Хәҙер әйҙәгеҙ карточкалар менән эшләп алайыҡ. Бирелгән һүҙҙәрҙән һөйләмдәр төҙөгөҙ.

-Башҡортостан, еребеҙ, гүзәл, беҙҙең, тыуған.

-Яратабыҙ, ата – бабалар, төйәген, беҙ.

(һөйләмдәрҙе тикшереү).

8.Мәҡәлдәр өҫтөндә эш.

-Тыуған ил тураһында ниндәй мәҡәлдәр беләһегеҙ? Әйҙәгеҙ иҫкә төшөрөп үтәйек.

-Тыуған илем – алтын бишек.

Ата улы – Ватан улы.

9. Шүлгәнташ мәмерйәһе тураһында видеояҙма ҡарау.

- Хәҙер беҙ һеҙҙең менән видеояҙма ҡарап китәйек. Үҙебеҙҙе мәмерйә эсендә йөрөгән һымаҡ хис итәйек.

-Һеҙҙең күҙ алдығыҙға нимә килде? (төрлө һүрәттәр, боҙбармаҡтар, йәмле Ағиҙел буйы).

-Әгәр ҙә Шүлгәнташ мәмерйәһе теле булһа, ял итеүселәргә, килеүселәргә нимә әйтер ине?

(уҡыусылар һүрәттәр ярҙамында яуап бирәләр).

10.Йомғаҡлау (рефлексив анализ).

-Бөгөнгө дәрестә беҙ һеҙҙең менән нимә тураһында һөйләштек?

Шүлгәнташ нимә ул? (мәмерйә).

-Был мәмерйә ҡайҙа урынлашҡан? (Бөрйән районында йәмле Ағиҙел буйында).

-Мәмерйәлә нимәләр бар? (Мәмерйәлә аттар, носорогтар һыны бар).

-Мәмерйә ниндәй?(Ул ҙур, өс ҡатлы).

мәмерйә

нимә?


нимәләр аттар,

ниндәй? бар? носорогтар

ҙур, Шүлгәнташ һыны

өс ҡатлы

Ҡайҙа?

Бөрйән районында


11. Өйгә эш. Баһалау.

-Текстың йөкмәткеһен һөйләргә.

Дәресте ошондай шиғыр менән тамамлап ҡуяйыҡ.

Башҡортостан – ҡурай иле,

Башҡортостан – Урал ере,

Башҡортостан – ҡумыҙ теле,

Башҡортостан – ҡымыҙ сере.

(Әхмәр Үтәбай).




































Сәскәләрҙе өҙмәгеҙ. Не рвите цветы!


Ағастарҙы һындырмағыҙ. Не ломайте деревья, кустарники!


Тәбиғәтте һаҡлағыҙ. Охраняйте природу!


Төрлө банкалар, сүп тәбиғәтте йәмһеҙләй. Не мусорьте!


Мәмерйәне һаҡлағыҙ! Охраняйте пещеру!


2013 йыл - Тирә – яҡ мөхитте һаҡлау йылы.

2013 год объявлен Годом охраны окружающей среды.






















Урал батыр” эпосы


Шүлгәнташ


Янғантау


Башҡорт балы


Ҡурай

Салауат Юлаевҡа һәйкәл


Красноусол минерал сығанаҡтары


Асылыкүл


Дуҫлыҡ Монументы


Ҡымыҙ





















Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!