СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Урок по башкирскому языку для 6 класса на тему "Ҡышҡы тәбиғәт. Ҡылым".

Нажмите, чтобы узнать подробности

Урок по башкирскому языку для 6 класса на тему "Ҡышҡы тәбиғәт. Ҡылым".

Просмотр содержимого документа
«Урок по башкирскому языку для 6 класса на тему "Ҡышҡы тәбиғәт. Ҡылым".»

Тема : Ҡышҡы тәбиғәт. “Ҡылым” һүҙ төркөмөн ҡабатлау.

Маҡсат :

1)  “Ҡылым” һүҙ төркөмөн ҡабатлау;

2) тема буйынса уҡыусыларҙың яҙыу һәм һөйләү телмәрен артабан үҫтереү; ҡыш миҙгеленең үҙенсәлектәрен асыҡлау;

3) Башҡортостан тәбиғәтен, уның матурлығын, байлығын күрһәтеү, һаҡларға өйрәтеү ;

4) шәхси, коммуникатив-универсаль уҡыу ғәмәлдәрен үҫтереү.        

Йыһазландырыу: электрон дәреслек (Башҡорт теле,6-сы класс), дәреслек, карточкалар.

I. Ойоштороу.

- Һаумыһығыҙ, балалар.

- Һаумыһығыҙ.

- Хәйерле көн, имен үтһен көнөгөҙ. Кәйефтәрегеҙ нисек һуң?

- Ҡояшлы иртә кеүек. Башҡорт телен өйрәнергә тип килдек.

Отчет. 1-се дежур уҡыусы.

-         Бөгөн класта кем дежур?

-         Бөгөн класта мин дежур.

-         Бөгөн класта кем юҡ?

-         Бөгөн класта барыһы ла бар.

-         Класс дәрескә әҙерме?

-         Эйе, класс дәрескә әҙер.

2-се дежур уҡыусы.

- Бөгөн нисәнсе число?

- Бөгөн ун һигеҙенсе ғинуар.

-Аҙнаның ниндәй көнө?

- Аҙнаның өсөнсө көнө,шаршамбы.

- Ниндәй йыл миҙгеле?

- Ҡыш миҙгеле.

-Рәхмәт, уҡыусылар.

II.Артикуляцион күнегеү. (Слайд 1)

Һыуыҡ һыу һалҡын була,
һыуыҡ килһә, һыу туңа.

 

Ҡара ҡарға ҡарҙан бара,

Ҡанаттарын ҡаға-ҡаға.

 

Яңы яуған ҡар өҫтөнән

Ҡаҙҙар лап-лап үттеләр,

Ҡыҙыл тәпәйҙәре менән

Йондоҙ яһап киттеләр.

 -Афарин, уҡыусылар. Ә хәҙер ,уҡыусылар, иғтибарығыҙҙы экранға йүнәлтәйек. Видеола булған ваҡиғаларҙы иғтибар менән күҙәтегеҙ.(Электрон дәреслек)

III. Дәрестең лексик темаһын асыҡлау.

-Уҡыусылар, нимә тураһында видео ҡараныҡ?

- Ҡышҡы тәбиғәт тураһында.

- Дөрөҫ, ҡышҡы тәбиғәт тураһында. Тимәк, уҡыусылар, дәрестә алдағы һөйләшеүебеҙ нимә тураһында булыр тип уйлайһығыҙ?

- Бөгөн дәрестә ҡышҡы тәбиғәт тураһында һөйләшеүҙе дауам итербеҙ.

IV.Дәрестең грамматик темаһын билдәләү.

- Ҡыш миҙгеленең үҙенсәлектәрен һанап үтәйек.(ҡар яуа, бурандар уйнай, битте өшөтә)

-  Яуа, уйнай, өшөтә һүҙҙәренә һорау бирәйек.

-  Нимә эшләй?

- Нимә эшләй ? һорауына яуап булғас, улар ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарайҙар?

- Улар «Ҡылым” һүҙ төркөмө була.

- Дөрөҫ, бөгөн ҡышҡы тәбиғәткә бағышланған күнегеүҙәр аша, ҡылым һүҙ төркөмөн ҡабатларбыҙ.

-  Хәҙер, уҡыусылар, дәфтәрҙәрҙе асабыҙ, бөгөнгө числоны һәм теманы яҙып ҡуяйыҡ.

Ун һигеҙенсе ғинуар.

Шаршамбы.

Класта эш.

Ҡышҡы тәбиғәт. Ҡылым.

 -Ә хәҙер, уҡыусылар, беренсе күнегеүҙең биремен иғтибар менән уҡығыҙ. Карточкалар таратам. Текст өҫтөндә эш:

1.    Һөйләмдәрҙе  иғтибар менән уҡығыҙ.

2.    Аңлашылмаған һүҙҙәр өҫтөндә эш.

3.    Сылбырлап уҡып сығайыҡ.

4.    Күсереп яҙығыҙ.

5.    Һөйләмдәрҙең баш киҫәктәрен табығыҙ, аҫтына һыҙығыҙ.

 Һөйләмдәрҙе  иғтибар менән уҡығыҙ. Күсереп яҙығыҙ. Һөйләмдәрҙең баш киҫәктәрен табығыҙ, аҫтына һыҙығыҙ.

Ҡыш

Ап-аҡ ҡарҙары, бурандары менән ҡыш та килеп етте. Уның һалҡын һулышын ҡош-ҡорттар, йәнлектәр  бик тиҙ  һиҙеп алды. Хәҙер урмандарҙа уларҙың  тауыштары һирәк ишетеләУлар яҙға тиклем йоҡоға талған.

- Дәфтәрҙәргә беренсе күнегеү тип яҙып ҡуяйыҡ.

V. Нығытыу. Дәреслек менән эшләү.

-         Яҡшы, уҡыусылар. Ә хәҙер дәреслектең 78-се битендәге 39-сы күнегеүҙе табығыҙ.

-  Күнегеүҙең биремен ...уҡый.

-  Һеҙҙең алдығыҙҙа русса-башҡортса һүҙлектәр бар. Хәҙер ағас исемдәрен тәржемә итәйек. Таҡтаға сығып һүҙҙәрҙең тәржемәһен  башҡортса яҙығыҙ. (На магнитиках)

-Яҡшы, уҡыусылар. Һөйләмдәрҙе башҡортса яҙаһығыҙ. Презентация

                                               ҡайын

                                               ҡарағай

          Урманда                      шыршы                        үҫә

                                                 имән

                                                 саған

- Афарин, уҡыусылар! Һеҙ арынығыҙ, әйҙәгеҙ ял итеп алайыҡ.

Презентация

VI. Ял минуты
Шулай бөгөлә талдар,

Ошондай бейек тауҙар,

Шулай ҡағына ҡаҙҙар,

Шулай бейеп алалар,

Шулай ерҙе ҡаҙыйҙар,

Шулай ырғый балалар,

Шунан шым ғына ултырып

Тағы белем алалар.

 VII. Төркөмләп эшләү.

-  Яҡшы, ял итеп алдыҡ, дәресте дауам итәбеҙ. Ә хәҙер дәреслектең 78-се битендәге 41-се  күнегеүҙе табығыҙ. Беҙгә бында һүҙҙәр бирелгән. Төркөмдәргә бүленәйек. Презентация.

1-се төркөм                         2-се төркөм                         3-сө төркөм

Ҡоштар темаһына бағышланған һүҙҙәр менән һөйләмдәр төҙөү

Яңы йыл байрамына бағышланған һүҙҙәр менән һөйләмдәр төҙөү

 Ҡыш миҙгеленә хас булған һүҙҙәр менән һөйләмдәр төҙөү

1.Тумыртҡа – урман һаҡсыһы.

2.Һуйыр ҡышты ҡар аҫтында үткәрә.

3.Турғай беҙҙең яҡта ҡышлай.

4. Беҙ ҡоштар өсөн тағараҡтар элдек.

5. Ҡыш Бабай менән Ҡарһылыу яңы йылбайрамында балаларға күстәнәстәр, бүләктәр тараттылар.

6.Шыршы төрлө уйынсыҡтар һәм гирлянда менән биҙәлгәйне.

7. Шыршы тирәләй балалар бейенеләр, йырланылар, уйындар уйнанылар.

8.Бөтә ер ап-аҡ ҡар менән ҡапланды.

9.Тәбиғәт аҡлыҡҡа, сафлыҡҡа төрөндө.

10. Балалар ҡыш көнө санала, саңғыла шыуалар.

 

-Афариндар, матур һөйләмдәр уҡынығыҙ. Был һүҙҙәр нимә тураһында? Дөйөм әйткәндә был һүҙҙәр ниндәй темаға ҡарай? Экология.

-  Афарин, уҡыусылар. Экология.

-  Беҙҙең  президент тарафынан быйылғы йыл ниндәй йыл тип иғлан ителде?

-  Экология йылы һәм айырыуса һаҡланған тәбиғәт биҙәмәләре. (Эмблема).

- Тәбиғәтте беҙ нисек һаҡларға тейешбеҙ? (Яуаптар)

1. Ағастарҙы күберәк ултыртырға кәрәк.

2. Шишмә, йылға-күлдәр буйҙарын сүп-сарҙан таҙартып торорға.

3. Урманда усаҡ яҡмаҫҡа.

4. Ҡышын ҡоштарға ярҙам итергә.

5. Рөхсәтһеҙ ағастарҙы ҡырҡмаҫҡа.

VIII. Ижади эш.

-   Дөрөҫ, уҡыусылар. Тәбиғәтебеҙҙең киләсәге беҙҙең ҡулда. Беҙ тәбиғәтебеҙҙе һаҡларға тейеш.

-   Уҡыусылар, бөгөн беҙҙең класс бүлмәһенә аҡ ҡына, йомшаҡ ҡына  «Ҡар бөртөктәре” осоп ингән. Был ҡар бөртөктәре ябай түгел, ә тылсымлы. Һеҙ уларҙа ҡыш тураһында белгән һынамыштар яҙырға тейешһегеҙ.

1. Бесәй моронон ҡаплап  ятһа, һыуыҡҡа.

2. Ҡышҡы урман ныҡ шаулаһа, йылы көндәр килеүен көт.

3.  Эт ҡарҙа аунаһа, буран сығыр.

4.  Ҡарға ҡарҡылдаһа, буран сығыуға.

5.  Ике ҡатлы тәҙрәләр парланһа, һалҡын булыр.

6. Төнөн бәҫ төшһә, көндөҙ ҡар булмай.

7.Төтөн ергә ятһа, ҡар яуа.

8. Төтөн тура сыҡһа, һыуыҡ була.

- Яҡшы, уҡыусылар. Матур һынамыштар яҙҙығыҙ.

 VI.  Баһалау.

-   Бөгөн дәрестә бөтәгеҙҙә әүҙем ҡатнаштығыҙ. Рәхмәт. Мин һеҙгә бөтәгеҙгә лә бишле билдәһен ҡуям.

VII.  Рефлексив анализ. Презентация.

Бөгөн дәрестә мин:

-         Белдем...

-         Өйрәндем...

-         Аңланым..

-         Ҡыҙыҡлы булды...

VIII.Өйгә эш.    40-сы күнегеү, 79-сы бит.

1.    Һүрәттәр урынына тейешле һүҙҙәр ҡуйып, һөйләмдәрҙе күсереп яҙырға.

2.    Ҡыш  миҙгеле тураһында һүрәт төшөрөргә.

3.    Ҡыш тураһында 5-6 һөйләмдән торған бәйләнешле текст төҙөргә.










Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!