СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Урок по башкирскому языку "Мин тәбиғәтте яратам. Нимәләр? Нимә эшләйҙәр?"

Нажмите, чтобы узнать подробности

Просмотр содержимого документа
«Урок по башкирскому языку "Мин тәбиғәтте яратам. Нимәләр? Нимә эшләйҙәр?"»

ТемаМин тәбиғәтте яратам. Нимәләр? Нимә эшләйҙәр?

Дәрестең маҡсаты. Уҡыусыларҙың  һүҙлек запасын яңы һүҙҙәр менән    байытыу; үҙенсәлекле башҡорт өндәренең дөрөҫ әйтелеше өҫтөндә эшләү, үтелгән тексты, һөйләмдәрҙе иҫкә төшөрөү,  диалогик телмәрҙе үҫтереү; экологик белемде киңәйтеү, тәбиғәткә  һөйөү тәрбиәләү.

УУЭ:

  • Шәхескә йүнәлтелгән Универсаль Уҡыу Эшмәкәрлегеяңыны белергә, белгәндәрҙе камиллаштырыу теләге уятыу.

  • Регулятив УУЭ: уҡытыусы менән берлектә дәрес темаһын, маҡсатын билдәләргә күнегеү, булған белемдәрен барлау, баһалау;

  • танып белеү УУЭ: тормош менән бәйләү, башҡа предметтар менән бәйләнеш булдырыу,өлгө буйынса эш итә белеү, белгәндәрҙе ҡулланып кластер төҙөү;

  • коммуникатив УУЭ:  Һорауҙар биреү, уларға яуап эҙләү, башҡа уҡыусыларҙы ихтирам менән тыңлай белеүгә теләк уятыу.

Планлаштырылған һөҙөмтәләр:

Предмет   Башҡортостан тәбиғәте

Белеү  уҡылған әҫәрҙең йөкмәткеһен аңлау, һорауҙарға яуап бирә белеү.

Эшләй белеү тема буйынса яңы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр өйрәнеү, уларҙы бәйләнешле телмәрҙә ҡулланыу

Шәхескә йүнәлтелгән яҡшы-насар сифаттарҙы айыра белеү

Шәхси УУЭ һөҙөмтәләре: тәбиғәткә иғтибарлы, ихтирамлы булыу, уға ярҙам итеү

Йыһазландырыу: слайдтар, видеолар,карточкалар.

Дәрес барышы

1.Ойоштороу моменты. Уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация булдырыу. (слайд 2)

Һаумы, алтын ҡояшым!
Һаумы, зәп-зәңгәр күгем!
Һаумы, минең елкәйем!
Бөтәгеҙҙе сәләмләйем!

У.Һаумыһығыҙ, ҡыҙҙар һәм малайҙар!

Б.Һаумыһығыҙ!

Б.Ултырығыҙ!

У.Дәресте башлайбыҙ. 

У. Минең исемем, фамилиям Шәйехова Людмила Нәбиулла ҡыҙы булам, ә һеҙҙең менән дәрес барышында танышырмын.

У.Ә хәҙер слайдтағы шиғырҙы ҡарайбыҙ һәм уҡыйбыҙ. Тәүҙә башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен әйтеп китәйек. (Слайд 3)

Фонетик- артикуляцион күнегеү.

Ға-ға-ға - әйҙә киттек урманға,

Шә-шә-шә - урманда еләк бешә.

Ле-ле-ле – ауыҙ итәйек әле,

Ге-ге-ге – ниндәй тәмле еләге.

(Шиғырҙы уҡытыусы тасуири итеп уҡып күрһәтә, аңлата, рус теленә тәржемә итә. Балалар уҡытыусы артынан хор менән ҡабатлап уҡыйҙар).

2.Актуалләштереү. Уңышлы ситуация тыуҙырыу.

б)Өй эшен тикшереү.

3. Уҡыу мәсьәләһен (проблемаһын) ҡуйыу. Дәрестең темаһын һәм маҡсатын асыҡлау.

Видео “Башҡортостан тәбиғәте”

У. Видео нимә тураһында? Нимә күрҙек?

Әңгәмә. Тауҙар, урман, һауа,йылғалар һ.б.

Шиғырҙы уҡыу.

У.Был шиғырҙа ниндәй таныш һүҙҙәр бар?

Б. Айыу, бүре, төлкө, тауҙар, күл  һүҙҙәре таныш.

У.Ә айыу, бүре, төлкө, тауҙар, күл  нимә ул, нимәнең өлөшө тип әйтә алабыҙ?

Б. Айыу, бүре, төлкө, тауҙар, күл – ул тәбиғәт.

Б.Тәбиғәттең өлөшө.

У.Дөрөҫ, тәбиғәттең өлөшө, тәбиғәткә ҡарай.

У.Балалар, нисек уйлайһығыҙ, ни өсөн беҙ тәбиғәт тураһында шиғыр тыңланыҡ, тәбиғәт тураһында видео ҡараныҡ?

Б.Беҙ дәрестә тәбиғәт тураһында һөйләшербеҙ тип уйлайым.

У. Дөрөҫ, афарин!

У.Тимәк, беҙ бөгөн дәрестә Башҡортостан тәбиғәте тураһында һөйләшәсәкбеҙ һәм шулай уҡ Нимәләр? Нимә эшләйҙәр? һорауына яуап булған һүҙҙәрҙе ҡабатлап үтербеҙ. (Слайд 5)

У. Хәҙер дәфтәрҙәрегеҙҙе асып бөгөнгө числоны һәм теманы яҙып ҡуйығыҙ.

4.Уҡыу мәсьәләһен сисеү.

У.Нимә һуң ул тәбиғәт? (Слайд 5)

Б. (Слайд 6 )Тауҙар, урмандар, йылғалар, күлдәр, йәнлектәр, ҡоштар, үҫемлектәр, сәскәләр,бөжәктәр, балыҡтар һәм башҡалар.

Тәбиғәт-ул беҙҙе уратып алған мөхит, кеше эшмәкәрлегенән тыш барлыҡҡа килгән донъя.

(Уҡытыусы балаларҙың яуабынан сығып таҡтаға тау, урман, йылға, күл, йәнлектәр,ҡоштар исемдәре яҙылған карточкаларҙы элә бара).

Һүҙлек эше.

Тәбиғәткә ҡараған һүҙҙәрҙе һүҙлектәргә яҙыу.

Һүҙлек һүҙҙәрен хор менән уҡып сығыу.

У. Балалар быйыл ниндәй йыл тип иғлан ителде.Беләһегеҙме?

Быйыл 2021 йыл Рәсәйҙә «ФӘН ҺӘМ ТЕХНОЛОГИЯЛАР йылы»,ә Башҡортостанда «Һаулыҡты һаҡлау һәм әүҙемлек йылы».

-Ә хәҙер әйҙәгеҙ бергәләшеп Башҡортостан тәбиғәте буйлап сәйәхәткә сығабыҙ. Йәнгә рәхәт,саф һауа файҙалы булһын өсөн сәйәхәткә атлап барабыҙ, саңғыла йөрөп, кәмәлә йөҙөп, санала шыуып.

Тәүҙә ял итеп алайыҡ (слайд 8)

ҠАҘҘАР КЕҮЕК ЙӨҘӘЙЕК,
ҠОШТАР КЕҮЕК ОСАЙЫҠ,
ҠУЯН КЕҮЕК ҺИКЕРӘЙЕК,
АЙЫУ КЕҮЕК АТЛАЙЫҠ.
АТТАР КЕҮЕК ЕЛӘЙЕК,
БЕСӘЙ КЕҮЕК ҺУҘЫЛАЙЫҠ,
ҺӘМ УРЫНҒА УЛТЫРАЙЫҠ.

Беренсе тәбиғәт мөйөшө - тауҙар. (Слайд 9) Беҙгә тауға менеп, төшөргә кәрәк. Унда беҙ тауҙан саналар менән шыуабыҙ, ә бының өсөн беренсе эш төрөн үтәйек. Тәүҙә Нимәләр? һорауына яуап булған һүҙҙәрҙе иҫкә төшөрөп үтәйек).

Мәҫәлән, тауҙар, йылғалар, күлдәр ,ҡоштар, бөжәктәр һ.б.

У.Тауҙа нимә эшләйҙәр? тигән һорауға яуап бирәйек һәм һөйләмдәр төҙөйөк.

Б Тауҙа сана шыуалар. Тауҙа еләк йыялар.

(Һөйләмдәрҙе дәфтәргә яҙҙырыу, 1 уҡыусыны таҡтаға сығарып яҙҙырыу.)

У.Башҡортостандағы тауҙарҙы беләһегеҙме? Исемдәрен әйтегеҙ.

Б.Урал, Ирәмәл, Ирәндек, Ямантау, Янғантау һ. б. тауҙар.

У.Артабан икенсе тәбиғәт мөйөшөбөҙ – күлдәр. (Слайд 10)

Күлдә кәмә менән йөҙөп сәйәхәт итәбеҙ..

У.Күлдә нимәләр була? НИМӘ ЭШЛӘЙҘӘР? ҺОРАУЫНА ЯУАПТАР

Б.Күлдә балыҡтар йөҙәләр. Түңәрәк күлдә томбойоҡтар үҫәләр. Күлдә кәмәлә йөрөйҙәр.һ. б.

У.Күлде үтергә икенсе эш төрөн башҡарырға кәрәк.

Бирелгән һүҙҙәрҙә төшөп ҡалған хәрефтәрҙе ҡуйып яҙырға.

Асы . ыкүл, Ҡанд . акүл, Яҡты . үл, Талҡ . ҫ

Асылыкүл – Башҡортостандағы иң ҙур күл.

У.Өсөнсө тәбиғәт мөйөшө - урман. (Слайд 11) Урманда саңғылар менән йөрөп сығабыҙ.

У.Урман эсенә инергә кәрәк. Бының өсөн тағы бер эш төрөн үтәйек.

Ребустарҙы дөрөҫ сисһәгеҙ ағастар исемдәрен уҡырһығыҙ.

Ҡаҙ’ йылға’’ л = н, Ҡарға’’ ағас с = й, Алма’ ағас.

Ҡ а й ы н. Ҡ а р а ғ а й. А л м а ғ а с.

У.Беҙҙең урмандарҙа тағы ниндәй ағастар үҫә?

Б.Шыршы, имән, уҫаҡ, саған, йүкә һ.б. ағастар.

6.Ял минуты.

 У. Дүртенсе тәбиғәт мөйөшө - йәнлектәр донъяһы. (Слайд 12)

У.Ниндәй йәнлектәрҙе беләһегеҙ?

Б.Айыу, бүре, төлкө, ҡуян, терпе, тейен һ. б.

У.Был тәбиғәт мөйөшөн уңышлы үтеп китер өсөн карточкалар менән эш эшләп алайыҡ. (Уҡыусылар 3 төркөмгә бүленеп ултыралар һәм уларға йәнлектәр исемдәре яҙылған карточкалар таратып бирелә.

У.1-се төркөм йорт хайуандары исемдәре яҙылған карточкаларҙы айырып йыя.

Ат, һыйыр, һарыҡ, кәзә, бесәй, эт, ҡолон, сусҡа, үгеҙ, быҙау.

У.2-се төркөм ҡырағай йәнлектәрҙе йыя.

Айыу, бүре, төлкө, ҡуян, һеләүһен, арыҫлан, юлбарыҫ,

У.3-сө төркөм Башҡортостан урмандарында йәшәгән хайуандар.

Айыу, бүре, төлкө, ҡуян, тейен, терпе, мышы, болан, һеләүһен.

У.Алтынсы туҡталыш – Мәмерйә-Шүлгәнташ 

Видео ҡуям. Нимә тураһында видео? Шүлгәнташ мәмерйәһе

Дәреслектән диалогты уҡытыу. Афарин!

У. Бына беҙ һеҙҙең менән сәйәхәтебеҙҙең аҙағына еттек. Башҡортостан тәбиғәте бай һәм бик матур. Был матурлыҡты һаҡларға кәрәк. 

Ә нисек һаҡларға һуң?

(Слайд 15)

Ағастарҙы һындырмаҫҡа.

Сәскәләрҙе күпләп өҙмәҫкә.

Ҡош ояларын туҙҙырмаҫҡа.

Урманда, йылға буйҙарында сүп-сар ҡалдырмаҫҡа.

Ағастар ултыртырға.

Ҡыш көнө ҡоштарға, йәнлектәргә ярҙам итергә.

У.Дөрөҫ, афарин! Тәбиғәтте һаҡлау – һәр кемдең бурысы! (Слайд 16)

6.Рефлексив анализ.

У.Шулай итеп, беҙ бөгөнгө дәрестә нимә тураһында һөйләштек?

-Үҙегеҙ өсөн ниндәй яңылыҡ астығыҙ?

-Һеҙгә ҡайһы эш төрҙәре оҡшаны?

-Ниндәй эш төрҙәре ауыр булды?

-Дәрестә алған белемдәр киләсәктә кәрәк булырмы?

-Һеҙ үҙегеҙҙең яуаптарығыҙҙан ҡәнәғәтме?

-Иптәштәрегеҙгә ниндәй теләк-тәҡдимдәрегеҙ бар?

Б.Беҙ бөгөнгө дәрестә Башҡортостан тәбиғәте тураһында һөйләштек.

У.Нимә ул тәбиғәт?

Б.Тәбиғәт – ул тауҙар, күлдәр, урман, йылғалар, ҡоштар, йәнлектәр.

7.Баһалау

8.Өйгә эш аңлатыу.

-Тәбиғәтте һаҡлау темаһына һүрәт төшөрөргә;

ИҒТИБАРЫҒЫҘ ӨСӨН ҘУР РӘХМӘТ!

-Һаубулығыҙ!













































































































1.Йорт хайуандарын (домашние животные)яҙып алырға.

Айыу,ат,бүре,һыйыр,төлкө,кәзә,бесәй,эт, ҡолон,ҡуян,сусҡа,үгеҙ,тейен,терпе,мышы, болан, һеләүһен, быҙау.





2. Ҡырағай йәнлектәрҙе (дикие звери) яҙып алырға.

Айыу,ат,бүре,һыйыр,төлкө,кәзә,бесәй,эт, ҡолон,ҡуян,сусҡа,үгеҙ,тейен,терпе,мышы, болан, һеләүһен, быҙау.









3.Башҡортостан урмандарында йәшәгән хайуандар.( Звери которые живут в Башкортостане)

Айыу,ат,бүре,һыйыр,төлкө,кәзә,бесәй,эт, ҡолон,ҡуян,сусҡа,үгеҙ,тейен,терпе,мышы, болан, һеләүһен, быҙау.

























































































12



Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!