СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Урок по родному башкирскому языку и литературе

Нажмите, чтобы узнать подробности

Урок по родному башкирскому языку и литературе для 8 класса на тему: "Илем улы -батыр Салауат".

Просмотр содержимого документа
«Урок по родному башкирскому языку и литературе»

Тема: Илем улы – батыр Салауат

Маҡсат: 1) уҡыусыларҙы Салауат Юлаевтың тормош юлы һәм ижады менән

таныштырыуҙы дауам итеү; фекерләргә, тойорға, рухи ҡиммәттәрҙе

баһаларға өйрәтеү;

2) халыҡ батыры өлгөһөндә Тыуған илде һөйөү, батырлыҡ һәм

кешелеклелек тойғо сифаттарын тәрбиәләү;

3) С.Юлаев шиғырҙарын дөрөҫ һәм тасуири уҡырға, матур итеп

һөйләргә өйрәнеү.

Көтөлгән һөҙөмтәләр:

Предмет УУЭ һөҙөмтәләре: тема буйынса яңы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр өйрәнеү, уларҙы бәйләнешле телмәрҙә ҡулланыу.

Метапредмет (предмет-ара) УУЭ һөҙөмтәләре:

а) регулятив: уҡытыусы менән берлектә дәрес темаһын, маҡсатын билдәләргә күнегеү, булған белемдәрен барлау, баһалау, системаға һалыу, проект эштәре эшләй белеү;

б) танып белеү: өлгө буйынса эш итә белеү, уҡылған диалог буйынса үҙеңдең диалогыңды төҙөргә өйрәнеү;

в) коммуникатив: темаға ҡарата бәйләнешле текст төҙөй белеү, үҙ-ара аралашыу, төркөмдә хеҙмәттәшлек итә белеү, алған белемдәрҙе тормошта ҡуллана белеү.

Шәхси УУЭ һөҙөмтәләре: үҙаллылыҡ сифаттары үҫтереү, төркөмдә эшләй белеү күнекмәләре булдырыу.

Йыһазландырыу: С.Юлаев тормошон сағылдырған фото –слайдтар, проектор, компьютер, карточкалар, дәреслек, китаптар күргәҙмәһе.

Дәрес барышы:

1.Ойоштороу мәле.

-Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Бөгөн беҙҙең дәрескә күп ҡунаҡтар килгән. Әйҙәгеҙ дәресте башлар алдынан барыбыҙға ла яҡшы кәйеф теләп, ошо матур шиғыр юлдарын уҡып китәйек:

Һаумы, ҡояш! Һаумы, дуҫым!

Һаумыһығыҙ,уҡытыусым!

Һаумыһығыҙ,хөрмәтле ҡунаҡтар!

Ҡояш! Һауа ! Тыуған ер!

Миңә йән тыныслығы бир...

Мин сәләмәт. Мин матур!

Салауат кеүек батыр!

2. Артикуляцион күнегеү. Дәрестең темаһын һәм маҡсатын асыҡлау.

(ҡурай моңо аҫтында шиғыр юлдарын уҡыу)

-Хәҙер шиғыр юлдарын уҡып, бөгөнгө дәрестең темаһын һәм маҡсатын асыҡлап китәйек әле.

Сәләм ебәргәнһең йыраҡтарҙан,

Алыҫ ҡитғаларҙан күп сәләм,

Ләкин һиңә яуап яҙыр өсөн

Ала алманым ҡулға мин ҡәләм.

Урал ҡаяларын төйәк иткән

Аҡ ағуна инең һин илдә,

Тыуған еркәйенә ҡот килтергән

Юртаҡ аттай инең һин илдә.

Ләғнәт уҡый-уҡый дошмандарға,

Алдым әле ҡулға мин ҡәләм.

Етеҙ елдәй барып етһен ине

Ватаныңдан һиңә күп сәләм

Р. Үтәшева

(Акростих –әҙәби норма. Һәр юлдың, ғәҙәттә, беренсе хәрефе берәй һүҙ, һүҙбәйләнеш, һөйләм, хатта мәғәнәүи текст төҙөй. Акростих –бағышлау – беренсе хәрефтәрҙән һүҙ уның адресатын асыҡлаған.)

- Хөрмәтле уҡыусылар, ошо моңдо, шиғырҙы тыңлағандан һуң һеҙ нимә әйтә алаһығыҙ? Кем тураһында һүҙ барҙы? Ә нисек уйлайһығыҙ, бөгөнгө дәрестә, беҙ һеҙҙең менән кем тураһында һөйләшәсәкбеҙ?

- Әлбиттә, Салауат Юлаев тураһында. Шулай итеп, беҙ һеҙҙең менән күмәкләшеп, теманы ла билдәләп үттек. Ә хәҙер, уҡыусылар, дәфтәрҙәрҙе асып, бөгөнгө числоны, теманы яҙып ҡуябыҙ.

Шулай итеп бөгөн беҙ һеҙҙең менән С. Юлаев тураһында үтелгәндәр буйынса йомғаҡлау дәресе итеп алабыҙ, һәм дәресебеҙҙең темаһы:

Илем улы – батыр Салауат.

Эпиграфы:

Мин үлмәнем әле, башҡорттарым,

Тере рух мин һеҙҙең йөрәктә.

Дауамы мин батыр тамырының,

Күрәһегеҙ мине бишектә...

С.Юлаев.

-Нисек уйлайһығыҙ, бөгөнгө дәрестә, үҙебеҙҙең алдыбыҙға ниндәй маҡсаттар ҡуябыҙ?

- Әлбиттә, һеҙ С. Юлаевтыңтың тормош юлы һәм ижады менән танышып үткәнһегеҙ, ә уның тураһындағы бөтә мәғлүмәттәрҙе лә белеп бөттөгөҙмө икән?

-Шулай булғас бөгөн дәрестә нимә эшләйәсәкбеҙ?

-С.Юлаевтың тормош юлын һәм ижадын өйрәнеүҙе дауам итәсәкбеҙ, үтелгәндәрҙе ҡабатлайбыҙ, нығытабыҙ, өҫтәлмә материалдар менән танышабыҙ. Салауат кем ул? Һорауына яуап бирербеҙ.

- Аффарин, бик дөрөҫ уйлайһығыҙ, яуаптарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт.

3.Өйгә эште тикшереү.

-С.Юлаев яҙған шиғырҙарҙың береһен һайлап, яттан һөйләргә әҙерләнеп килергә ине. Уның шиғырҙары тураһында дәрес барышында һөйләшербеҙ. Бөгөн дәрес барышында кәрәкле һүҙлек һүҙҙәре менән танышып китәйек.

4. Һүҙлек менән эш.

Тормош- жизнь

Ижад- творчество

Сәнғәт- искусство

Һәйкәл-памятник

Шәхес- личность

Һоҡландырғыс- восхищеннный

Мөһабәт-величавый

Сәсән –һүҙ оҫтаһы, мастер слова

Яугир –воин

Милли -национальный

(хор менән уҡыу, һөйләм төҙөү)

-Өфө ҡалаһында Салауат Юлаев һәйкәле бар. Салауат –милли батыр.

5. С.Юлаевтың тормош юлы, ижады буйынса һорауҙарға яуап биреү.

-Әҙәбиәтебеҙ күгендә, үҙенә генә хас йондоҙлоҡта, үҙ балҡышы булған, баһалап бөткөһөҙ ҙур әһәмиәткә эйә булып, аҫыл мираҫ ҡалдырған, талантлы шундай бер шәхесебеҙ, сәсән, шағир-импровизатор, милли батырыбыҙ Салауат Юлаев беҙҙең күңелдәрҙә йәшәй. .Салауат - кем ул? Ә ни өсөн Салауат беҙҙең күңелдәрҙә йәшәй, беҙҙең ғорурлығыбыҙ? Шуны асыҡлар өсөн беҙ бөгөн дәрес буйына уның менән бәйле мәғлүмәттәрҙе иҫкә төшөрәсәкбеҙ. Дәрес аҙағында яуабын иҫбатлап ҡарарбыҙ.

1) Беренсе эш  “серле кисет “ уйыны. Был эш барышында беҙ Салауаттың тормош юлы буйынса һорауҙарға яуап бирерһегеҙ. Был эш пар менән башҡарыла: һәр парта кисеттән карточка алып, эшен уҡый , яуабын әйтеп бара.

1. Башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаев ҡасан һәм ҡайҙа тыуған? (1754 йыл Ырымбур губернаһы Өфө провинцияһы Шайтан –Көҙөй волосы Тәкәй ауылында тыуған).

2. Атаһының исеме кем? (Юлай Аҙналин)

3. Юлай Аҙналин кем булған? (старшина)

4. Салауат Юлаев уҡырға һәм яҙырға кемдән өйрәнгән? (Әсәһенән)

5. Е.Пугачев Салауатҡа ниндәй хәрби дәрәжә бирә? (полковник, бригадир)

6. С.Юлаев нисә йәштә старшина вазифаһын башҡара? (17)

7. С.Юлаев һәйкәленең авторы кем? (Тавасиев)

8. С.Юлаев ҡасан һәм ҡайҙа үлә? (1800 йыл, Эстония)

9. Нисә йыл каторгала була? (24)

10. 1773-1775 йылдар ҙа нимә булған?

11. 1776-1800 йылдар нимә менән бәйле?

-Һай афарин был һорауҙар ниндәй темаға ҡарай?

-Дөрөҫ- биография юлдары. Ул бик зирәк аҡыллы кеше булған. Үҙ иле , халҡы өсөн бәләкәй саҡтан йәшәгән, көйгән, янған. Крәҫтиән һуғышында халыҡтың тормошон еңеләйтер өсөн көрәшкән.

6. Салауаттың ижад емештәре тип атала.

Был эш барышында өй эшен - Салауаттың шиғырҙарын иҫкә төшөрөп үтербеҙ. Шиғри юлдарҙың ҡайһы шиғырынан алынғанын атағыҙ.

1.Төнгө тынлыҡ.Ағаслыҡта

Һандуғас моңо. ( “һандуғас “ С.Юлаев)

2. “…Һине маҡтай йырҙарым,

Һине данлай йырҙарым…” (“Уралым”)

3 “…керпек тә ҡаҡмай үткәрҙем

Ошо төндө мин.” (“Тирмәмдә”)

4.”…Ҡарлуғасҡай ҡошто үлтергәнсе,

Бер дошмандың йәнен өҙһәсе. (“Уҡ”)

5.”Заманалар булған элгәре,

Булған илдең батыр улдары.

Баш етмәҫлек эштәр эшләгәндәр,

Бөтә ғаләм белгән уларҙы.” (“Яу”)

6. Юлһыҙ ғына ерҙән юлдар ярып,

Ҡайтып киләм, тауҙар артылып.

(Юлһыҙ ғына ерҙән юлдар ярып).

7. Ыласындан да бейек оса торған

Ҡош батшаһы — ҡыйғыр бөркөт бар.(“Егеткә”)

8. Зөләйха, һин ергә ингән хур ҡыҙы,

Күҙҙәреңдә балҡый Зөһрә йондоҙо.(Зөләйхә)

9. Минең тыуған ҡырҙарым,

Балдай татлы һыуҙарым..(Тыуған илем).

-Афарин, уҡыусылар. Салауаттың яҙған шиғырҙарын беләһегеҙ икән.

Афарин, бик күп шиғырҙарын беләһегеҙ икән. Ә кем миңә матур итеп, ошо шиғырҙарҙы яттан һөйләп күрһәтер? Рәхим итегеҙ!

(Тыуған илем, Уралым. Егеткә, Уҡ, Зөләйха, Тирмәмдә , һандуғас).

-Ә был шиғырҙар нимә тураһында һуң?

-Салауат үҙе сығарған йырҙарында һәм шиғырҙарында тыуған яғын, Уралын маҡтап йырлар, яу батырҙарын данлар булған. Уның шиғырҙары һәм йырҙарының бик аҙ өлөшө генә беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланып килеп етә алған һәм шиғриәте хәҙерге көндә лә бик әһәмиәтле.

7.Арыҫлан Мөбәрәков башҡарыуында шиғыр тыңлап алайыҡ (аудиояҙма )

1«Тыуған илем» шиғыры

1.Тасуири уҡыу.

…Күгәреп күккә үрелгән

Ҡарлы башын Уралдың,

Күҙҙең яуын алырҙай

Матурлығын ҡырҙарҙың

Мәңге маҡтар инем мин,

Мәңге данлар инем мин

2. Шиғырға анализ.

Нимә тураһында һүҙ бара?

Салауаттың был шиғри һүҙҙәре уның Ҡаратау ҡаяларынан көньяҡ-көнсығышта күренгән аҡ башлы Нөгөш, Ирәмәл, Ямантау армыттарына ҡарап һоҡланып, инанып, күкрәге моң менән тулған сағында тыуған еренә бөтмәҫ һөйөүе емешелер кеүек тойола.

Ниндәй һүрәтләү саралары ҡулланылған?

Сағыштырыу: Балдай татлы һыуҙарым.

Ҡабатлауҙар:…миңә хәбәр килтерә.

Йәнләндереүҙәр:Тыуған яҡтан ел иҫһә

Ул миңә хәбәр килтерә…

Темаһы:Тыуған илдең, Уралдың матурлығына дан йырлай, һөйөүен белдерә.

Идеяһы: Тыуған илдең ҡәҙерен белергә, уның ирке өсөн көрәшергә (һағыш һәм ғорурлыҡ менән һуғарылған)

С.Юлаев яуҙа йөрөгәндә лә шиғырҙарын яҙып ҡалдырып китер булған — үҙенең хис-тойғоларын халыҡ менән бүлешкән.

2«Уралым» шиғыры

1.Тасуири уҡыу.

2.Нимә тураһында һүҙ бара? Уралдың матурлығы ниндәй һүҙҙәр менән һүрәтләнә?

3. Ниндәй һүрәтләү саралары ҡулланылған?

Сағыштырыу: 1. Алтындай балҡый Уралтау

Көмөштәй балҡый Уралтау.

2. Ҡамыштай ҡарағай урманың

3. Балаҫтай болон, ҡырҙарың.

-Урал тауҙарын һүрәтләгәндә шағир ниндәй һүҙҙәр ҡуллана?

-Күккә ашҡан, изге, ҡарлы, матур, татлы, һылыу, күгәреп ятҡан, нурға сумған түбәһе, алтындай,көмөштәй.

Шиғырҙың темаһын билдәләү: Уралтауға маҡтау йыры, тәбиғи байлығы менән ғорурланыу. Тыуған ергә мөхәббәт хистәре.

Идея: Ошо тәбиғи байлыҡты һаҡлау, ҡәҙерен белеү.

Шиғырҙы йомғаҡлау. Шағир-импровизатор Салауат Юлаев шиғырында тыуған ере, Урал тауҙарының тәбиғәте менән ғорурлана, һоҡлана, хис-тойғолары менән уртаҡлаша.

8. Ял минуты. Бер аҙ ял да итеп алайыҡ. Ҡарауанһарай башҡарыуында “Ай -һай, Салауат ”йырын тыңлайыҡ.

9.Дәреслек менән эш:

-Уның тураһында бик күп шағирҙар шиғыр яҙғандар, хәҙер шуларҙың береһен уҡып китәйек. (Ф.Рәхимғолова. Салауат)

Шиғырҙа Салауаттың Уралға булған һөйөүе нисек һүрәтләнгән?

(Арыҫландай ҡыйыу батыр туған халҡын яҡлап көрәшкән. Уралды яратып йырҙар йырлаған. Уралтауға маҡтау йыры, тәбиғи байлығы менән ғорурлана. Тыуған ергә мөхәббәт хистәре сағыла. Тыуған илдең ҡәҙерен белергә, уның ирке өсөн көрәшергә саҡыра. (һағыш һәм ғорурлыҡ менән һуғарылған)

10) Төркөм менән  эш.

-Уҡыусылар үҙ теләгегеҙ менән өс төркөмгә, командаға бүленегеҙ. Һәр команда-төркөм карточкалар менән эш алып барасаҡ. Төркөмдән бер кеше ваҡыт өсөн яуаплы, ә икенсе кеше сығыш яһау өсөн яуаплы. Шунан карточкалар менән алмашынаһығыҙ. Бер берегеҙҙең эштәрен тикшереп, өҫтәп сығаһығыҙ. Шунан һәр төркөм үҙ эшен яҡлап сығыш яһай. .

1-се төркөмгә эш Салауат Юлаев әҙәбиәттә - кем уның тураһында яҙған?

М. Кәрим – Салауат драмаһы

С.Злобин - “Салауат Юлаев”романы

Батыр Вәлид - Салауат маршы

Рауил Бикбаев - Салауат ҡылысы шиғыры

Булат Рафиҡов- “Эйәрле ат”әҫәре

Ш.Бабич “Салауат батыр” шиғыры

З.Биишева “Салауаттың һуңғы монологы” поэмаһы

2-се төркөмгә эш

Салауат сәнғәттә

Сосланбәк Тавасиев , 1967 йылда Өфөлә Салауат һәйкәле асыла

Ағас бюст-Фри Хара-1909й

Һәйкәл-бюст - Тамара Нечаева 1945йыл

Картина “Салауаттан һорау алыу”- А.А.Кузнецов

Картина - “Салауатты ҡулға алыу”-

А. Лежнев

Картина “Салауат каторгала”-

Фильм “Салауат”- Ян Протазанов 1940й

Опера “Салауат Юлаев ”- Заһир Исмәғилев


3-сө төркөмгә эш
Уның исеме менән

Урамдар

Салауат проспекты

Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт Премияһы

Салауат районы

Салауат ҡалаһы

Салауат районы Малаяҙ ауылында Салауат музейы

Эстонияның Палдийск ҡалаһында Музей -

Өфөлә Салауат майҙаны

Салауат Юлаев исемендә хоккей командаһы






11. Мәҡәлдәр өҫтөндә эш.

-Данлыҡлы батыр, шағир-импровизатор Салауат Юлаевтың исеме беҙҙең көндәрҙә айырыуса ғорур яңғырай. Башҡорт халҡының милли геройын бөтә туғандаш халыҡтар ҙа яҡшы беләләр һәм хөрмәт итәләр. Салауат Юлаев эшмәкәрлегендә туған халҡының батырлыҡ һәм шағирлыҡ һәләтенең бергә ҡушылып китеүе уның шәхесен тағы ҙурыраҡ һәм мәртәбәлерәк итә. Салауат Юлаевтың тормошон һәм ижадын өйрәнеүсе Р.Игнатьев Салауат тураһында ошолай тип әйткән: «Күренекле тарихи роле уны халыҡ араһынан күтәрҙе, батыр, йырсы-сәсән булыуы яғынан уның тураһында матур иҫтәлектәр һаҡланы, уның үҙен йырҙар ҡаһарманы яһаны».

- Иҫбат итегеҙ әле “Батыр үлһә лә, уның даны ҡала” мәҡәле Салауатҡа хасмы? Уны нисек аңлатырһығыҙ?

-. Салауат Юлаев – ул беҙҙең милли батырыбыҙ, халҡыбыҙ өсөн, иркебеҙ өсөн көрәшкән кеше, шағир-импровизатор. Ул үлемдән, язалауҙарҙан да ҡурҡмай, туған халҡының ирке өсөн аҫыл ғүмерен биргән. Халҡыбыҙ батырын онотмай, ҙурлай, күңелендә һаҡлай. Уның матур исемен, шиғырҙарын килер быуынға еткерә . Шундай шәхестәр менән халыҡ йәшәй, үлмәй, киләсәге бар тип ышана ала һәм ул шундай улдары менән ғорурлана ала.

-Хәҙер һеҙҙең алда батырлыҡ тураһында мәҡәлдәр бирелгән. Ошо мәҡәлдәрҙе дауам итегеҙ.

Ата улы - Ватан улы.

Батыр яуҙа һынала.

Батыр үлһә лә, уның даны ҡала.

Егет үҙе өсөн тыуа, иле өсөн үлә.

Батыр егет –яу күрке, сәсән егет –ил күрке.

-Дәфтәргә үҙегеҙгә оҡшаған 2 мәҡәлде күсереп яҙығыҙ.

Салауат Юлаев - ул башҡорт халҡының милли батыры. Тыуған илен, ерен, халҡын яҡлау һәм һаҡлау - Салауат Юлаев өсөн изге төшөнсә.

12. Исеме йөрәктәрҙә тип атала.

-Салауат менән әгәр осрашһағыҙ, нимә тураһында һәйләр инегеҙ?

Салауаттың яҡты образын мәңгеләштереү маҡсатында республикала ниндәй эштәр башҡарылған?

1). БР дәүләт гербында милли батырыбыҙҙың урын алыуы беҙҙең өсөн бик ҙур ғорурлыҡ.

2). 1967 йылда булдырылған С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы республикабыҙҙа иң юғары наградаларҙан һанала.

3). С. Юлаев ордены бар.

4). Осетин Сосланбәк Тавасиев Ағиҙел ярындағы мәғрур һәйкәлен ҡойҙо.Салауат һәйкәле асылыуға 17 ноябрь көндө 50 йыл булды, Башҡортостандың ете мөғжизәһе исемлегенә инде.

5). Тамара Нечаева скульптураһын яһаны.

6). Урыҫ языусыһы Степан Злобин ҙур күләмле тарихи роман яҙҙы.

7). Билдәле кинорежиссер Яков Протазанов тәүге нәфис фильм төшөрҙө.

8). С.Юлаев орденына лайыҡ булған тарихсы Инга Гвоздикова архивтарҙағы документтарҙы өйрәнеп, С.Юлаевтың ҡасан ҡулға алыныуын, мәңгелек һөргөнгә ебәрелеүен, унда ебәрелгәнгә тиклем нисек язалауҙарын асып бирҙе.

9). Әле республикабыҙҙың бер ҡалаһы, районы, урамдар, колхоз, совхоздар, мәктәптәр, гимназиялар Салауат исеме менән атала.

10). Салауат районы үҙәге Малаяҙҙа музей, ә Әлкә ауылында филиалы бар.

11). Эстонияла - Палдискиҙа С.Юлаевҡа бюст ҡуйылды, музей, урам, гимназия уның исемен йөрөтә.

13.Рефлексия

Беҙ дәрестә ниндәй маҡсат өҫтөндә эшләнек?

- Салауат буйынса нимәләр белдегеҙ?

- Кем ул Салауат? (кластер төҙөү: милли батыр, шағир, сәсән, шәхес, ҡурайсы, яугир, старшина ).

- Ни өсөн халыҡ уны бөгөн дә онотмай?

14. Өйгә эш. Баһалау.

-Салауат тураһында ҡыҫҡаса инша яҙырға.

15.Йомғаҡлау.

-Халҡыбыҙҙың милли батыры Салауат Юлаев халҡыбыҙ тарафынан ҙур ихтирамға лайыҡ. Салауаттың һуңғы

Юҡ мин үлмәнем башҡорттарым!

Тигән ораны дөрөҫкә сыҡты.

Ул һаман халҡы менән бергә йәшәй.

Синквейн

Кем ? Салауат, егет, шағир (теманы асыҡлаусы исем)

Ниндәй? Ҡыйыу, етеҙ, оҫта, батыр (исемде аныҡлаусы сифат)

Ни эшләгән? Һуғышҡан, алышҡан, халҡын яҡлаған (ҡылым)

Һығымта: Ул –башҡорт халҡының миили батыры. (һөйләм).

Дәрес тамам . Салауат беҙҙең ғорурлығыбыҙ тип иҫбатлай алабыҙмы?

Салауат кеүек батыр егеттәр

һәм ҡыҙҙар булып үҫегеҙ!

Илебеҙ күгендә йондоҙ булып

балҡығыҙ!







Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!