Тема: Үткән заман ҡылымдары
Маҡсат. Ҡылым темаһын ҡабатлау ,ҡылымдың үткән заман формаһының яһалыу юлдарын өйрәнеү, яңы һүҙҙәр үҙләштереү; уҡыусыларҙың бәйләнешле яҙма һәм һөйләү телмәрен үҫтереү; изгелек тойғоһо тәрбиәләү.
Йыһазлау: дәреслек, проектор, ноутбук, карточкалар,һүҙлек.
Дәрес барышы.
1.Ойош.моменты
Һаумы, ҡояш, һаумы, дуҫым,
Һаумыһығыҙ, уҡытыусым!
Ҡояш, һауа, тыуған ер,
Йән тыныслығын бир.
Мин сәләмәт, мин матур,
Салауат кеүек батыр!
Яйлап ултырам хәҙер,
Дәрес тыңларға әҙер.
Мин Рәзилә Мираловна. Абҙаҡ ауылында һеҙҙең һымаҡ ҡына кескәй балаларҙы уҡытам. Бөгөн һеҙҙең менән танышыуыма бик шатмын.
- Бөгөн тышта сатлама һыуыҡ. Ә беҙҙең күңелебеҙҙә, бүлмәмеҙҙә йылы булһын өсөн үҙебеҙҙең ҡояшыбыҙҙы эшләп ҡуяйыҡ. Ҡояш ерҙә берәү генә. Уның эштәре һанап бөткөһөҙ, әйҙәгеҙ уның эштәрен бергәләп һанап китәйек әле.
-Ниндәй эштәр башҡара һуң ул? (һанап сығайыҡ.)
-Уҡыусылар,ҡарағыҙ әле, уның яҡшы эштәрен һеҙ күрә белгәнгә ҡояш нисек шатланды. (ауыҙын ҡуям)
- Һеҙгә ҡарап йылмайып ебәрҙе.
Ә хәҙер әйҙәгеҙ уның эштәрен дәфтәребеҙгә матур яҙыу минутында, уны тағы ла дәрләндереп ебәрер өсөн матур итеп яҙып китәйек.
-Бының өсөн дәфтәрҙәрҙе астыҡ, бөгөнгө числоны яҙҙыҡ һәм матур итеп ошо һүҙҙәрҙе яҙып сығайыҡ.(шаяра, уйнай, яҡтырта,йылмая, ҡарай,йылыта)
Афариндар.
Уҡыусылар, ҡояштың эше менән таныштыҡ, ә инде үҙегеҙ өйҙә ниндәй эштәр башҡараһығыҙ, йәгеҙ әле ҡояшҡа һанап китәйек.
-Һеҙ һанап киткән һүҙҙәр ниндәй һорауға яуап бирә?
Ә был һорауҙар ниндәй һүҙ төркөмөнөң һорауҙары?
Тимәк, нимә ул ҡылым?
Шулай итеп , бөгөн дәрестә нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ икән?(әлбиттә ҡылым)
Ҡылымдың серҙәре бик күп, ул серҙәрҙә сисергә лә сисергә.
Яңы тема
Һеҙҙең алдығыҙҙа ҡағыҙ биттәре ята. Әйләндереп һалдыҡ, һәр кем күҙ йүгертеп уҡып сыға.
1.Ҡысҡырып уҡыу
Парлап эш.
2. Эргәләш иптәшегеҙ менән бергәләп, икенсе куплеттағы ҡылымдарҙы табып, аҫтына һыҙып сығығыҙ.
Булған бит заманалар,
Ярҙамға йөрөгәндәр,
Изгелек күрһәткәндәр.
Тимур командаһы тип,
Уларҙы атағандар.
Был команда ололарҙың
Утындарын да ярған,
Һыуҙарын да ташыған,
Ҡарҙарын да көрәгән,
Бер эштән дә ҡурҡмаған.
- Был ҡылымдар ниндәй һорауға яуап бирә? (ни эшләгән?, ни эшләне?)
- Был эштәрҙе ҡасан башҡарғандар? Элек, тимәк ниндәй заманда эшләнелгән ү.з
Ҡайҙан белдек ү.з икәнен. Ошоларҙан сығып кем ҡағиҙә сығарып ҡарайым тей.
Ү.з – элек эшләнелгән эште белдерә һәм ни эшләгән ?ни эшләне ? һорауҙарына яуап була.
Тимәк, бөгөн беҙ ҡылымдың ниндәй заманына туҡталабыҙ икән. (Ү.З)
Ҡурҡмаған һүҙен ҡарайыҡ. Нимә әйтерһегеҙ? (юҡлыҡ ,барлыҡ формаһы)
Ә бына, йөрөгәндәр,күрһәткәндәр һүҙҙәренә һорау бирәйек эле.
Тимәк, ү.з ҡылымы тағы нимә менән үҙгәрә икән?(һанда)
Китап буйынса эш. Ә хәҙер алған белемдәребеҙҙе нығытып ,37 биттәге, 244- се күнегеүҙе эшләйек. Бының өсөн ике кеше таҡтаға сыға, ә башҡалар урынында эшләйҙәр.
Таҡтала Һин 3 һүҙҙе ни эшләгән? һорауы буынса үҙгәртәһең, ә һин ни эшләне?тигән һорау буйынса 3 һүҙҙе үҙгәртәһең.
Төркөмдә (ваҡытыңа ҡара, ә хәҙер ҡоштар һымаҡ тупландыҡ, төркөмдәргә бүленедек 4-шәр, шул бирелгән ,үҙегеҙгә оҡшаған һүҙ менән матур итеп һөйлйм төҙөгөҙ әле)
Физ-ка.
Әйҙәгеҙ хәҙер хәрәкәт итеп бер бейеп алайыҡ.Йырҙың һүҙҙәренә лә иғтибар итегеҙ.
-Уҡыусылар , әйҙәгеҙ әйләнеп кире уҡыған шиғырығыҙға ҡайтайыҡ әле.Мин ул шиғырҙы бушҡа ғына алманым. Хәҙер беренсе куплетына иғтибар итәйек. Тимур командаһы тигән һүҙ һеҙгә танышмы?
Тимуровцы. Үҙем турала.
Ә хәҙер уларҙы күберәк волонтерҙар тип йөрөтәләр, башҡортса инде, ирекмәндәр.Әйҙәгеҙ улар тураһында һүҙлектән тулыраҡ мәғлүмәт биреп китәйек. Һүҙлек китаптары етмәү сәбәпле, мин уларҙы яҙып алдығыҙга һалганмын.
Һүҙлек. Кем ҡысҡырып уҡып ишеттерәм тей. Эйе, шул ойошмаларҙы арттырыу сәбәпле, үткән 2018 йыл – Рәсәй президенты тарафынан Волонтерҙар – ирекмәндәр йылы тип иғлан ителгән ине.
Ә һеҙ беләһегеҙме әлеге ваҡытта һеҙҙең гимназияны тамамлаған Ләйсән Хызырова апайығыҙ Өфө ҡалаһында ҙур ойошмала ирекмән булып йөрөй.
Уҡыусылар, һәр кем ирекмән була ала. Тик теләгең һәм йөрәгең изге булһын.
Бәлки киләсәктә, һеҙҙә ирекмән булып китәрһегеҙ.
Һығымта:
Ҡояштың йылмайыуына ҡарағанда, ҡояш бөгөнгө дәрес менән бик ҡәнәғәт.
Уҡыусылар дәрестә нимә тураһында һөйләштек?
Ҡылымдың ниндәй серен астыҡ?
Баһалау.