СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Үҙем тураһында һүҙем

Нажмите, чтобы узнать подробности

Әҙ-мәҙ генә тормош юлыма байҡау яһау. Күҙҙәремә күпме бала ҡарай,

Яҙмыштары минең ҡулымда....

 

Просмотр содержимого документа
«Үҙем тураһында һүҙем»

Абдрафиҡова Әлфиә Бәхтиәр ҡыҙы,


Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы-2004”

регион-ара бәйгеһенең “Һөнәремә тоғро ҡалам”

номинацияһы еңеүсеһе.

Тыуған йылы:14 октябрь,1965 й.

Тыуған ере:Әбйәлил районы,Рәхмәт ауылы.


Белеме:юғары,Башҡорт дәүләт университеты,1995 й.,

юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.


Педагогик эш стажы:30 йыл,Байым урта мәктәбе.



Үҙемде белә-белгәндән алып,кемгәлер кәрәклегемде,

был донъяға шуның өсөн тыуғанлығымды тойоп йәшәйем.

Бала саҡтан уҡ кешеләргә изгелек эшләргә тырыша

инем. Кемделер хаҡһыҙ рәнйетеүҙән ҡурҡтым.Ә нахаҡҡа

рәнйетелгәндәрҙе күрһәм,бар күңелем менән йәлләй,улар менән бергә

әрней инем. Бәлки бындай нескә күңеллелек ишле ғаиләлә иң кесеһе

булыуҙан килгәндер,кинйә балаға наҙ-иркәләү,ҡурсалау күберәк эләгә бит.

Исеме үк йырлап торған,данлы тарихҡа эйә,күркәм тәбиғәтле Рәхмәт ауылында донъяға ауаз һалғанмын.Атайым менән әсәйем, 8 балаға ғүмер биргәндәр.Ғаиләбеҙҙең,кескәй генә тарихын бәләкәйҙән ишетеп,ғорурланып үҫтем.Олатайым Искәнйәр Мансуров - Беренсе донъя һуғышында унтер-офицер чинында хеҙмәт итеп,ҡылыс менән бүләкләнеп ҡайтҡан .Атайым-Бәхтиәр Мансуров, ауылыбыҙҙа тәүге булып техникум белеме алған кеше һанала, ул Ҡырмыҫҡалы техникумын тамамлап бухгалтер һөнәрен үҙләштергән.Атайым шулай уҡ,Хеҙмәт ветераны.Гәзит журналдарға мәҡәләләр яҙҙы,тарих өйрәнде,китап уҡырға яратты,матур итеп йырланы,заманында “Осҡон” гәзитенең “Үҙ хәбәрсеһе”исемен алды.Әсәйем-бик тә йомшаҡ күңелле,эшкә бөтмөр булды.12 генә йәштән әсәһенән ҡалып,атаһы менән бергә Учалы районы,Баттал ауылында донъя көткән. Ауыр һуғыш йылдарында атаһы Солтан Гимранов менән Янсыҡты күленән балыҡ тотоп, ауылдаштарын аслыҡтан ҡотҡарырға ярҙам итә. Минең дә туғандарыма,тиҫтерҙәремә,ауылдаштарыма ҡарата тыуған хеҙмәткә, әҙәбиәткә һөйөү, шиғри күңел,ихтирам хисе буласаҡ һөнәремде алыуға,мотлаҡ,нигеҙ булғандыр. Кешелек донъяһы барлыҡҡа килгәндән алып йәшәгән,иң боронғо һөнәр әйәһе – уҡытыусы мин.Саф,таҙа күңелле балалар менән аралашыу-үҙе оло шатлыҡ;уларҙың кескәй йөрәктәренә юл таба алһаң,йәш айырмаһын тоймай,улар менән кеселекле әңгәмә ҡора белһәң,балаларҙа булған яҡшылыҡ,таҙалыҡ һиңә лә күсә - быны мин хәҙер яҡшы аңлайым. Телсе,әҙәбиәт уҡытыусыһы булыу,минеңсә,хөрмәтле лә,яуаплы ла.Тел – милләтемде милләт итеүсе,уға йәм,төҫ биреүсе фактор,уның һығылмалығын,байлығын,байлығын,үҙенсәлектәрен,халыҡтың меңдәрсә йылдар дауамында тупланған уй – фекерен,аҡыл,аң-зиһен ҡеүәһен,инҡар итә алмаҫлыҡ данлы тарихын,йәшәү рәүешен,донъяға ҡарашын уҡыусыларға еткерә ,аңлата,күрһәтә алыу – телсе уҡытыусының төп бурысы.Үткән менән хәҙергенең,киләсәктең бер бөтөн икәнен тойоп,быуындан-быуынға,дәүерҙәрҙән –дәүерҙәргә һүҙ киммәтен,халыҡ асылын еткереүсе тарихи сынйырҙың кескәй генә өлөшсәһе булыуым менән ғорурмын.
1983 йылда Байым урта мәктәбен тамамлап,1984 йылда ошо уҡ мәктәптә делопроизводитель булып эш башланым. 1988 йылда Байым мәктәбе интернатына,ә бер йылдан мәктәпкә оҙайтылған көн төркөмөнә тәрбиәсе

итеп күсерелдем.1989 йылда Башҡорт дәүләт университетының

башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына

уҡырға инеп, 1995 йылда тамамланым.

1998 йылдан алып,хәҙерге ваҡытҡа тиклем Байым урта мәктәбендә

башҡорт теле һәм әҙәбиәте фәненән уҡытам,

юғары категорияға эйәмен.

Төрлө һөнәри бәйгеләрҙә ҡатнашыу:


Йыл уҡытыусыһы- 1998” зона бәйгеһендә 2-cе урын.

Башҡорт теле уҡытыусыһы -2003”зона бәйгеһе-1-се урын.

Башҡорт теле уҡытыусыһы -2003,2004” район бәйгеләре еңеүсеһе ,

Башҡорт теле уҡытыусыһы -2004”төбәк-ара ярышында “Һөнәремә тоғро ҡалам” номинацияһында еңеүсе.

Иң яҡшы фән уҡытыусыһы-2010»бәйгеһендә лә еңеү яулай.

Шул уҡ йылда Әбйәлил районы хакимиәте булдырған “Туған телгә һөйөү уятыусы”премияһына лайыҡ була.

Б Р –ҙың мәғариф министрлығы,Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт университетының,Учалы яҙыусылар союзы,район хакимиәтенең, район мәғариф бүлегенең маҡтау ҡағыҙҙары менән,”Шоңҡар”журналы,”Йәшлек” гәзите шөһрәтнамәләре менән бүләкләнгән.

Шағирә,”Ҡуңыр буға”,”Йәйғор”ижади ойошмаларында тора,шиғырҙары"Йәшлек","Йәншишмә",”Осҡон”,”Йондоҙ”гәзиттәрендә,"Шонҡар","”Ағиҙел” журналдарында, “Әбйәлил ул-беҙҙең һөйгән ил"исемле район альманахында,”Ҡуңыр буға балҡышы” йыйынтығында донъя күрҙе,2015 йылда ”Күңелем серҙәре “ исемле шиғырҙар китабы баҫылды.



Уҡыусыларымдың уңыштары:


1.Төрлө йылдарҙағы район,республика олимпиадалары еңеүселәре һәм призерҙары:

-Ҡунафина Ләйсән(2010,2011-республика),

-Гаскаров Фирдан(1),

-Минлебаева Нәркәс(1),

-Ғаззалова Юлиә(3),

-Юмағолова Айгөл(2),

-Абдрафиҡова Наҙгөл(2014,2015,2017),

-Искакова Айһылыу(2014,2015),

-Хуснитдинова Назгөл(2015)

-Шәйәхмәтова Фирүзә(2007,2008),

-Вәхитова Айгүзәл(2016,2017),

-Минлебаева Назгөл(2017,2018- республика )


Урал батыр” бәйгеһе еңеүселәре һәм призерҙары:


-Янсарин Урал(2) -(2 республика),

-Хәйруллин Заһир,(2),-Моратов Илсаф(2),

-Вәхитова Айгүзәл(1),

-Минлебаева Назгөл(5),(2 республика)





Һаумы,һаумы ,әкиәт”бәйгеһе:


-Хөснуллина Розалия (2),

-Исламова Алина,(3)


Ҡәләм һынау”бәйгеһе еңеүселәре:


-Абдрафикова Назгөл(2),

-Махиянов Илшат(1),

-Вәхитова Айгүзәл(2018)


Республика көнөнә арналған иншалар бәйгеһе:


-Юсупова Миләүшә(1),

-Галиуллина Әлиә(1),

-Хажина Лилиә(1),

-Юмағолова Айгөл(1),

-Газзалова Юлиә(2),

-Абдрафикова Назгөл(2),

-Вәхитова Айгүзәл(1).


Ғилми-эҙләнеү эштәре:

-Нафикова Ләйсән(2),

-Махиянов Арсен(1),

-Хажиахметова Лилиә(2),

-Шаяхметова Фирүзә(1),

-Абдрафикова Назгөл(2),


Минең беренсе китабым” республика бәйгеһе еңеүселәре:


-Ғәликәева Әминә(2014),

-Салахова Зарина,(2015),

-Исламова Алина(2017),

-Загретдинов Ғамир(2018).

Уҡыусыларҙың шиғырҙары ошо китаптарға индерелде : ”Беренсе китабым”2014, Эҙҙәр” 2015,”Умырзая”2017,”Өлкәр ”2018 й.


Республика ғилми –практик конференцияһы:


-Хажиахметова Лилиә(2017),

-Исламова Алина(2016).




Б.Солтангәрәев исемендәге республика

ижади бәйгеһе:


-Ғәлекәева Әминә-“Халҡым киләсәге “номинацияһы,(2015)

-Абдрафикова Назгөл -еңеүсе,беренсе премияға лайыҡ булды(2017).


Минең Рәми”республика бәйгеһе:


-Сөләймәнов Айнур-супер финалсы, 2-се урын,

-Абдрафикова Назгөл-суперфиналсы,

-Моратов Илсаф-диплом,

-Хөснуллина Розалия-диплом.




Район ”Йәш сәсәндәр”бәйгеһе:


-Минлебаева Назгөл-(2015), (2018-республика)

-Вәлиев Нурислам-(2018),

-Вәлиев Динислам-(2018),

-Сәйетғәлин Илназ-(2018),(2018-республика)


Район гәзиттәре үткәргән шиғыр яҙыусылар бәйгеһе:


-Хөснитдинова Назгөл(2015),

-Ғәлекәева Әминә(2015),

-Исламова Алина(2017)


Эрудит”,викториналар бәйгеләре:


-Абдрафикова Наҙгөл (2012),

- Хажиахметова Лилиә(2013),

-Утарбаева Гөлфиә(2015)






















































Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!