СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Внеклассная работа "Вечер встречи с выпускниками"

Нажмите, чтобы узнать подробности

Просмотр содержимого документа
«Внеклассная работа "Вечер встречи с выпускниками"»















Провела: Аитова Г.М.

учитель нач. классов МОБУ СОШ

с.Каныкаево Бижбулякский район

Республики Башкортостан

2019

















Вечер встречи с выпускниками

(на башкирском языке)












1 а.б.

Хәйерле көн теләйем,

Аяҙ күктәр - Еремә.

Ҡояшлы көн - бар кешегә

Һәм именлек -Илемә.

2 а.б.

- Хәйерле көн, хөрмәтле ҡунаҡтар! Һеҙҙе Ҡаныҡай урта мәктәбендә тәбрикләүебеҙгә бик шатбыҙ!

1 а.б.

Һин –аяҡ баҫҡан ерем,

Ҡояшлы таңым минең.

Иң бәхетле булып үҫкән ерем,

Ауылым-Ҡаныҡайым минең!

Ауылым-Бикҡолом минең!


2 а.б.

Ауылым матурлығына

Таң ҡалам, һоҡланам мин.

Сөнки УНЫҢ тупрағына

Аяҡ баҫҡан бала мин.


1 а.б.

Ситтә йөргән саҡта һағындырып,

Керер өсөн төндә төшөнә

Зәңгәр таңлы, аяҙ күкле

Тыуған яғы кәрәк кешегә.

2 а.б.

Ҙур уңыштар яулап заманалар,

Матур баһа бирһә эшенә –

Шатлыҡтарын ишеттерер өсөн

Тыуған яғы кәрәк кешегә.

1 а.б.

Йәшәр өсөн бөтмәҫ көс алырға

Олоһона һәм дә кесегә.

Мөхәббәтле, йәмле, мәрхәмәтле

Тыуған яғы кәрәк кешегә.


2 а.б.

Йөрөй-йөрөй күңеле ҡатып китһә,

Туҙан ҡунһа йәшлек хисенә,

Һағыш-ҡайғыларҙы таратырға

Тыуған яғы кәрәк кешегә.









1 а.б.

Бер күрешеү үҙе бер ғүмер бит,

Осрашыуға сәбәп табылһын.

Бер-береһен һағынышҡан дуҫтар

Күрешергә бында ағылһын!


2 а.б.

Ҡайтайыҡ әле, онотмайыҡ беҙ дуҫтар,

Ҡанат ярған тыуған ояны.

Ҡыңғырауҙар сыңы саҡырһын ҡабат,

Мәктәпкә тип килдек беҙ тағы...

1 а.б.

Хәйерле кис,хөрмәтле уҡытыусылар,уҡыусылар, ҡәҙерле килгән ҡунаҡтар! Беҙҙең мәктәптә бөгөн байрам- осрашыу кисәһе. Мәктәпте,уҡытыусыларын онотмаған, бала саҡтағы хәтирәләрҙе һағынып бөгөн беҙгә ҡунаҡҡа бынан күп йылдар элек мәктәпте тамамлаусы уҡыусыларыбыҙ килде. Һеҙҙең барығыҙҙы ла ошо байрам менән ҡотлайбыҙ,һеҙгә ҙур уңыштар, сәләмәтлек теләйбеҙ.!


2 а.б.

Тәүге һүҙҙе йорт хужаһы башлай, был башҡорттоң изге йолаһы.Оло ҡыуаныс һәм ихтирам менән байрамыбыҙҙы тантаналы рәүештә асып ебәреү өсөн һүҙҙе мәктәбебеҙ директоры Ғиләжетдинова Фәнүзә Әмерйән ҡыҙына бирәбеҙ. Рәхим итегеҙ!




1 а.б. Мәктәбебеҙ коллективы бөгөнгө көндә балаларға белем һәм тәрбиә биреүҙә ҙур көс түгеп эшләй. Төп коллективта 1. уҡытыусы, барыһы ла тәжрибәле, стажлы уҡытыусылар. Беҙҙең төп маҡсат –заман шарттарына яраҡлашҡан шәхес тәрбиәләү.


2 а. б. Маҡсатыбыҙҙы тормошҡа ашырыу өсөн беҙ бер нисә йүнәлештә эш алып барабыҙ:

1 а. б.·Үҙ сәләмәтлеген ҡайғыртыусы, сәләмәт йәшәү рәүешенә ынтылыусы бала тәрбиәләүгә ынтылабыҙ;

2 а. б. Зыялы, ижади фекерләү һәләтенә эйә, тапҡыр, ҡыҙыҡһыныусан, белемгә ынтылыусы ҡыйыу шәхес үҫтерергә тырышабыҙ;

1 а. б.Үҙ илен, үҙ ерен яратыусы, уның менән ғорурланыусы, милләтебеҙҙең киләсәген ҡайғыртыусы кеше тәрбиәләү өҫтөндә эшләйбеҙ;

2 а. б. Рухи-әхлаҡи сифаттарға эйә булған, гуманлы, зауыҡлы шәхес тәрбиәләргә ынтылабыҙ.

1 а.б.Мәктәбебеҙҙең бөгөнгө тормошо менән танышыр өсөн «Мәктәп фотоальбомын» ҡарап үтәйек.






1 а.б.

Бөтә ғүмерен балаларға биреп,

Таңдан төнгә янып көйөүсе,

Күктә янған яҡты ҡояш һымаҡ

Тирә-яҡты нурға күмеүсе

Ул – уҡытыусы!


2 а. б.

Һәр бер һүҙе, йылы күҙ ҡарашы

Сабый күңеленә үтеүсе,

Ауырлыҡтар килһә уртаҡлашып

Һиҙҙермәйсә ярҙам итеүсе

Ул – уҡытыусы!


1 а.б.

Ғүмер буйы яҡты нур өләшеп,

Белем биреп, биреп тәрбиә,

Һеҙ йәшәйһегеҙ. Шуға күрә ҙурлап

Күпме кеше һеҙгә баш эйә.


2 а.б.

Һоҡланырлыҡ ғүмер кисерәһегеҙ,

Балалар тип янып йәшәйһегеҙ.

Оло йәнле, киң күңелле, яҡты,

Фәрештәгә тиңләр кеше Һеҙ!


1 а.б.

Уҡытыусым, бына ҡаршыңдамын –

Мең-мең тапҡыр Һеҙгә бурыслы.

Оло тормош юлдарында миңә

Һәр саҡ Һеҙҙең аҡыл булышты.

2 а.б.

Бер тултырып күҙгә ҡарау менән

Уйыбыҙҙы аңлай алдығыҙ.

Шуға күрә күптәр күңелендә

Онотолмаҫлыҡ булып ҡалдығыҙ

1 а. б. Мәктәп тураһындағы хәтирәләребеҙҙең иң түрендә , әлбиттә , - ветеран уҡытыусылар! Бына улар--







2 а. б. Кем генә үҙенең сабый сағын, бала сағының бәхетле миҙгелдәрен һағынып иҫкә алмай икән?! Кем генә үҙенең тәүге уҡытыусыһы менән осрашыуҙар көтөп йәшәмәй икән?! Хәҙер һүҙҙе бик күптәрҙең тәүге уҡытыусыһы булған, үҙ ғүмерендә күпме малай һәм ҡыҙҙарга хәреф танырға, дәфтәр битенә беренсе һыҙыҡтарҙы һыҙырға өйрәткән башланғыс класс уҡытыусыһы Батраева Флүзә Йәғәфәр ҡыҙына бирәбеҙ. Рәхим итегеҙ!



1.а.б.

Ошонда үткән ғүмерҙең

Йәш сағы, йүләр сағы,

Аҡылға мохтаж булмайса,

Рәхәттә йөргән сағы.

Йәшлеккә кире ҡайтарыр

Һуҡмаҡтар юҡ та юғын.

Йәшлегем итеп хәтерләйем

Мин Ҡаныҡай мәктәп юлын.



1а.б.Ҡәҙерле ветеран уҡытыусыларыбыҙға изге теләктәребеҙҙе ошондай шиғыр юлдары менән белдерәбеҙ.


2 а.б.

Кемгәлер янып үткән көндәр

Ҡыҙғаныстыр, бәлки. Һеҙ иһә

Уныһын да шулай үтәр инегеҙ.

Берәр ғүмер өҫтәп бирелһә.

Һеҙҙең ғүмер – тәрән, оло диңгеҙ,

Берегеҙҙән ҡалмай берегеҙ.

Рәхәтен дә күреп был тормоштоң,

Оҙағыраҡ йәшәй күрегеҙ!










1 а.б.

Кеше ғүмере мәктәп юлы аша

Моңло бер йыр булып һуҙыла.

Белем һуҡмаҡтарын яра-яра

Киләсәккә юлы һыҙыла.


2.а.б.

Тормош тигән оло юлдар буйлап,

Аҙаштырмай барыу өсөн әйҙәп,

Аҡыл, әхләҡ, белем нигеҙҙәрен –

Барыһын туплап бирә мәктәп.


1 а.б.

Еҙ ҡыңгырау моңо йыйҙы беҙҙе,

Таныш сыңы һаман ҡолакта.

Бер миҙгелгә, Ваҡыт, туҡтап торсо,

Күпме кеше ҡайтты йәш саҡҡа.


2 а.б.

Йылдар үткән аҡҡан һыуҙар кеүек,

Ғүмер генә ҡайтмаҫ кирегә.

Бала саҡ гел саҡырып әйҙәп торор

Мәңге серле мәктәп иленә.



1а. б. Беҙ бөгөнгө байрамыбыҙға башта Бикҡол һигеҙ йыллыҡ мәктәбе тип аталған,1991 йылдан Ҡаныҡай урта мәктәбендә белем алған, хәҙерге ваҡытта төрлө уҡыу йорттарында белем алған, төрлө ерҙә эшләп йөрөүсе,инде олғайып ҡарттай,ҡәртнәй булып киткән уҡыусыларыбыҙҙы ла саҡырҙыҡ. Беҙ уларҙы, бер миҙгелгә генә булһа ла, тормош мәшәҡәттәренән арынып, мәктәп һуҡмағы аша үтергә саҡырабыҙ. Әйҙәгеҙ, бергәләп үткән юлдарыбыҙҙы иҫкә төшөрәйек, класташтарыбыҙ менән күрешәйек, бер-беребеҙгә, туған мәктәбебеҙгә изге теләктәребеҙҙе еткерәйек!


2 а.б.Мәктәпте бынан (әйтеүе генә нисек тора) 55 йыл элек тамамлаған уҡыусыларға бирәбеҙ.(Расулев Салауат, Аминева Мөслимә, Иманғолова Кифая)

Бер күрешеү –үҙе бер шифа тип,

Эс серҙәрҙе һәйләшәйек әле,

Шатлыҡтарҙы бүлешәйек әле,

Күңелдәрҙе бушатайыҡ әле,

Бер күрешеп һөйләшәйек әле.




Киcерә алмаҫ ине мине йөрәк,

Киткән булһам тыуған тупраҡтан.


-ти– үҙ бәхетен тыуған яғында тапҡан, байтаҡ йылдар ошо мәктәптә эшләп, уның коллективын этәкләп, хәҙерге ваҡытта ауыл совете етәксеһе булып эшләүсе Әхмәтшин Ришат Нуриман улы.Уның да йөрәк түренән сыҡҡан әйтер һүҙҙәре күптер.Рәхим итегеҙ, һүҙ һеҙгә бирелә.



1 а. б.

Бүлмәнән –бүлмәгә йөрөйҙәр,
Бала саҡ эҙҙәрен эҙләйҙәр,

Кем ҡайҙа ниндәйҙер һүҙ яҙған,

Кемдәндер ҡайҙалыр эҙ ҡалған...

Барыһын күҙләйҙәр,эҙләйҙәр,

Үҙҙәре тураһында һөйләйҙәр.

2 а.б.

Хәтирәләрҙе дауам итәбеҙ. Мәктәп йылдарының ниндәй ваҡиғалары хәтерегеҙҙә уйылып ҡалған?

Хәҙерге мәктәп уҡыусыларына ниндәй әйтер һүҙҙәрегеҙ бар? Һүҙ ......




Үҙегеҙҙең мәктәп йылдарығыҙ, тәүге уҡытыусыларығыҙ тураһындағы хәтирәләр менән уртаҡлашһағыҙ ине.


Сабый саҡ, мәктәп йылдары һеҙҙең күңелдә нимәһе менән иҫтә ҡалды?


Эх, бала саҡ үткән һукмаҡтарҙан

Яланаяҡ йүгереп үтергә.

Бар дөнъяны онотоп, сабый булып,

Күбәләктәр ҡыуып китәргә.


Үҙенең мәктәп йылдарын күңелендә матур бер йыр итеп һаҡлаусылар араһында кемдәр генә юк!

Мәктәбебезгә бәйле иң ҡәҙерле иҫтәлектәрегеҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине.




Бары йылдар үтеү менән аңлашыла

Ҡәҙерҙәре үткән көндәрҙең.

Торған һайын тәрәнрәк эҙе асыла

Минуттарҙың, секундтарҙың, миҙгелдәрҙең...


Бала сағығыҙҙың бәхетле минуттары менән уртаҡлашһағыҙ ине.






1 а.б. Хөрмәтле ауылдаштар, байрамыбыҙ ҡунаҡтары! Осрашыу кисәбеҙҙең тәүге өлөшө тамам. Беҙҙе хөрмәт итеп килеүегеҙ өсөн барығыҙға ла ҙур рәхмәт! Тормош юлығыҙ ҡыуаныслы, шатлыҡлы миҙгелдәргә бай булһын. Ғаиләләрегеҙгә именлек, балаларға күңелле баласаҡ теләйбеҙ. Бөгөнгө осрашыу һуңғыһы булмаһын, күрешеп торайыҡ.


1 а.б. Бик бәхетле булһағыҙ ҙа,

Тәхеттәргә ҡунһағыҙ ҙа,

Һарайҙарҙа торһағыҙ ҙа –

Китмәгеҙ һеҙ бала саҡтан,

Өмөт, хыял яныр саҡтан.


2 а. б.Кайғы-хәсрәт бәйләнһә лә,

Хыял көлгә әйләнһә лә,

Көнөң төнгә әйләнһә лә –

Китмәгеҙ һеҙ бала саҡтан,

Өмөт, хыял яныр саҡтан.


1 а.б.Бәхет ҡулын һуҙғанда ла,

Ҡырын ҡарап уҙғанда ла,

Сәләм бирмәй һыҙғанда ла –

Китмәгеҙ һеҙ бала саҡтан,

Өмөт, хыял яныр саҡтан.




1 а.б. Хөрмәтле ҡунаҡтар! Бөгөнгө байрамыбыҙға килгән барлыҡ ҡунаҡтарыбыҙға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Бәлки киләсәктә лә мәктәбебеҙҙең яҙмышына битараф булмаған оло йөрәкле кешеләр тағын да булып торор әле тигән теләктә ҡалабыҙ. Һәр кемгә билдәле: мәктәп- ауылдын йөҙө, мәктәп бөтһә, ауыл да бөтә. Мәктәп йәшәһен ине.




Яҡын дуҫтар булып айырылышайыҡ

Һаубуллашҡан саҡтарҙа.

Был изге йорт, тыуған нигеҙ кеүек,

Осраштырыр беҙҙе тағы ла.



Күңелдәрҙән күңелдәргә һалдыҡ күперҙәр,

Насыйп булһын был юлдарҙан ҡабат үтеүҙәр.

Һеҙҙе һағынып һайрар һәр саҡ күңел ҡошобоҙ,

Ҡабат осрашҡанға тиклем,дуҫтар,хушығыҙ!











Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!