Просмотр содержимого документа
««Әҙәби эҙләнеү: текст буйынса эштәр һәм биремдәр»»
Текст менән эш 3
________________________________
Ҡунаҡ күрһәтеү — килгән ҡунаҡҡа ихтирам йөҙөнән үткәрелгән, башҡорттарҙа киң таралған йола. Ҡайһы бер райондарҙа был йола ҡунаҡ күреү тип атала.
Бер ғаиләгә алыҫтаныраҡ ҡүнаҡ килһә, хужа кеше әҙерленеп, туған-тыумасаны, күрше-күленен, яҡын күргән дуҫ-иптәштәрен мәжлескә саҡыра. Шулай итеп алыҫтан килгән ҡунаҡ туғандары, ҡоҙалары, хужаның күрше-күләндәре менән таныша. Мәжлестә хәл-әхүәл һорашып, уйын-көлкө менән ваҡыт үткәрәләр.
Ҡунаҡ күрергә килгән барлыҡ ғаиләләр ҡунаҡты хужалар менән бергә үҙенә саҡыра, ҡунаҡ итеүҙе үҙ бурысы итеп һанай. Шулай итеп ҡунаҡҡа ихтирам күрһәтелә, ҡунаҡ ваҡытын күңелле һәм файҙалы үткәрә.
Эштәр
1.Тексҡа исем бирегеҙ.Темаһын,идеяһын билдәләгеҙ.
_________________________________________________________________
_________________________________________________________________
2.Текстың стилен,тибын(хикәйәләү,фекерләү,һүрәтләү) билдәләгеҙ.
__________________________________________________________________
3.Бирелгән һөйләмгә синтаксик анализ яһағыҙ.
4.Үҙләштерелгән һүҙҙәрҙе табып яҙығыҙ.
_________________________________________________________________
5.”Уйын-көлкө”һүҙенә фонетик анализ яһағыҙ.
_________________________________________________________________
_________________________________________________________________