СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Әҙәби кисә: “Беҙҙең Атнабай-бөйөк Атнабай.”

Нажмите, чтобы узнать подробности

Просмотр содержимого документа
«Әҙәби кисә: “Беҙҙең Атнабай-бөйөк Атнабай.”»

Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение

средняя общеобразовательная школа с. Старокайпаново

МР Татышлинский район Республики Башкортостан











Литературный вечер:

Наш Атнабай-славный Атнабай.










Выполнила: учитель

башкирского языка и

литературы Нуриева Л.Б.


















2012г


Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрлығы

Башҡортостан Республикаһы Тәтешле районы муниципаль

Хәкимиәтенең мәғариф бүлеге

Иҫке Ҡайпан ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет учреждениеһы



Әҙәби кисә:

“Беҙҙең Атнабай-бөйөк Атнабай.”








Башҡарҙы: башҡорт теле һәм

әҙәбиәте уҡытыусыһы

Нурыева Л.Б.






2012йыл



Маҡсаты:

Уҡыусыларҙы Әнғәм Атнабаевтың ижады, тормошо һәм

хеҙмәте менән тулыраҡ таныштырыу; шағирға ихтирам тәрбиәләү.


Йһаҙландырыу:


Плакаттар: «Мин уның ижадына ҡарата үҙемдең яҡшы ҡарашта, изге ниәттә булыуымды әйткәнем бар. Ул бер ҡасан да ваҡ һүҙ һөйләп, теленә нимә килә - шуны яҙып йәшәмәне. Һәр саҡ иң мөһим, иң кәрәкле, иң хаҡ тигән һүҙҙәрен әйтте».

М.Кәрим

“Уның шиғырҙары яҡшы йыр кеүек, ятлап тораһы түгел үҙҙәренән-үҙҙәре күңелгә һары май булып һеңә. Халыҡсанлыҡ шулдыр инде ул “

Ә. Еники


Әнғәм Атнабаевтың портреты, магнитофон, видеотаҫма, стена гәзите, китап күргәҙмәһе.


























Күренекле яҙыусы Ә.Атанбаевҡа 1997 йылда Башҡортостан Республикаһы Президенты Указы менән башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүҙәге ҙур хеҙмәттәре өсөн “Башҡортостандың халыҡ шағиры”тигән почетлы исем бирелде. Уға февраль айында 85 йәш тула. Ошо уңай менән Ә.Атнабаевҡа арналған әҙәби кисә сценарийы тәҡдим итәм.


Ҡәҙерле уҡыусылар, килгән ҡунаҡтар! Бөгөнгө әҙәби кисәбеҙҙе

халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевтың тыуыуына 85 йыл тулыу хөрмәтенә бағышлайбыҙ.


Залда “Еҙ ҡыңғырау моңдары ” (В.Хәбисламов музыкаһы) йыры яңғырай.Йырҙың һуңғы куплеты башҡарылғанда зал аша үтеп, сәхнәгә алып барыусылар- егет һәм ҡыҙ күтәрелә.

1-се алып барыусы:


Заман еленә ҡушылып,

Буранмы тышта дулай.

Күңелгә тынғы табалмыйм,

Яралы йөрәк илай.

Әйе...

Күңелдәге бөтмәҫ ҡайғы, моң-һағыштарҙы бер миҙгелгә генә булһа ла таратырға теләгәндәй, ап-аҡ ҡарҙары менән яҡты донъяға йәм, ғәм өҫтәп февраль бураны дулай.


2-се алып барыусы:

Буран дулай, күңел илай...Кемде юҡһына ул шулай?Әлбиттә, туған халҡының яратҡан улын, данлыҡлы яҡташыбыҙҙы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Ҡасим улы Атнабаевты. 23 февралдә уға 85 йәш тулған булыр ине.

1-се алып барыусы:

Әйе…булыр ине тип әйтәһе генә ҡалды шул. Бала саҡтан күпте күргән, әсеһен-сөсөһөн татыған , бар булмышын туған халҡына биргән халыҡ шағирының йөрәге көтмәгәндә тибеүҙән туҡтап, беҙҙең арабыҙҙан китеп барыуына әле булһа күңел ышанмай. Киткән ваҡыт араһы йырағайған һайын, беҙ уның ижадының , үҙенең бөйөклөгөн тағы ла нығыраҡ тоябыҙ.

(Ошо һүҙҙәрҙән һуң алып барыусылар ике яҡҡа бүленә һәм бер уҡыусы шағирҙың биографияһы менән таныштыра)

Әнғәм Ҡасим улы Атнабаев Тәтешле районының Иҫке Күрҙем ауылында тыуа. Уның тыуған ауылына бағышланған шиғырҙары бигрәк күп. Мәҫәлән, “Сикәлтәле юлдар”, “Тупраҡ”, “Ул болоттар юҡтыр”, “Аҡ ҡайындар ҡайҙа булғандар”, “Күрҙем” һ.б.


Сейәле тау...

Йүкә урманы...

Бәпкә үлән баҫҡан урамы

Ҡышҡы көндөң һалҡын бураны,

Мин ошонда, дуҫтар тыуғанмын.

Ошо ерҙе,

Ошо һауаны

Иң тәү башлап күргән күҙҙәрем

Ошо ергә мисәтләнеп ҡалған

Кеп-кескенә тәпәй эҙҙәрем, - тип яҙҙы шағир “Тыуған ерем” шиғырында.


Йыр “Сейәле тау”

Шиғыр “Күрҙем”, “Тыуған яғым”


Тыуған йылы тураһында ул шиғри тел менән , “беҙ-егерме һигеҙенселәр ”, ти:

Һуғыш мәле менән тыныс мәлдең

Уртаһына тура кигәнгә,

Тормош беҙҙе сүкеп етештерҙе

Үҙе талап иткән кимәлгә.

Донъя яҙмышы, илдәр яҙмышы ошо быуындың елкәһенә ята.Ә бының өсөн күпме һынауҙар аша үтергә кәрәк. Әнғәм Атнабайҙы ла ул һынауҙар ситләтеп үтмәй…(икенсе уҡыусы дауам итә)

Атаһы һуғыш яланында ятып ҡалғас, береһенән- береһе бәләкәй ете бала ҡала. Өлкән балаға- Әнғәмгә барыһын да эшләргә тура килә.: ер һөрөгә лә, арҡаға ҡапсыҡ аҫырға ла өлгөрә ул. Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, өлкән пионервожатый булып эшләй, колхозда эшләй. Иосиф Виссарионович Сталиндың портретын эшләй, колхоздарға, ойошмаларға бер бот бойҙайға һата, ғаиләһен туйындыра.

Атайым тураһында” шиғырын һөйләү


Ауыр эштәр уның ҡанаттарын һындыра алмай, ҡулына ҡәләм ала. 1943 йылда тәүге“Салют” шиғыры баҫылып сыға.

Был шиғыр 1943 йылдың 5 авгусында совет ғәскәрҙәренең Орел һәм Белгород ҡалаларын немец илбаҫарҙарынан азат итеү хөрмәтенә Мәскәүҙә беренсе ҡабат салют бирелеүенә бағышлап яҙа ул.


Шиғыр “Салют”

(өсөнсө уҡыусы дауам итә)

Шағир булып китеүенә Әнғәм Атнабаев әсәһенә рәхмәтле. «Минең шиғриәттәге беренсе уҡытыусым әсәйем булды. Ул халыҡ йырҙары, таҡмаҡтары, бәйеттәр белә һәм һөйләшкәндә гел генә мәҡәл, әйтемдәр ҡуллана ине», - тип иҫкә ала торған булған Әнғәм Атнабаев. Шуға күрә әсәһенә булған мөхәббәте һәм рәхмәте шиғыр юлдарына күскән.


Шиғыр “Әсәйемә”


“Нәҡ ваҡытында әсәй мине тыуҙырған...” Әсәйемдең сабыр, итәғәтле, аҙ һүҙле, саф һәм паҡ күңелле булыуына ғүмерем буйы һоҡланып йәшәйем,” – тип яҙҙы ул Мәрзиә апай тураһында.


(дүртенсе уҡыусы дауам итә)

Ә.Атнабаев 50-се йылдарҙа Өфөгә килә, “Ҡыҙыл таң ”редакцияһында эшләй. Ә 1958 йылда уның “Йөрәк менән һөйләшеү” тигән беренсе шиғыр йыйынтығы донъя күрә. Бынан һуң шағирҙың китаптары бер-бер артлы сығып тора. Шағир тормоштоң ҡырыҫ дөрөҫлөгөн тура әйтә белә, һүҙҙәр диңгеҙе төбөнә йәшеренмәй. Ни уйлаһа , ни кисерһә шуны яҙа. Ә ул хис уҡыусылар күңелендә урын таба.




2-се алып барыусы: 1960 йылда Ә. Атнабаев халыҡҡа «Ҡара икмәк» шиғырын яҙа. Был шиғырҙы күп кеше яттан белә. Унда беҙҙең үткәнебеҙ сағыла, ә йәштәргә кисәтеү булып яңғырай, икмәк ҡәҙерен белергә өндәй.


Ҡара икмәк “шиғырын һөйләү


1-се алып барыусы: Ә. Атнабаевтың шиғриәте халыҡсан, ябай. Ябайлыҡта – оҫталыҡ. Уның шиғырҙарын уҡыған һайын уҡыйһы килә. Ә. Атнабаевтың «Ҡапҡа төбөндә», “Хөббөниса әтәсе”, “Көләм”, “Төш”, “Сабата”, “Машиналар” һ. б. шундай шиғырҙарын уҡығас, үҙ алдыңа йылмаяһың. Сөнки былар юмор менән яҙылған.


Өсмөйөш”, “Төш”, “Сабата” шиғырҙарын һөйләү


2-се алып барыусы: Ә. Атнабаев – мөхәббәт йырсыһы ла ул. Беҙгә уның был темаға бик күп шиғырҙары билгеле. Мәҫәлән «Өсмөйөш», «Онотманым», «Ҡапҡа төбөндә», «Ташлады тип илама һин», “Миләүшә көндәлегенән” һ.б.


Мөхәббәт хаҡында”, “Ромашкалар”, “Ҡапҡа төбөндә” шиғырҙарын һөйләү


1-се алып барыусы: Әйе, әҙип кемгәлер әле булһа ғашиҡ тота кеүек тойола. Үҙе ғашиҡ кеше генә шундай гүзәл хистәр тураһында шулай матур тиеп яҙа алалыр моғайын.

Кемгә, нимәгә ғашиҡ ул?

Әлбиттә, тормошҡа ғашиҡ булған ул. Шуға ла тормошсан халыҡ күңеленә кереп ултырырҙай шиғырҙар яҙа алған.


Еребеҙ”, “Аҡ болоттар”, “Зәңгәр күккә ҡарап”, “Аҡ ҡайындар ҡайҙа булғандар”, “Яҙҙар булһа” шиғырҙарын һөйләү


2-се алып барыусы: Шағирҙың ҡайһы ғына шиғырын алһаҡ та, йыр шикелле ағылып тора. Шул сәбәпле шағирҙың күп кенә шиғырҙарына композиторҙар көй яҙҙы. Мәҫәлән, “Ҡапҡа төбөндә”, “Танып буйы”, “Сейәле тау”, “Яҙмыш микән беҙҙе осраштырҙы” һ.б.


Йыр “Танып буйы”


1-се алып барыусы: Ә. Атнабаевтың тупланған тормош тәжрибәһе шиғыр юлдарына ғына һыйып бөтмәй. Беҙ уны талантлы драматург итеп тә беләбеҙ. Драматургиялағы беренсе аҙым «Ул ҡайтты» исемле драмаһы менән башлана.


2-се алып барыусы: Яҙыусының төрлө йылдарза яҙылған “Ул ҡайтты”, “Ана хөкөмө”, “Законлы ниҡах менән”, “Балаҡайҙарым”, “Игеҙәктәр”, “Юлдар өҙөлгән ваҡыт” һ.б. драма әҫәрҙәре әле лә сәхнәләрҙән төшмәй.


1-се алып барыусы: Атнабай татар-башҡорт донъяһында , һәм дә туғандаш халыҡтар араһында киң билгеле шәхес булып йәшәне. Уның шиғырҙары, драма әҫәрҙәре халыҡ күңелен һәр саҡ шатландырҙы, йырлатты, йылатты, мөхәббәт утында яндырҙы, яҡты уйҙар уйлатты, йәшәргә көс бирҙе.


Мин ҡалдырам һиңә иң ҡиммәтен,

Мираҫтарҙан мираҫ баш бирәм.

Был тормошта нисек торороңдо,

Үҙең уйла ошо баш менән.


2-се алып барыусы: Әнғәм Атнабаев, Туҡай, Таҡташтар, Мостай Кәримдәр менән йәнәшә уҡыласаҡ шағирҙарҙың береһе ул. Ысын шағырҙың үлгән көнө булмай. Ысын шағирҙың тыуған көнө генә була. Ул әле лә беҙҙең арала. Халыҡ ихтирамы, халыҡ мөхәббәте, халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаев мәңгелек, шулай булгас, шағир ижады ла мәңгелек.




1-се алып барыусы:

Әйе...Ул халыҡ күңеленә беҙҙең ерлектә шытып, һабаҡланып, сәскәләнеп, емешләнеп өлгөргән көслө Атнабай булып килеп керҙе һәм:

“Мин был ерҙе матурларға тыуҙым.

Таҙартырға тыуҙым

Йыйын хәшәрәттән. шаҡшынан

Һәм төҙөргә уны мәңгелеккә

Тик гүзәлдән, ныҡтан, яҡшынан.”-тине.

2-се алып барыусы:

Ул ғүмер буйы үҙенә генә хас айырым бер оло мөхәббәт менән кешеләрҙе, тормошто яратты, һуңғы һулышына ҡәҙәр халҡын һөйөп, һөйөлөп йәшәне.

Кисә шул уҡ “Еҙ ҡыңғырау ”йыры менән тамамлана.


(Шиғырҙарҙы айырым уҡыусылар һөйләй)