СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Ж. Кейекбаев ижады буйынса дәрес эшкәртмәһе.

Нажмите, чтобы узнать подробности

Просмотр содержимого документа
«Ж. Кейекбаев ижады буйынса дәрес эшкәртмәһе.»









Тема : Ж. Кейекбаев “Урал тураһында ҡобайыр”


Учалы ҡалаһы 5- се урта мәктәбенең

юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Хәсәнова Нәркизә Робес ҡыҙының дәрес эшкәртмәһе.

(рус мәктәптәренең 8- се класы башҡорт төркөмдәре өсөн)












Учалы- 2020



Тема: Ж. Кейекбаев “Урал тураһында ҡобайыр.”

Маҡсат: Ж. Кейекбаевтың тормошо һәм ижады менән танышыу, уның ижадына хөрмәт тәрбиәләү;

Ҡобайырҙың йөкмәткеһен үҙләштереү ,тасуири уҡырға өйрәнеү,бәйләнешле телмәр үҫтереү, үҙ фекереңде еткерергә өйрәнеү;

Тыуған ергә , тәбиғәткә һөйөү , хөрмәт тойғолары тәрбиәләү, илен, ерен һаҡларҙай йәш быуынды үҫтереү.

Дәрес төрө: яңы материал менән танышыу дәресе.

Уҡытыу методы: күрһәтеү-аңлатыу, эҙләнеү методтары.

Уҡытыу алымдары: әңгәмә, һорау-яуаптар, һүҙлек менән эш,тәржемә,тасиури уҡыу алымдары,ИКТ ҡулланыу , ижади эш.

Предмет буйынса нәтижәләр: Ж.Кейекбаев тураһында тулы мәғлүмәт биреү.

Шәхси нәтижәләр: туған телебеҙҙең матурлығын аңлау, төшөнөү, Тыуған илгә һөйөү, хөрмәтләү тойғолары уятыу.

Предмет-ара бәйләнеш: тәбиғәт, халыҡ ижады , тарих менән бәйләү.

Йыһазландырыу: китаптар күргәҙмәһе,слайдтар.



Дәрес барышы:


Уҡытыусы.

Уҡыусылар.

  1. Инеш (сәләмләү)

-Ә хәҙер, уҡыусылар , дәресте башлайыҡ. Иң тәүҙә таҡтала яҙылған өҙөктө ҡысҡырып уҡыйыҡ та жанрын һәм авторын билдәләйек. (1-се слайд) Ай Уралым, Уралым,

Күгәреп ятҡан Уралым!

Нурға сумған түбәһе

Күккә ашҡан Уралым.

- Дөрөҫ, уҡыусылар. Ә һеҙ ҡобайыр һүҙен нисек анлайһығыҙ?

- Ни өсөн С. Юлаев Уралын шул тиклем маҡтай һун?



2. Төп өлөш.

- Уҡыусылар, Урал образына мөрәжәғәт иткән яҙыусыларҙан тағы ла кемдәрҙе беләһегеҙ?

- Бик дөрөҫ. Башҡорт яҙыусылары араһында Урал образын һынландырмай ҡалған яҙыусы юҡтыр ул. Һәм беҙ бөгөн шуларҙын тағы ла береһе менән танышып китәбеҙ.(2 слайд) Ул телсе, ғалим ,яҙыусы –Ж. Кейекбаев.

-Өйҙә яҙыусынын ижады тураһында сығыштар әҙерләп килеүегеҙҙе һораған инем, әйҙәгеҙ, кемдәр һөйләргә теләй.

-Афарин, уҡыусылар. Һеҙ бик матур сығыштар әҙерләгәнһегеҙ.Бөгөн дәрестә беҙ Жәлил Кейекбаевтын «Урал тураһында ҡобайыр» әҫәре менән танышырбыҙ. Теманы дәфтәргә яҙабыҙ.

- Балалар, ни өсөн автор әҫәрҙе Урал тураһында ҡобайыр тип атаған? Әҫәрҙең исеменең мәғәнәһен анлатып ҡарайыҡ , әле.


-Дөрөҫ. Ә һеҙ тыуған ил, тыуған яҡ төшөнсәләрен нисек анлайһығыҙ?

- Ә хәҙер тексты уҡып ишеттерәйем.

- Әҫәрҙе ысынлап та ҡобайыр тип атай алабыҙмы?

-Ҡобайырҙы уҡығанда ниндәй тойғолар кисерҙегеҙ?

-Ә күҙ алдығыҙға нимәләр килеп баҫты?

-Автор Урал образын нисек һүрәтләй?

-Ни өсөн Ҡарт Урал мәсхәрәгә сыҙай алмай?

(3 слайд) Һүҙлек эше эшләү.

- Уҡыусылар, ҡобайырҙа һирәк ҡулланыла торған һүҙҙәрҙе табып , мәғәнәләренә төшөнәйек. Анлашылмаған һүҙҙәрҙен мәғәнәләрен ҡайҙан табып уҡырға була?

Сағыл – тауҙын көнгә ҡараған яланғас битләүе.

Һыулау – Һыу буйынын көтөү төшөп ята торған урыны.

Һыу ала торған урын.

Суҡмар –йомро башлы күҫәк.

Сөгөн- суйын.

Ашаҡлау- ниҙәндер аша атлау, аша баҫыу.

Ғазап- кешене физик яҡтан ныҡ интектергән, ыҙалатҡан тормоштағы ауырлыҡ.

Үрәпсетеү – сапсынып, үрә һикереү.

- Тағы ла текста кемгә ниндәй анлашылмаған һүҙҙәр осрай. Әйҙәгеҙ, бергәләп анлатайыҡ.

- Әйҙәгеҙ , бергәләп ҡобайырҙын төп темаһын билдәләп ҡарайыҡ һәм тема менән идеяһын дәфтәргә яҙып ҡуяйыҡ.


- Төп идеяһы нимәлә? Боронғо башҡорт ҡобайырҙары идеяһына оҡшағанмы?

- Инде әҫәрҙен ысынлап та ҡобайыр жанры икәнлеген иҫбатлайыҡ.


-Ҡобайыр үлсәме.

-Ҡайһы юл ҡабатланып килә?

- Ә хәҙер ҡобайырҙан Уралдын байлығын һүрәтләгән юлдарҙы табып тасуири уҡыйыҡ.

-Боронғо ҡобайырҙар менән оҡшаш һәм айырмалы яҡтарын табайыҡ.



- Шулай итеп, уҡыусылар, Ж. Кейекбаев беҙҙе нимәгә өндәй?

- Уҡыусылар , мин хәҙер төркөмдәргә карточкалар таратып бирәм. Һәр төркөм үҙенен яуаптарын әҙерләй.

(4 слайд)

1- карточка. Ҡобайырҙа ниндәй тарихи ваҡиғалар хаҡында һүҙ бара?

2- се карточка. Ҡобайырҙа халыҡ азатлығы өсөн көрәштә үҙҙәрен күрһәткән ниндәй батырҙар хаҡында әйтелә?

3- сө карточка. Ҡобайырҙа ниндәй тасуири һүрәтләү саралары бар?

- Уҡыусылар, әгәр ҙә һеҙ рәссам булһағыҙ. Уралдын тәбиғәте , унын байлығы тураһында һөйләгәндә ниндәй төҫтәр ҡулланыр инегеҙ һәм ни өсөн?

-Дошмандар тураһына һөйләгәндә ниндәй төҫтәр һәм батырҙарҙы ниндәй төҫ ярҙамында һүрәтләр инегеҙ?

-Дөрөҫ. Дошмандар –ҡара , кире образдар булһалар, Батырҙар – аҡлыҡ, сафлыҡты һынландырыусы образдар. Ошондай ҡаршы ҡуйыуға ҡоролған алымды әҙәбиәттә нисек атайбыҙ.

- Тексты ҡысҡырып уҡыр алдынан күмәкләп уйлайыҡ әле, тәбиғәтте , Уралды маҡтаған урындарҙы нисек уҡырға ла, Дошмандар тура- һында һәм батырҙар тураһында нисек уҡырға тейешбеҙ.

-Әйҙәгеҙ, ҡобайырҙан өҙөктәрҙе тауышты дөрөҫ ҡуйып уҡып ҡарайыҡ.


3.Йомғаҡлау.

-Афарин, уҡыусылар. Дәресебеҙ аҙағына ла яҡынлаша.

Бөгөнгө һөйләшеүҙән һәр кемегеҙ ниндәйҙер һығымта яһағандыр, моғайын. Дәфтәрҙәрегеҙгә берәр һөйләм менән генә яҙып ҡуйығыҙ һығымталарығыҙҙы.

-Һәр берегеҙ ҙә бик дөрөҫ фекерҙәр әйттегеҙ. Тыуған ерҙе һаҡлау, хөрмәтләү, үҫтереү –беҙҙең бурыс. Жәлил Кейекбаев та был әҫәре менән Уралыбыҙ күп ғазаптар аша бөгөнгө көндәргә килеп еткән икән , артабан уны һаҡларға тип иҫкәртә. Тик белемле, аңлы кешеләр генә быға һәләтле. Һеҙҙең дә тап шундай буласағығыҙға һис шигем юҡ.

4. Баһалау.

- Уҡыусылар , әйҙә бөгөн һәр кем үҙенең нисек эшләгәненә ҡарап үҙен баһалаһын.

5. Өй эше. Урал темаһына синквейн төҙөргә.





(уҡыусыларҙың яуаптары)

С. Юлаев.

Жанры –ҡобайыр.


Маҡтау йыры.


Сөнки ул Уралын ярата . унын менән ғорурлана, уны һағына.




(уҡыусыларҙың яуаптары)






Ж.Кейекбаев тураһында уҡыусылар һөйләйҙәр.






Уралтау, тыуған яҡ тураһында һүҙ барасаҡ, Уралға маҡтау йырланасаҡ.



Уҡыусыларҙын яуаптары.












Башҡорт теле һүҙлегенән.














Уҡыусылар менән бергәләп эшләү.


Уралға, уның батырҙарына дан йырлау.


Уралды һаҡлау өсөн көрәш, тыуған ерҙе һөйөү.

Уралға дан йырлана, ҡобайырға хас ҡабатлау алымы , шиғри размеры бар.

7-7, 7-8

Һай Уралы, Уралы!

Уҡыусыларҙын уҡыуы.


Илгә, батырҙарға дан йырланыуы менән оҡшаһа, бөгөнгө көндән сығып илден тарихына байҡау яһау.

Яуаптарҙы тыңлау.








( төркөмдәрҙен яуаптарын тыңлау)








Яуаптар.





Антитеза.




Яуаптар.





Уҡыусыларҙын уҡыуы.




Уҡысылар үҙ һығымталарын уҡыйҙар.