СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ
Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно
Скидки до 50 % на комплекты
только до
Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой
Организационный момент
Проверка знаний
Объяснение материала
Закрепление изученного
Итоги урока
Илап тыуһа ла, йырлап йәшәне.
(Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы З.Биишеваның тыуыуына – 110 йыл)
Талғын ғына музыка яңғырай.
8 кл. уҡыусыһы Сәфиуллин Айгиз. “Хәйерле көн!” шиғырын уҡый.
1 А.Б. Һаумыһығыҙ хөрмәтле ҡунаҡтар, уҡытыусылар, уҡыусылар, илем халҡым, телем тип йән атыусылар.
2 А.Б. Һеҙҙең бөтәгеҙҙе лә ошо залда күреүебеҙгә беҙ бик шатбыҙ. Оло әҙибә, ил инәһе Зәйнәб апай Биишеваға 110 йыл тулыуға арналған әҙәби кисәне башлайбыҙ.
1 А.Б. Бар ғүмерен Ватанына арымай – талмай хеҙмәт итеүгә арнаған, милләт хәстәре, ил ғәме менән йәшәгән бөйөк шәхестәр бар. Йылдар үтеү менән, уларҙың исемдәре онотолмай, киреһенсә баҙығыраҡ, сағыуыраҡ була бара.
2 А.Б. Ил инәһе, әҙәбиәтебеҙҙең яҡты йондоҙо, беренсе халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб апай Биишеваның исеме лә тап ана шундай. Уның рухы бөгөн дә яҡтылыҡҡа юл күрһәтеп, оло маяҡ булып үҙ халҡын яҡты киләсәккә рухландыра.
1 А.Б. Зәйнәб Биишеваның тормош китабы биттәренә һәм ижадына тағы бер тапҡыр байҡау яһайбыҙ.
2 А.Б. Башҡортостандың хәҙерге Күгәрсен районы Туйөмбәт ауылында ярлы, ләкин дәүерендә аң – белемгә асыҡ йөҙ менән ҡараған, үҙ көсө менән белем алған һәм шул белемен күпме ҡаршылыҡтарға осраһа ла, халҡына бирергә йәнен аямаған Абдулла мулла Биишев ғаиләһендә 1908 йылдың сатлама ғинуар һыуығында алтынсы бала булып ҡыҙ бала донъяға килә. Уға Зәйнәб тип исем ҡушалар.
1 А.Б. Фажиғәле тип әйтерлек ҡырыҫ та, әкиәт кеүек мауыҡтырғыс та, йыр һымаҡ моңһоу ҙа була уның бала сағы.
Бала сағын сәхнәләштереү.
Сыуаҡай әбей Йәнеш менән Емеште етәкләп сәхнәгә алып сыға.
С.Ә. – Ҡыҙыҡайҙарым, әйҙә тышта уйнағыҙ әле. Әсәйегеҙ янында мин үҙем ултырып торормон.
Ҡыҙҙар бүрәнәгә ултыра.
С.Ә. – Йә, Емеш, Йәнеш, ошо икмәкте ашап алығыҙ әле, балаҡайҙар. (баштарынан һыйпай).
- И – һи –һи. Йылдар! Килде бит һеҙҙең быуынға йылдар. Емеш, ҡыҙым, ә? Килде! – (тип һуҙып ҡына әйтә лә күҙҙәрен яулыҡ осо менән һөртөп ала, сыға).
Йәнеш: Һин дә ошолай ултыр, һылыу, йәме. Ашағанда икмәк валсыҡтарың ситкә төшмәһен. (“Ашаһаң бөтә лә китә бит” тигән һымаҡ йәлләп, икмәкте әйләндереп-тулғандырып бик оҙаҡ ҡарап ултыра.) Йә, һылыу, кем аҙ ҡабырҙан ашайыҡ, йәме.
Емеш: Йә, мин гел бәләкәс кенә ҡабып ашайым ул.
(Улар, икмәкте ваҡ ҡына өлөштәргә бүлеп, тел остарына ғына һалып ашарға, был татлы минутты нисек тә оҙағыраҡ һуҙырға тырышалар).
Йәнеш: Икмәктең энә осондай ғынаһы ла кешенән оло ти ул. Уны ергә төшөрөп тапаһаң, харап яман гонаһ була ти, - хатта мең тамуҡта янаһың, ти. Йә, һылыу, итәгебеҙгә төшкән валсыҡтарҙы йыйып ашайыҡ.
(Ҡыҙҙар итәктәренән энә күҙәүендәй валсыҡтарҙы ла ҡалдырмай сүпләп бөтәләр).
Йәнеш: Әйҙә, һылыу, һыу инә барайыҡ, йәме.
Емеш: Ҡуй ҙа. Бармайыҡ та. Мин ҡурҡам.
Сәхнә артынан тауыш. Йәнеш, Емеш, әйҙә һыу инергә!
(Йәнеш тағы ла Емештең итәгенән тарта).
Йәнеш: Әйҙә, һылыу. Ана, һинең кеүек бәләкәс Гөлкәй ҙә бара бит.
(Емеш еңелә һәм улар етәкләшеп сығып китәләр).
2 А.Б. Ысындан да, яҙыусының бала сағы им – томсолар һүҙенә ышанып, ҡан алдырып, ваҡытһыҙ һәләк булған әсәһенән өс йәштә етем ҡалыуы, аяуһыҙ ҡаты күңелле үгәй әсәһе ҡулында йәшәүе, ғаиләләренең ерһеҙ булыуы, атаһының ялған донос арҡаһында ауылдан ҡыуылыуы, үпкә ауырыуы көсәйеп вафат булыуы, 11 йәшендә Зәйнәбтең туғандары тәрбиәһендә генә ҡалып йәшәй башлауы кеүек ваҡиғалар менән башланып китә.
1 А.Б. Нисек кенә булһа ла балалыҡ йылдары күҙ асып йомғандай үтеп китә. Алда Зәйнәб апайҙы онотолмаҫ йәшлек йылдары көтә.
Шиғыр “Онотолмаҫ йәшлек йылдары” Ғәйнуллина Юлиана уҡый.
1 А.Б. Зәйнәб апай киләсәккә өмөт, ышаныс, рухи ныҡлыҡ менән йәшәй. Уның күңелендә уҡыу, белем алыу дәрте ҡабына. Үтә зирәк, зиһенле ҡыҙыҡай бер ҡыш эсендә башланғыс мәктәп программаһын үҙләштерергә өлгөрә. Буласаҡ әҙибә 1924 йылдың көҙөндә Ырымбур ҡалаһында Ҡаруанһарайҙа асылған педагогия техникумына уҡырға инә.
2 А.Б. Бында уҡыу йылдары, ундағы зыялы кешеләр менән аралашыу, буласаҡ яҙыусы, журналистар менән бер ҡаҙанда ҡайнау Зәйнәб апайҙың йөрәгендә тәрән эҙ ҡалдыра, әҙәбиәткә һүнмәҫ һөйөү уята, ынтылыштарын тағы ла үҫтереп, көсәйтеп ебәрә.
“Оло Эйек буйында” сәхнәләштереү.
Оло Эйек аға. Яр ситенән Зәйнәб йүгерә.
Зәйнәб. Эй-й! Оло Эйек! Мин Зәйнәб. Һинең менән ағып киткем килә, Оло Эйек.
Оло Эйек. Ашыҡма. Бер киткәс, кире ҡайта алмай зарығырһың. Ғүмерең буйы һағынырһың. Ә хәҙер ҡарап – күреп ҡал мине.
Зәйнәб. Һин мәңге ағаһың, һиңә рәхәт.
Оло Эйек. Һин дә – мәңгелек. Йөрәгеңдә мәңге бөтмәй торған мөхәббәт бар. Ул – хоҙай бүләге. Иң ҡиммәт, иң затлы, иң рәхәт һәм иң ауыр бүләк ул. Уны кешеләргә, халҡыңа тарат. Тыуған илде, телде, туған – ерҙе яратыу оло бәхет икәнен һөйлә.
Зәйнәб. Һөйләй белермен микән. Оялам.
Оло Эйек. Ана, Сыуаҡай инәй теле менән һөйлә. Ауыл күрке булған ағинәй, инә ҡарсығалай ил инәһен һин донъяға күрһәт, шунан оло инәйҙәрҙе илдә – телдә ҙурлай – данлай башларҙар.
Зәйнәб. Хәбир батыр тураһында ла белһендәр ине. Ул халыҡты яҡлаған.
Оло Эйек. Халыҡ өсөн йәнен аямаған батырҙар әкиәттән алда ысын тормошта булған. Батырҙарҙы ярат, Зәйнәб. Улдарын һөйгән илдә батырҙар тыуыр. Ир – егеттең хаҡы – Алла хаҡы.
Зәйнәб.Тағы ла бер донъя йәме – саф мөхәббәт бар. Хаммат батыр менән Сәлимә һылыу, Иштуған ағайым менән Айһылыу еңгәм хаҡында һөйләгем килә.
Оло Эйек. Бәндәбикә рухы бар һиндә, Зәйнәб. Йөрәгең – ут, моң йомғағы. Үҙең өсөн түгел, халҡың өсөн йәшә. Ал Зәйнәбем, гөл Зәйнәбем, рәхәт үтһен йәйҙәрең. Хуш, хәйерле булһын ғүмер юлдарың.
(Гармун тауышы, “Зәйнәбем” көйө уйнай. Зәйнәб йүгереп сығып китә.)
“Ал Зәйнәбем” ҡубыҙсылар ансамбле сығышы.
1 А.Б. Ләкин Бөйөк Ватан һуғышы йылдары Зәйнәб апай һәм уның ғаиләһенә лә, бөтә ил халҡы өсөн дә ауыр һынау булды. Ире Ғәзиз Әминев һуғыш башланған тәүге көндәрҙән үк яу эсендә, ә Зәйнәб апай ҡулында өс йәш бала менән тороп ҡала. Һуғыштың бөтә михнәттәрен ул халҡы менән бергә күтәрә.
2 А.Б. Ошо йылдарҙа Зәйнәб апай Биишева партия сафына инә һәм дошманға ҡаршы үткер ҡәләме менән көрәшә. 1942 йылда әҙибәнең “Партизан малай” тигән китабы донъя күрә. Был әҫәрендә ул ҡулға- ҡул тотоношоп, Бөйөк Еңеү яулауға үҙ өлөшөн индергән тыл һәм фронт геройҙарын һүрәтләй. Образдарында баҫалҡылыҡ, яғымлылыҡ, ҡыйыулыҡ, тәүәккәллекте оҫта дөйөмләштерә.
Монолог. Ғайсин Айҙар уҡый.
1 А.Б. “Партизан малай” - яҙыусының донъя күрәсәк бөтә оло ижадының башланғысы булды. Бөгөн әҙибәнең Рәсәй һәм донъя халыҡтырының төрлө телдәрендә йөҙгә яҡын китабы баҫылып сыҡты.
2 А.Б. 50 – се йылдарҙа Зәйнәб Биишева күп яҡлы төрлө жанрҙарҙа эшләүсе яҙыусы булып таныла. Ул хикәйәләр, повестар, драма әҫәрҙәре, поэмалар, очерктар һәм шиғырҙар яҙа.
1 А.Б. Зәйнәб Биишева тәржемә эше менән дә даими шөғөлләнде. Н.Гоголдең “Тарас бульба”, И.Тургеневтың “Бежин туғайы”, А.Гайдарҙың “Тимур һәм уның командаһы”, Л.Кассилдең “Минең ҡәҙерле малайҙарым” тигән әҫәрҙәрен, Л.Толстойҙың, С.Аксаковтың, А.Чеховтың, М.Горькийҙың айырым хикәйәләрен башҡорт теленә тәржемә итте.
2 А.Б. Әҙибәнең күп шиғырҙары йөкмәткеһе буйынса халыҡ йырҙарына яҡын.
Күкрәк киреп һуҙып йыр йырлаһам,
Өр – яңынан ергә тыуам мин.
Күңелемдә серле шиғри ялҡын
Һүнмәҫ, һүрелмәҫтәй тоям мин
Йәшәһен йыр! Сая йыр шишмәһе
Тиртеп торһон һәр бер йөрәктә.
Йыры барҙың – эше лә бар уның,
Бөтмәҫ көсө лә бар беләктә, -
тип яҙа әҙибә үҙенең “Йәшәһен йыр” шиғырында.
Ҡыҙҙар вокалы “Миләш” йырын башҡара.
1 А.Б. 50 – 60 – сы йылдарҙа яҙылған әҫәрҙәре әҙибә ижадында яңы этап булды тип әйтһәң, һис яңылыш булмаҫ. Был йылдар З.Биишева талантының ысын мәғәнәһендә сәскә атыу йылдары булдылар: башҡорт әҙәбиәтен яңы жанрҙар, темалар, яңы геройҙар, художестволы һүрәтләү саралары менән байытты. Яҙыусы донъяны художестволы сағылдырыуҙа яңы бейеклектәр яуланы.
2 А.Б. Әҙибә үҙенең төп әҫәре “Яҡтыға” трилогияһына ана шулай ҙур ижади тәжрибә туплап килде. Трилогияға ингән өс романда айырым кешеләрҙең, ғаиләләрҙең, бер нисә быуын кешеләренең яҙмыштары аша, кәмһетелгән, ләкин бер ҡасан да кәмһенеп, меҫкен булып ҡалмаған, иҙелгән, ләкин баш эймәгән ғорур халыҡтың боролошло йылдарға килеү юлдары һүрәтләнә. Зәйнәб Биишеваның халыҡ тормошон төрлө яҡлап киң эпик ҡолас менән һүрәтләгән әҫәре уҡыусы өсөн ысын хазина, ысын энциклопедия.
1 А.Б. Бөйөк әҙибәнең әҫәрҙәре башҡа бик күп телдәрҙә донъя күрҙе. Уның роман һәм повестары рус теленә тәржемә ителеп, ҙур танылыу тапты.
Ғайнуллина А. “Хотела бы я знать” шиғырын уҡый.
2 А.Б. Бәләкәйҙән үк хеҙмәт һөйөп үҫкән, тынғыһыҙ йәнле, тура һүҙле, ҡурҡыу белмәҫ батыр йөрәкле, ҙур ихтыяр көсөнә эйә булған Зәйнәб Биишева тик тырыш хеҙмәт, туған халҡына тоғро хеҙмәт итеүҙе бөтәһенән дә өҫтөн күрҙе, оло маҡсатына һәр саҡ тоғро булып ҡалды, ғүмере буйына туған телгә, башҡорт теленә һөйөү менән йәшәне.
Сафиуллина А. “Башҡорт теле” шиғырын уҡый.
“Башҡорт телендә һөйләшәм” йыр. Дуэт Сафиуллина А., Гәрәев Н.
1 А.Б. Ысын мәғәнәһендә бөйөк кеше, бөйөк яҙыусы ул Зәйнәб апай Биишева. Күп яҡлы талант эйәһе әҙибә башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүҙәге хеҙмәттәре өсөн өс тапҡыр “Почет билдәһе” ордены менән бүләкләнде, 1968 йылда Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты булды. 1990 йылда Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы тигән мәртәбәле исем башҡорт әҙәбиәтендә уға беренсе булып бирелде.
Фонояҙма. З.Биишева уҡый.
2 А.Б. Эйе, Зәйнәб апайҙың ғүмере бушҡа үтмәгән. Уның тормош юлына, ижадына иң ҙур баһа – халыҡ һөйөүе, халыҡ ихтирамы.
1 А.Б. Халҡыбыҙ ҙа бөйөк шағирәнең исемен мәңгеләштерҙе. Бөгөнгө көндә Зәйнәб Биишеваның исемен Күгәрсен районы Морак балалар сәнғәт мәктәбе, дөйөм белем биреү мәктәбе, балалар баҡсаһы, урам йөрөтә. Уның исемендә премия булдырылған.
2 А.Б. Зәйнәб Биишева исеме “Китап” нәшриәтенә, Стәрлетамаҡ педагогия академияһына бирелгән. 2016 йылда Өфөлә Зәйнәб Биишеваға арналған бюст ҡуйылды, тыуған ауылы Туйөмбәттә йорт – музейы эшләй.
“Зәйнәб апайҙың әйткәне” шиғырын Арыҫланова Н. уҡый.
Балалар альбом биттәре тотоп сығалар. Кисәгә ҡатнашҡан уҡыусылар сәхнәлә теҙелә.
Замананың айыр йөгөн татып
Әсә наҙынан мәхрүм бер бала
“Йәшәү бәхетен” хеҙмәтендә табып,
Намыҫ менән үҙенә юл яра.
Әүлиәләй керһеҙ, саф күңеле,
Бала саҡтан сабыр, аҡыллы.
Башҡортомдоң сая рухлы ҡыҙы
Ил инәһе булып танылды.
Илем, телем тиеп янды һәр саҡ,
Шөһрәт – дандар уға ят булды.
Еңел юлды үҙ итмәне йәне,
Ватан, выждан һүҙен алға ҡуйып,
Аҫыл халҡы өсөн йән атты.
Ведущийҙар алға сыға.
1 А.Б. Мәшһүрҙәрҙең талант серен аса алған кеше юҡ әле. Әҙәмдең булмышы ниҙә, йәшәү мәғәнәһе нимәлә? З.Биишеваның әҫәрҙәре ошондай мәңгелек һорауҙарға яуап эҙләй. Уларҙа намыҫ һәм нахаҡ, мөхәббәт һәм нәфрәт, тоғролоҡ һәм хыянат кеүек үлемһеҙ төшөнсәләр айҡаша. Тормош китабын яҙған Зәйнәб Биишева – әҙибә, фәйләсүф, фекер эйәһе булараҡ бөйөк тә, ябай ҙа ул. Ул матур һүҙҙәр эҙләмәй, ул фекер тәрәнлеге менән әҫир итә.
2 А.Б.
Йылдар үтер. Иң сағыу йондоҙҙар ҙа
Һүнер бер саҡ ғәләм күгендә.
Әммә Зәйнәб апай исеме, уның рухы
Мәңге йәшәр халҡы күңелендә.
Күмәк башҡарыуҙа йыр. “Зәйнәб Биишеваға арнау”.
2 А.Б. Илдең мәртәбәһен шәхестәр күтәрә ул.
Намыҫлы, егәрле шәхестәр. Илебеҙҙең шундай арҙаҡлы ҡыҙҙарының береһе – Зәйнәб Биишева. Бөгөнгө кисәбеҙ уға арналды. Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт! Бөтәгеҙгә лә һаулыҡ-сәләмәтлек, ғаилә бәхете, уҡыуығыҙҙа, эшегеҙҙә уңыштар юлдаш булһын!
© 2019, Зиннатуллина Айгуль Рвинатовна 428