СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

4 класс сығарылыш кисәһе

Нажмите, чтобы узнать подробности

Башҡорт мәктәптәре өсөн сығарылыш кисәһе сценарийы

Просмотр содержимого документа
«4 класс сығарылыш кисәһе»

Инйәр ауылы 2-се һанлы дөйөм белем биреү муниципиаль бюджет учреждениеһы















4 класс сығарылыш кисәһе










Башланғыс кластар уҡытыусыһы Ғәрифуллина Тәслимә Ғүмәр ҡыҙы








2012 йыл

-Әкиәтсе: Хәйерле көн хөрмәтле уҡытыусылар, ата-әсәләр, ҡунаҡтар!

Борон-борон заманда, ҡарға рәйес, һайыҫҡан сәркәтип булған саҡта түгел, ә 2010 йылдың 1 сентябрендә – беҙ бәләкәй генә булып, әсәйҙәргә йәбешеп кенә, үҙебеҙҙән ҙур гөләмәләр тотоп ошо матур мәктәп тупһаһын берсә ҡурҡып, берсә ҡыуанып аша баҫтыҡ.


  1. Көҙ еткәс тә бергәләп

  2. Уҡырға килеп индек.

  3. Күп һорауҙарға яуаптарҙы

  4. Шунда табырбыҙ инде.

  5. Уҡыусы ниндәй була?

  6. Нисек ултыра икән?

  7. Өлкәндәрҙе хөрмәтләп,

  8. Кесене яҡлаша икән.

  1. (йыр «Белгем килә»)

  1. Матур итеп яҙырға

  2. һүҙҙе ҡушып уҡырға,

  3. һанды алып һандарҙан,

  4. Тағы шуны ҡушырға,

  5. Күңелдәргә нур һибеүсе,

  6. Шатлыҡтарҙы бүлешеүсе,

  7. Әсәй кеүек яҡын кеше –

  8. Рәхмәт һиңә, Уҡытыусым!

  9. Өйрәтте беҙгә барыһын

  10. Тәүге уҡытыусыбыҙ,

  11. Тәслимә Ғүмәр ҡыҙы

  12. Ҙур рәхмәт һеҙгә!

  13. 6. Эш ҡоралы ябай – аҡбур ғына,

  14. Бик ҡатмарлы, ләкин, түҙәрлек:

  15. Ун өс бала – тимәк, ун өс пар күҙ

  16. Яуап көтә Һеҙгә төбәлеп.

  17. 7. Һеҙ ябай бер уҡытыусы булып

  18. Хеҙмәт итәһегеҙ бөгөн тормошта.

  19. Һәр уҡыусығыҙ – яҙылмаған роман,

  20. Һәр дәресегеҙ – маяҡ тормошта.

  21. 8. Ҡайғырғанда йыуатыусы,

  22. Беҙҙең өсөн ут йотоусы,

  23. Ғәҙеллеккә өйрәтеүсе,

  24. Рәхмәт һиңә, Уҡытыусым!

  25. 9. Донъя беҙҙе алға өндәшә,

  26. Ә һеҙ беҙгә әле йәнәшә,

  27. Тәүге хәреф танытыусы,

  28. Рәхмәт һиңә, Уҡытыусым!

  29. 10. Яттан шиғыр һөйләргә,

  30. Уҡырға әкиәттәр,

  31. Төшөрөргәр ҡағыҙға

  32. Матур –матур һүрәттәр,

  1. (йыр «Уҡытыусым»)

  2. -Беҙҙең класс тураһында бер-нисә статистик мәғлүмәт:

  3. -беҙҙең класта бөтәһе 14 кеше, шуның күбеһе – балалар.

  4. -уртаса йәштәре - 10, дөйөм алғанда – 143 йәш, 2 ай, 6 көн.

  5. - дөйөм буйҙары- 17м, 35см.

  6. - дөйөм массалары - 405 кг, 300 г.

  7. - 4 йыл уҡыу ваҡытында һәр береһе уртаса 10 см-ға үҫкән,

  8. - һәм 5 кг-ға ауырайған,

  9. - дәрес ваҡытында күршеһе менән һөйләшергә яратыусылар,

  10. - талашып китәбеҙ һәм шунда уҡ ярашабыҙ,

  11. - класс 2009 йылдың 1 сентябрендә барлыҡҡа килә – зодиак билдәһе – Ҡыҙ йондоҙлоғо:

  12. - яратҡан аҙна көнө – йәкшәмбе!

  13. - яратҡан миҙгеле – йәй!

  14. - яратҡан мәктәбе – 2-се һанлы Инйәр урта мәктәбе!

  15. -беҙҙең класс тормошонан бер-нисә күренеш.

  16. - Сценка "Һуғышыу".

  17. - Ниңә һуғышаһығыҙ? Кем башланы.

  18. - Ул башланы.

  19. - Юҡ ул башланы!

  20. - Кем беренсе һуҡты?

  21. - Ул Һуҡты.

  22. -Юҡ, ул һуҡты.

  23. -Һин башланың.

  24. - Юҡ, һин башланың.

  25. -Һеҙ элек дуҫтар инегеҙ бит.

  26. -Эйе шул.

  27. -Шулай шул.

  28. - Шулай булғас нимә етмәне һуң?

  29. -Әллә, мин оноттом ул.

  30. -Мин дә оноттом.

  31. 2сценка.

  32. -Дәрес ваҡытында һөйләшәһеңме?

  33. - Юҡ, ни эшләп һөйләшәйем мин.

  34. -Күршеңдең дәфтәренән күсерәһеңме?

  35. - Ю-юҡ.

  36. - Мәктәптә һуғышаһыңмы?

  37. -Бер ваҡыттала һуғышмайым.

  38. - Ә һинең берәй етешһеҙлегең бармы?

  39. -Эйе, күп алдашам.

  40. Сценка: «Ғәҙел булмаған баһалар».

  41. -һинең ниндәй оценкаларың бар?

  42. - минең бөтә оценкаларымда ғәҙел түгел.

  43. - ни эшләп?

  44. -миңә бушҡа бәйләнәләр. Бына үткәндә тирә-яҡ донъя дәресендә, мин бөтә һорауҙарҙы ла белә инем, ә ике ҡуйҙылар.

  45. -бөтәһендә белгәс ниңә ике алдың һуң?

  46. -мин бит һорауҙарҙы белдем, ә яуаптарҙы түгел.

  47. -һы, улай икән. Ысынлап та, ауыр хәл.

  48. -мин дә шулай тием бит. Теге аҙнала диктант яҙҙыҡ... тағы ике.

  49. -бында ни өсөн?

  50. -тыныш билдәләре өсөн.

  51. -ниңә һин тыныш билдәләрен белмәйһеңме ни. Нөктә, өтөр...

  52. -уларҙы беләмдә ул, тик ҡайҙа ҡуйырға белмәйем.

  53. - һин, моғайын ҡағиҙәне белмәйһеңдер.

  54. -беләм мин ҡағиҙәне. Төп ҡағиҙә-отличник эргәһенә ултырырға кәрәк.

  55. -ысынлап та, шәп ҡағиҙә. Ә һинең яратҡан дәресең бармы һуң?

  56. -әлбиттә, мин математиканы яратам.

  57. -улай булғас миңә квадраттың майҙанын тап әле.

  58. -нимә ул юғалғанмы ни. Мин алманым.

  59. -математика менән аңлашылды. Аңлат әле, ни өсөн беҙ тәүҙә ялағайҙы күрәбеҙ, ә аҙаҡ ҡына йәшенде ишетәбеҙ.

  60. -сөнки күҙҙәр ҡолаҡтан алдараҡ тора.

  61. -бик шәп! Ҡыҙыҡ ни өсөн кешегә күҙҙәр һәм ҡолаҡтар?

  62. -күҙҙәр күрер өсөн, ә ҡолаҡтар йыуыр өсөн.

  63. -бөтәһе лә аңлашылды. Һинең бөтә оценкаларыңда ғәҙел.

  64. -Гүзәлиә, дөрөҫөн генә әйт әле, һиңә өйгә бирелгән иншаны кем яҙып бирҙе?

  65. -дөрөҫөн әйтәм, белмәйем, мин йоҡларға иртә яттым.

  66. -миңә Африкала йәшәгән алты йәнлекте әйт.

  67. -2 тюлень һәм 4 аҡ айыу.

  68. -өйгә бирелгән хикәйәне Салауат һөйләй.

  69. Уҡыусы баш эйеп тора.

  70. -мин һине тыңлайым. Ишетелмәй.

  71. - нисек, мин бит әле бер нимә лә әйтмәнем.

  72. Поппури.

  1. Медленно минуты уплывают вдаль

  2. Из трубы в трубу вода течёт.

  3. У меня задача не решается,

  4. Ох уж этот мне водопровод!

  5. - Медленно, медленно наш урок тянется.

  6. Двойку поставят мне, ведь решенья нет.

  7. Каждому, каждому в лучшее верится

  8. Может, подскажет мне кто-нибудь ответ.

  9. Я на чтении сижу,

  10. Долго в книгу я гляжу.

  11. Все сижу и гляжу,

  12. Смысла в ней не нахожу.

  13. Мне бы комикс почитать,

  14. Поиграть и помечтать,

  15. Ну а я все сижу

  16. И в учебник все гляжу.

  17. Вдруг как в сказке скрипнула дверь.

  18. Все мне ясно стало теперь.

  19. На урок я опять опоздал.

  20. Не хотел, но снова наврал:

  21. Что будильник меня вновь подвел,

  22. Лифт застрял и автобус ушел,

  23. А потом я так быстро бежал,

  24. Но опять на урок опоздал.

  25. 1. В юном месяце апреле

  26. на дворе растаял снег.

  27. Мы с тобой четыре года

  28. Продолжаем свой забег.

  29. Заниматься русским надо

  30. И заданья выполнять.

  31. Дорогой ты наш учитель,

  32. Нам так хочется гулять!

  33. Дорогой ты наш учитель,

  34. Когда будем отдыхать?

  35. Ничего на свете лучше нету,

  36. чем бродить с учебником по свету.

  37. Тем, кто учит, не страшны тревоги,

  38. нам любые дороги уроки! (2 раза)

  39. Ла-ла-ла! о, е-е-е

  1. Беҙ башланғыс менән хушлашабыҙ

  2. Айрылабыҙ мәңгегә

  3. Сентябрҙа тағы осрашырбыҙ,

  4. Ләкин булыр инде – бишенсе!

  5. Дүрт йыл бик тиҙ осоп үтте!

  6. Еңеүҙәр, уңыштар, шатлыҡтар –

  7. һанап бөткөһөҙ!

  8. Уҡырға беҙ бик-бик теләп килдек!

  9. Бөтәһендә белеп өлгөрмәнек,

  10. Ләкин алда әле ете йыл.

  1. Хәтергә төшөр әле

  2. Мәктәптәге тәүге көн,

  3. Шатланған саҡтарыбыҙ

  4. Алған «бишле»ләр өсөн.

  5. Алған «бишле»ләр өсөн

  6. Ҡыуаныс кисереүҙәр,

  7. «Икеле»ләр ҡунаҡлаһа,

  8. Илағылар килеүәҙәр.

  9. Илағылар килеүҙәр

  10. Булһалар һирәгерәк,

  11. Уңыштарҙан талпыныу

  12. Юлдаш булды күберәк.

  13. Юлдаш булды күберәк

  14. Мауыҡтырғыс дәрестәр,

  15. Берҙәмлектә бит ул көс:

  16. Гөрләп торҙо һәр эштәр.

  17. Гөрләп торҙо һәр эштәр…

  18. Үтте лә киттеме ни?

  19. Хәҙер инде һағынып

  20. Һөйләргә ҡаламы ни?

  21. Шаулап-гөрләп, бергә-бергә

  22. Мәктәптә дүрт йыл үтте.

  23. Инде бөгөн май ҡояшы

  24. Сағыу нурҙарын һипте.

  25. Бер уйлаһаң күңелле лә,

  26. Бер уйлаһаң һағышлы.

  27. Ни эшләйһең көслө икән

  28. Был донъяның ағышы.

  29. Ни эшләйһең, шулай инде,

  30. Ваҡыт белә саманы,

  31. Ваҡыт һанай ғүмерҙе,

  32. Ҡуя ваҡыт баһаны.

  33. Дүрт йыл да шулай

  34. Ҡалды инде тарихта.

  35. Сығарылыш – бөгөн

  36. Иҫкәртә ошо хаҡта.

  37. Тик яманһыу шулай ҙа

  38. Айырылыуы башланғыстан,

  39. Өйрәнгән класыбыҙҙан,

  40. Хөрмәтле апайыбыҙҙан.

  41. Беҙ уҡыған был класҡа

  42. Башҡа балалар килер.

  43. Минең яраткан уҡытыусым

  44. Уларға белем бирер.

  45. Беҙгә ныҡлы белем биргән,

  46. Үҙ балаларылай күргән

  47. Яҡты йөҙлө укытыусым

  48. Безгә дәрес бирмәй бүтән.

  49. Һау бул, башланғыс,

  50. Башы һин оло юлдың

  51. Һәр саҡ хәтерләрбеҙ һине,

  52. Миҙгеле тип бала саҡтың.

  1. (вальс «һуңғы ҡыңғырау»)

  2. -Был донъяла бик күп һөнәрҙәр бар. Шуларҙың иң ауыры һәм иң яуаплыһы ата-әсә һөнәре.

  3. Балалар ата-әсәләренең һөнәрен әйтеп сыға.

  4. -Һүҙ ата-әсәләргә.

  1. Атай менән әсәйҙең

  2. Беҙ ҡәҙерле балаһы

  3. Туғандарым менән мин

  4. Күҙҙәренең ҡараһы.

  5. Ҡәҙерле атай- әсәйҙәр

  6. Рәхмәтебеҙ күп һеҙгә

  7. Шулай ғүмер буйы юлдаш булып,

  8. Кәңәшсебеҙ булып ҡалығыҙ

  9. Рәхмәттәребеҙ сикһеҙ

  10. Атай-әсәйҙәр,һеҙгә.

  11. Ниндәй оло хәстәрлек

  12. Күрһәттегеҙ һеҙ беҙгә.

  13. Бурыслыбыҙ ғүмергә

  14. Беҙ һеҙҙең алдығыҙҙа.

  15. Килтермәбеҙ ҡыҙыллыҡ

  16. Һис касан йөҙөгөҙгә.

  17. -Рәхмәт, һеҙгә атайҙар!

  18. -Рәхмәт, һеҙгә әсәйҙәр!

  1. Йыр.

  2. Һүҙ уҡытыусыларға.

  3. Дүртенсе класс уҡыусыларын алып-тапшырыу акты.

  4. Беҙ, аҫта ҡул ҡуйыусылар Ғәрифуллина Тәслимә Ғүмәр ҡыҙы, Йомадилова Альбина Фуат ҡыҙы, Сәйетғәлина Гөлшат Хәбитдин ҡыҙы, Сәйетғәфәрова Зилә Хөснулла ҡыҙы, Салауатова Зөһрә Хәләф ҡыҙы дүртенсе класс уҡытыусылары, оло класс уҡытыусыларына, ун өс аҡыллы, татыу, әүҙем, ижади, ҡай саҡта ғауғылы, тиктормаҫ, ә шулай ҙа шәп балаларҙы Һеҙгә тапшырабыҙ.

  5. Уҡыусыларҙың техник характеристикаһы:

  6. Малайҙар – 5, ҡыҙҙар – 8, уртаса буйҙары – 130 см, ауырлыҡтары – 30кг, ҡулдар – 26, аяҡтар – 26, аҡыллы баштар – 13, күҙҙәр – 26: шуларҙың 12-һе шат куңелле, 8-е ҡыҙыҡыныусан, 6-һы шаян, 0- боҙоҡ, ялҡауы.

  7. Сифаттары:

  8. Йүгерергә, шаярырға, һуғышып алырға ла, көлөргә, йырларға, бейергә, ихтирам, иғтибар иткәнде, тыуған көндәрен билдәдәгенде яраталар. Дүрт йыл эсендә Мәғариф Министрлығы, мәктәп адинистрацияһы талаптарына ярашлы ҡулланылдылар. Һәйбәт асыҡ дәрестәр, мониторингтар, төрлө комиссия тикшереүҙәрен үтеп урта белем алыу баҫҡысына күсергә әҙерҙәр.

  9. Акт ике экземплярҙа әҙерләнде.

  10. Директорға һүҙ..

  1. Беҙ буласаҡ бишенселәр,

  2. Уҡырбыҙ «4»-кә, «5»-кә.

  3. Ең һыҙғанып өйрәнербеҙ

  4. Өлкәндәр ҡушҡан эшкә.

  5. Кем уҡыуға иң оҫта,

  6. Китап-дәфтәре таҙа.

  7. Ул баламы, ул бала – уңѓан бала,

  8. «Буласаҡ бишенсе» тип атала.

  9. Кем булыша ҙурҙарға,

  10. Кем бик оҫта йырларға.

  11. Ул баламы, ул бала – уңѓан бала,

  12. «Буласаҡ бишенсе» тип атала.

  13. Кем яратмай «өслө»нө,

  14. Ысҡындырмай «бишле»не.

  15. Ул баламы, ул бала – уңѓан бала,

  16. «Буласаҡ бишенсе» тип атала.

  17. Кем ялҡаулыҡты һөймәй,

  18. Кем тура дөрөҫ һөйләй.

  19. Ул баламы, ул бала – уңѓан бала,

  20. «Буласаҡ бишенсе» тип атала.

  21. Яратабыҙ уҡыуҙы беҙ,

  22. Яратабыҙ хеҙмәтте.

  23. Уйнап-көлөп туймайбыҙ,

  24. Йырлайбыҙ ҙа бейейбеҙ.

  25. (флешмоб «Nozzo»)

  26. (йыр «Ептәре һүтелә» )

  27. Мин бөгөн – буласаҡ бишенсе,

  28. Юлым асыҡ һәм яґты.

  29. Бөгөн эшем һәйбәт булһа,

  30. Бишенселә булыр бик яҡшы.