“Арғымаҡ”лагерының батыры”сараһының сценарийы
Ҡатнашыусылар: 5 – 8 класс егеттәре.
Маҡсат: Егеттәрҙә коллективизм, түҙемлелек, ярҙамсыллыҡ тәрбиәләү; аралашыусанлыҡ, дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре урынлаштырыу.
Алып барыусы.
Хәйерле көн теләйем таңдар һайын,
Аяҙ күктәр теләйем еремә.
Ҡояшлы көн теләйем бар кешегә
Һәм именлек теләйем илемә.
Хәйерле көн, тимен, һәр кешегә,
Хәйерле көн теләйем гөлдәргә.
Һөйкөмлөлөк теләйем йәш ҡызҙарға,
Һәм сабырлыҡ теләйем егеттәргә.
Хәйерле көн барығыҙға ла! Егеттәр - Ватан һаҡлаусылар. Был оло бурыс та, яуаплылыҡ та. Малайҙарға, ир- егеттәргә халҡыбыҙҙа айырым бер йылы талапсанлыҡ, ышаныс, өмөт йәшәй. Сөнки ниндәйҙер һынау алдына ил баҫа икән, беренсе булып ауырлыҡты улар күтәрә. Шуға күрә халҡыбыҙ ир-егеттәрҙе бала саҡтан сыныҡтырған, һөнәр биргән, эш рәте өйрәткән һәм майҙандарҙа һынағандар. Беҙ бөгөн дә уларға ышанып ҡарайбыҙ.
Ҡәҙерле егеттәр! Барығыҙҙың да көслө, батыр, ҡыйыу, Ватандың ышаныслы һаҡлаусылары булыуығыҙҙы теләйбеҙ. Ошо уңайҙан ойошторолған бәйгене башлап ебәрергә һәм уйынсыларыбыҙ менән таныштырырға рөхсәт итегеҙ. / егеттәр бәйгегә сыға/.
Был бәйгелә тәүге тапҡыр
Сыҡтығыҙ һеҙ ҡаршыға.
Уңғанмы һеҙ, зирәкме һеҙ
Һынарбыҙ йыр-моңда.
Яратырбыҙ, алҡышларбыҙ
Хәйер-фатиха беҙҙән.
Бөгөнгө байрам бәйгеһе Еңеү көтә бит һеҙҙән.
Шулай итеп, беҙ бөгөн “Арғымаҡ батыры”бәйгеһе үткәрәбеҙ. Һәр ырыуҙан 2-шәр егет ҡатнаша, тигән шарт ҡуйылғайны. Һеҙҙең алдығыҙҙа:
Табын ырыу егеттәре:
(исем-шәрифтәре әйтелә)
Ҡыпсаҡ ырыу егеттәре:
Мең ырыу егеттәре:
Йәрәбә алып, сығыш яһау тәртибен билдәләйек.
Бәйге: “үҙең менән таныштырыу”тип атала. Тимәк, һәр егет үҙе, шөғөлө,эске донъяһы тураһында һөйләп ишеттерәсәк.Һүҙҙе йәрәбә тәртибе буйынса башлап ебәрәбеҙ.
Бәйге: һөнәр күрһәтеү -ҡул эшенә оҫталыҡты тикшереү “Юҡтан бар яһау”бәйгеһе. Был өйгә эш итеп бирелгәйне. Шарты: ҡул аҫтындағы берәй әйберҙән кәрәкле эш ҡоралы, сувенир йәиһә берәй предмет яһап килтерергә һәм шуға презентация яһарға. Музыкаль пауза. Ә инде егеттәребеҙҙе ҡотларға һүҙҙе ҡыҙҙарға бирәбеҙ ( йыр яңғырай).
3. Бәйге: Төрлө көйгә бейеү бәйгеһе – егеттәр теләһә ниндәй шартта ла юғалып ҡалмаҫҡа тейеш. Шуға күрә һеҙҙе оҡшатҡан ҡыҙығыҙ бейеүгә төшөрҙө икән, ти. Һеҙҙең бурыс: ҡыҙығыҙҙың кеше алдында йөҙөн ҡыҙартмай, матур, килешле итеп бейергә кәрәк. Һеҙ быға әҙерме? Башланыҡ.
4.Бәйге: “Йылмайып һуған һәм лимон ашау” тип атала.
Кемегеҙ түҙемле һәм ныҡ икән? Һынап ҡарайыҡ.
5. Бәйге: “Төҙ атыусы”бәйгеһе. 6. Бәйге: Ә хәҙер отжимание эшләйбеҙ.
Музыкаль пауза. Ә хәҙер һүҙҙе ҡыҙҙарға бирәйек ( таҡмаҡтар әйтеү)
7. Бәйге: “Күҙҙәрҙе бәйләп танк рәсеме яһау”.
А.Б. Рәсем яһарға
Егеттәр оҫта микән?
Әйҙә шуларҙы ҡарайыҡ
Ҡайһыһы матур икән? 8. Бәйге: Һөйгән ҡыҙға шиғыр яҙыу.“Һаумы, минең һөйгәнем”… тип атала был бәйге. Эш:бирелгән рифмаларға килештереп, шиғри юлдар яҙырға. 3 рифманың береһен тартып сығарығыҙ ҙа, эшкә күсегеҙ.
М: гүзәлем- үҙәгем;
Йәнем – тәнем;
Яратам- таратам Егеттәргә һүҙ биреп китәйек (хаттарын уҡыйҙар)
Музыкаль пауза. Ҡыҙҙар заманса бейейҙәр
9. Бәйге: “Һорауҙарға яуап биреү”. Һәр егеткә 5 һорау бирелә. Тиҙ һәм тапҡыр яуаптар көтәбеҙ.Башланыҡ. 1)- Башҡортса аҙна көндәрен һана.( Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома, Шәмбе, Йәкшәмбе.)
-Нимә өҫтәл янында бигерәк кәрәк? (Ауыҙ)
-Ниндәй һауыттан эсеп булмай? (Буш)
-Ҡайһы ай календарҙа юҡ? (Һауалағы ай)
-Һыйыр һыуҙан сыҡҡас нимә эшләй? (ҡоро ергә баҫа)
2).- Башҡорттарҙың милли аҙыҡтарын һана. -Бер имәндә өс ботаҡ, ботаҡ һайын өсәр алма.
Барыһы нисә алма? (Имәндә алма булмай)
-Һыу ҡайҙа ҡоро була? (География картаһында),
- Һыйыр ни өсөн ята? (Ултыра алмағанға)
- Бүрегенә сәпсек ҡунғанда ҡарауылсы ни эшләй? (Йоҡлай)
3) Ҡымыҙ ниндәй һөттән яһала? (Ғәҙәттә ат һөтөнән тип яңылыш әйтәләр)
-Батша кемгә баш эйә? (сәстарашҡа)
-Кәзә һыуҙа нисек сыға? (һыуланып)
-Ҡара бесәй ниндәй ишектән керә? (Асыҡ)
-Һигеҙ таяҡтың дүртәүһен һындырғас, нисә таяҡ ҡала? (12 таяҡ)
4).- Ниндәй шифалы үҫемлектәр беләһең? (Айыу көпшәһе, аҡ әрем, андыҙ, артыш, арыш, ат ҡуҙғалағы, балтырған, башлы һуған, ер еләге, шалфый, мәтрүшкә әрем, эт муйылы, юл япрағы, ҡайын һәм башҡалар).
-Биш алманы биш кешегә берәр алманан бүлегеҙ ҙә, береһе кәрзиндә ҡалһын. (Бер кешегә кәрзине менән бирәһең)
-Яҙ менән көҙ нимә менән тамамлана? (“Ҙ” өнөнә)
-Ҡайһы йылда кешеләр күберәк ашай? (Кәбисә йылында, 1көн артыҡ) високосный
-Күлдәкте икегә айырһаң нимә килеп сыға? (Күл һәм дәк)
5).- Иң күренекле ҡурайсылар? Бөтөн донъяға данлыҡлы ҡумыҙсыларыбыҙҙың исемдәрен атап әйтергә.(Ишмулла Дилмөхәмәтов,Ишморат Илбәков, Роберт Загретдинов, …)
- Һыуҙы иләктә тотоп буламы? ( Туңһа)
- Башҡортса Баба-яга кем була? (Мәскәй,убырлы ҡарсыҡ)
-Ямғыр яуғанда ҡуян ниндәй ҡыуаҡ аҫтында ултыра? (Һыу, еүеш)
- 1кг мамыҡ ауырмы, 1кг тимерме? (Тигеҙ) .
6). - Шүлгән мәмерйәһе ҡайһы районда? (Бөрйән районы)
- Ниндәй ат хайуан түгел? (Исем)
-Ниндәй һорауға “эйе” тип яуап биреп булмай? (“Йоҡлайһыңмы?”)
-Нимәне йомоҡ күҙ менән күреп була? (Төштө)
-Дәрес башында беҙ нимә ишетәбеҙ? (“Д” өнө)
10. Бәйге: “Кем нимәгә һәләтле?”тип атала был бәйге. Һәр берегеҙ үҙегеҙҙең һәләтегеҙҙе күрһәтергә тейеш. Йыр, бейеү, шиғыр яҙыу йә һөйләү, брейк-данц йәки шаҡ ҡатырғыс берәй һөнәрегеҙ барҙыр.Сәхнәгә иң һәләтлеләр сыға! Башлайбыҙ.
11. Бәйге: “Кем үҙенә күберәк һылыуҡайҙарҙы йыя?” тип атала уйын. Ә хәҙер жюри ағзалары еңеүселәрҙе билдәләгәнсе, уйын ойошторабыҙ: Үҙегеҙҙең янығыҙға бейеп, ҡыҙҙар йыйығыҙ. Музыка
А.Б.Әйҙәгеҙ ,ҡәҙерле дуҫтар!
Туҡтатабыҙ уйынды.
Хәҙер жюри һеҙгә әйтер
Иң беренсе урынды.
Жюри урындар билдәләп үтә.
Егеттәр! Һеҙгә лә әйтәһе теләктәребеҙ бар:
Был гүзәл ил өсөн,
Был ғәзиз ер өсөн
Батырҙар баштарын һалдылар.
Һеҙ илдә үҫһен тип,
Иҙелдә йөҙһөн тип
Мәңгегә сит ерҙә ҡалдылар.
Онотмағыҙ быны,
Күп йылдар үтһә лә,
Һулымаһын йөрәктә хисегеҙ.
Батырҙар шикелле,
Атайҙар шикелле
Ил яҡлар ир булып үҫегеҙ!
Алдан әҙерләнеү өсөн таратма карточкалар һәр егеткә бирелә
1. Бәйге: “үҙең менән таныштырыу
2. Бәйге: һөнәр күрһәтеү -ҡул эшенә оҫталыҡты тикшереү “Юҡтан бар яһау”бәйгеһе.
3. Бәйге: “Кем нимәгә һәләтле?”: үҙең нимәгә оҫтаһың?
Шиғыр бәйгеһе өсөн рифмалар карточкаларға алдан яҙыла:
1.гүзәлем- үҙәгем;
2.Йәнем – тәнем;
3.Яратам- таратам
Баһалау ҡағыҙы
Исем- шәрифе. | Уйын этаптары | Телмәр мәҙәниәте, тасуирлыҡ | Артислыҡ һәләте, башҡарыу оҫталығы | Рухи байлығы, белем төплөлөгө | Сәхнәлә үҙен иркен тотоу ы | Иҫкәрмә |
1 | | | | | | |
2 | | | | | | |
3 | | | | | | |
4 | | | | | | |
5 | | | | | | |
6 | | | | | | |
7 | | | | | | |
Жюри ағзаһы:
7