СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Башҡортостан республикаһының дәүләт теле булараҡ башҡорт теле

Нажмите, чтобы узнать подробности

Просмотр содержимого документа
«Башҡортостан республикаһының дәүләт теле булараҡ башҡорт теле»

Башҡортостан республикаһының дәүләт теле булараҡ башҡорт теленән эш программаһы (2-4)

Уҡыу предметын үҙләштереүҙең шәхси, предмет-ара (метапредмет) һәм предмет һөҙөмтәләре

Шәхси һөҙөмтәләре:

  • уҡыу процесында белем алыуға ҡарата яуаплылыҡ булдырыу;

  • үҙ аллы эш итеү, белем алыу процесына етди һәм яуаплы ҡарау;

  • үҙеңде илдең гражданы итеп тойоу;

  • тыуған ил, ер, тел төшөнсәләре тураһында аң-белем биреү;

  • һау-сәләмәт йәшәү рәүешен үҙләштереү;

  • телде (шул иҫәптән башҡорт телен) төп аралашыу сараһы булараҡ ҡабул итеү;

  • донъяны күп телле һәм мәҙәниәтле йәмғиәт булараҡ ҡабул итеү;

  • атай-әсәйгә, тиҫтерҙәренә, уҡытыусыларға, яҡындарына, мәктәп хеҙмәткәрҙәренә иғтибарлы һәм ихтирамлы булыу;

  • мәктәп йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына һаҡсыл булыу;

  • тыуған илде яратыу, ерҙе, телде һаҡлау;

  • башҡорт теле саралары ярҙамында (балалар фольклоры, балалар әҙәбиәтенең ҡайһы бер үрнәктәре) башҡорт халҡының тормошо менән танышыу;

  • тыуған ил, туған тел матурлығын, күркәмлеген тоя белеү, уларҙы һаҡлау;

  • кеше менән аралашыу этикетын үҙләштереү;

  • танып белеү һәм эмоциональ сфераларҙы үҫтереү;

  • башҡорт телен өйрәнеүгә мотивация булдырыу;

  • уҡытыу-методик комплектының төрлө компоненттары (дәреслек, аудиодиск, электрон дәреслек һ.б.) менән эшләргә өйрәнеү;

  • интернет ресурстар менән эш итеү.

Метапредмет һөҙөмтәләре:

  • төрлө формала бирелгән мәғлүмәтте таба белеү (тотош текст, иллюстрация, схема, таблица);

  • текстағы мәғлүмәттең бөтә төрҙәрен дә иҫәпкә алыу;

  • текстарҙы үҙләштереүҙә уҡыуҙың төрлө төрҙәрен файҙаланыу(тексты күҙ менән йүгертеп уҡыу,текстың йөкмәткеһен белеү өсөн аңлап уҡыу, мәғлүмәт табыу өсөн эҙләнеп уҡыу һ.б.);

  • һүҙлектәр, белешмә материал менән файҙалана белеү;

  • мәғлүмәтте бер форманан икенсе формаға үҙгәртә белеү.

  • уҡыу маҡсаттарына ярашлы танып белеү эшмәкәрлегенең башланғыс формаларын үҙләштереү: эште планлаштырырға, эшләнгән эште контролләргә, баһаларға өйрәнеү;

  • дәрестең темаһын һәм маҡсатын үҙ аллы әйтә белеү;

  • уҡытыусы менән берлектә уҡыу проблемаһын сисеүҙең планын төҙөү;

  • ҡуйылған маҡсатҡа өлгәшеү өсөн үҙенең эшмәкәрлегенә төҙәтмәләр индерә белеү;

  • уҡытыусы менән берлектә билдәләнгән баһалау критерийҙарына ярашлы үҙенең һәм иптәштәренең эшенә баһа биреү.

  • төрлө телмәр ситуацияларына ярашлы телдән һәм яҙма телмәр өлгөләре төҙөй белеү;

  • телмәрҙең диалогик һәм монологик формаларын яҡшы белеү;

  • башҡаларҙы ишетә һәм тыңлай белеү, уларҙың ҡараштарын аңларға тырышыу, кәрәк булғанда үҙеңдең ҡарашыңды үҙгәртә алыу;

  • дөйөм эшмәкәрлек барышында ҡарар ҡабул итә белеү.

Предмет һөҙөмтәләре:

  • йәштәштәре, ололар менән билдәле бер аралашыу сфераларында, ситуацияларҙа диалогик һәм монологик телмәр ҡора белеү;

  • тәҡдим ителгән ситуация буйынса һорауҙар бирә белеү;

  • уҡытыусының (йәки башҡаларҙың) һорауҙарына яуап бирә белеү, яуаптарҙы дөрөҫ интонация менән асыҡ, аңлайышлы итеп әйтеү, һөйләү;

  • уҡыусыларҙың ҡыҙыҡһыныуҙарына һәм йәш үҙенсәлектәренә тура килгән, өйрәнелгән тел материалы ингән аудиотекстарҙың йөкмәткеһен ишетеп аңлау;

  • дәрестә аралашыу барышында уҡытыусының, иптәштәренең уҡыу һәм уйын ситуациялары менән бәйле күрһәтмәләрен, үтенестәрен аңлау;

  • тыңлағанда һөйләм, һүҙбәйләнештәрҙе билдәләү, интонацияны айырыу;

  • логик баҫымдарҙы, һүҙ баҫымын дөрөҫ ҡуйып, тексты шыма, аңлы, дөрөҫ уҡыу;

  • таныш тел материалына ҡоролган ябай һәм ҙур булмаған текстарҙы аңлап уҡыу;

  • уҡыусыларҙың әҙерлек кимәленә һәм ҡыҙыҡһыныуҙарына ярашлы ҡыҫҡа текстарҙың төп йөкмәткеһен эстән уҡып аңлау;

  • текст буйынса иптәштәренә йәки уҡытыусыға һорауҙар биреү;

  • текстағы тыныш билдәләренә ҡарап, тейешле пауза һәм интонацияны һайлау;

  • таныш булмаған текстан тулы мәғлүмәт алыу өсөн эстән уҡыу техникаһына эйә булыу;

  • яҙыу техникаһына эйә булыу;

  • айырым һөйләмдәрҙе, бәләкәй текстарҙы үҙгәрешһеҙ, дөрөҫ итеп күсереп яҙыу;

  • әҙер өлгөгә таянып, ҡотлау яҙа белеү;

  • һорауҙарға яҙма яуаптар төҙөй белеү;

  • иптәшең яҙғанды һәм үҙ яҙмаларыңды тикшереп, камиллаштыра белеү;

  • башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен дөрөҫ әйтеү һәм ишетеү;

  • өйрәнелгән орфоэпик һәм орфографик ҡағиҙәләрҙе белеү;

  • телмәрҙә өйрәнелгән лексик һәм грамматик берәмектәрҙе таныу һәм ҡулланыу;

  • башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын, этикет ҡағиҙәләрен белеү;

  • балалар фольклоры, текст һәм төрлө мәғлүмәт аша башҡорт халҡының рухи ҡиммәттәрен үҙләштереү;

  • башҡорт һәм рус телдәрендәге тел күренештәрен сағыштыра белеү;

  • туған телдә булмаған грамматик күренештәрҙе таный белеү;

  • телде һиҙемләп аңлау нигеҙендә һүҙҙәрҙең мәғәнәһен таныу;

  • өйрәнелгән тематика эсендә телдән һәм яҙма телмәр өлгөләре төҙөгәндә өлгөнө файҙалана белеү;

  • белешмә материал, һүҙлектәр, компьютер һүҙлектәре менән файҙалана белеү;

  • рус теле дәрестәрендә текст менән эшләү тәжрибәһен башҡорт теле дәрестәрендә файҙалана белеү.


























Уҡыу предметының төп йөкмәткеһе

1-се сентябрь – Белем көнө.

Бөтә балалар өсөн ҙур байрам - 1 сентябрь, уҡыу, белем көнө. Мәктәп. Класташтар, дуҫтар, уҡыусылар тураһында һөйләшеүҙәр, әҫәрҙәр уҡыу. Яратҡан уҡытыусы. Башҡорт теленең өндәре һәм хәрефтәре (ҡабатлау). Темаға ҡараған һүҙ байлығын арттырыу.

Танышыу.

Башҡортостан – минең тыуған Республикам. Һин кем? Һинең исемең нисек? Һинең фамилияң нисек? Һиңә нисә йәш һорауҙарына яуап бирә белеү Иҫәнләшеү. Танышыу диалогы. Һин ҡайҙа йәшәйһең?, Һин ҡайҙан? һорауҙарына яуап биреү.. Кешенең тән өлөштәре атамаларын өйрәнеү. Башҡортостан сиволдары. Башҡорт теленең [ә], [ө], [ү], [һ], [ҙ], [ң], [ҡ], [ғ], [ҫ] өндәренең әйтелеше, яҙылыуы. Һорау интонацияһын үҙләштереү. Берҙән йөҙгә тиклем һанау.

Ғаилә.

Туғанлыҡты аңлатҡан һүҙҙәр. Был атамаларҙы үҙләштереү. Үҙе, ғаилә ағзалары, менән таныштырыу. Атай, әсәй тураһында һөйләргә өйрәнеү . Атаһы, әсәһе, туғандары, уларҙың эше, һөнәре, шөғөлдәре тураһында әңгәмә ҡороу, һөйләү. Аҙыҡ-түлек атамалары менән танышыу, башҡорт халыҡ аштары тураһында һөйләшеү. һорауына яуап бирергә өйрәнеү. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен үҙләштереүҙе дауам итеү. Ғаилә шәжәрәһе, уның әһәмиәте хаҡында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу Ололарҙың һәм балаларҙың хеҙмәте. Мин нимә яратам? Нимә эщләргә тейеш? Нимә менән? һорауҙарына яуап биреү. Сифат менән танышыу, телмәрҙә ҡулланыу.

Мәктәп.

Мәктәп, класс, уҡыу, уҡыу әсбаптары, балаларҙың мәктәптәге эштәре, мәктәптән һуңғы эштәре тураһында һүҙ алып барыу. Мин мәктәпкә йыйынам. Мин дәрестә. Мин дәрестә сыҡтым. Мәктәп, класс бүлмәләре, дәрестәр, кластағы уҡыусылар, уларҙың эштәре. Балаларҙың үҙҙәре уҡыған мәктәпте белеүе. Башҡортостан тураһында мәғлүмәт биреү. Класта дуҫлыҡ, берҙәмлек. Яратҡан шөғөл, көн тәртибе. Темаға ҡараған һүҙҙәрҙе өйрәнеү. Минеке, һинеке, уныҡы алмаштарын ҡулланыу. Янында,эргәһендә, эсендә, өҫтөндә, аҫтында һүҙҙәрен дөрөҫ ҡулланыу. Һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр төҙөү. Кемдеке? Ҡайҙа? Нимә эшләйем? Нимәһеҙ? Нисек? һорауҙарына яуап бирергә өйрәнеү.

Уйынсыҡтар.

Уйындар, уйынсыҡ исемдәре менән таныштырыу, шул һүҙҙәр менән һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр төҙөү. Төҫтәр. Ҡышҡы уйындар. Мин уйнарға яратам. Мин уйнарға сығам. Мин уйнарға сыҡтым. Яратҡан уйынсыҡ тураһында һөйләргә өйрәнеү. Уйынсыҡтар магазинында. Нимәләр? Миңә нимә кәрәк? Нисәнсе? Нимә эшләйбеҙ? һорауҙарына яуап бирергә өйрәнеү. Һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр төҙөү.

Кескәй дуҫтарым. Мин тәбиғәтте яратам.

Башҡортостанда үҫкән үҫемлектәр, дарыу үләндәре, ағастар, бөжәктәр, ҡоштар, йәнлектәр. Кескәй дуҫтар. Йорт хайуандары. Йорт ҡоштары. Яратҡан йорт хайуаны тураһында һөйләргә өйрәнеү. Ҡырағай хайуандар, ҡоштар исемдәренең аңлатмаларын үҙләштереү. Ҡайҙа? һорауына яуап бирергә өйрәнеү. Һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр төҙөү. Нимә ул тәбиғәт. Нимәләр? Нимә эшләйҙәр? һорауына яуап биреү.

Мин һөнәр һайлайым.

Һөнәр атамалары, яҡын һәм таныш кешеләрҙең шөғөл-һөнәрҙәре. Уҡыу күнекмәләрен үҫтереү. Кем ҡайҙа эшләй? һорауына яуап биреү. Булып эшләй һүҙбәйләнешен ҡулланыу. –сы, -се ялғауҙарын ҡулланыу. Һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр төҙөү.

Минең гардеробым.

Кейем- һалым атамалары. Мәктәп формаһы ниндәй була. Кейемде һаҡлап, ҡәҙерләп тотоу, һәр береһен үҙ урынына ҡуйыу. Ниндәй? һорауына яуап биреү. Һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр төҙөү.

Минең тыуған көнөм.

Тыуған көн. Тыуған көн менән ҡотларға өйрәнеү, открытка яҙыу. Теләктәр. Ниндәй бүләк алырға теләйһең? Ҡасан? һорауҙарына яуап биреү. Һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр төҙөү.

Мин сәйәхәтсе.

Сәйәхәт, уның кешегә файҙаһы, әһәмиәте, сәйәхәт урындары. Юл ҡағиҙәләре, юл билдәләре. Нимә менән? Нисек? һорауҙарына яуап биреү. Һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр төҙөү.


Йыл миҙгелдәре, һауа торошо.

Башҡортостанда, үҙебеҙ йәшәгән төйәктә көҙ, ҡыш, яҙ, йәй миҙгелдәре, уларҙың билдәләре. Тәбиғәттең төрлө күренештәре. Миҙгелдәргә ярашлы йәнлектәр, бөжәктәр, үҫемлектәр тормошо тураһында һөйләшеүҙәр, әҫәрҙәр уҡыу. Көн торошона бәйле һүҙҙәрҙе дөрөҫ ҡулланыу, телмәр күнекмәләрен үҫтереү. Яратҡан миҙгел тураһында һөйләргә өйрәнеү. Миҙгелдәргә ярашлы балаларҙың эштәре, уйындары тураһында һөйләшеүҙәр, әҫәрҙәр уҡыу, мәҡәлдәр, һынамыштар менән танышыу. Көн торошона бәйле һүҙҙәрҙе дөрөҫ ҡулланыу, телмәр күнекмәләрен үҫтереү. Нимә? нимә эшләй? Нисек? Нирәүешле? һорауҙарына яуап биреү. Рәүештәр менән танышыу. Һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр төҙөү.

Үҙем йәшәгән ер тураһында һөйләйем.

Башҡортостандың бай тәбиғәте. Тәбиғәттәге предметтарҙың исемдәре, уларға ҡыҫҡаса характеристика биреү. Йылғалар, күлдәр, шишмәләр.Тауҙар һәм урмандар. Мәмерйәләр. Башҡортостан, Өфө тураһында һөйләшеү. Башҡортостан ҡалалары, райондары. Тыуған ҡала тураһында һөйләргә өйрәнеү, уның тураһында презентация эшләргә өйрәнеү. Ауыл һәм ҡала тормошо. Алмаштар, һан менән танышыу, уларҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу. Төп һәм рәт һандарын дөрөҫ ғулланыу. Һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр төҙөү.

Төрлө хәлдәр тураһында һөйләшәбеҙ.

Тормоштағы төрлө хәлдәр булыуы тураһында һөйләшеү. Һин нимә тураһында хыялланаһың? һорауына яуап бирергә өйрәнеү. Кумир менән таныштырырға өйрәнеү, презентация эшләргә өйрәнеү. Ҡылым, уның һөйләмдәге урыны. Ҡылымдың барлыҡ һәм юҡлыҡ формаларын таныу, телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу. Һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр төҙөү.

Һатып алырға өйрәнәм.

Аҙыҡ-түлек атамаларын үҙләштереү. Аҙыҡ-түлек магазинында. Кейем магазинында. Мин бүләк һайлайым. Һатып алыу этикетын үҙләштереү. Диалогтар төҙөргә өйрәнеү. Ҡылым. Ҡылымды телмәрҙә дөрөҫ ҡулланырға өйрәнеү. Һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр төҙөү.

Йомғаҡлау, ҡабатлау.

Үтелгән материалды активлаштырыу, ҡабатлау, нығытыу. Тел һәм телмәр күнекмәләрен үҫтереү.





























Тематик планлаштырыу



Бүлек

Кластар

2

3

4

Беренсе сентябрь-Белем көнө



5

Танышыу

5

5


Ғаилә

5

4

4

Мәктәп

9

6


Уйынсыҡтар

8



Мин тәбиғәтте яратам

5

6


Мин һөнәр һайлайым


2


Минең гардеробым


2


Минең тыуған көнөм


2


Мин сәйәхәтсе


2


Йыл миҙгелдәре, һауа торошо


4

7

Һатып алырға өйрәнәм



6

Үҙем йәшәгән ер тураһында һөйләйем



8

Төрлө хәлдәр тураһында һөйләшәбеҙ



3

Йомғаҡлау, ҡабатлау

2

1

1


34

34

34






































4