СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Башҡорт телен уҡытыуҙағы проблемалар

Нажмите, чтобы узнать подробности

Башҡорт телен уҡытыуҙа күтәрелгән проблемалар тураһындағы сығыш.

Просмотр содержимого документа
«Башҡорт телен уҡытыуҙағы проблемалар»

“Бөгөнгө һынылыш шарттарында мәғрифәтебеҙҙең,мәҙәниәтебеҙҙең һәм әҙәбиәтебеҙҙең киләсәктә йәшәй алыуына һуңғы шанс бирелә:беҙ яңы сифатлы үҫеш юлына баҫып,ышаныслы аҙымдар менән алға китә алабыҙ йәки бөтөнләй һүнеп ҡалабыҙ. Уртаса ғына,быҫҡып яныу мөмкинселеге булмаясаҡ. Киләсәк тормош ҡанундары,шарттары һәм ҡағиҙәләре быҫҡып яныусы күренештәрҙе һүндереп тапап,ситкә ырғытыуға йүнәлтелгән” –тип яҙа иҡтисад фәндәре докторы,профессор Х.Ә.Барлыбаев. Был һүҙҙәр менән килешмәү мөмкин түгел! Беҙ,бөгөнгө ҡатмарлы заманала,мәғрифәттең дә.мәҙәниәттең дә,әҙәбиәттең дә туранан-тура башҡорт теле менән тығыҙ,айырылғыһыҙ бәйле булыуын бер генә минутҡа ла оноторға тейеш түгелбеҙ. Яңы сифатлы үҫеш юлында килеп тыуған проблемаларҙы бергәләп хәл итеү өсөн бөгөнгө конференцияға йыйылдыҡ.

Үҙенең йәшәү дәүерендә Республикабыҙҙың аҫаба халҡы булған,республикаға исем биргән милләт теленең яҙмышы инде нисәнсе тапҡыр ҡатмарлы һынауҙарға дусар булды.Мәғариф министрлығы,йәмәғәтселек, ата-әсәләр,айырыуса башҡорт теле уҡытыусылары өсөн быйылғы уҡыу йылы “иң иҫтәлеклеһе” булыр ахырыһы. Яңы уҡыу йылын Республика белем биреү усаҡтарында башҡорт телен туған һәм дәүләт теле булараҡ уҡытыуҙы ҙур ҡаршылыҡтар,билдәһеҙлектәр менән башлап ебәрҙек.

Мәғариф өлкәһенә туранан-тура ҡағылышлы булған яңы сифатлы үҫеш юлына бынан ун бер йыл элек үк аяҡ баҫһаҡ та, бик һүлпән аҙымдар менән алға барҙыҡ. Белеүебеҙсә 2007 йылда (309-сы Федераль закон ) Федераль дәүләт белем биреү стандарттары индерелде, әммә региональ белем биреү системаһының яңы үҙгәрештәргә етерлек кимәлдә әҙер булмауы милли мәғариф системаһында эшләүселәр алдында ҙур проблемалар тыуҙырҙы.Уйлап ҡараһаң,бер тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт үткән,ә хәл ителмәгән мәсьәләләр артҡандан арта бара түгелме? .Инде ярты уҡыу йылы ла тамамланды кеүек,ә борсолоулы уйҙар әле булһа ла күңелгә тынғылыҡ бирмәй.

20017-20018 яңы уҡыу йылында мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу буйынса ҙур һәм шул уҡ ваҡытта уйланылып бөтмәгән үҙгәрештәр индерелде. Үҙгәрештәр уҡытыу процесында түбәндәге проблемаларҙы килтереп тыуҙырҙы :ғаризалар нигеҙендә туған телде өйрәнеү, федераль исемлеккә индерелгән уҡытыу – методика комплекттарының (дәреслектәрҙең) ярты уҡыу йылы бөткәнсе тиерлек булмауы,дәрестәрҙең һаны кәмеүе, яңы үҙгәрештәргә мәктәп етәкселәренең ,уҡытыусылырҙың әҙер булмауы...Шулар араһында иң аяныслыһы,хафаға һалғаны –ғаризалар нигеҙендә туған телеңде өйрәнеү!

.Йошкар-Олала уҙған Дәүләт советы ултырышында ил башлығы В.Путин үҙенең сығышында милли,этномәҙәни белем биреү,рус һәм туған телдәрҙе һаҡлау мәсьәләләре буйынса үҙ фекерен белдергәндә:”...Барыһы ла туған телен өйрәнергә хоҡуҡлы...”- тип әйтһә лә, аҙағында :”...Ата-әсәләрҙең ҡарамағында...”- тигән һүҙҙәр күптәребеҙгә көслөрәк тәъҫир итте күрәһең.Һөҙөмтәлә ,белем усаҡтарында башҡорт телен туған һәм дәүләт теле булараҡ өйрәнергә теләүселәр һаны ҡырҡа кәмене.

Күпселек ата-әсәләр балаларының Берҙәм дәүләт имтихандарын биреүен күҙ уңында тотоп,башҡорт булыуҙарына ҡарамаҫтан, туған рус теле дәрестәрен һайланылар.Сәбәптәрен дә аңларға мөмкин: балаһының киләсәген ҡайғырта.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ата-әсәләр араһында инде күп йылдар, башҡорт телендә уҡыған бала юғары уҡыу йортона инә алмай,тигән хата фекер йәшәп килә.Улар араһында аңлатыу эштәре лә тейешле кимәлдә алып барылмай,атап әйткәндә,барыбыҙҙың да был тәңгәлдә эшебеҙ бик һүлпән бара.

Яңы талаптар буйынса,ата-әсәнең яҙған ғариҙаһы нигеҙендә генә бала туған телен өйрәнергә хоҡуҡлы.Тимәк,баланың теләге икенсе планда? “Бала саҡты,әсәйлекте,атайлыҡты һаҡлау тураһындағы “ Законда (“Закон об охране детства,материнства,отцовства”) баланың, мәҫәлән,һулар саф һауаға,эсәр таҙа һыуға,яҡшы,сифатлы туҡланыуға бөтә хоҡуҡтары барлығы һыҙыҡ өҫтөнә алына,ә туған телен өйрәнергә тулы хоҡуғы барлығы һәм ата- әсәләрҙең балаһына туған телен өйрәтеү өсөн бөтә шарттар тыуҙырырға тейеш тигән бурыстары тураһында телгә лә алынмаған. Бөгөнгө көндә беҙ һулар саф һауаға,эсәр таҙа һыуға ни тиклем мохтаж булһаҡ,туған телебеҙ ҙә шул дәрәжәлә беҙҙән яҡлау,ҡурсалау,һаҡлау көтә! Тимәк,иң тәүге сиратта киң йәмәғәтселектә башҡорт телен туған һәм дәүләт теле булараҡ өйрәнеүҙең, туған телдә белем алыуҙың ни тиклем әһәмиәтле булыуын пропагандалау һәм шул юҫыҡта телде ҡурсалаусы Закондар ҡабул итеү – беҙҙең изге бурысыбыҙ Башҡортостан Республикаһының тел тураһындағы Законы башҡортҡа зыян килтерергә тейеш түгел!

Икенсе актуаль проблема ул – дәреслектәр.Беребеҙгә лә сер түгел:бөгөн мәктәптәрҙә башҡорт телен туған һәм дәүләт теле булараҡ уҡытыу өсөн федераль исемлеккә ингән дәреслектәр етерлек кимәлдә юҡ Булғандары ла ярты уҡыу йылы тамаланыр алдынан ғына мәктәптәргә таратылды.. Элеккеләре менән уҡытыр инек,федераль исемлектә юҡ икән,тимәк, ул дәреслек түгел, тип киҫәттеләр.Сетерекле хәл килеп тыуҙы:эш бар,тотоп эшләргә,эшләтергә “ҡорал” юҡ! Ирекһеҙҙән, барыбыҙға ла киң билдәле булған башҡорт халыҡ йыры “Аҙамат” иҫкә төшә һәм уның юлдарын бер аҙ үҙгәртһәк, шулайыраҡ яңғырар ине :” Ҡайҙа ғына бармай,ниҙәр күрмәй,башҡорт теле уҡытыусылары...” Ваҡытлыса килеп тыуған ауырлыҡтар алдында ҡаушап ҡалмай, ең һыҙғанып эшләһәк,барыһын да булдырырбыҙ: беҙ бит көслө халыҡ балалары!

Өсөнсө етди проблема – дәрестәрҙең һаны ҡырҡа кәмеүе. Башҡорт телен туған һәм дәүләт теле булараҡ аҙнаһына берәр сәғәт кенә уҡытып,башҡорт теленең бөтә нескәлектәрен,байлығын балаларға биреп бөтөп була микән? Рухи тәрбиә йәһәтенән дә туған телдең роле әйтеп бөтөргөһөҙ: ҡаршылыҡтар менән тулы хәҙерге заманда бигерәк тә рухлы быуын үҫтереүгә иғтибар итеү мөһим.Ғалимдар билдәләүенсә,цивилизациялы илдәрҙә туған телде өйрәнеү, шул телдә һөйләшә,яҙа белеү – баланың киләсәктә уңышҡа ирешеүенә булышлыҡ итеүсе төп фактор булып тора.Алға киткән илдәр был юҫыҡта күптән хәстәрлек күргәндәр:мәҫәлән, Англияла,Францияла,Японияла,АҠШ-та башланғыс синыфтарҙың уҡытыу планында сәғәттәр һаны буйынса өҫтөнлөктө туған тел ала.Германияла туған телде өйрәнеү уҡыу ваҡытының 50% алһа, Англияла туған инглиҙ телен өйрәнеүгә 40 % яҡын ваҡыт сарыф ителә. Шундай уҡ тенденция рус мәктәптәрендә лә күҙәтелә, ә проблема РФ субьекттарына килеп ҡағылһа,бөтөнләй икенсе төҫ ала.

Сәғәттәр һанына килгәндә,теге йәки был предметты уҡытыуға бүленгән сәғәттәр белем биреү ойошмаһы автономияһы ҡарамағына ҡарай,тип яуап бирҙеләр, йәки мәктәптәр сәғәттәрҙе үҙҙәре бүлә.Дәүләт кимәлендә туған телебеҙ яҡлаулы булмағас,урындығы етәкселәрҙән әллә ни күпте өмөт итеп булмай.Ярай ҙа ул мәктәп етәксеһе илем,халҡым,туған телем тип янған көслө рухлы шәхес булһа! Ҡыҫҡаһы, бында ла уйланаһы,эшләйһе эштәр байтаҡ әле.

Дүртенсе проблема –етәкселәрҙең,башҡорт теле уҡытыусыларының башҡорт телен уҡытыу буйынса килеп тыуған проблемаларға алдан әҙер булмауы.Бында бары бер фекер уяна:был проблемалар бер көндө, йәғни август кәңәшмәләре алдынан ғына килеп тыумаған бит,ә өйөлә килә,өйөлә килә,ҙур бер ташҡын булып йырып сыҡты күрәһең.Үрҙә әйтелгән проблемаларҙы хәл итеү юлының башын шулай күрәм: башҡорт теленә дәүләт яҡлауы булһа,уҡытыу сифатын да күтәреп буласаҡ.Халҡымда тос һәм берәгәйле әйтелгән матур мәҡәлдәр бар: “Күмәкләгән яу ҡайтарған”,”Теле барҙың иле бар”, Иманым камил: беҙ күмәкләп,туған телебеҙҙе яҡлап,илебеҙҙе һаҡлап ҡалырбыҙ!