СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Эссе "Вечный Мустай"

Нажмите, чтобы узнать подробности

Эссе посвящено народному поэту Башкортостана Мустаю Кариму

Просмотр содержимого документа
«Эссе "Вечный Мустай"»



Мәңгелек Мостай (эссе).

(Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыллығына ҡарата)

Тәбиғәттә шундай миҙгел бар:

Ел тынғас та, япраҡ тирбәлә,

Ҡояш бата тауҙар артына,

Нуры бүленеп ҡала түбәлә.

Тәбиғәттең шундай миҙгелен

Күрһә ине минең йылдарым:

Мин киткәндә, берәй быуатҡа

Бүленеп ҡалһа ине йырҙарым.

(Мостай Кәрим)

Ғүмер көҙө... Ни эшләптер, ошо һүҙбәйләнеш күңелемә кереп ояланы. Ғүмер көҙө... Иҫ киткес матур йыл миҙгелен күҙ уңында тотоп, кешенең Ерҙә йәшәгән осороноң иң емешле, аҡыл, зиһен туплаған өлөшөнә ҡарата әйтелә бит был һүҙҙәр. Үҙем дә һиҙмәҫтән, Мостай Кәримде, уның олпат һынын, һынсыл аҡыллы ҡарашын күҙ алдына килтерәм. Мостайҙы бит беҙгә көҙ миҙгеле бирҙе, көҙ миҙгеле алып та китте. Шуғалыр ҙа сағыу, бер аҙ моңһоу, иҫ киткес тәрән мәғәнәле, фәлсәфәлелер уның ижады.

Мостай Кәрим һәм Башҡортостаным, ғәзиз тыуған илем! Башҡортостанды Мостайһыҙ күҙ алдына килтереүе ҡыйын, ә Мостайҙы – Башҡортостанһыҙ. Ни тиклем бай тарихлы, иҫ киткес шәхестәргә эйә булған Башҡортостаныбыҙҙың Мостайы булмаһа, бер өлөшө китек булыр ине.

Мостай булмаһа, беҙ кескәй генә Келәш ауылы барлығын да белмәҫ инек.

Мостай булмаһа, «бәхетле булһа ла, бәхетһеҙ булһа ла, беҙҙең бала сағыбыҙ оҙон – оҙаҡ йылдар буйынса артыбыҙҙан эйәреп килә» икәнен иҫбатлап, «Оҙон - оҙаҡ бала саҡ» повесын уҡымаҫ инек.

Мостай булмаһа, өй йәменә әүерелгән һөйкөмлө Оксана, аҡыллы, сабыр Йәмил менән танышмаған булыр инек.

Мостай булмаһа, Мәрәһим менән Аҡйондоҙ, Любомир менән Мария – Тереза, Мостафа менән Рауза араһындағы саф мөхәббәт, тоғролоҡ хистәрен күҙәтмәгән булыр инек.

Ғөмүмән, Мостай булмаһа, кешелектең мәңгелек төшөнсәләре – изгелек һәм яуызлыҡ, дуҫлыҡ һәм хыянат, мөхәббәт һәм нәфрәтте – бар тәрәнлегендә аңламаҫ инек, йөрәгебеҙ аша үткәреп, аҡылыбыҙ менән кисермәҫ инек.

Сираттағы көҙ миҙгеле ер өҫтөнә һары ябыуын япты, ағастарҙы төрлө төҫкә мансып, ҡояш нурҙарын тоноҡландыра төштө. Сираттағы Мостай көҙө... Йыл артынан йыл, быуат артынан быуат ҡабатланыр. Йыл һайын Башҡортостаныбыҙға көҙҙәр килер. Көҙҙәр менән бергә Мостай килер. Мәңгелектең үҙе булып, башҡорт әҙәбиәтенә һәйкәл булып, халҡымдың иманы, аҡылы, выжданы булып, тағы һәм тағы килер...