Башҡортостан республикаһының мәғәриф министерствоһы
Бөрйән районы муниципаль районының
Муниципаль белем биреү бюджет учреждениеһы Аҫҡар урта белем биреү мәктәбенең Брәтәк филиалы
Фәнни-ғилми эҙләнеү эше.
Тема:Ҡоштар-беҙҙең ҡанатлы дуҫтар
Эшләне: Йәғәфәрова Айгөл Дауыт ҡыҙы
Етәксеһе: Әхмәҙуллина Гөлназ Сәлих ҡыҙы
Брәтәк-2021
Гипотеза- әгәр ҡышлаусы ҡоштарға,һалҡын ҡышты ,юғалтыуһыҙ ғына үткәреп ебәрергә,һәр кем ярҙам итһә,ҡоштарҙың һаны һәм төрҙәре кәмемәҫ ине.
Маҡсат.
1. Беҙҙең яҡтың ҡышлаусы ҡоштары тураһындағы белемен тәрәнәйтеү, уларҙың көнкүрешенә, йәшәү үҙенсәлегенә иғтибар итеү.
2. Ҡоштарға һаҡсыл ҡараш, тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләү.
3. Ҡышлаусы ҡоштарға ҡышҡы һыуыҡтарҙы, еңел үткәреп ебәрергә ярҙам итеү.
Тикшернеү эшенең бурыстары:
-Ҡоштарҙың төрҙәрен һәм уларҙың туҡланыу рәүешен өйрәнеү.
-Брәтәк ауылы эргәһендә, ниндәй ҡоштар бар икәнен белергә.
-Беҙҙең ауылда ниндәй ҡышлаусы ҡоштар ҡышларғаҡала икәнен асыҡларға.
-Мәктәптә һорауламалар үткәрергә,нисек уҡыусылар ҡоштарға ярҙам итәләр икәнен ,белеү маҡсаты менән.
-Ниндәй тағараҡтар ҡоштарға оҡшай икәнен белергә.
-Тағараҡтар эшләргә.
Ҡош - ул ер йөҙөндәге иң изге йән эйәһе. Сөнки ҡоштар беҙҙең тормошобоҙҙоң йәме һәм тәбиғәтебеҙҙең матур бер күренеше. Элек-электән кешеләр ҡоштар донъяһы менән ҡыҙыҡһынған. Улар һымаҡ бейектә осорға, моңло итеп йырларға хыялланған. Шуға ла халыҡ араһында оҫта йырсыны – һандуғас, ҡыйыу көрәшсене – бөркөт, һылыу ҡыҙҙарҙы – ҡарлуғастар менән тиңләйҙәр, хатта һөйгән йәрҙәренә күптәр аҡҡошом тип өндәшәләр.
Ҡоштарҙың да төрлөләре була: бәләкәйе – ҙуры, оҙон суҡышлы – бәләкәй суҡышлы, төрлө төҫлө, төрлө тауышлы һ.б. Беҙҙең яҡта тумыртҡалар, турғайҙар, сыйырсыҡтар, һандуғастар, һайыҫҡандар, ҡарсығалар һәм бөркөттәр бик йыш осрайҙар. Һәр ҡоштоң үҙ үҙенсәлектәре, яҡшы сифаттары бар. Ҡоштарҙың һәммәһе лә тәбиғәткә бик ҙур йоғонто яһай. Шулай уҡ беҙҙең үҙебеҙҙең дә бер көнөбөҙҙө лә ҡоштарһыҙ күҙ алдына килтереүе ауыр. Йыл һайын беҙ уларҙың йылы яҡтарҙан ҡышлап ҡайтыуҙарын һағынып көтөп алабыҙ. Ә уларҙың һайрауы беҙҙең күңелдәрҙә мәңге тынмаҫ матур моң булып ағыла. Һәр саҡ тиерлек ҡоштар беҙгә бик ныҡ ярҙам итә. Шулай ҙа кешенән дә ҡоштар зыян күрә. Осоп йөрөп тирә-яҡты күҙәтә, тыңлай, һоҡлана.
Ҡоштар тәбиғәтте матурлап ғына ҡалмай, кешеләргә лә ҙур файҙа килтерә. Әгәр ҙә беҙ илебеҙҙәге бөжәк ашаусы ҡоштарҙы: тумыртҡаларҙы, сыйырсыҡтарҙы, ҡарабаш турғайҙарҙы һаҡлаһаҡ, урман һәм баҡсаларыбыҙ ҡоротҡос бөжәктәрҙән зарар күрмәҫ ине. Мәҫәлән, ябалаҡ йылына 1000 кимереүсене юҡ итә. Әгәр һәр сысҡан , йылына 1кг бөртөклө культура ашай тип иҫәпләһәк, ул ваҡытта бер ябалаҡ бер йылда 1 т. икмәкте һаҡлап ҡала тигән һүҙ.Ә кәкүк һуң.. ул йәй көнө сәғәтенә 100 бөжәк ашай.
Ағасҡа ҡарағыҙ әле! Унда туҡ-туҡ тумыртҡа үҙенең эшен башҡара. Ағастың олоно бал ҡорто кәрәҙенә оҡшап тора. Бер-береһенә тығыҙ булып тишектәр урынлашҡан. Ситтән ҡараһаң эре калибрлы пулемет менән патрондарҙы йәлләмәй атҡандармы ни! Тумыртҡаларҙың төрҙәре бик күп ул, ә улар араһында һарыбаш тумыртҡа Башҡортостандың “Ҡыҙыл китабына” ингән.
Ҡоштарҙы һаҡлау өсөн беҙҙең илдә һәр йыл һайын 1927 йылдан алып 1 апрель көнөн ҡоштар көнө тип билдәләйҙәр. Был көндө һәр Кеше ҡулынан килгәнсә ҡоштарға изгелек эшләргә тейеш.
Ҡоштарҙың миграцияһы тип ҡоштарҙың миҙгелгә ҡарап йәшәү мөхиттәрендәге климат шарттарының үҙгәреүенә, оя ҡора торған биләмәләрендәге үҙенсәлектәргә (аҙыҡ мәсъәләһе, асыҡ һыу ятҡылыҡтарына бәйлелек һәм башҡалар) бәйле күсеп йөрөүҙәрен атайҙар.Бындай ҡылыҡтарына осоуға һәләтлелектәре, ҡаршылыҡтарҙы еңә алыуҙа күп кенә өҫтөнлөктәре булышлыҡ итә.
Күсеп йөрөүсе ҡоштар
Был ваҡытта башҡа ҡоштар, бәләкәйерәк туптарға йыйылып, аҡрынлап көньяҡҡа күсеп китә. Мәҫәлән, ала ҡарғалар ҡар аҙ яуған йәки еләктәргә һәм башҡа аҙыҡҡа бай райондарҙы эҙләп оса. Уларҙың даими ҡышлау урындары булмай.
Күсер ҡоштар
Күсер ҡоштар көҙөн һалҡын һәм уртаса климатлы өлкәләрҙән бөтөнләй осоп китеп, ҡышты үткәреү өсөн йылы илдәргә йүнәлә. Был төркөмгә бөжәк ашаусы йәки төп туҡланыу урыны һыу ятҡылыҡтары булған ҡоштар инә.
Улар йөҙәрләп һәм меңәрләп тупҡа йыйылып: берәүҙәре — көндөҙ, икенселәре төнөн оса. Юлда ҡоштар туҡлана, ял итә һәм үҙҙәре ғәҙәтләнгән даими ҡышлау урынына барып еткәнсе оса.
Күсер ҡоштарҙың бер өлөшө бала сығарған райондарынан көҙ аҙағында осоп китә. Күп кенә өйрәк һәм аҡҡоштарҙың осоп китеүе уларҙың төп туҡланыу урыны булған һыу ятҡылыҡтарының туңыуына бәйле. Шул арҡала, тыуған яҡтарында туҡланыр аҙыҡ бөткәс, йылы яҡтарға осалар.
Башҡа күсер ҡоштар, мәҫәлән, һандуғастар, һарығоштар, ҡарлуғастар, керәшәләр, оялаған ерҙәрендә һауаның йылы тороуына һәм аҙыҡтың етерлек булыуына ҡарамаҫтан, ҡышлау урындарына йәй аҙағында уҡ осоп китә.
Ҡышлау урындарына барғанда ла, яҙын тыуған ерҙәрендә бала сығарыу өсөн кире әйләнеп ҡайтҡанда ла, ҡоштар һәр йылда ла бер үк юл буйлап оса.
Ултыраҡ ҡоштар
Ултыраҡ ҡоштар йыл әйләнәһенә бер урында йәшәй. Йәй аҙағында уларҙың ҡайһы берҙәре ҡышҡа бәләкәй генә аҙыҡ запасы әҙерләй. Суҡтурғайҙар кедр һәм имән сәтләүектәрен ерҙәге соҡорҙарға һәм мүк араһына йәки ағас ҡыуыштарына йәшерә.
Ҡарабаш турғайҙар һәм шыуышҡаҡ турғайҙар ҡышҡа орлоҡтар һәм бөжәктәр йыя. Уларҙы ағас ҡабығындағы ярыҡтарға һәм ботаҡтарҙағы лишайниктар араһына тығып ҡуя.
Аҙыҡ бөтә ерҙә лә аҙ булған ҡыш һәм яҙ көндәрендә улар ошо запас аҙыҡ менән туҡлана.
Практик эш
Ҡышҡы күҙәтеүҙәр
Урман буйы тып-тын ҡалған , тимә,
Ҡолаҡ һалып, дуҫым, уҙ ғына;
Уның йыры үткән миҙгелдәрҙән
Яңыһына күсеп һуҙыла.
Урман бүре кеүек олой,
Түҙә алмай ҡаты һыуыҡҡа;
Һайыҫҡандай шыҡырыҡлап ҡуя
Ауған ағас, көслө ел һуҡһа.
Ҡыш, бигерәк тә февраль айы ҡоштар өсөн ауыр ваҡыт. Уларҙың күбеһе ошо осорҙа аҙыҡ етмәүҙән йонсойҙар , үләләр .
Етмәһә 2020 йылдың июнь айының тәүге көндәрендә, хатта 14-се июндә ҡоштар емештәрен яратып ашаған мышар,балан ҡыуаҡтары сәскә атҡанда төнөн -5 С, һыуыҡтар булыу сәбәпле емештәре булманы.Аҙыҡ эҙләп кеше йәшәгән урындарға: йорт турғайҙары, ҡарабаш, һайыҫҡан, ҡыҙылтүш, күгәрсен һәм башҡа ҡышлаусы ҡоштар яҡынлайҙар.
Шуға күрә ,ҡоштарға ярҙам итеп,күп итеп тағараҡтар эшләп элдек.Тағараҡтар өсөн ҡул аҫтындағы бәләкәй йәшниктәрҙе,һөт һауыттарын,пластик шешәләрҙе ҡулландыҡ.Кемдер өй эргәһендәге баҡсаға,кемдер ауыл эсендәге һәм ауыл ситендәге ағастарға элде.
Туп-туп булып,ризыҡ –ем сүпләргә
Һарылғандар ана сағанға.
Хайран итеп торам шул сағанды,
Алмағасҡа оҡшап ҡалғанға.
Ҡарабаш,шыуышҡаҡ турғай һәм хатта тумыртҡалар өсөн бындай тағараҡтар оҡшаны.Уларҙы елгә бәүелеп торған ашхана ҡурҡытмай икән.
Сөнки быйыл февраль айында ел,бурандар йыш булды.Ҡышлаусы ҡоштар тағараҡтағы емдәрҙе белеп ҡалғас,көн дә килеп,тикшереп китер булдылар.
Турғайҙар,күгәрсендәр өй тирәһендә лә аҙыҡ табалар,һайланып тормайҙар.Ә бына ҡарабаш турғайҙары көнбағыш,киндер ,ҡарбуз һәм ҡабаҡ орлоҡтарын ярата.Һоло һәм икмәк валсығы ла бара.Ашауҙарына еңел булһын өсөн ҡайһы ваҡыт орлоҡтарҙы ла онтап һалдыҡ.Турғайҙар туң майҙы яраттылар.Туң майҙы ағас ботаҡтарына бәйләп ҡуйҙыҡ.Күп кенә ҡышлаусы ҡоштар ҡый үләндәренең орлоҡтарыняратып ашайҙар.Ҡыҙылтүш турғайҙар кесерткән,ат ҡуҙғалағының орлоҡтарын яратып ашайҙар ,тип уҡығас,кесерткәндекен элдем.
Февралдә көндәр йылы һәм һыуыҡ көндәр аралашып торҙо:-5,-10,-
26,-35С билдәләнде.11 –нән алып февраль аҙағына тиклем бурандар булды,ҡар күп яуҙы.Йыш ҡына һоро турғайҙарға ҡарап һауа торошон билдәләргә мөмкин:әгәр уларҙың,йөндәре йыйнаҡ ,шыма икән,көн йылы,әгәр –ҡабарышып ултыралар икән,тимәк көн һыуытасаҡ.
Март, апрель айында ла ҡар бөтмәү сәбәпле,ҡоштарға аҙыҡ табыуы еңел түгел,шуға күрә ҡоштарҙы,йәшел үләнгә баҫҡансы тағараҡтарын ем һалып тораҙом.
Йомғаҡлау
Ҡоштар донъяһы тәбиғәт менән куҙгә куренмәгән еп менән бәйләнгән, уларҙы береһен генә өҙһәң дә, тәбиғәттәге гармония ҡыйрала, көтөлмәгән һөҙөмтәгә килтерә. Кешене ҡоштар донъяһына уйламайса ҡыҫылыуы ни тиклем зыянлы булыуына бер фәһемле миҫал килтерергә мөмкин.Элек Ҡытайҙа үткән быуатта турғайҙарҙы бөтөрөргә ауһыҙ һуғыш асалар,һәр бер үлтерелгән ҡош өсөн бүләк биргәндәр.Һөҙөмтәһе бик аяныслы тамамлана:иген уңыштары кәмей.Күпләп ҡоротҡостар күбәйә.Нишләргә белмәгән ҡытайҙар турғайҙарҙы сит элдән һатып алырға мәжбүр булалар. Мәҫәлән бер пары ғына ҡоштарҙың йыл әйләнәһенә 3600 яҡын бөжәктәрҙе юҡ итә.Ҡоштар килтергән файҙаны иһә һанап бөткөһөҙ.
Ҡоштар беҙҙең дуҫтар.Һаҡлайыҡ һәм яҡлайыҡ.!
Ҡәҙерле дуҫтар, ҡош ояларын туҙҙырмайыҡ һәм уларҙы ҡурҡытмайыҡ. Ҡоштарға оялар эшләп, яҙ көндәре тыуған еребеҙгә ҡайтыусы ҡоштарҙы ҡәҙерләп ҡаршы алайыҡ. Ҡоштар беҙҙең яҡын дуҫтарыбыҙ!
Ҡулланылған әҙәбиәт:
«Птицы под нашим окном» Чаплина В.Р
«Кто поёт в зимнем лесу» Павлов Б.Б
«Перелётные и зимующее птицы России»