СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Лекция для родительского собрания"Мой родной башкирский язык"

Нажмите, чтобы узнать подробности

Лекция для родителей воспитывает любовь и уважение к родному языку,учит бережно относиться  башкирскому  языку,уважать старших,ценить и заботиться 

Просмотр содержимого документа
«Лекция для родительского собрания"Мой родной башкирский язык"»

Ата-әсәләр йыйылышы өсөн лекция

Тема: Туған телемдә һөйләшәм.

Маҡсат:ата-әсәләрҙә туған телебеҙгә ҡарата ихтирам,һөйөү тәрбиәләү;

Лекцияны уҡыны:башланғыс кластар уҡытыусыһы Йосопова Сара Морат ҡыҙы

Рәсәй Федерацияһы территорияһында урынлашҡан милли мәктәптәрҙең уҡыусылары үҙ туған телендә белем алырға законлы хоҡуғы бар.(Федераль закондың 14 статьяһы. белем биреү теле пункты).Беҙҙең мәктәптәрҙә лә ҡупшы кейенешеп,гөлләмәләр тотҡан балалар ,таң менән бергә уянып, белем усағына ашыҡты.Улар өсөн иң ҡыҙыу, яуаплы осор башланды.Белем көнө байрамы тағы ла Халыҡ ара наҙанлыҡты бөтөрөү көнө булып та билдәләнде.Был ике дата ауаздаш.Хәйер хәреф танымаған,яҙа-һыҙа белмәгән әҙәм беҙҙә һирәктер,планетабыҙҙа цивилизациянан ситтә ҡалған джунгли утрауҙарында тома наҙанлыҡ ғәләмәте барҙыр,сөнки унда төбәктәрҙә белем алыу өсөн шарттар ҙа,мөмкинлектәр ҙә юҡтыр.Рәсми мәғлүмәттәргә күҙ һалһаҡ,Ер йөҙөндә бөгөнгө көн 860 млн. өлкән кеше грамотаһыҙ.(улар нигеҙҙә ҡатын-ҡыҙ,үҫмерҙәр, фәҡирҙәр).Африка ,Көньяҡ Америка илдәрендә ,Һиндостан һәм башҡа илдәрҙә 100 миллионлап бала мәктәпкә йөрөмәй.Беҙҙең илдә грамотаға эйә булыу мәсьәләһе тормаһа ла,наҙанлыҡ тигән нәмә бик аптырата ҡайсаҡ.Беҙҙең өсөн уҡый-яҙа белеүҙе генә белемлегә иҫәпләп булмауы бәхәсһеҙ.Бөгөнгө йәмғиәтебеҙ граждандарына бөтә өлкәләрҙә лә:сәйәсәт,иҡтисад,мәҙәниәт һәм айырыуса тарих буйынса грамоталыҡ кәрәк.Шул уҡ ваҡытта грамоталыҡ иң тәүҙә туған телеңде камил белеүҙе лә күҙ уңында тота.Бынан тыш,мәғлүм булыуынса, 2024 йылға Рәсәй президентының май указына ярашлы,илебеҙ технологик грамоталылыҡ йәһәтенән донъяла алдынғылар рәтенә сығырға тейеш.Шуға ла белем биреүҙә алдынғы технологияларҙы ҡулланыу, заман талаптарына яраҡлашыу,алдынғы уҡытыу методикаларын үҙләштереү кеүек ыңғай йүнәлештәге яңылыҡтар күп кенә мәктәптәргә хас.Туған телде өйрәнеү Федераль дәүләт белем биреү стандарттары(ФГОС) талаптарына ярашлы ойошторолған тип иҫәпләнә.Ләкин мин бының менән килешеп бөтмәҫ инем.Башҡорт балаһы иң тәүҙә үҙ телендә фекер йөрөтөргә тейеш.Ә беҙҙә нисек?Балалар баҡсаһына ла йөрөмәгән ауыл балаһы 1 класҡа уҡырға килә.Хәреф танып,ҡушып уҡырға өйрәнеп китеү өсөн программала быға аҙнаһына 4 кенә дәрес бирелә.Урыҫ телен өйрәнеүгә 6 сәғәт.Аңлашыла: урыҫ теленән Дәүләт имтиханы бирәләр.Әммә уны тапшырыу өсөн бала иң элек үҙ телен яҡшы белергә тейештер.Туған телендә уйларға,үҙ фекерен әйтә белергә ҡасан өйрәнергә тейеш?Был эштәр мәктәптә парта артында ғына түгел,фәҡәт ғаиләлә лә башҡарылырға тейештер минеңсә.Хәҙер ғаиләлә саф башҡортса һөйләшеүҙе ишетеүе бик һирәк күренеш.Быға беҙ үҙебеҙ ғәйепле. Бишек йырҙары йырлап,әкиәттәр-риүәйәттәр һөйләп йоҡлатыу юҡ сабый баланы. Иртәнән кискә тиклем телевизорҙан Үҙәк каналдың передачалары.һ.б Яҡындар , туғандар менән аралашыу шулай уҡ урыҫ телендә бара.Үҙебеҙҙең халҡыбыҙҙы, киләсәк быуыныбыҙҙы,йәштәребеҙҙе тәрбиәләү өсөн дингә генә түгел,борондан килгән рухи ҡиммәттәребеҙгә иғтибар итеп,балаларыбыҙ менән туған телебеҙҙә һөйләшһәк,киләсәгебеҙ булыр.Сөнки беҙҙең халҡыбыҙҙың булмышы-кешелеклелек. Шуның өсөн беҙҙең халыҡ гел дөрөҫлөктө яҡлап сыға һәм уның асылы шунда. Рухыбыҙға таянып,бер-беребеҙ өсөн хәстәрлекле,яуаплы булып,ошоно тойоп йәшәргә кәрәк беҙгә.Тик Көнбайыштыҡын үҙләштерергә тү гел,ә үҙебеҙҙең мәҙәниәтте һаҡларға кәрәк.Туған телде белеү,өйрәнеү кәрәкме,тигән һорау булырға ла тейеш түгел.Туған телебеҙҙе белмәҫкә беҙ берәй яҡтан күсеп килгән халыҡмы ни?Социаль селтәрҙәрҙә,ниндәй телдәр беләһең тигән һорауға күптәр:башҡорт,татар телен,тип яҙа.Был тел белеүгә һаналмай,туған телеңде һин былай ҙа белергә бурыслыһың. Иҫегеҙгә төшөрөгөҙ әле,беҙҙең уҡымышлы ата-балаларыбыҙ кәм тигәндә 5-6 тел белгән.Бөгөнгө заман кешеһе,әйтәйек,төрөк телен ,инглиз телен, мосолман булараҡ,ғәрәп телен белергә тейештер.Киләһе быуатта,моғайын да ҡытай телен белеүҙең кәрәге тейер.Әгәр ҙә һин туған телеңде белмәйһең икән,башҡа телдәрҙе лә өйрәнә алмаҫһың тигән фекерҙе балаларҙың мейеһенә һеңдереү кәрәктер тип уйлайым.Туған тел,ғөрөф-ғәҙәттәр,халҙыбыҙға,ватаныбыҙға һөйөү,тәрбиә нигеҙен алып торорға тейеш.Телебеҙҙе,динебеҙҙе,халҡыбыҙҙы һаҡлап алып ҡалһаҡ,барыһы ла урынына ҡайтыр.Күршеләр Татарстан халҡының тормошон күҙәтеп тораһығыҙҙыр бәлки,телевизор,башҡа мәғмәттәр аша.Башы ҡайҙа ҡойроғо шунда,тигәндәй : президенттары Рөстәм Миңниханов (башлыҡ түгел)ниндәй генә йыйылышта, осрашыуҙа булһа ла иң элек татар телендә һөйләй.Сит илдәргә йыш йөрөй, контракттар төҙөй,яңы эш урындары булдыра:ҡыҫҡаһы бөтә ергә лә өлгөрә.Бер илдә лә урыҫ телендә телмәр тотмай,тәржемәселәре тәржемә итеп кенә торалар. Телепередачалары ла татар телендә алып барыла.Бигерәк балалар өсөн булған тамашалар күп төрлө,мауыҡтырғыс,ҡыҙыҡ.Иң мөһиме үҙ телдәрендә алып барыла.Йәнһүрәттәр,кинолар бөтә татар теленә тәржемә ителгән.Татар телен алып ҡалыу өсөн дә күп көс һалалар.Битараф халыҡ юҡ.Мәскәүгә,Путинға,депутаттарға төрлө мөрәжәғәттәр,бойороҡтар ,хаттар яҙалар.Мәктәптәрендә 9-11 кластарҙа парталарҙа ике дәреслек ята.Береһе урыҫ телендә,береһе татар телендә. Математика,химия,физика,башҡа фәндәр татар телендә сығарылған.Аҡсаһын да,авторҙарын да,типографияларын да,спонсорҙар ҙа тапҡандар.Бер бала ла,бер ата-әсә лә туған телен инҡар итмәй,Ғабдулла Туҡайҙың шиғырҙарын ятлап,йырлап торалар.Тел һаҡлау буйынса бына кемдәрҙән өлгө алырға кәрәк.

Бөгөнгө заман кешеһе бигерәк күпте теләй.Матди етешлеккә ынтылыш уның аңын томалай.Ошоға өлгәшә алмаһа,өмөтһөҙлөккә бирелә.Тап ошо депрессия тигән модалы заман сиренә алып килә.Инәйем беҙҙе:балам,йоҡлап ятмағыҙ.Һеҙ йоҡлап ятҡандан тормош алға китмәй ҙә инде-тип әйтер ине.Етеш йәшәүгә ынтылыу насар ҙа түгелдер,тик бының өсөн эшләргә лә кәрәк бит.Мәғәнәһеҙ,эшкә ашмай торған өмөттәр кешене юҡҡа сығара.Бигерәк тә хәҙерге йәштәр хафаға һала.Бында инде ата-әсәләрҙең ғәйебе ҙурҙыр инде.Үҙебеҙ яҡшы йәшәй алманыҡ,исмаһам,балалар йәшәһен,тиҙәр ҙә матди яҡтан ярҙам итеп хәлдәре бөтә.Һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәй: ялҡау,интернетта ғына ултырырға яратҡан,үҙ өҫтөнә яуаплылыҡ ала белмәгән быуын тәрбиәләйҙәр.Көнкүреш кимәлендә генә алайыҡ:уларҙың күптәре картуф әрсей,утын яра белмәй.Берәй катаклизм килеп сыға икән,беҙ,ярай ашай торған үләнде табып ашарбыҙ,ә улар ни эшләр?Айфон тотоп аслыҡтан ҡырыласаҡмы?Әлбиттә үҙ телебеҙҙә аралашыу өсөн ата-әсәнең аңлы булыуы ла,мәктәптәрҙә дәрестәрҙең ҡыҙыҡлы үтеүе лә талап ителә.Берҙәм өйҙә бәрәкәт,ғауғалы өйҙә һәлкәт бар тигәндәр.Башҡортостанда үҙебеҙ татыу торайыҡ,республиканан ситтә йәшәгән милләттәштәрҙе лә онотмайыҡ..Берҙәм булыу өсөн бер- беребеҙҙең эштәрен күреп,баһалап,хуплап тороу кәрәктер.Совет заманында беҙҙе бер бөтөн иткән уртаҡ илебеҙ,тарихыбыҙ,хәтер булһа,бөгөн улар юҡ.Үткәндәргә ҡараш үҙгәреп тора,шуға,бигерәк тә йәш быуындың милләт-ара мөнәсәбәттәргә ҡағылышлы мәсьәләләрҙә,тәү сиратта,төрлө ҡотҡоларға бирелмәй,һаҡ эш итергә кәрәклеген аңлап үҫһендәр ине тигән теләктә ҡалам.Матур мөнәсәбәттәргә,үҙ-ара аңлашыуға нигеҙләнгән ғаилә илен дә,телен дә,халҡын да һаҡлап алып ҡалыр.Был ғаиләнең йорто,сәскәләргә күмелгән баҡсаһы,үлән тибеп йөрөгән тауыҡтары бар һәм, әлбиттә,баҡса текмәһендә гәзиттәр ҡыҫтырылып тора.Ә һеҙҙең хөрмәтле ата-әсәләр?Гәзит-журналдар алдыраһығыҙмы?Технологиялар заманында, смартфондан,планшеттан йәки компьютерҙан күңелгә ятҡан мәғлүмәтте табып була,әлбиттә.Был уңайлы әлбиттә.Әммә ҡағыҙға баҫылған гәзиттәр һәм журналдар ҙа кәрәк.Бер яҡтан,барыһы ла смартфондан матбуғат баҫмаһын уҡый ҙа алмай,өлкән быуындың тормошонда ҡағыҙ баҫмалар ҙур әһәмиәткә эйә.Икенсенән,ҡағыҙға баҫылған хәбәр ҡағыҙға баҫылған инде ул,уға ышанаһың.Күптәр ҡулына тотоп уҡыуҙан ләззәт ала.Тап ҡағыҙға баҫылған гәзиттәр,журналдар беҙҙе бала саҡҡа алып ҡайта.Атай-әсәйҙәрҙең почтальондың яңы гәзит алып килеүен көтөп йөрөүе матур бер хәтирә булып күңелгә уйылып ҡалған.Иң ҡыҙығы,уларға эйәреп беҙ ҙә көтә инек был апайҙы.Гәзит ҡыҫтырып китһә,йүгереп сығып,беренсе булып ошо ниндәйҙер тәмле еҫ сығып торған гәзитте ҡулға алыу шатлыҡ ине.Бәхетле,атайлы-әсәйле бала саҡтың бер сәләме кеүек ул гәзит хәҙер.Ә уларҙың мәҙәни,социаль,тәрбиәүи әһәмиәте тураһында әйтеп тә тормайым.Бигерәк тә бөгөн,туған телде һәм милли ҡиммәттәрҙе кире ҡайтарыу өсөн күп нәмәләр эшләнгән заманда.Тимәк ,гәзиттә нимә яҙылыуы ғына түгел,ниндәй телдә яҙыуҙары ла мөһим. Балаларығыҙҙы мәхрүм итмәгеҙ был бәхеттән.Почта бүлексәһендә хаҡтар ҙа, баҫмаларҙың исемлеге лә барҙыр.Әүҙемлеккә саҡырам барығыҙҙы ла.Сөнки районыбыҙҙа ,баш ҡалабыҙҙа барған матур ваҡиғалар, геройҙар тураһындағы яҙмалар туған телебеҙҙе лә ҡурсалай, мәҙәниәтебеҙҙе, йолаларыбыҙҙы иҫкә төшөрөп тора,милли уҙаңыбыҙҙы күтәрә.Унда баҫылған һәр мәҡәлә-үҙ эшенең оҫталарының ҙур хеҙмәте.

Тимәк,бөгөнгө лекциям юҡҡа ғына тел тураһында булманы.Октябрь айы республикабыҙҙың тыуған көнө ине.Мәктәптә башҡорт теле айлығы булып үтте,тағы ла республикабыҙ тарихи датаны билдәләй -100 йыллығын.Ошо осорҙа тел тураһында борсолоуҙар урынлылыр тип һанайым.Был турала күп һөйләргә булыр ине,ваҡыт ҡыҫҡа,башҡа борсоған мәсьәләләрҙә бихисап,һорауҙарығыҙ булмаһа,ихтибарығыҙ өсөн һур рәхмәт.Уңыщтар һеҙгә,үҙегеҙҙе,балаларығыҙҙы,яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ.