СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Открытые уроки по башкирскому языку

Нажмите, чтобы узнать подробности

Просмотр содержимого документа
«Открытые уроки по башкирскому языку»

Тема: Башҡортостанда ҡыш. Ҡылым.

Маҡсат: 1. Ҡыш тураһында эҙмә-эҙлекте һөйләргә өйрәтеү.

2. Ҡылым темаһын ҡабатлау.

3. Башҡортостанданғы ҡыштың матурлығын күрә белеү, тәбиғәткә һөйөү хисен уятыу.

Йыһазландырыу: компьютер, интерактив таҡта.

Дәрес барышы.

  • Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Ултырҙыҡ!

Бөгөн дәрестә беҙ Башҡортостан тәбиғәтенең, уның һалҡын,әммә матур ҡышы тураһында яҙа һәм һөйләй белергә өйрәнербеҙ. Ҡылым темаһын ҡабатлап китербеҙ.

-Дәфтәрҙәргә числоны һәм теманы яҙып ҡуябыҙ.

Артикуляцион, фонетик күнегеүҙәр.

  • Уҡыусылар, ә һеҙ ҡыш тураһында ниндәй шиғырҙар йәки йырҙар беләһегеҙ? …

  • Ә мин бәләкәй саҡта ошо шиғырҙы ярата инем.

Тышта ҡар яуа, ҡар яуа,

Ниндәй саф һауа, саф һауа.

Әйҙә сығайыҡ, сығайыҡ,

Саңғы шыуайыҡ, шыуайыҡ

( интерактив таҡтала шиғыр яҙылған, уҡытыусы шиғырҙы тасуири итеп уҡый.)

  • Уҡыусылар, хәҙер шиғырҙы мин уҡыйым, ә һеҙ минең артымдан ҡабатлағыҙ.( Балалар ҡабатлай.)

  • Афарин, уҡыусылар.

  • Ә хәҙер текста “ уа” өнө ишетелгән һүҙҙәрҙе табығыҙ һәм уҡып ишеттерегеҙ. ( Яуа, һауа).

Был шиғыр юлдарында ни эшләй? Һорауына яуап биргән һүҙҙәрҙе табығыҙ. ( яуа, сығайыҡ, шыуайыҡ).

  • Уҡыусылар, был ниндәй һүҙ төркөмдәре? Ҡылым.

  • Афарин.

  • Әйҙәгеҙ һынамыштарҙы ҡарап китәйек. (приметы)

  • Төнөн бәҫ төшһә, көндөҙ ҡар яумай.

  • Төтөн тура сыҡһа, һыуыҡ була.

  • Ағастар шаулаһа, буран булыуын көт.

  • Һеҙ ниндәй һынамыштар беләһегеҙ?

  • Афарин, уҡыусылар.

Әйҙәгеҙ таҡталағы матур картина буйынса эшләп китәбеҙ.

Картинала ниндәй миҙгел төшөрөлгән уҡыуслар?

Ни өсөн ҡыш миҙгеле? Сөнки тирә-яҡ ап-аҡ ҡар менән ҡапланған.

Ҡыҙҙар ни эшләйҙәр? Ҡыҙҙарға исемдәр ҡушып сығырға мөмкин.

Ҡыҙҙар ҡар бабай яһайҙар.

Икенсе картинаға күҙ һалып китәйек.

Балалар нимә эшләйҙәр?

Һеҙ ниндәй ҡышҡы уйындар беләһегеҙ?

Саңғыла, санала, коньки ҙа шыуабыҙ.

Өсөнсө картинаға күҙ һалып китәйек.

Ҡышҡы уйындар төшөрөлгән.

-Әйҙәгеҙ, китаптарҙан табабаыҙ 180-се күнегеүҙе.

Бында текст бирелгән. Тексты уҡып сығырға һәм исем ҡушырға кәрәк.

Һүҙлек эше.

  • Ыжғыр буран - вьюга

  • Сатнама һыуыҡтар – трескучие морозы

  • Селдәр - рябчики

  • Ҡорҙар - тетерева

  • Һуйырҙар –глухари

- Йәнлек - звери

  • Ярҙам - помощь

Әйҙәгеҙ бергәләп уҡып сығыйыҡ.

Ял минуты.



Беҙ ҡарҙар осабыҙ,

Түбәнгә төшәбеҙ.

Етәбеҙ тигәндә,

Ел менән китәбеҙ.

Ял итеп алдыҡ дәресте дауам итәбеҙ.

Һөйләмдәрҙе яҙ. Бына ҡыш…. Бурандар…. Аҡ мамыҡ булып йомшаҡ ҡар … . Бөтә ер ап-аҡ ҡар менән …. Йылғаларҙа, күлдәрҙә ҡалын боҙ ҡатламы… .

(башланды, килде,ҡапланды, яуҙы, барлыҡҡа килде)

Ҡылымдарҙы дөрөҫ итеп урындарына ҡуйып яҙырға.

Әйҙәгеҙ тикшереп сығайыҡ.





-Хәҙер йомаҡтар сисеп алайыҡ.



1.Йондоҙ булып ҡойола,

Мамыҡ булып йыйыла

Ел булһа оса,

Яҙ булһа, ҡоса.( ҡар)



2. Кәкре муйын ағайҙар

Ҡарға батмай баралар.(саңғы)

-Афарин, уҡыусылар!

-Әйҙәгеҙ карточкалар менән эшләп китәйек.



Ҡыш.

Башҡортостанда ҡыш ноябрь айында башлана. Күлдәр, йылғалар боҙ менән ҡаплана. Ер аҡ ҡарға күмелә. Балалар ҡар бәрешеп уйнайҙар, сана-саңғыларҙа, конькиҙарҙа шыуалар. 22 декабрҙә иң ҡыҫҡа көн һәм иң оҙон төн.. Ыжғыр буранлы көндәр күп була. Селдәр, ҡорҙар, һуйырҙар ҡалын ҡар аҫтына күмелгәндәр. Улар сатнама һыуыҡтарҙың уҙғанын көтәләр. Ҡоштар һәм йәнлектәргә ҡышын бик ҡыйын. Уларға ярҙам итергә онотмағыҙ.

-Уҡыусылар, Ҡыш тигән текст бирелгән. Бында ҡылымдарҙы табырға һәм заманын, һанын, затын билдәләргә.

Йомғаҡлау. Шулай итеп, уҡыусылар беҙ дәрестә нимәләр эшләп китттек.

Өйгә эш биреү.

180-се күнегеү.Ҡылымдарҙы табып заман, һан, зат менән үҙгәртеп күсереп яҙығыҙ.