СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Прощай, начальная школа! Һау бул, башланғыс мәктәп!

Нажмите, чтобы узнать подробности

Просмотр содержимого документа
«Прощай, начальная школа! Һау бул, башланғыс мәктәп!»

Башkортостан республикаhы Белорет районы муниципаль районы

Абҙаk ауылыныӊ урта дөйөм белем биреʏ мәктәбе

муниципаль бюджет дөйөм белем биреʏ учреждениеhы














Тантаналы иртәлек

Һау бул, башланғыс мәктәп!











Үткәрҙе: Баймөхәмәтова

Рәйлә Ринат ҡыҙы

Ι категориялы башланғыс

класс уҡытыусыһы







Абҙаҡ-2021



Һау бул, башланғыс мәктәп!

Маҡсат: Дуҫлыҡ, берҙәмлек, белемгә ынтылыш, мәктәпкә һәм Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү.

Йыһазлау. "Һау бул, башланғыс мәктәп!" плакаты, фотоһүрәттәрҙән торған стенд, һәр фәндән өлгөлө дәфтәрҙәр, ҡул эштәре, иҫтәлекле ваҡиғаларға арналған йыйылма, йыртма календарь формаһындағы эш планы.

Байрам барышы

Уҡытыусы:Хөрмәтле ата – әсәләр, уҡытыусылар, уҡыусылар!Бөгөн беҙҙә оло байрам, тантана. Яҙҙың иң матур, йәмле көндәренең береһендә 4 синыф уҡыусылары башланғыс мәктәп менән хушлаша.

1-се алып барыусы: Май айының бөгөн иҫтәлекле бер мәле! 4 йыл элек, беҙ тәү башлап, Белем тауы баҫҡыстарының иң бейек үрҙәренә күтәрелдек. Уҡырға, яҙырға,һанарға, мәктәп тормошо ҡағиҙәләре менән йәшәргә өйрәндек.

Музыка.

Беренсе класс уҡыусыһы: Һаумыһығыҙ! Бөгөн ҡайһылай тирә-яҡ матуур! Әкиәт илендәге һымаҡ!

Уҡытыусы: Һаумы, ......

Беренсе класс уҡыусыһы: Һаумыһығыҙ! Әйтегеҙ әле зинһар, бында хәҙер нимә була ?

Уҡытыусы: Әкиәт...

Беренсе класс уҡыусыһы: Әкиәт?? Ә ниндәй әкиәт? Ҡурҡынысмы?

Уҡытыусы: Юҡ, ҡурҡыныс түгел, ә әҙерәк күңелһеҙерәк.

Беренсе класс уҡыусыһы: Күңелһеҙерәк ? Ә ул әкиәттең аҙағы нисек бөтә?

Уҡытыусы: Әлбиттә яҡшы, сөнки бөтә әкиәттәр ҙә һәйбәт, матур тамамлана.

Был үҙенсәлекле әкиәттең башы ла бик күңелле генә итеп башлана.

УҡытыусыБик үк элек тә түгел, ағастар бик ҙур, мәктәп алдында үләндәр оҙон, ә парталар бейек-бейек, мәктәп баҫҡыстары текә булғанда, ата-әсәләр мәктәпкә 8 малай һәм 8 ҡыҙҙы етәкләп бик матур бер тылсымлы йортҡа алып килгәндәр.

Беренсе класс уҡыусыһы: Әәә, был әкиәтте мин беләм! Был тылсымлы йорт мәктәп тип атала.

Уҡытыусы: Улай булғас һине алда бик күп ҡыҙыҡлы дәрестәр, һынауҙар көтә, ә минең уҡыусыларыма «Башланғыс мәктәп” исемле әкиәт тамамланыу аҙағына килеп етте. Улар инде башланеғы мәктәп менән хушлашып, яңы

Беренсе класс уҡыусыһы: улар бында башҡаса кире килмәйҙәрме инде?

Уҡытыусы: Юҡ, кире килмәйҙәр.

Беренсе класс уҡыусыһы: Бер ҡасанда килмәйҙәрме??

Уҡытыусы: Эйе, бер ҡасан да!

Беренсе класс уҡыусыһы: Улай булғас, мин ул апай-ағайҙарҙы ҡараһам буламы?

Уҡытыусы: Әлбиттә була ! Әйҙәгеҙ әле беҙ бергәләшеп башланғыс сығарылыш уҡыусыларын сәхнә түренә саҡырайыҡ.


Музыка



Хәйерле көн ата - әсәләр, хөрмәтле ҡунаҡтар!

Уҡытыусылар! Уҡыусылар!

Бөтәгеҙҙе лә “Һау бул, башланғыс мәктәп” тантанһында күреүебеҙгә бик шатбыҙ.

Ошо залда бергәләшеп нисәмә байрамдар үткәрҙек,

Йырлаштыҡ та, бейештек тә, әкиәттәр ҙә ҡуйыштыҡ....

Сер итеп итеп кенә әйтәм, бөгөн миңә бииик моңһоу

Яратҡан уҡыусыларым менән хушлашыу тантанаһы ла ваҡыт килеп етте.

Бөгөн беҙ тантаналы рәүештә 4 б класын бер баҫҡысҡа юғарыраҡ 5 класҡа оҙатабыҙ.


Һеҙҙең алдығыҙҙа 2017 йылдың башланғыс класс сығарылыш уҡыусылары!!!


  1. Бына улар:  1. Класыбыҙҙың иң шәп  саңғысыһы, спортсмены Ноғоманов Рәмзил

  2. Уҡыу отличниктары,төрлө конкурстарҙа иң әүҙем ҡатнашыусылар Әхмәтйәнова Айгүзәл һәм Баймөхәмәтов Илһам

  3. Математик, дүрткә бишкә өлгәшеүсе Ғүмәрова Алтынай

  4.   Класыбыҙҙың уңған ҡыҙы, бейеүсе лә, йырсы ла, оҫта шиғыр-әкиәттәр һөйләүсе  Мостафина Эльвина

  5. Тырыш,яҡшы билдәләргә  өлгәшкән ҡыҙыбыҙ мәктәп һәм район конкурстарында   әүҙем ҡатнашыусы, сспортсы, сноубордсы ҡыҙыбыҙ Мансурова Азалия

  6. Һүрәт төшөрөү оҫтаһы мөләйем,тәртипле ҡыҙыбыҙ  Мәғәфүрова Гөлшат

  7. Ҡул эштәренә оҫта,тырыш Искәнйәрова Розалия.

  8. Ҡыҙҙарға ярҙамсыл да, уңған да, дәрестәрҙә уң ҡул да – Фазилов Искәндәр.

  9. Шуҡ та, шаян да, яҡшы уҡыусы ла, спортсмен да һәм дә зирәк Әхмәтйәнова Сабина.

  10. Ныҡыш , үткер ҡыҙыбыҙ, Үҙ һүҙен һүҙ итергә, Тырышып тора ул гел – Ғүмәрова Илсиә.

  11. Изге күңеллеләр, ваҡ ҡына деталдәр менән оҫта эш итеүселәребеҙ – Әхмәтйәнов Арсен, Фазылов Руслан.

  12. Шаян, зирәк, ярҙамсыл уҡыусыбыҙ- Әҙелмурзин Нуршан.

  13. Туптарҙы төҙ бәреүсе, Һәм етеҙ йүгереүсе, оҫта бейеүсе Хәйретдинов Динис.

Белмәгәне бер ҙә юҡ.

Бына шундай малай- ҡыҙҙар

Дүртенсене бөтөрә.

Бишенсегә килә улар

Алла бирһа көҙ көнө.


Әйҙәгеҙ, һүҙҙе үҙҙәренә бирәйек.



Хәҙер һүҙҙе уҡыусыларға бирәйек.


(Исполняется песня «Праздник выпускной» на мотив «Бабушка рядышком с дедушкой»)

Праздник, праздник, праздник выпускной,

Праздник празднуем дружною семьёй.

Вот четвёртый нынче кончен класс,

Стали старше мы, взгляните-ка на нас.


Припев: Вместе учились мы грамоте,

Вместе смеялись, шалили,

Правила честных и дружных ребят

С радостью здесь закрепили.



Уҡыусы:

Бөгөн мәктәп бигерәк матур,

Уттары балҡып тора.

Дуҫтар, һеҙҙе саҡырабыҙ

Хушлашыу байрамына.

Килеп тә етте инде

Һагынып көткән байрам.

Йыйылыштыҡ бергәләп,

Сәскәләр бәйләм- бәйләм.

Уҡыусы:

Шаулап-гөрләп, бергә-бергә

Мәктәптә дүрт йыл үтте.

Инде бөгөн май ҡояшы

Сағыу нурҙарын һипте.

Бер уйлаһаң күңелле лә,

Бер уйлаһаң һағышлы.

Ни эшләйһең көслө икән

Был донъяның ағышы.

Йыр: Һуңғы ҡыңғырау

Уҡыусы:

Саҡ ҡына күрмәй торһам да,

Мәктәбемде һағынам.

Тыныс ҡына үтеп булмай

Ял көнө лә янынан.

Мәктәбем баҫҡыстарында

Бала сағым эҙҙәре.

Нитсек йәшәргә өйрәтә

Уҡытыусым һүҙҙәре.

Уҡыусы:

Белем тауын асты мәктәп,

Белем тауы бик бейек.

Өҫкә менгән һайын донъя

Киңәйә барған кеүек.

Әйҙә, рәхим итегеҙ, тип,

Ҡаршылай беҙҙе мәктәп.

Тыуған йорт менән йәнәшә

Күңелдәрҙә ҡаласаҡ.

Йыр «Начальная школа».

-Беҙҙең класс тураһында бер-нисә статистик мәғлүмәт:

-беҙҙең класта бөтәһе 17 кеше, шуның күбеһе – балалар.

-уртаса йәштәре - 10, дөйөм алғанда – 198 йәш.

- дөйөм буйҙары- 25 метр ҙа 35см.

- дөйөм массалары - 605 кг, 300 г.

- 4 йыл уҡыу ваҡытында һәр береһе уртаса 10 см-ға үҫкән,

- һәм 5 кг-ға ауырайған,

- класс 2017 йылдың 1 сентябрендә барлыҡҡа килә, йондоҙлоҡ билдәһе – Ҡыҙ йондоҙлоғо.

- яратҡан аҙна көнө – йәкшәмбе!

- яратҡан миҙгеле – йәй!

- яратҡан мәктәбе –Абҙаҡ урта мәктәбе!


  • Ә хәҙер Абҙаҡ урта мәктәбе уҡыусылары тормошонан бер нисә күренеш.


Музыка “Шаян-малай”



1 сценка.

-Дәрес ваҡытында һөйләшәһеңме?

- Юҡ, ни эшләп һөйләшәйем мин.

-Күршеңдең дәфтәренән күсерәһеңме?

- Ю-юҡ.

- Мәктәптә һуғышаһыңмы?

-Бер ваҡыттала һуғышмайым.

- Ә һинең берәй етешһеҙлегең бармы?

-Эйе, күп алдашам.

Сценка: «Ғәҙел булмаған баһалар».

-һинең ниндәй оценкаларың бар?

- минең бөтә оценкаларымда ғәҙел түгел.

- ни эшләп?

-миңә бушҡа бәйләнәләр. Бына үткәндә тирә-яҡ донъя дәресендә, мин бөтә һорауҙарҙы ла белә инем, ә ике ҡуйҙылар.

-бөтәһендә белгәс ниңә ике алдың һуң?

-мин бит һорауҙарҙы белдем, ә яуаптарҙы түгел.

-һы, улай икән. Ысынлап та, ауыр хәл.

-мин дә шулай тием бит. Теге аҙнала диктант яҙҙыҡ... тағы ике.

-бында ни өсөн?

-тыныш билдәләре өсөн.

-ниңә һин тыныш билдәләрен белмәйһеңме ни. Нөктә, өтөр...

-уларҙы беләмдә ул, тик ҡайҙа ҡуйырға белмәйем.

- һин, моғайын ҡағиҙәне белмәйһеңдер.

-беләм мин ҡағиҙәне. Төп ҡағиҙә-отличник эргәһенә ултырырға кәрәк.

-ысынлап та, шәп ҡағиҙә. Ә һинең яратҡан дәресең бармы һуң?

-әлбиттә, мин математиканы яратам.

-улай булғас миңә квадраттың майҙанын тап әле.

-нимә ул юғалғанмы ни? Мин алманым.

-математика менән аңлашылды. Аңлат әле, ни өсөн беҙ тәүҙә ялағайҙы күрәбеҙ, ә аҙаҡ ҡына йәшенде ишетәбеҙ?

-сөнки күҙҙәр ҡолаҡтан алдараҡ тора.

-бик шәп! Ҡыҙыҡ ни өсөн кешегә күҙҙәр һәм ҡолаҡтар?

-күҙҙәр күрер өсөн, ә ҡолаҡтар йыуыр өсөн.

-бөтәһе лә аңлашылды. Һинең бөтә оценкаларыңда ғәҙел.

- Мәктәп тормошонда бына ошондай мәҙәк хәлдәр ҙә булғылай. Шаян йырҙар ҙа йырлап ишеттерәйек.

Поппури.

Медленно минуты уплывают вдаль

Из трубы в трубу вода течёт.

У меня задача не решается,

Ох уж этот мне водопровод!

- Медленно, медленно наш урок тянется.

Двойку поставят мне, ведь решенья нет.

Каждому, каждому в лучшее верится

Может, подскажет мне кто-нибудь ответ.

Я на чтении сижу,

Долго в книгу я гляжу.

Все сижу и гляжу,

Смысла в ней не нахожу.

Мне бы комикс почитать,

Поиграть и помечтать,

Ну а я все сижу

И в учебник все гляжу.



Вдруг как в сказке скрипнула дверь.

Все мне ясно стало теперь.

На урок я опять опоздал.

Не хотел, но снова наврал:

Что будильник меня вновь подвел,

Лифт застрял и автобус ушел,

А потом я так быстро бежал,

Но опять на урок опоздал.

1. В юном месяце апреле

на дворе растаял снег.

Мы с тобой четыре года

Продолжаем свой забег.

Заниматься русским надо

И заданья выполнять.

Дорогой ты наш учитель,

Нам так хочется гулять!

Дорогой ты наш учитель,

Когда будем отдыхать?



Ничего на свете лучше нету,

чем бродить с учебником по свету.

Тем, кто учит, не страшны тревоги,

нам любые дороги уроки! (2 раза)

Ла-ла-ла! о, е-е-е






Уҡыусылар йырлағанса мәктәп тормошо еңелдән түгел, математика дәресендә баш ҡатырып мәсьәләләр сисеүҙәр, ҡабатлау таблицаһын ятлауҙар, тырышып минутҡа уҡыуҙар, тағы ла рус теленән бихисап ҡағиҙәләрҙе иҫтә ҡалдырыу еңелдән түгел. Ә шулай ҙа мәктәптә күңелле лә, мауыҡтырғыс та, Әйҙәгеҙ әле, хәҙер һүҙҙе беҙҙе уҡытҡан, белем биргән уҡытыусыларға бағышлайыҡ.

Уҡыусы:

Матур итеп яҙырға,

Һүҙҙе ҡушып уҡырға,

Һанды алып һандарҙан,

Тағы шуныҡ ҡушырға.

Яттан шиғыр һөйләргә,

Уҡырға әкиәттәр,

Төшөрөргә ҡағыҙға.

Матур – матур һүрәттәр,

Өйрәтте беҙгә барыһын

Тәүге уҡытыусыбыҙ

Рәйлә Ринат ҡыҙы.

Ҙур рәхмәт һеҙгә!



Йыр: Уҡытыусым

Уҡыусы:

Мы английский изучаем,

Научились все читать.

И в процессе наших встреч

Совершенствуем English-речь.

Хорошо в нашей школе учиться,

Только быт наш одним не хорош:

Задают по-английскому столько,

Что гулять ты не очень пойдешь.

Но зато, но зато мы столько знаем –

Что нам Англия теперь родимый дом,

Первым делом, первым делом наш английский,

Ну, а игры как? А игры – потом!



Уҡыусы:

На физкультуре мы учились бегать, прыгать и метать

Мы немало потрудились, чтоб сейчас могли сказать:

"Мы растем достойной сменой олимпийским рекордсменам!"

Уҡыусы:

На уроках музыкальных нас учили дружно петь,

Различать произведенья, на соседа не глазеть,

Композиторов различных Вы открыли нам секрет -

И без музыки отличной в жизни радости нам нет!

2-се алып барыусы: Хөрмәтле Зөлфиә Рәшит ҡыҙы, Гөлнара Ғаян ҡыҙы һәм Лира Таһир ҡыҙы! Һеҙгә оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!

Юлдаш булһын аҡ бәхеттәр,

аяҙ булһын күгебеҙ.

Беҙҙең ошо бүләгәбеҙ

Булһын рәхмәт һүҙебеҙ.

(бүләк биреү)

Флешмоб

Бөгөнгә байрамда беҙҙең өсөн иң ғәзиз, иң якын кешеләребез дә бар әле. Улар -атай-әсәйҙәребез. Мәктәптә укытыусыларыбыз белем нигеҙҙәренә төшөндөрһә, өйҙә атай-әсәйҙәребез икенсе уҡытусыларыбыҙ булды. Улар беҙҙең менән укыны, гомумән, мәктәп тормышы белән яшәделәр. Хөрмәтле әти-әниләребез! Сез безне җил-яңгыр тидермичә, сау-сәламәт итеп үҫтерҙегез, тәрбиәләнегез. Без һеҙҙең каршығыҙҙа гомеребез буена бурыслы.

Атай менән әсәйҙең

Беҙ ҡәҙерле балаһы

Туғандарым менән мин

Күҙҙәренең ҡараһы.

Ҡәҙерле атай- әсәйҙәр

Рәхмәтебеҙ күп һеҙгә

Шулай ғүмер буйы юлдаш булып,

Кәңәшсебеҙ булып ҡалығыҙ



Рәхмәттәребеҙ сикһеҙ

Атай-әсәйҙәр,һеҙгә.

Ниндәй оло хәстәрлек

Күрһәттегеҙ һеҙ беҙгә.



Бурыслыбыҙ ғүмергә

Беҙ һеҙҙең алдығыҙҙа.

Килтермәбеҙ ҡыҙыллыҡ

Һис касан йөҙөгөҙгә.

-Рәхмәт, һеҙгә атайҙар!

-Рәхмәт, һеҙгә әсәйҙәр!

Йыр “Баласаҡ утрауы”



Укытыусы:Балалар, һез башта миңа «Имтихан « тапшырасаҡһығыз. Шунан һуң мин һеҙгә махсус таныклыҡтар, дипломдар бирермен. Таныҡлыҡ алган бала ғына 5 класҡа күсә ала.

Һорауҙар:

1.-һеҙҙе мәктәп нимәгә өйрәтте?

2.-Мәҡәлде дауам ит. “Үҙ илем-..........”



  1. Нимәне әҙерләйҙәр, ләкин ашай алмайҙар?

  2. Ниндәй ҡыңғырау сыңламай?

  3. Йылдың ниндәй айҙары 28 көндө үз эсенә ала?

  4. Ерҙең уртаһында нимә бар?

  5. Шатлык һүҙенә синоним тап?

  6. 4 йыл буйы оҡшатып укыған дәресең?




Таныҡлыҡтар, дипломдар тапшырыу



Алып барыусы: Бөгөнгө байрамдың ҡунағыбы - беҙҙең директорыбыҙ. Ул көнө-төнө мәктәптә. Беҙҙең уңыштарыбыҙ өсөн ул да һөйөнә, ниндәйҙер күңелһеҙлектәр булһа – ул да көйөнә. Кластағы һәр баланы яҡындан белә. Һүҙ һеҙгә.

Директор һөйләй.



Уҡытыусы:................. (Башланғыс синыфты тамамлау хөрмәтенә диплом тапшырыла.)

Уҡыу ваҡытында файҙалы эштәр, мауыҡтырғыс бәйгеләр,байрамдар үткәрелде. Уҡыусылар уларҙа үҙҙәрен яҡшы яҡтан күрһәттеләр,һәр береһе ниндәйҙер яҡтан асылды.Бер һүҙ менән әйткәндә,мәктәп тормошонда ҡайнап йәшәнеләр.Хәҙер дүртенселәрҙе төрлө номинацияларҙа бүләкләп китәбеҙ. 

Вәғәҙә биреү.

Уҡытыусы: Ә хәҙер һүҙ ата-әсәләргә.....

Вальс