СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Рабочая программа по башкирскому языку для 9 класса

Нажмите, чтобы узнать подробности

Рабочая программа для 9 класса по башкирскому языку

Просмотр содержимого документа
«Рабочая программа по башкирскому языку для 9 класса»

МУНИЦИПАЛЬНОЕ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНОЕ БЮДЖЕТНОЕ УЧРЕЖДЕНИЕ

ОСНОВНАЯ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНАЯ ШКОЛА С.ТАКТАГУЛОВО

МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА БАКАЛИНСКИЙ РАЙОН РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН



Рассмотрено и принято

на заседании педагогического совета

Протокол №___ от

_______ 20 ___ г.

Согласовано.

Зам. дир. по УВР_____Раянова Н.Г.

«_____»____________20 ___г.

Утверждаю.

Директор школы:

__________ Галлямов В.К.

Приказ №____ от

«___»__________20 __г.





РАБОЧАЯ ПРОГРАММА ПО БАШКИРСКОМУ ЯЗЫКУ

9 класс

ДЛЯ ОБУЧАЮЩИХСЯ ОСНОВНОГО ОБЩЕГО ОБРАЗОВАНИЯ




Срок реализации рабочей программы: 20__-20__ учебные годы


  • Рабочая программа учебного предмета «Башкирский язык литература» составлена с учетом:

  • Программы по башкирскому языку . Составители: В.Ш. Псянчин, Ю.В. Псянчин Программы по башкирскому языку для V-XI классов. Ижевск: КнигоГрад, 2008г., рекомендованной Министерством Образования Республики Башкортостан.

  • Закона Республики Башкортостан «О Республиканском комплекте учебников для общеобразовательных учреждений» (в ред. №367-з от 03.11.2006 г.)

  • ООП ООО МОБУ ООШ с. Тактагулово – IIступень обучения;




Составитель: Раянова Нурия Гаделяновна




Год составления рабочей программы: 20__ г


1. Уҡыу предметын үҙләштереүҙең предмет-ара һөҙөмтәләре:

Башҡорт (туған) теле программаһын үҙләштереүҙең метапредмет һөҙөмтәләре булып:

1) телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрен үҙләштереү:

аудирование һәм уҡыу:

  • телдән һәм яҙма бирелгән мәғлүмәтте аңлап ҡабул итеү(тема, фекер, мәғлүмәттәр);

  • уҡыу күнекмәләре (эҙләнеү, ҡарап сығыу, өйрәнеү), стиль, жанрҙар;

  • төрлө сығанаҡтарҙан мәғлүмәт һайлап алыу күнекмәләре;

  • тәғәйен материалды системаға килтереү;

  • фекерҙе сағыштыра белеү, һөйләү һәм яҙыу

  • уҡыу эшмәкәрлегенең маҡсатын билдәләү, өлгәшелгән һөҙөмтәләрҙе баһалау, уларҙы әйтеп йә яҙып бирә белеү;

  • текст менән эш: план, һөйләү, конспект, аннотация;

  • төрлө телмәр тибында һәм стилендә яҙма текст төҙөй алыу;

  • телдән һәм яҙма формала үҙ фекереңде иркен еткерә алыу;

  • монолог һәм диалог төрҙәрен үҙләштереү (этикет, диалог-һорашыу, аралашыу, диалог-фекер һ.б.);

  • аралашыуҙың орфоэпик, лексик, грамматик, стилистик, орфографик һәм пунктуацион нормаларҙы һаҡлап, телмәр ҡора белеү;

  • доклад, реферат менән сығыш яһау, бәхәстә аргументтар ҡулланып, проблемалар буйынса сығыштарҙа ҡатнашыу;

  • белем һәм күнекмәләрҙе көндәлек тормошта һәм предмет-ара ҡуллана белеү;

  • телмәр этикетының милли-мәҙәни нормаларын үҙләштереү.

Предмет һөҙөмтәләре:

  • башҡорт теленең башҡорт халҡының милли теле, Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булыуы, туған телдең кеше һәм йәмғиәт тормошондағы роле тураһында ҡараш булдырыу;

  • гуманитар фәндәр системаһында туған телдең урынын һәм ролен аңлау;

тел ғилеменең бүлектәре; тел һәм телмәр; һөйләү һәм яҙма телмәр; монолог һәм диалог, уларҙың төрҙәре; текст төрҙәре, стилдәр, телдең берәмектәре;

  • лексика һәм фразеологияның стилистик ресурстарын, башҡорт әҙәби теленең төп нормаларын, һөйләү этикет нормаларын үҙләштереү;

  • һүҙгә төрлө анализ төрҙәре: фонетик, морфематик, һүҙьяһалыш, лексик, морфологик), һөйләм һәм һүҙбәйләнешкә синтаксик анализ;

  • тел-һүрәтләү сараларын ҡулланыу;

туған телдең функцияһын таныу, телмәрҙең эстетик ҡиммәтен баһалау.


Предметының шәхси, предмет, метапредмет һөҙөмтәләре, универсаль уҡыу эшмәкәрлеге


1. Шәхси сифаттарҙы үҫтерергә:
- уҡыу процесында белем алыуға ҡарата яуаплылыҡ булдырырға; тиҫтерҙәренә, уҡытыусыға ҡарата ихтирамлы булырға;
- мәктәп йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына һаҡсыл ҡараш булдырырға;
- тыуған ил, ер, тел төшөнсәләре тураһында аң-белем бирергә;
-һау-сәләмәт йәшәү рәүешен үҙләштерергә.

2. Универсаль уҡыу эш төрҙәрен үҙләштерергә:
- үтенес менән уҡытыусыға класташыңа өлкәндәргә өндәшергә:
уҡыу объектыын өйрәнеү процесында күҙәтергә, сағыштырыға анализларға һәм һығымта яһарға:
аралашыу оҫталығын шымартыу: тыңларға , яуап бирергә; һорарға, кеше фекерен ихтирам итергә;
диалог, монолог ҡора белергә;
мәғлүмәт алыу сығанаҡтары менән эш итә белергә; алған мәғлүмәтте эшкәртә белергә, маҡсатҡа ярашлы ҡулланырға ; 
мәғлүмәт алыу маҡсатында һорау һөйләм ҡорорға;
парлап, төркөмдә эшләгәндә этикет ҡағиҙәләрен күҙәтергә;эште планшатырырға , уны тормошҡа ашырырға

Шәхси үҫеш кимәле
Баланы шәхес итеп үҫтереү кешелек сифаттарын тәрбәләү. Уны үҙ аллы үҫешкә камиллашыу оҫталығына өйрәтеү. Һөҙөмтәлә уҡымышлы, үҙ еренең иленең, халҡының ҡиммәттәренә төшөнгән уны һанлаған һәм һаҡлаған, яҡлаған социум итеп формалаштырыуға башланғыс нигеҙ һалыу. Был йүнәлештә уҡыуҙың һәм белем алыуҙың мөһимлеген үҫеш өсөн кәрәклеген аңлатырға әҙәи әҫәрҙәрҙе тулыһынса һәм эмоциональ ҡабул итеү фекереңде булдырырға һәм әңгәмәсенекен хөрмәт итеү талаптарына яуап бирә. 
Метапредмет кимәле
Универсаль эш төрҙәренә өйрәтеү: танып белеү, регулятивһәм коммуникатив эшмәкәрлег, йәғни баланы үҙ аллы уҡыуға белем алырға өйрәтеү.
Предмет- ара һөҙөмтәләр түбәндәге талаптарҙан тора:
әҙәбиәттән, фәнни-популяр мәҡәләләрҙән, белемде арттырырҙай материлдарҙы, кәрәкле мәғлүмәтте таба алыу;
-әҙәби әҫәрҙәрҙе анализлау(тексты өлөштәргә бүлеү, план төҙөү, тасуирлау сараларын таба белеү) һәм текстың төп фекерен асыҡлау;
-үҙеңдең фекереңде, уйыңды әңгәмәсеңә еткерә алыу;
тирә-йүн, тәбиғәт менән гармонияла йәшәү ҡвғиҙәләрен, ысулдарын үҙләштереү;
-йәмғиәттәге тәртип һәм әхләҡ ҡағиҙәләрен белеү;
аңлы анализлау эшмәкәрлеген булдырыу,
төркөмдәрҙә эшләүҙең әһәмиәтен аңлау һәм уларҙа эшләү тәртибен үҙләштереү.
Предмет кимәле.
Уҡыу предметын өйрәнеүҙә яңы белем үҙләштереү, уны анализлау һәм ҡуланыу өлкәһендә тейешле тәжрибә туплау.
Предметты өйрәнеүҙең һөҙөмтәләре түбәндәгеләр:
-компетентлы уҡыуҙы формалаштырыу; 
-уҡыу техникаһын үҙләштереү;
- уҡылған йәки тыңланған әҙәби әҫәрҙәрҙе аңлау алымдарына эйә булыу;
- интерпретацияның төп элемнттарын үҙләштереү;
- әҙәби әҫәрҙәрҙе, фәнни-популяр уҡыу текстарын анализлау һәм үҙгәртеү күнекмәләренә эйә булыу,
- үҙеңде ҡыҙыҡһындырған әҙәбиәтте үҙ алла һайлай алыу;
- һүҙлектәр, белешмәләр менән эш итә белеү;
- үҙеңде ижади эшмәкәрлеккә һәләтле, белемле китап уҡыусы итеп тойоу;
- монологтар төҙөү, тектың йөкмәткеһен план буйынса һөйләү;
- һүрәтләү, хикәйәләү, хөкөмләү элементтарын индереп, бәләкәй текстар төҙөү;
- шиғырҙарҙы яттан һөйләү һәм сығыш яһау күнекмәләренә эйә булыу. 


  1. Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе


Тел тураһында дөйөм төшөнсә

Йәмғиәт тормошонда телдең роле. Тел - үҫә барыусы ижтимағи күренеш. Тел тураһындағы фәндең бүлектәре (фонетика, морфология, синтаксис, лексикология, лексикография, ономастика, диалектология). Башҡорт тел белем тарихынан ҡыҫҡаса мәғлүмәттәр (Н. К. Дмитриев, В. В. Катаринский, А. Г. Бессонов, М. А. Кулаев, К. 3. Әхмәр, Ж. Ғ. Кейекбаев һ.б.)

Телдең төп берәмектәре: өн (фонема), морфема, һүҙ, һүҙбәйләнеш, һөйләм, текст. Уларҙың үҙ-ара бәйләнеше.

Башкорт милли теле. Башҡорт әҙәби теле. Башка ҡәрҙәш төрки телдәр араһында башҡорт теленең урыны.

Әҙәби тел һәм диалект тураһында дөйөм төшөнсә. Башҡорт теленең диалекттары. Хәҙерге башҡорт әҙәби теле һәм уның үҫеш сығанаҡтары, юлдары.


Башҡорт әҙәби теленең стилдәре

Стилистика тураһында дөйөм төшөнсә. Функциональ стилдәр. Уларҙың төп үҙенсәлектәре. Йәнле һөйләү стиле. Матур әҙәбиәт стиле. Матур әҙәбиәт стилендә әҙәби әҫәрҙәрҙең ижад ителеүе. Фәнни стиль. Фәнни стилгә генә ҡараған жанрҙар. Публицистик стиль. Рәсми эш ҡағыҙҙары стиле. Башҡортостан Республикаһының Мәғариф тураһындағы Законы, Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының телдәре тураһындағы Башҡортостан Республикаһы Законы. Хаттар стиле. Стилдәрҙең төп үҙенсәлектәре.


Һүрәтләү саралары. Эпитет. Һүрәтләү саралары. Сағыштырыу. Метафора. Синонимдар һәм уларҙы телмәрҙә ҡулланыу. Грамматик синонимдар. Тасуирлауҙа антитезаны файҙаланыу. Һүҙҙе һәм уның формаларын телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу.

Һүрәтләү саралары - күркәм (художестволы) әҙәбиәт стиле саралары. Лексик һәм грамматик синонимдар.

Төрлө стилгә ҡараған текстар һайларға өйрәтеү. Стилистик яҡтан төҙөк һәм хаталы текстарҙы сағыштырып, уларға стилистик анализ яһарға өйрәтеү. (Уның өсөн газета, журналдарҙағы мәҡәләләрҙең стиль төрөн, әҙәби әҫәрҙәрҙең стиль үҙенсәлеген билдәләтеү, уларға стилистик төпсөү яһау эштәрен ойоштороу). Башҡорт теленән руссаға, руссанан башҡортсаға тәржемәләр яһатыу. Башҡортса һәм русса һөйлөмдәрҙә һүҙҙәр тәртибен сағыштырыу, үтелгән эштәргә таянып, һығымта яһатыу.

Телмәр төҙөгәндә, стилистик маҡсатты күҙ уңында тотоп, синоним һүҙҙәрҙе, морфологик, синтаксик синонимдарҙы дөрөҫ һайларға һәм ҡулланырға өйрәтеү. (Уның өсөн проза һәм поэтик әҫәрҙәрҙә һөйләм киҫәктәренең урынлашыу тәртибендәге үҙенсәлектәрҙе, уларҙың стилистик ролен билдәләтеү күнегеүҙәре эшләтеү, проза һәм шиғри әҫәрҙәрҙә һүрәтләү, тасуирлау сараларын таптырыу, уларҙың телмәрҙәге стилистик функцияларын билдәләтеү эштәрен ойоштороу, һүрәтләү сараларын ҡулланыуҙы талап итеүсе яҙма эштәр үткәреү). Текстарҙан һүрәтләү сараларын таптырыу, һөйләү, яҙма телмәрҙә уларҙы ҡулланырға өйрәтеү.


5-9-сы кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау һәм тәртипкә килтереү

Фонетиканың төп төшөнсәләре. Телмәр өндәренең яһалышы. Графика һәм алфавит. Башҡорт теленең алфавиты. Башҡорт яҙыуы тарихынан ҡыҫҡаса мәғлүмәттәр.

Һуҙынҡы өндәр. Тартынҡы өндәр. Тартынҡы өндәрҙең сиратлашыуы. Сингармонизм. Ассимиляция. Диссимиляция.

Һүҙҙең баҫымы. Орфоэпия һәм орфография. Орфографияның принциптары.

Лексиканың төп төшөнсәләре. Башҡорт теленең һүҙлек составы, уның үҫә барыуы һәм байыуы. Хәҙерге осорҙа башҡорт теле лексикаһының үҫеү юлдары. Башҡорт теле лексикаһының стилистик бүленеше. Төрлө ҡатлам лексик берәмектәрҙең ҡулланыу үҙенсәлектәре.

Башҡорт теле фразеологияһының үҫеүе һәм байыуының сығанаҡтары. Телмәрҙә фразеологик берәмектәрҙе ҡулланыу. Аңлатмалы һүҙлек һәм уның төрҙәре.

Тамыр һүҙ һәм яһалма һүҙ. Һүҙ һәм форма яһаусы ялғауҙар, һүҙ үҙгәртеүсе ялғауҙар. Ҡайһы бер ялғауҙарҙың күп мәғәнәлелеге, омоним ялғауҙар.

Хәҙерге башҡорт телендә һүҙ төркөмдәре системаһы, һүҙҙәрҙе һүҙ төркөмдәренә бүлеүҙең принциптары. Телмәрҙә үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙ төркөмдәренең роле.

Һүҙҙең грамматик мәғәнәһе, һүҙ формаһының барлыҡҡа килеү ысулдары, уларҙың һүҙбәйләнеш һәм һөйләм эсендә урыны, тәғәйенләнеше, һүҙ төркөмдәренең төп категориялары, һан, эйәлек заты, хәбәрлек заты, килеш. Килештәрҙең мәғәнәләре.

Башҡорт телендә ҡылымдарҙың төрҙәре, йәғни ҡылым формаларының системаһы. Төрлө төҙөлөшлө һөйләмдәр эсендә ҡылым күләмдәренең, күсемле һәм күсемһеҙ ҡылымдарҙың ҡулланылышы. Һөйкәлеш, зат, заман категорияларының һөйләмдәрҙе төҙөүҙәге һәм ойоштороуҙағы урыны.

Синтаксистың төп берәмектәре. Хәҙерге башҡорт теленең һүҙбәйләнештәр һәм һөйләмдәр системаһы. Синтаксиста теҙмә һәм эйәртеүле бәйләнештең төрҙәре, ысулдары. Синтаксик сараларҙың синонимияһы һәм уларҙың стилистик биҙәктәре. Башҡорт телендә тыныш билдәләренең системаһы һәм уны ҡабатлау.

  • «Тыныш билдәләрен дөрөҫ ҡуйыу өсөн нимә белергә һәм нимәгә күнегергә кәрәк?», «Хәҙерге башҡорт телендә һүҙ бәйләнештәр системаһы» тигән темаларға сығыш әҙерләү.








3. Дәрес һаны буйынса тематик планлаштырыу




Дәрес темалары

Һаны

Контроль эштәр

1

Тел тураһында дөйөм төшөнсә

10

1

2

Башҡорт әҙәби теленең стилдәре

8

2

3

5-9-сы кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау һәм тәртипкә килтереү

37

8

4


55

11

5

Бөтәһе

66










4.Календарь-тематик план

Үткәрелеү ваҡыты

Дәрестең темаһы


Иҫкәрмә

календ.

фактик

1



Йәмғиәт тормошонда телдең роле.



2



Тел – үҫә барыусы ижтимағи күренеш.



3



Биремле диктант.



4



Башҡорт теле башҡа ҡәрҙәш телдәр араһында.



5



Башҡорт теле һәм диалект.



6



Башҡорт теленең диалектары.Эш ҡағыҙы.



7



Т.ү. Өйрәнеү изложениеһы “Мөхәббәт”.



8



Башҡорт әҙәби теле һәм уның үҫеше.



9



Хәҙерге осорҙа әҙәби тел үҫеше.



10



Ике теллелек.Иншаға әҙерлек.



11



Т.ү. Инша. “Уй күрке-тел,тел күрке-һүҙ”.



12



Стилистика тураһында төшөнсә.Әҙәби телдең функциональ стилдәре.



13



Йәнле һөйләү стиле.Әҙәби телдең функциональ стилдәре.



14



Матур әҙәбиәт стиле.



15



Т.ү. Контроль изложение “Мөхәббәт”.



16



Фәнни стиль.



17



Публицистик стиль.



18



Рәсми эш ҡағыҙҙары стиле.



19



Биремле диктант “Оҙон юл”.



20



Хаталар өҫтөндә эш.Хаттар стиле.



21



Т.ү.Эш ҡағыҙҙары яҙыу.



22



Һүрәтләү саралары.Эпитет,сағыштырыу,метафор



23



Синонимдар һәм уларҙы телмәрҙә ҡулланыу.



24



Грамматик синонимдар.



25



Т.ү.контроль инша “Еремә ҡыш килә”.



26



Тасуирлауҙа антитезаны файҙаланыу.



27



Һүҙҙе һәм уның формаларын телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу.



28



Контроль диктант “Асылыкүл”.



29



Хаталар өҫтөндә эш.Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.



30



V-lX кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау.



31



Контроль ҡырҡым “Башҡорт урманының яҙмышы”.



32



Хаталар өҫтөндә эш.Орфоэпия буйынса ҡабатлау.



33



Графика.Өн һәм хәреф.Алфавит.



34



Башҡорт теленең орфографияһы.



35



Орфоэпия.Башҡорт теленең дөрөҫ әйтелеш ҡағиҙәләре.



36



Лексика.Башҡорт теленең һүҙлектәре.



37



Т.ү.Инша. “Тыуған яғым-алтын бишегем”.



38



Һүҙьяһалыш.



39



Морфология. Исемдәргә морфологик анализ.



40



Сифат.Сифаттарға морфологик анализ.



41



Т.ү.Контроль изложение.



42



Алмаш.Һандар.Морфологик анализ.



43



Ҡылымдарҙы ҡабатлау.



44



Рәүеш.Рәүештәргә морфологик анализ.



45



Морфологик анализ өлгөләре.



46



Т.ү.иншаһы. “Нимә ул ғәҙеллек?”



47



Ярҙамсы һүҙ төркөмдәре.Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.



48



Синтаксис һәм пунктуация үтелгәндәрҙе ҡабатлау.



49



Ябай һөйләм синтаксисы.



50



Контроль диктант.



51



Теркәүесле һәм теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмдәр.



52



Теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙә билдәләре.



53



Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр.



54



Т.ү. инша. “Яҙғы күренештәр”.



55



Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәрҙә тыныш билдәләре.



56



Һөйләм аҙағындағы тыныш билдәләре.



57



Өтөр ҡуйылыу осраҡтары.



58



Нөктәле өтөр ҡуйылыу осраҡтары.



59



Контроль инша. “Минең яҡты хыялдарым”.



60



Һыҙыҡ ҡуйылыу осраҡтары.



61



Ике нөктә ҡуйылыу осраҡтары.



62



Морфология буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.



63



Морфология буйынса тестар.



64



Бөтә үтелгәндәрҙе ҡабатлау.



65



Контроль диктант.



66



Хаталар өҫтөндә эш. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.