“Башҡорт халыҡ әкиәте “Әминбәк” те ҡабатлау.” – традицион булмаған дәрес төрө. Дәрес- сәйәхәт.
Маҡсат: 1.”Әминбәк” әкиәтен ҡабатлау, белемде тәрәнәйтеү;
2.Тексты тыңлап аңлау, ишеткәнде иҫтә ҡалдырып, текстың йөкмәткеһен һөйләргә өйрәтеү;
3. “Әминбәк”образы аша уҡыусыларҙа белемгә ҡарата ихтирам тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: магнитофон, аудиокассета №3, “Башҡорт халыҡ ижады. Әкиәттәр” китабы.
Дәрес барышы:
Ойоштороу мәле.
-Һаумыһығыҙ, уҡыусылар. Бөгөн беҙ әкиәт иленә сәйәхәткә сығабыҙ. Әкиәттә геройҙарға төрлө ҡыйынлыҡтар осраған кеүек үк беҙгә лә осрарҙар, шуға ла түҙемле, тырыш булығыҙ. Ауырлыҡтарҙы еңергә өйрәнербеҙ. Һәр кем дөрөҫ яуап бирә уға тылсымлы йондоҙ бүләк итәм.
Әкиәттәр иленә керер өсөн тәүге һынауҙы үтәргә кәрәк.Өй эшен тикшереү.
“Ҡамыр батыр” әкиәтен һөйләү.
Дәрестең маҡсатын билдәләү. Икенсе һынау булып беҙгә әкиәттең исемен мәҡәлдәргә ҡарап әйтергә кәрәк.
-Уҡыусылар, плакатҡа яҙылған мәҡәлде уҡығыҙ әле. (“Белеме бар меңде йығыр, белемһеҙ берҙе йығыр”, “Һөнәрһеҙ ир – ҡанатһыҙ ҡош”.) Был мәҡәлдәргә ҡарап һеҙ ниндәй әкиәтте иҫегеҙгә төшөрҙөгөҙ?(“Әминбәк” әкиәтен)
4. Әкиәт буйынса эш. Һорауҙарға яуап бирергә кәрәк.
-Әминбәк тәүге тапҡыр ниндәй һөнәргә өйрәнеп ҡайта? (Скрипка һөнәренә);
-Икенсе тапҡыр ул ниндәй һөнәргә эйә була? (Яҙыу яҙырға өйрәнә);
-Өсөнсөгә кемгә уҡып ҡайта? (Сатраш уйынын уйнарға өйрәнә);
-Ни өсөн Әминбәкте ата-әсәһе каруан башлығына һаталар?(Уларҙың аҡсалары төшөп ҡалған, аҡса өсөн улдарын һаталар);
-Ҡоҙоҡ төбөндә һыу эҙләгәндә Әминбәк нимә таба? (Алтын);
-Ни өсөн уны каруан башлығы ҡоҙоҡтан сығармаҫҡа булған? (Ул алтындың яртыһын һорар тип уйлаған);
-Ул ҡоҙоҡ төбөндә кем менән таныша?(Дейеү менән);
-Әминбәк дейеүҙең күңелен нисек күтәргән?( Скрипкала уйнаған);
-Әминбәк ҡоҙоҡтан нисек сыҡҡан? (Дейеү ярҙамында);
-Әминбәк каруан башлығының хатында нимә тип яҙа? Ни өсөн? (Ошо егеткә ҡыҙыбыҙҙы биреп, кейәү итеп ҡуй,- тип яҙа);
-Кемгә ул сатраш уйнарға йөрөй? (Батша янына уйнарға бара);
-Нисек әминбәк батша булып китә? (Ул батшаны сатраш уйынында өс тапҡыр еңә, батша уға үҙенең тәхетен бүләк итә);
-каруан башлығын ул нисек ҡаршы алған? (Каруандың бик күп кенә мөлкәтен зәҡәткә алып киткәндәр.
- Әкиәт нисек тамамлана?
5.Өсөнсө эш булып тексты аудиокассетанан тыңлау, туҡтаған еренән һеҙ дауам итеп һөйләргә тейешһегеҙ.
-Әкиәтте тыңлап сыҡҡас Әминбәк ниндәй һөнәрҙәргә эйә булған? Һорауына яуап бирергә.
6. Дүртенсе һынау булып әкиәт илендә “ Тексты кем яҡшы белә?” бәйгеһе тора.
-Текстан әкиәткә генә хас булған урындарҙы табып уҡығыҙ.
7.Бишенсе һынауҙа карточкаларға яҙылған һорауҙарға яуап бирергә кәрәк.
А) Әминбәк ниндәй һөнәрҙәргә өйрәнгән?
Б) Ул һөнәрҙәрҙе алыуы еңел булғанмы?
В) Алған һөнәрҙәре менән белеменең файҙаһын Әминбәк нисек күрә?
Г) Әминбәк менән каруан башлығы ниндәй тәьҫирҙәр ҡалдырҙы?
Һорауҙарға яуап алынғас һығымта яһала, тимәк әкиәттә генә түгел , ә ысын тормошта ла белем, һөнәр мөһим нәмәләр булып һанала. Шуның өсөн мәктәп бинаһында уҡ ныҡлы, төплө белем алырға кәрәк, киләсәктә үҙеңде ышаныслы итеп тойоу өсөн.
10. Алтынсы эш итеп һеҙгә “Ижади фекерләү эше” бирелә.
Әкиәттең төп геройы Әминбәкте нисек күҙ алдына килтерәһегеҙ? (Ҡиәфәте: киң яуырынлы, төҙ һынлы, үткер ҡарашлы егет.)
Ә ҡойо төбөндә ултырған дейеүҙе нисек һүрәтләр инегеҙ? (Ябығып, һарғайып, күңеле төшөп бөткән.)
11. Йомғаҡлау.
-Әкиәттәр иленә сәйәхәтебеҙ һәр беребеҙгә файҙа менән генә тамамланды. Һәр беребеҙ үҙ өлөшөбөҙҙө индерҙек. Әкиәтте яҡшы үҙләштергәнһегеҙ. Молодцы.
- Плакатҡа яҙылған мәҡәлдәрҙе уҡығыҙ ҙа, һеҙ ниндәй фекергә килдегеҙ ошо әкиәтте уҡығас? Ошо һорауға яуап бирегеҙ.
12. Өй эше. Баһалау.
Әкиәтте ҡыҫҡаса һөйләргә әҙерләнергә.