V научно-практическая конференция
«Халиковские чтения» среди обучающихся
общеобразовательных организаций Республики Башкортостан
Тел- рухи хазина
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса
ғилми-тикшеренеү эше
Башҡарыусы:
муниципаль район Дүртөйлө районы
урта дөйөм белем биреү учреждениеһы
Мәскәү урта дөйөм белем биреү мәктәбенең
8 класс уҡыусыһы
Зартдинова Ленара
Етәксеһе:
муниципаль район Дүртөйлө районы
урта дөйөм белем биреү учреждениеһы
Мәскәү урта дөйөм белем биреү мәктәбенең
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Ғәдиева Илүсә Әсғәт ҡыҙы
Мәскәү – 2022
Йөкмәтке
I бүлек. Инеш.
II бүлек .Милләт һәм туған тел мәсьәләләре
2.1. Тел – рухи хазина.
2.2. Туған тел.
2.3. Туған телем- башҡорт теле.
2.4.Ерле һөйләш һәм башҡорт әҙәби теле, татар әҙәби теле.
2.5.Бөгөнгө көндә туған телгә мөнәсәбәт.
III бүлек . Йомғаҡлау
3.1.Туған телдең функциональ үҫешен һәм сафлығын һаҡлау.
Ҡулланылған әҙәбиәт.
Инеш.
Туған телем – үҙем өсөн,
Бүтән тел – көнөм өсөн.
Тел... Өс кенә хәрефтән торған ҡыҫҡа ғына һүҙ. Ә ниндәй ҡөҙрәтле көскә эйә ул!
Тел - ул быуаттар буйына тупланған рухи хазина, ата – бабаларыбыҙҙан быуындан быуынға күсә килгән изге аманат. Тел – кешеләрҙең аралашыуы өсөн иң кәрәкле ҡорал. Уның ярҙамында беҙ бер – беребеҙ менән аңлашабыҙ, ғилем донъяһына юл ярабыҙ, уй – фекерҙәрҙе уртаҡлашып тормошҡа ашырабыҙ.
Эйе, телһеҙ шәхестең, кешелек йәмғиәтенең, фәндең, техниканың, мәҙәниәттең үҫеше мөмкин түгел. Халҡыбыҙ элек –электән быны яҡшы аңлаған һәм телдең кешелек тормошонда тотҡан урынын юғары баһалаған. Был хаҡта халыҡ мәҡәлдәре, әйтемдәре асыҡ һөйләй: “ Аҡыл – ҡаҙна, күңел – йоҙаҡ, тел – асҡыс”, “ Теле барҙар халыҡ булған, теле юҡтар балыҡ булған”, “ Иле барҙың – теле бар”, “ Туған телен һөймәҫ – туған әсәһен белмәҫ”
Был мәҡәлдәрҙән күренеүенсә, халҡыбыҙ туған телде әсәй , ил, тыуған ер кеүек бөйөк төшөнсәләр менән йәнәш ҡуя һәм барыһының да башланғысы итеп һанай. Туған телде яратыу Тыуған илеңде, атай - әсәйеңде яратыу тигән һүҙ. Эйе, тыуған илебеҙ туған телебеҙ менән генә бәхетле. “Теле барҙың иле бар, иле барҙың даны бар”, -тигән сәсәндәр.
2.1. Тел – рухи хазина.
Туған тел – халҡыбыҙҙың аҡыл – зиһенен, ғөрөф – ғәҙәттәрен, тормош фәлсәфәһен һәм тәжрибәһен, тарихын, рухи байлығын меңәр йылдар үҙенә һеңдерә килгән икһеҙ – сикһеҙ хөрмәтле хазина ул.Тыуған ил, туған халыҡ, туған тел – иң изге төшөнсәләр. Кеше Тыуған илен һәм туған халҡын һайламай, улар тыумыштан ата-әсәһе, көнө-иле менән бергә бирелә. Туған тел – ул ата-әсәң теле, донъяла тәү ишеткән һүҙең, асылған телең, рухи моңоң. Тел – халыҡтың иң ҙур хазинаһы. Бик тә ҡәҙерле нәмәне хазина тиҙәр. Ул берәмләп, бөртөкләп йыйыла. Мәҫәлән, алтын, көмөш – ер байлығы. Тел быуаттар буйына тупланған, халыҡты халыҡ итеп, милләт итеп туплаған.
2.2. Туған тел.
Һәр халыҡтың үҙ теле, көйө, яйы бар. Башҡорт теле – башҡорт халҡының милли теле. Башҡорт теле – бик боронғо тел. Башҡорт ырыуҙары, башҡорттар тураһындағы тарихи мәғлүмәттәр беҙҙең эраға тиклем үк ҡайтып ҡала. Ул Көньяҡ Уралда, Ағиҙел – Яйыҡ йылғалары бассейнында бик боронғо замандарҙан бирле йәшәгән башҡорт ҡәбиләләренең теленән, йәғни диалекттарынан, халыҡ теле булып формалашҡан. Башҡорт әҙәби һөйләү теле – ул асылда героик эпостарҙың, ҡобайырҙарҙың, легендаларҙың, сеңләүҙәрҙең, башҡорт классик йырҙарының теле.Хәҙерге башҡорт әҙәби теле – бик ныҡ үҫкән милли әҙәби тел.
“Минең туған башҡорт телем – әсә һөтө менән ҡаныма һеңгән әсә телем- донъяны танытҡан, кешеләр менән аралаштырған, белем, ғилем биргән ғәзиз телем. Шул телем мине киң донъяға алып сыҡҡан, бүтән телдәрҙе белергә, рус телен икенсе туған телдәй өйрәнергә юл асҡан. Бөйөк рус теле мине бөтә кешелек ғилеменә, мәҙәниәт донъяһына алып инде, бүтән халыҡтар менән уртаҡ телдә аралашырға мөмкинлек бирҙе”,- тип яҙа Ғ.Хөсәйенов “Әсәм теле –сәсән теле” тигән парсаһында (Ғ.Хөсәйенов. Тормош. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1990, 163-сө бит)
Әсә теленә булған мөнәсәбәтенә ҡарап, һәр кешенең мәҙәни кимәленә генә түгел, ә уның гражданлыҡ ҡиммәтенә лә баһа бирелә. Үҙенең Тыуған иленә булған ысын мөхәббәтен әсә теленә булған мөхәббәттән тыш күҙ алдына килтереү мөмкинме һуң? Әсә теленә вайымһыҙ ҡараған кеше – ҡырағай кеше, зарарлы кеше. Сөнки ошоноң менән үл үҙ халҡының үткәненә, хәҙерге хәленә һәм киләсәгенә ғәмһеҙлеген, битарафлығын күрһәтә.
2.3. Туған телем- башҡорт теле.
Тик миңә бәләкәйҙән үк бер һорау тынғылыҡ бирмәй ине: ниндәй тел һуң минең туған телем? Был һорау мине генә түгел, тиҫтерҙәремде, ауылдаштарымды ла борсой. Сөнки беҙҙең атай-әсәйҙәребеҙ мәктәптә татар телен өйрәнгән, беҙҙең телебеҙ татарса асылған, ә милләтебеҙ буйынса башҡортбоҙ.
Шулай ҙа, кем һуң беҙ? Татар телле башҡортмы, башҡорт рухлы татармы? Ошо ҡыҙыҡһыныу мине тарихты нығыраҡ өйрәнергә этәрҙе.
Тарихҡа күҙ һалһаҡ, Дүртөйлө районына ҡараған ауылдар башҡорт ырыуҙары ( йәлдәк, ҡаңлы, елан) биләгән ерҙәргә урынлашҡан. Бишенсе ревизия документтарында Мәскәү ауылында 65 йортта 408 кеше булып, шуның 349-ы башҡорт, 52 –һе типтәр, 7-һе мишәр тип теркәлгән.
Ә.З. Әсфәндиәровтың “Ауылдар тарихы” китабында ” тиелә.(А.З. Асфандияров.История сел и деревень. Книга вторая-третья.-Уфа: Китап, 1998, 328-се бит). Унда автор Рәсәй дәүләт боронғо акттар архивы документтарына таянып, беҙҙең яҡтарҙа тәүге күсеп килеүселәр М.Романов заманында (1613-1645) ултырыуын дәлилләй (шунда уҡ, 325-се бит). М.Ғ Хәйруллина “Тамырҙарыбыҙ – тәрәндә: Төньяҡ-көнбайыш башҡорттары. Уларҙың үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге” китабында ауылда таҙлар, унлар, ирәкте аҫаба башҡорттары менән 1697 йылдан алып типтәрҙәр йәшәгәнлеген архив документтарына таянып бәйән итә. (М.Ғ Хәйруллина. Тамырҙарыбыҙ – тәрәндә: Төньяҡ-көнбайыш башҡорттары. Уларҙың үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге.- Өфө, 2002, 30-сы бит)
Күреүебеҙсә, архив документтарында ла милләтем тураһында аныҡ ҡына мәғлүмәттәр табылманы, бары исем-атамаларҙан, халыҡ шөғөлөнән сығып, башҡортлоҡто билдәләргә була. “Йән тартмаһа, ҡан тарта” тиҙәрме, мин үҙемде барыбер башҡорт тип һанайым.Ни өсөнмө? Сөнки башҡорт телен өйрәнә башлағас, миндә бөтөнләй башҡа хистәр, уй – тойғолар уянды. Мин быны атай – олатайҙарымдан бирелгән башҡорт ҡаны, башҡорт рухы йоғонтоһо тип аңлайым. Башҡорт теле дәрестәрендә беҙ әле аралашҡан һөйләшебеҙҙең башҡорт теленең бер диалекты булыуын аңланыҡ.
2.4.Ерле һөйләш һәм башҡорт әҙәби теле, татар әҙәби теле.
Н.Х. Ишбулатовтың “Башҡорт теле һәм уның диалекттары” китабында быға бик күп дәлилдәр табып була. Мәҫәлән, а) беҙҙең ауыл халыҡ һөйләше телендә әҙәби тедәге с урынына ч һәм һүҙ башындағы й өнө урынына ж ҡулланылыуы: чабыу – әҙәби телдә сабыу, татар әҙәби телендә чабу; жылан – әҙәби телдә йылан; б) башында к,т өндәре килгән бер төркөм һүҙҙәрҙең беренсе ижегендә татар әҙәби телендәге и өнө урынына ә өнө килә: кәм- татар әҙәби телендә ким, башҡорт әҙәби телендә кәм; кәртә – татар әҙәби телдендә киртә, башҡорт әҙәби телендә кәртә; кәтмән – татар әҙәби телендә китмән, башҡорт әҙәби телендә кәтмән; в) Киң һуҙынҡылы –ай, -әй өн ҡушылмаларының ялғауҙарҙа, бигерәк тә ҡылым ялғауҙарында, һаҡланыуы: бармайым, ҡайтмайым, килмәйем – татар әҙәби телендә бармыйм, ҡайтмыйм, килмим, башҡорт әҙәби телендә бармайым, ҡайтмайым, килмәйем; г) һүҙҙең аҙаҡҡы ижегендәге –ай,-әй өн ҡушылмалары һаҡлана, и өнөнә күсмәй: әтәй, инәй – башҡорт әҙәби телендә атай, әсәй, татар әҙәби телендә әти, әни. Шулай беҙҙең ауыл һөйләшендә ҡулланыла торған күп кенә диалектизмдар башҡорт теленең башҡа диалект һүҙҙәре менән тап килә. Мәҫәлән: алма – картуф (Арғаяш һөйләшендә ер алмаһы), мүкләк - мөгөҙһөҙ һыйыр (Ҡыҙыл һөйләшендә лә бар), сүл – иттән аҡҡан һары һыу (Ҡыҙыл һөйләшендә һүл), күбәтә –алдыр (ҙур сеүәтә), көләкәй – ҡолонсаҡ (Көньяҡ-көнсығыш һөйләштәрендә лә бар), арсий ҡыҙҙы оҙата килеүсе ир-туғандары (Дим һөйләшендә лә, Түбәнге Ағиҙел һөйләшендә лә бар) һ.б. (Миржанова С.Ф. Северо-западный диалект башкирского языка.-Уфа: Башк. Кн. Изд-во, 1991, 110-112-се биттәр). 1953 йылда Башҡортостандың Тел һәм әҙәбиәт ғилми-тикшеренеү институты үткәргән семинарҙа, Төньяҡ-көнбайыш диалекты башҡорт теленең өсөнсө диалекты тип таныла һәм был диалект буйынса ғилми-тикшеренеү эштәре башлана. 1954 йылда беҙҙең районда ла диалектология экспедициялары үткәрелә. Тарихи материалдарҙан һәм тормоштан бик күп дәлилдәр килтереп, ғалимдар шуны иҫбатланы: беҙҙең төбәк халыҡтарының теле татар теле түгел, ә татар теле менән үҙ ара йоғонтоға кергән, татар теленә яҡын башҡорт теле диалекты.
Шулай итеп, туған телебеҙ беҙгә кем булыуыбыҙҙы белергә, асылыбыҙға төшөнөргә лә ярҙам итте. Хәҙер мин ғорурлыҡ менән: “ Мин – башҡорт, мин Салауат Юлаев тоҡомонан!”- тип әйтә алам.
Ниндәй нәфис, бай, моңло, камил ул башҡорт теле! Ниндәй тылсымлы көскә эйә! Борон замандарҙа уҡ ауыр яу мәлдәрендә, илебеҙгә дошман аяғы баҫҡанда, йыйындарҙа атаҡлы сәсәндәребеҙ халыҡҡа ошо туған тел ярҙамында мөрәжәғәт иткән, ил һаҡларға саҡырған, батырлыҡҡа рухландырған, татыулыҡҡа, изгелеккә өндәгән.
Башҡорт телен өйрәнеп, беҙ халҡыбыҙ ижадының аҫыл өлгөләре булған “Урал батыр”, “Аҡбуҙат” эпостары, “Урал”, “Буранбай”, “Сибай” йырҙары, томдарға һыймаҫ әкиәттәр, бәйеттәр, сеңләүҙәр, мәҡәлдәр менән танышабыҙ.” Аҡмырҙа сәсән менән Ҡобағош сәсәндең әйтешкәне”, “Батыршаның батшаға яҙған хаты”, “ Байыҡ сәсәндең Салауат батырға әйткәне” ҡобайырҙары, Ғәли Ибраһиовтың “Кинйә”, Кирәй Мәргәндең ”Бөркөт ҡанаты”, Әхиәр Хәкимовтың “Думбыра сыңы” романдары, халыҡ тарихының бер осорон һөйләп, беҙҙе тетрәндермәйме лә рухландырмаймы? Бай, һутлы, нескә, һандуғас йырылай наҙлы телебеҙ аша беҙ быуаттар артынан Ҡараһаҡал, Салауат батырҙар оранын, Аҡмулланың нәсихәттәрен ишеткәндәй булабыҙ.
2.5.Бөгөнгө көндә туған телгә мөнәсәбәт.
Ләкин мине борсоған мәсьәлә был ғына ла түгел әле. Яҡташ шағирыбыҙ Әнғәм Атнабаев әйтмешләй,
Һин башҡорт тип, Һин татар тип,
Әңгәмә ҡорма, давай.
Татарҙан да, башҡорттан да
Урыҫ тыуа, вәт бәлә-
Бына ҡайҙа мәсьәлә!
Һуңғы ваҡытта йәштәр, хатта мәктәптә уҡыусы балалар арһында ла рус телендә аралашыу арта бара. Шулай уҡ башҡорт балаларының ҡолаҡҡа ятышһыҙ сит исемдәр йөрөтөүе лә милләтте кәмһетә һымаҡ. Таныш булмаған кеше һинең исемеңде ишетеү менән, йөҙөңә ҡарай. Һинең ниндәй милләттән икәнеңде белергә теләй. Сөнки кешенең исеме тышҡы һәм эске сифаттарҙы бәйләп тора. Ә тел иһә милли йөҙҙө билдәләүсе генә түгел, уны һаҡлаусы, милләтте милләт итеүсе, рухи байлыҡҡа алтын асҡыс булыусы төп ҡорал.
Йомғаҡлау
3.1.Туған телдең функциональ үҫешен һәм сафлығын һаҡлау.
Тел – аралашыу ҡоралы ғына түгел, тел – халыҡтың бөтә рухи байлығына, быуаттарҙан быуаттарға, быуындан-быуынға ҡан менән күсә килгән бөтә милли байлыҡҡа эйә булыу өсөн юл аса. Тел аша беҙ тарих менән дә, киләсәк менән дә бәйләнешкә инә алабыҙ. Сөнки беҙгә атай-олатайҙарҙан ҡан аша күскән рухи байлыҡ бөтәһе лә үҙ туған телебеҙҙә “яҙылған”. Уның аша оло быуын беҙгә, йәш быуынға, үҙенең тормош тәжрибәһен, өгөт – нәсихәттәрен, рухи байлығын тапшыра килгән. Фәҡәт туған телебеҙ генә беҙгә ата – бабаларыбыҙҙың үткәнен, бөгөнгөһөн, киләсәккә өмөт – хыялдарын, тормошон аңларға, уларҙың йөрәк серҙәрен сисергә, күңел түрҙәренә үтеп инергә ярҙам итә. Беҙ фәҡәт үҙ туған телебеҙҙә һөйләшһәк кенә атай-олатайҙарҙан борон-борондан ҡан менән күсә килгән рухи байлыҡҡа эйә була алабыҙ. Ә инде тыуғандан алып икенсе телдә һөйләшә башлаһаҡ, ул байлығыбыҙға эйә лә була алмайбыҙ, уның кәрәге лә ҡалмай. Бына шуның өсөн туған телендә һөйләшкән кешеләрҙең күҙендә нур уйнай, йөҙө балҡый. Сөнки туған телендә һөйләшкәндәрҙең күңеле бай, рухы камил була. Шуға күрә лә беҙ үҙебеҙҙең туған башҡорт телебеҙҙе бөтә нескәлектәрендә өйрәнергә, үҫтерергә, байытырға һәм үҙебеҙҙән һуң киләсәк быуынға мираҫ итеп ҡалдырырға тейешбеҙ.
Шағир һүҙҙәре менән
Туғанынан яҙған – ярты йәтим.
Туған теленән яҙған – мең йәтим!
Телде тоҙаҡларлыҡ ғәмһеҙлектән
Уян, халҡым, ҡуҙғал, милләтем! – тип әйтке килә.
Ҡулланылған әҙәбиәт
1. Ғ.Хөсәйенов. Тормош. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1990.
2. А.З. Асфандияров.История сел и деревень. Книга вторая-третья.-Уфа: Китап, 1998.
3. М.Ғ Хәйруллина. Тамырҙарыбыҙ – тәрәндә: Төньяҡ-көнбайыш башҡорттары. Уларҙың үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге.- Өфө, 2002.
4. Сахратуллин С.Ф. Бирская старина. Бирский уезд. Бирск.1999.
5. Миржанова С.Ф. Северо-западный диалект башкирского языка.-Уфа: Башк. Кн. Изд-во, 1991.