СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Урок башкирского языка в 3 клФекерләү ҡеүәһен һәм телмәр үҫтереү

Нажмите, чтобы узнать подробности

Урок закрепление по развитию речи

Просмотр содержимого документа
«Урок башкирского языка в 3 клФекерләү ҡеүәһен һәм телмәр үҫтереү»

Тема: Фекерләү ҡеүәһен һәм телмәр үҫтереү.

Дәрестең маҡсаты:

-белем биреү маҡсаты - уҡыусыларҙың исем темаһы буйынса белемдәрен системаға һалыу һәм нығытыу;

-үҫтереүсе маҡсат - уҡыусыларҙың дөрөҫ, аңлы уҡыу һәм яҙыу күнекмәләрен, фекерләү ҡеүәһен, һөйләү телмәрен үҫтереү;

-тәрбиәүи маҡсат - тыуған ергә һөйөү тәрбиәләү, башҡорт теленә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу.

Бурыстар: 

I. Предмет һөҙөмтәләр.

1. Уҡыусыларҙың исем темаһы буйынса белемдәрен системалаштырыу һәм нығытыу.

2. Дөрөҫ, аңлы уҡыу һәм яҙыу күнекмәләрен, фекерләү ҡеүәһен, һөйләү телмәрен үҫтереү.

3. Тыуған ергә һөйөү тәрбиәләү, башҡорт теленә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу.

II. Метапредмет һөҙөмтәләр .  

  1. Уҡыусыларҙың маҡсатка үҙ аллы ирешеү юлдарын планлаштыра алырға, танып белеү мәсьәләләрен сисеүҙең уңышлы юлдарын һайлап ала белергә өйрәтеү;

  2. Белем алыу маҡсаттарын, бурыҫтарҙы дөрөҫ, аныҡ билдәләй белергә өйрәтеү, үҙ танып белеү мотивтарын һәм ҡыҙыҡһыныуҙарын үҫтереү;

  3. Информацион-коммуникатив технологияларҙы ҡулланыу өлкәһендәге оҫталыҡтарын арттырыу;

Предмет-ара бәйләнеш - тыуған татар теле һәм әҙәбиәте, русс теле һәм әҙәбиәте, тәбиғәтте өйрәнеү дәресе.

Аудитория : 2-3 – сө класс уҡыусылары. Класс ике төркөмгә бүленә.


Йыһаҙландырыу: компьютер, проектор, интерактив таҡта, презентация, төркөмдәр өсөн карточкалар, смайликтар, дөрөс.

Дәрес барышы

1.Ойоштороу мәле.

Хәйерле көн , уҡыусылар! Әйҙәгеҙ, башҡорт телендән класс сәғәтен яраткан шиғырыбыҙ менән башлап ебәрәйек.

(2-се слайд)Минең илемдәЙылғалар, күлдәрМатур баҡсалар, Хуш еҫле гөлдәр.Минең илемдәСиҡһеҙ урмандар, Алтын-көмөшлөБик күп тауҙар. (Х.Кәрим)

1) уҡытыусының өлгөлө уҡыуы;

2) хор менән уҡыу.

2. Төп өлөш.

Бөгөн беҙ дәрестә ике төркөмгә бүленеп ярыш үткәрәсәкбеҙ. Дөрөҫ яуап биреүселәргә жетондар бирелеп бара.


- Нәрсә һуң ул тыуған яҡ? Ни өсөн ул һәр кешегә кәрәк, ҡәҙерле? Уҡыусылар, һеҙ үҙегеҙҙең тыуған яғығыҙ тураһында беләһеғеҙме? Өлкөндө, Дыуан районы тураһында нимәләр әйтә алаһығыҙ? Беҙҙәң яҡтың табиғәте ниндәй? (Уҡыусыларҙың яуаптары. Фото һүрәттәр ҡарау.) Тыуған яҡты, тәбиғәтте яратыу – ул үҙе бер һәләт.


  1. «Тиҙәйткес әйт» уйыны.

(уҡытыусы һәр төркөмгә тиҙәйткес яҙылған карточкалар тарата. Уларҙы ятлау өсөн балаларға 1-2 минут ваҡыт бирелә. Артабан һәр төркөмдән бер кеше ҡысҡырып уҡый, хор менән сайдтан ҡабатлайҙар. Ҡайһы төркөм уны тиҙерәк, хатаһыҙ һәм дикция менән ҡабатлай – шул еңә.)


(3-сө слайд) Тиҙәйткестәр


1-се төркөмгә. Ҡарҙа ла ҡап-ҡаралар,

Ҡырҙа ла ҡап-ҡаралар,

Ҡарҡылдаша, ҡарҡылдаша,

Аптырашып ҡарайҙар.


2-се төркөмгә. Беҙ уйнайбыҙ бөгөн, булып

Ҡыңғырау, ҡыңғырау,

Беҙҙең тауыш алыҫтарға

Яңғырай, яңғырай.

  1. (4-се слайд) Тәржемә ит

1-се төркөмгә 2-се төркөмгә

зима - лето

весна - осень

год - месяц

утро - день

днём - вечер

сутки - время


(һүҙҙәрҙең тәржемәһен сығып яҙырға. Ҡайһы төркөм уны тиҙерәк, хатаһыҙ яҙа – шул еңә.)

Хор менән һүҙҙәрҙе дөрөҫ итеп уҡыу, ҡабатлау.


  1. (5-се слайд. Ҡыш миҙгеленә һүрәттәр төшөрөлгән) Хаталарҙы тап

  1. Һүҙҙәрҙе һүрәттәргә тура килтереп күсереп куйарға. Һәр төркөмгә икешәр һүрәт.

  2. Был йылдың ниндәй миҙгеле?

  3. Ошо һүҙҙәр менән телдән икешәрһөйләм төҙөргә.

  4. Кем? һорауы ниндәй һүҙҙәргә бирелә?

  5. Предметтың билдәһен белдергән һүҙҙәргә ниндәй һорау куйыла?


  1. (6-сы слайд. Ҡөҙ миҙгеленә һүрәттәр төшөрөлгән) Һүҙҙәрҙе төркөмләргә бүл.


  • Ниндәй төркөмләргә бүлеп була?

  • Таҡтаға сығып һүҙҙәрҙе һүрәткә тура килтереп ҡуйығыҙ.


Ағас, болот, ямғыр, ҡарлы, япраҡ, йеүеш, ҡойола, һоро, бейектә, һары, яуа, ҡыҙыл.


  1. (7-се слайд. Йәй миҙгеленә һүрәттәр төшөрөлгән)Һүрәттәргә һорауҙар уйла


Һүрәттәргә ниндәй һорауҙар тура килә?

1-се төркөмгә Кем? һорауына яуап биргән һүҙҙәрҙе яшел төҫлө түгәрәккә ал.

2-се төркөмгә Нимә? һорауына яуап биргән һүҙҙәрҙе күк төҫлө түгәрәккә ал.

(Пәрдәне төшөрөп тикшереү.

Кем? –ҡыҙ, бейеүсе, туп тибеүсе.

Нимә? – күҙлек, сәскә, ҡояш. )


  1. (8-се слайд.Яҙмиҙгеленә һүрәт төшөрөлгән. Һыу аҡҡан тауыш ишетелә. )

Ниндәй миҙгел һүрәтләнгән?

(Һәр төркөмгә карточкалар таратыла. Унда хикәйәнең башы яҙылған. Төркөмдәр хикәйәнең дауамын уйлай. Әҙерлек өсөн 5 минут ваҡыт бирелә. Хикәйәне уҡып ишеттереү.)


«Йәкшәмбе көн мин ата-әсйем менән урамға саф һауа һуларға сыҡтым. ... »


  1. (9-сы слайд.) “Анаграммалар”уйыны

1- се төркөмгә - ыҡғңрыуа, кәйәһл, аптра, тарыб;

2 - се төркөмгә - йәсә, йамла, ғилма, пткаи.


  1. Һүҙҙәрҙе һыҙыҡ өҫтөнә тура килтереп яҙығыҙ.

1) ҡыңғырау, малай,китап, батыр;

2) әсәй, парта, ғалим, һәйкәл)

Пәрдәне төшөрөп тикшереү.

  1. Йомғаҡлау.

Бөгөн беҙ ижади һәләт һәм фекерләү ҡеүәһен, телмәр үҫтереү өҫтөндә эш башланыҡ. Эш артабан да дауам итәсәк. Сөнки бөгөн йәмғиәтҡә ҡыйыу, ижади һәм инициативалы кешеләр кәрәк.


(10-сы слайд.)Афарин!

Дәресте йомғаҡлап жетондарҙы һанайбыҙ.

Үҙегеҙҙең кәйефегеҙҙе смайликтар аша белдерегеҙ.

(Балалар нигә кәйефтәре ошондай икәнлеген аңлата.)