Туған әҙәбиәт
6-сы класс
Тема: Беҙ дуҫлыҡ менән көслө! (3.Биишеваның «Дуҫ булайыҡ» повесы буйынса йомғаҡлау
дәресе).
Маҡсат: Уҡыусыларҙың әҫәр тураһындағы фекерен, образдарға мөнәсәбәтен
асыклау, һөйләү телмәрен үҫтереү;төркөмләп эшләү күнекмәләрен
нығытыу. Балаларҙа дулыҡ тойғоһон, бер-береһенә ярҙам итеү,
ихтирам тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: 3.Биишева портреты: «Талҡаҫ күле » картинаһы; мәҡәлдәр: «Дуҫ-дуҫтын, көҙгөһө», «Дуҫмын тип күп йөрөнөн, көлгән саҡта, күренмәнең бөлгән саҡта» яҙма, кроссворд.
Дәрес барышы
1. Ойоштороу моменты.
Балалар, кәйефегеҙ нисек? (Яҡшы).
Ә дәресте йылмайыуҙан башлайыҡ. Бер-берегеҙгә, миңә йылмайыу буләк итегеҙ.
II. Өйгә эште тикшереү. Балалар, Һеҙгә ниндәй өйгә эш бирелгәйне? (3.Биишеваның «Дуҫ булайьгк» повесын уҡып бөтөргә, дуҫлык тураһында мәкәлдәр яҙып килергә). Балаларҙың мәҡәлдәрен уҡытыу.
III. Дәрестең темаһы һәм маҡсаты.
Бөгөн беҙ яҙыусының повесы буйынса йомғаҡлау дәресе үткәрәбеҙ. (Таҡтаға яҙылған).
Балалар повесть нимә тураһында тип уйлайыгыҙ? Ул ни өсөн шулай атала? Төп геройҙары кемдәр?Ҡылыҡһырлама бирегеҙ.
(үҙҙәре эшләгән вариант буйынса 1 вариант — Юлдаш, II вариант — Ҡыҙырас образына ҡылыҡһырлама бирә) «Талҡаҫ күле» картинаһы буйынса әңгәмә. Тәбиғәт кеше алдында һәр саҡ ҙур кәртәләр ҡуя. Уны серҙәрен асыу, ҡаршылыҡтарын еңеп сығыу кешене сыныҡтыра. Быны беҙ әҫәрҙең «Дауыл» бүлегендә асьгк күрәбеҙ. Күл өҫтөндә дауылдың башланыуына иғтибар итәйек. (Булектән ҙур булмаған өҙөк сәхнәләштерелә).
Дауыл ваҡытында Ҡыҙырас үҙен нисек тота? Ә Юлдаш ниндәй кеше булып күҙ алдына баҫа?
Батырлыҡ менән матурлыҡк йәнәш йөрөй. Беҙ быны Юлдаш образында, уның эш- хәрәкәтендә, иптәшенә һәм кәмә хужаһына булған мөнәсәбәтендә асьгк күрәбеҙ. Тәбиғәт һынауын еңеп сьгккан Юлдаш кеүек малайҙар, уҫкәс, тормош ауырльгктарын да еңәсәк, йәмғиәткә файҙалы Кеше булып уҫәсәк. Юлдаш менән Ҡыҙырас характерындағы Кире сифаттар беҙҙә лә бар.Үҙ холҡоңдағы Кире яктарҙы бөтөрөү өсөн ни эшләргә кәрәк?
Әңгәмә
I\/ Ял минуты. Ә хәҙер дуҫлыҡ бейеүен бейеп алайык. (Ҡыҙҙар бейей, Мансур курайҙа уйнай).
\/ Ижади эштәр. Беренсе төркөмгә мәҡәлдәрҙе яҙып бөтөргә.
Күпселек ҡайҙа ……..(күс шунда)
Ил төкөрһә………… (күл булыр)
Ил өҫтөндә …………(илле дуҫың булһын)
Дуҫ булһаң…………. (дуҫ ҡәҙерен онотма)
Икенсе төркөмгә дуҫлыҡ тураһында ҡагиҙә яҙырға.
Өсөнсө төркөмгә иң якын дуҫҡа теләк яҙырға.
Дүртенсе төркөмгә дуҫльгк тураһында мәкәлдәр яҙырға (Дуҫльгк, туғанлыҡ — бөтә байлыктан артыҡ. 1000 һум аксаң булғансы 100 дуҫың булһын. Берлек барҙа, тереклек бар).
Бишенсе төркөмгә Дуҫлыҡ һәйкәлен һынландырырға (сәхнәләштерергә) Афарин, һеҙ дуҫ — иптәштәрегеҙҙе ньгк яратаһығыҙ икән. Гел шулай дуҫлыктың ҡәҙерен белегеҙ.
2. Уйындар. а) «Акыл эйәһе». Кемдең, акыл эйәһе булғыһы килә? «Акыл эйәһе» ошо “дуҫльгк ағасы’аҫтына ултыра, ә хәбәрселәр укылған повесть буйынса уға һорауар бирә.
Айнур — “Акыл эйәһе” була
- Юлдаштың яңы класташтарынан кемдәрҙе беләһегеҙ? Ҡайһыһы оҡшаны? Ни өсөн?
- Ҡыҙырас менән Ғарифтың үҙ-ара мөнәсәбәте хаҡында нимәләр белдегеҙ?
- Буранбай ағай менән Ғәли ағай ҡайҙа эшләйҙәр? Уларҙың үҙ-ара мөнәсәбәте нисек?
- Ни өсөн Ҡыҙырас Юлдашҡа үҙен отличник, пионер, батыр малай итеп күрһәткән?
- Юлдаш менән Ҡыҙырастың дуҫлыҡтары өҙөнөүгә нимә сәбәпсе?
- Ҡыҙырастың холҡонда ыңғай яктар бармы?
- Повеста ниндәй башҡорт йырҙары телгә алынған?
\/I Кроссворд сисеү.
Ә хәҙер уҡыусылар повестың йөкмәткеһен нисек үҙләштереүегеҙҙе ошо кроссворд аша тикшерәбеҙ. Әгәр ҙә инде дөрөҫ яуап бирһәгеҙ, уртала «Дуҫ булайыҡ» һүҙе килеп сығасак
1. Дуҫлыҡты, тырышлыкты, татыулыкты, ғәҙеллекте кем якын күрә? (Юлдаш)
2. Повестағы утрау исеме. (Уттаташ)
3. Малайҙар кайһы күлдә дауылға тап булалар? (Талҡаҫ)
4. Повестаы бер бүлектең исеме? (Бальгҡсылар)
5. Юлдаштың атаһының исеме кем? (Буранбай)
б. Ҡыҙырастың атаһы? (Ғәли)
7. Беренсе сентябрь көнө Юлдаш кем менән бер парта артына ултыра? (Ғилман)
8. Юлдаштың өләсәһенең исеме? (Зөләйхә)
9. «Дуҫ булайьгк» әҫәрендә кем ҡош булып һайрай? (Ҡыҙырас)
1О. Талкаҫ күле Башҡортостандың кайһы районында урынлашкан? (Баймаҡ)
Шулай итеп, кроссвордты ла систек. Барығыҙҙа дәрестә яҡшы эшләнегеҙ.
\/I) Йомғаҡлау. Балалар, беҙ. дәрестә нимә тураһында һөйләштек. Повесты кем яҙған? Һеҙ үҙегеҙгеә ниндәй акыл алдыгыҙ?
Эйе, балалар, дуҫльгк кеше өсөн беренсе урында тора. Кеше ниндәй генә булмаһын, дуҫтарһыҙ йәшәй алмай. Дуҫлыҡ беҙгә ҡояш кеүек кәрәк. Ҡояш ул — дуҫлык йылыһы.
Бөгөн дәрестә әйтелгән һүҙҙәрҙе тормошта ла ҡулланырһығыҙ тип өмөтләнәм. Дәрестә ҡатнашҡанығыҙ өсөн рәхмәт. Баһа ҡуйыу.
\/III.
Өйгә эш: «Минең дуҫым» темаһына инша яҙып килергә.
