1.Иҫәнләшеү. -Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! 2.Балаларҙа яҡшы кәйеф, эш һәләте тыуҙырыу. -Кәйефтәрегеҙ нисек, балалар? -Әйҙәгеҙ, бер-беребеҙҙе сәләмләйек! Слайд 2 Сәләмләйем һауаны Именлек булһын өсөн! Сәләмләйем Ер-әсәне Беҙҙе туйҙырған өсөн! Сәләмләйем дуҫымды Гел дуҫлыҡ булһын өсөн! 3.Әйҙәгеҙ, телдәрҙе шымартып, артикуляцион күнегеү эшләп алайыҡ. Слайд 3 Ҡыл-ҡумыҙ уйнайым мин. Оҫта итеп сиртә-сиртә. Тыңлаусылар түҙә алмай Тыпыр-тыпыр бейеп китә. | -Яңы көн шатлыҡ ҡына алып килһен! -Яңы көндә яҡшы билдәләр алайыҡ! - | Регулятив: уҡыу эшмәкәрлеген ойошторалар. Шәхси:белем алыуға, дәрескә ыңғай ҡараш тәрбиәләнә. |
-Уҡыусылар, нимә ул ҡыл-ҡумыҙ? Слайд 4. -Таныйһығыҙмы? Күргәнегеҙ бармы? Ҡыл-ҡумыҙҙың барлыҡҡа килеүе Ҡыл-ҡумыҙ башҡорт халҡында ислам дине килгәнгә тиклем күпкә иртәрәк барлыҡҡа килгән. Шамандар, бағымсылар уны имләгәндә, ҡара көстәрҙе ҡыуғанда, ауырыуҙарҙы өшкөргәндә ҡулланғандар. Ул башҡа халыҡтарҙың, бигерәк тә Урта Азия халҡының, хордофондарына оҡшаған. Ҡыл-ҡумыҙ бик аҙ өйрәнелгән, быуаттар аша беҙгә бик аҙ мәғлүмәт килеп еткән.Интернетта ла уның тураһында мәғлүмәттәр бөтөнләй юҡ тиерлек. Уның тарихы 1000 йылдан артыҡ ваҡытҡа барып тоташа. Ҡыл-ҡумыҙҙың килеп сыҡҡан теүәл ваҡыты билдәле түгел, әммә V-VI быуаттарҙа төрлө ритуалдарҙа ҡулланылыуы билдәле. Борон уны төрлө йырға ҡушып уйнарға, ауырыуҙарҙың сихырҙарын сығарырға, ҡара көстәрҙе ҡыуғанда һәм башҡа ритуалдарҙа ҡулланғандар. Ҡыл-ҡумыҙ хатта «Заятүләк менән Һыуһылыу” эпосында телгә алына. Скрипка ҡыл-ҡумыҙҙан барлыҡҡа килгән, тигән фараз бар. Ислам динен тарата башлағас,был музыка ҡоралында уйнау һирәгәйгәндән- һирәгәйә һәм XX быуатта бөтөндәй юҡҡа сығыу кимәленә етә, үҙенең популярлығын юғалта. Уның урынына скрипкала уйнау киң тарала башлай. ХХ быуаттың икенсе яртыһында, ниһайәт, ҡыл-ҡумыҙ тергеҙелә башлай. 90-сы йылдарҙа икенсе йән өрөлә тип әйтергә лә була: мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре оригинал конструкцияны реконструкциялайҙар. Рәсәй халҡының милли музыка ҡоралдары бүлегенең тарихы 1971 йылға барып тоташа. Шул уҡ йылда данлыҡлы ҡурайсы, йырсы, актер, фольклорсы Ғата Зөлҡәфир улы Сөләймәнов сәнғәт училищеһында үҙенең ҡурай класын аса. Шул йылдарҙа уҡ ул милли халыҡ инструменты киләсәктә республиканың профессиональ музыка мәҙәниәтендә айырылғыҙ өлөш булырын, Башҡортостандың символына әүерелерен күҙаллай. Кластың беренсе сығарылышы уҡыусыһы, артабан Башҡортостандың халыҡ артисы Ришат Рәшит улы Рәхимов традицион музыка ҡоралдарында уҡытыуҙы юғарыраҡ кимәлгә күтәреп, үҙенең уҡытыусыһының эшен дауам итә, ул эшләнгән осорҙа баян, думбыра, ҡыл-ҡумыҙ кластары асылып, башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарында оркестрҙа уйнау мөмкинлеге тыуа. Борон бағымсылар һәм шамандар ҡыл-ҡумыҙҙы бер кемгә лә тоттормағандар, ул изге әйбер булып һаналған. Уны һарнау (ритуал йыр) башҡарғанда уйнағандар. Шунлыҡтан ул бағымсы, шаман баҡыйлыҡҡа китһә, эргәһенә ҡәбергә һалынған. Бәлки, шуғалыр ҙа бөгөнгәсә боронғо ҡыл-ҡумыҙҙар һаҡланмаған. Ләкин был изге музыка ҡоралы тураһында мәғлүмәт һәм иҫтәлектәр халыҡ хәтеренән юғалып бөтмәй. Был турала киң билдәле ғалим, яҙыусы Рәшит Шәкүр яҙып сыҡты. Ҡыл-ҡумыҙҙың төҙөлөшө Ҡыл -ҡумыҙ — төрки ҡәбиләләрендә киң таралған һыҙғыслы-ҡыллы уйын ҡоралы. Был инструмент ҡайын киҫәгенән сүмес формаһында соҡоп эшләнгән. Ҡыл -ҡумыҙҙы элегерәк тулыһынса ағастан эшләгәндәр.Оҙонлоғо 650—800 мм тирәһе. Яртылаш асыҡ декаһын быҙау тиреһенән эшләгәндәр. Ҡылдарын ат ялынан тарттырып бәйләгәндәр. Һыҙғысын да ағас таяҡҡа ат ялын тарттырып бәйләп эшләгәндәр. Ҡыл-ҡумыҙ бик үк бәләкәй музыка ҡоралы түгел: корпусы 65-80 см тирәһе була. Тышҡы ҡиәфәте гитараға оҡшаш (тик аҫҡы өлөшө бер аҙ тарыраҡ), аҫтан иҙәнгә (ергә) терәү (штырь) менән теркәп ҡуйыла. Корпуста бәләкәй генә ҡумтаға (колковый механизм) ҡылдар нығытылған. Ҡылдар ат ялынан эшләнә. Ғәҙәттә 2 ҡыллы (струна) була. Ҡылдар смычок арҡаһында үҙенсәлекле тауыш сығара. Хәҙерге ваҡытта 3, хатта 4 ҡыл менән дә эшләйҙәр. Уйнағанда ҡыл-ҡумыҙ яурынға һалынмай, ә вертикаль рәүештә таяуға (штырь) менән иҙәнгә терәп ҡуйыла. Корпус аяҡ менән тотола. Ошо ҡиәфәттә ул виолончелгә оҡшай. | Ҡыл-ҡумыҙ-башҡорт халҡының боронғо милли музыка ҡоралы Ҡыл-ҡумыҙҙың барлыҡҡа килеү тарихы менән танышалар Борон ҡыл-ҡумыҙҙың ҡулланылышы тураһында төшөнсә алалар XX быуатта ҡыл-ҡумыҙҙың һирәгәйә барыу сәбәптәре асыҡлана 90-сы йылдар башында ҡыл-ҡумыҙ яңынан тергеҙелә башлау тураһында мәғлүмәт алалар Ҡыл-ҡумыҙҙың төҙөлөшө менән танышалар | Регулятив: уҡытыусы менән берлектә дәрестең маҡсатын билдәләйҙәр. Танып-белеү: яңылыҡ алыу кәрәклеген аңлайҙар. Коммуникатив: һорауҙарға яуап бирергә, башҡаларҙы тыңларға өйрәнәләр. Шәхси:уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация, уҡыуға, яңылыҡҡа ынтылыш, ҡыҙыҡһыныу формалаша. |
Слайд 5 Иң боронғо ҡыл-ҡумыҙ-ике ҡыллы ҡыл-ҡумыҙ.Был музыка ҡоралының үҙенсәлектәре бар-уға тырнаҡтың осон ғына тейҙереп уйнайҙар. Шуға күрә балаларға бармаҡтары нығынмаҫ борон уйнауы ауыр.Был ҡыл-ҡумыҙҙа бик тырыш, маһир, бармаҡтары үҫешкән генә балалар уйнай ала. -Ә хәҙер беҙ ике ҡыллы ҡыл-ҡумыҙҙа Айгөл Бикҡужина башҡарыуында Миңлегөл Солтанбаева яҙған “Арҡайымға мәҙхиә” көйөн тыңлап үтәйек. https://youtu.be/elZxypfO6eo Слайд 6-7 Тормош урынында тормаған кеүек ваҡыт үтеү менән бергә музыка ла төрлө үҙгәрештәр кисерә, яңыра, камиллаштырыла.Өс һәм дүрт ҡыллы ҡыл-ҡумыҙҙар эшләнелә башлай. Ләйлә Ишмөхәмәтова дүрт ҡыллы ҡыл-ҡумыҙҙа башҡорт халыҡ йыры “Таштүрә”не башҡара. https://youtu.be/heB2RQmKMtE | Бик боронғо ике ҡыллы ҡыл-ҡумыҙ менән танышалар Ике ҡыллы ҡыл-ҡумыҙҙа “Арҡайымға мәҙхиә” көйөн тыңлайҙар Башҡорт халыҡ йыры”Таштүрә”не дүрт ҡыллы ҡыл-ҡумыҙҙа башҡарыуын тыңлайҙар. | Регулятив: уҡытыусы менән берлектә дәрестең маҡсатын билдәләйҙәр. Коммуникатив:һорауҙар ға яуап бирергә, башҡаларҙы тыңларға өйрәнәләр. Шәхси:уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация, уҡыуға, яңылыҡ белеүгә ынтылыш, ҡыҙыҡһыныусанлыҡ формалаша. Танып-белеү: логик фекер йөрөтөү, яңы белем алыу кәрәклеген аңлайҙар |
Слайд 8-13 Башҡортостанда башҡорт милли ҡоралы ҡыл-ҡумыҙҙы тергеҙеү һәм һаҡлап алып ҡалыу программаһы ХХ быуаттың 90-сы йылдарында башлана. Милли уйын ҡоралдары эшләү өсөн Өфө сәнғәт институтында композитор Айрат Ҡобағошов башланғысы менән оҫтахана ойошторола. Оҫтахана етәксеһе итеп оҫта ҡуллы Рәшит Ғәлимов тәғәйенләнә.Ул 70-тән ашыу думбыра, ҡыл-ҡумыҙҙың тәүге өлгөләрен эшләй. Әлеге көндә оҫтаханала ҡыҙы Гөлнур Ғәлимова уның эшмәкәрлеген дауам итә. Гөлнур Ғәлимова -үҙ эшенең оҫтаһы. Ул атаһы Рәшит Ғәлимов башлаған эште дауам итә. Ҡыл-ҡумыҙ эшләү еңелдән тугел, уны эшләргә хатта ир-ат заттары ла бик үк тотонмай. Гөлнур Рәшит ҡыҙы башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарын етештереү буйынса бер фабрика булдырған, тип әйтһәң дә хата булмаҫ. Әлеге көнгә барлығы 250-гә яҡын башҡорт думбыраһы, 170 ҡыл-ҡумыҙ, 11 ятаған, алты дөңгөр һәм бер контрабас эшләнгән. Айрат Ҡобағошов әйтеүенсә, ул ҡоралдарҙы юғары сифатлы итеп етештерә. Һәр уйын ҡоралын үҙенсәлекле итеп, хатта биҙәлешен дә бер-береһен ҡабатламай ижад итә. Слайд 14 Әбйәлил районында ҡыл-ҡумыҙҙың үҫеше. Әбйәлилдә башҡорт милли ҡоралы ҡыл-ҡумыҙҙы тергеҙеү һәм һаҡлап алып ҡалыу программаһын тормошҡа ашырыуға Миңлегөл Бәхтинур ҡыҙы Солтанбаева әүҙем тотона. Миңлегөл Бәхтинур ҡыҙы Асҡар балалар музыка мәктәбенә 1985 йылда эщкә килә. Тәүҙә ул виолончель класында уҡыта башлай. Виолончель класында уҡытһа ла уҡыусыларының күңеленә ҡыл-ҡумыҙ тураһында “ойотҡо” һала. Ниһайәт, 2003 йылда ошо уҡ мәктәптә үҙенең тырышлығы менән ҡыл-ҡумыҙ класы аса. Класты асыуға Миңлегөл Бәхтинур ҡыҙы күптән алда әҙерләнә, уҡытыу методикаһын төпсөрләп өйрәнә. Класты асҡас, матди-техник базаны нығытыуға күп көс һала. Инструменттар алыуға, ҡыл-ҡумыҙҙы пропагандалауға ихлас тотона. Слайд 15 1997 йылда Асҡар ауылында йәшәүсе Илсен Мирхәйҙәров менән беренсе ҡыл-ҡумыҙҙы эшләйҙәр. Районда РДК-ла бер сарала күргәҙмәгә сығара. Аҙаҡ Миңлегөл Бәхтинур ҡыҙы институтта конференцияла сығыш яһай,йәғни, был музыка ҡоралына презентация яһай. Унда уны Өфө дәүләт сәнғәт институтының ректоры Зиннур Нурғәлин, декан Б.М.Ҡобағошев һәм башҡа сәнғәт әһелдәре тыңланылар. Дөйөм алғанда,Миңлегөл Бәхтинур ҡыҙының сығышы уларға оҡшай. Уның башланғысын хуплайҙар һәм ҡыл-ҡумыҙын институттың музейында ҡалдырыуҙы һоранылар. Хәҙер Солтанбаеваның беренсе ҡыл-ҡумыҙы- музейҙа! Эксперименталь майҙансыҡта тыуған инструмент ул. Слайд 16-18 Миңлегөл Бәхтинур ҡыҙы 2003 йылда “Хазина” ансамбле ойоштора. Ул- республикабыҙҙа беренсе ҡыл-ҡумыҙсылар ансамбле. Ансамбль район, республика,бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара ярыштарҙа әүҙем ҡатнаша. Бер нисә тапҡыр лауреат исемен яуланы. Ансамбль репертуарын башҡорт халыҡ йырҙары, көйҙәре,ҡобайырҙар, мөнәжәттәр, бәйеттәр, башҡорт, татар,урыҫ һәм сит ил классиктары әҫәрҙәре тәшкил итә. Хәҙер беҙ ансамбль ҡыҙҙары башҡарыуында ҡыл-ҡумыҙҙа Р.Сәлмәновтың “Сирендәр”һәм грузин халыҡ көйө “Лезгинка”ны тыңлаясаҡбыҙ. https://youtu.be/4csPas5858s Слайд 19 Миңлегөл Бәхтинур ҡыҙы ойошторған ансамблдә мөмкинлектәре сикле балалар ҙа бик теләп шөғөлләнә. Быға асыҡ миҫал булып беҙҙең уҡыусыбыҙ Асҡарова Алтынай тора. Асҡарова Алтынай башҡорт халыҡ йыры “Асылыҡай буйы”н башҡара https://youtu.be/S6NJSFRw1fw Миңлегөл Бәхтинур ҡыҙының ҡаҙаныштары. Слайд 20-26 2013 йылда Миңлегөл Бәхтинур ҡыҙы “Башҡортостан Республикаһы балалар музыка һәм сәнғәт мәктәптәрендә ҡыл-ҡумыҙҙы тергеҙеү һәм үҫтереү”ижади проекты буйынса Башҡортостан Республикаһы Президенты грантына лайыҡ булды.Уҡытыусы юғары профессионализм һәм педагогик,ижади,етәкселек эшмәкәрлектәре буйынса Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт Министрлыҡтарының, Башҡортостан Республикаһының Ҡоролтай Йыйылыштарының,Башҡортостан Республикаһы ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһының бик күп һанлы грамоталары, дипломдары һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән.2023 йылдың февралендә Миңлегөл Бәхтинур ҡыҙы “Ҡатын-ҡыҙ-милләт әсәһе” VII Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашып, “Ҡатын-ҡыҙ-педагог” номинацияһы буйынса финалға сыҡты һәм Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт Министрлығы тарафынан Рәхмәт хаты алыуға өлгәште. Ә ҡатын-ҡыҙҙар байрамы алдынан уға тағы ла бер ҙур бүләк эшләнде: Дүртенсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы хөрмәтенә булдырылған һәм Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Советы тарафынан раҫланған “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалы менән наградланды. Белеүебеҙсә, был награда милли мәҙәниәтте, телде, рухты һаҡлау, үҫтереү буйынса оҙайлы, емешле алып барған хеҙмәт өсөн тапшырыла. Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, Миңлегөл Бәхтинур ҡыҙы башҡарыуында Р.Хәсәнов ижад иткән “Сәрмәсән” йырын тыңлайыҡ https://youtu.be/465aX4UWhQw | Композитор Айрат Ҡобағошов менән танышалар Тәүге ҡыл-ҡумыҙ эшләү оҫтаһы Рәшит Ғәлимов һәм уның эшен дауам итеүсе ҡыҙы Гөлнур Ғәлимова менән танышалар Асҡар балалар музыка мәктәбенең ҡыл-ҡумыҙ уҡытыусыһы Солтанбаева Миңлегөл Бәхтинур ҡыҙы тураһында мәғлүмәт алалар Асҡар ауылында йәшәүсе ҡыл-ҡумыҙ эшләү оҫтаһы Илсен Мирхәйҙәров менән танышалар “Хазина” төркөмө тураһында мәғлүмәт алалар Ансамблдең сығышын тыңлайҙар Асҡарова Алтынай башҡарыуында “Асылыҡай буйҙары” көйөн тыңлау Миңлегөл Бәхтинур ҡыҙының ҡаҙаныштары менән танышалар М.Б.Солтанбаева башҡарыуында Р.Хәсәновтың “Сәрмәсән” көйөн тыңлайҙар | Коммуникатив: һорауҙарға яуап бирергә, әңгәмәлә ҡатнашырға, башҡаларҙы тыңларға, һөйләмдәр төҙөргә өйрәнәләр. Шәхси:уҡыу материалына ҡыҙыҡһыныу арта. |
.1.Алған белемдәрҙе дөйөмләштереү. -Эйе,ҡыл-ҡумыҙ-боронғо башҡорт милли музыка ҡоралы. Ҡыл-ҡумыҙ, уҡыусылар, кешеләрҙең күңелен моң менән генә байытып ҡалмай, ә кеше һаулығы өсөн дә бик файҙалы. -Ә һеҙ беләһегеҙме, мең йыл элек күренекле табип Авиценна ҡыл-ҡумыҙ моңо кешенең йәнен дауалай тип әйтеп ҡалдырған. Тағы ла ҡыл-ҡумыҙ моңдары ҡан һәм йөрәк тамырҙарына тәьҫир итә,иң ныҡ тәьҫир иткәне-мейегә.Был моң менән дауаланыусылар күңел тыныслығы, еңеллек кисергәндәр. Ҡыл-ҡумыҙҙа төрлө тәбиғәт күренештәрен һүрәтләп була.Мәҫәлән, шишмә сылтырауы тауышы мейенең эшен әүҙемләштерә икән.Инфратауыш кешенең негатив энергияһын бөтөрөргә ярҙам итә. Ҡаҙағстанда психолог Моҡашова егерме йылға яҡын ҡыл-ҡумыҙ моңо төрлө холоҡло, төрлө темпераментлы кешеләргә нисек тәьҫир иткәнен күҙәтә һәм уның тураһында ғилми эш яҙа.Хәҙер ул Ҡаҙағстанда ҡыл-ҡумыҙ менән дауалау терапея курстары асҡан. Рефлексия. -Шулай итеп, бөгөн дәрестә ниҙәр белдегеҙ?Нимәгә өйрәндегеҙ? Дәрес башында ҡуйған маҡсаттарға ирештекме? 2.Баһалау. 3.Өйгә эш биреү. Интерактив күнегеү эшләргә https://etreniki.ru/RWL7F4RJG8 Рәхмәт, һау булығыҙ! | Уҡыусыларҙың яуаптары Ҡыл-ҡумыҙҙың һаулыҡ өсөн әһәмиәте тураһында мәғлүмәт алалар | Регулятив:үҙҙәренең эшмәкәрлегенә баһа бирергә өйрәнәләр. Шәхси: үҙүҫеш, баһалау һәләте үҫешә. |