Дәрестең темаһы:”Ҡыш” шиғыры.Сифат.
Дәрестең маҡсаты:ҡыш миҙгеле тураһында белемде тәрәнәйтеү.
Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе системаға һалыу.Уҡыусыларҙың
Һүҙ байлығын үҫтереү.Тәбиғәткә һөйөү,һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.
Йыһаҙландырыу.Дәреслек,һүрәттәр,диск,экран,проектор.
Дәрес барышы.
1.Һаумыһығыҙ!Хәйерле көн балалар,ҡунаҡтар.Дәресебеҙҙе башлайбыҙ.
Бөгөн класта кем дежур?.Класта кем юҡ?
Уҡыусылар, әле йылдың ниндәй ваҡыты?
Ҡыш айҙарын кем әйтер?Ҡыш миҙгеле һеҙгә оҡшаймы?Нимәһе менән оҡшай?
Уҡыусылар,бөгөн һауа торошона иғтибар иттегеҙме?(һорауҙарға яуаптар.)
.
2.Артикуляцион һәм фонетик күнегеүҙәр.
Аҫ-аҫ-аҫ---шулай матур баҫ
Ыҫ-ыҫ-ыҫ---хуш еҫле ылыҫ
әҫ-әҫ-әҫ---ағастарҙа бәҫ
иҫ-иҫ-иҫ---көслөрәк ел иҫ
өҫ-өҫ-өҫ---ниндәй матур төҫ
ҫә-ҫә-ҫә-----минең матурым үҫә
ҫе-ҫе-ҫе—инде ҙур булып үҫте.
(экранда бирелә.)
3
.Шиғырҙы тасуири уҡыу.
Аҡ күбәләк кеүек ҡарҙар
Яуалар ҙа яуалар.
Уйнайбыҙ ҙа,көләбеҙ ҙә,
Беҙ бәхетле балалар.
4.Шиғырҙа нимә тураһында һүҙ бара?
Эйе,ҡар яуа.
Ҡар ниндәй?
(аҡ,йомшаҡ,күбәләк кеүек).
Балалар нимә эшләй?(тауҙан санала шыуалар).
Улар бәхетле,шат.
Ҡышҡы тәбиғәт ниндәй? Һеҙ ҡышын ниндәй уйындар уйнайһығыҙ?
(Ҡар бабай яһайбыҙ,ҡар бәрешеп уйнайбыҙ.)
5.Мин һеҙгә ҡар бөртөктәре килтерҙем,улар ябай түгел,тылсымлы,
1-се ҡар бөртөгөндә ниндәй хәреф яҙылған?(уҡыусы уҡый).
2-се ҡар бөртөгөндә? 3-сө ҡар бөртөгөндә?
К ы ш
«Ҡыш” шиғырын уҡырға.Тимәк, беҙ һеҙҙең менән ҡыш тураһында шиғыр
уҡыясаҡбыҙ.
6.Дәфтәрҙәргә бөгөнгө числоны һәм теманы яҙабыҙ.
Мин шиғырҙы уҡып сығам,һеҙ нимә тураһында һүҙ барғанын әйтерһегеҙ.
7.Һүҙлек эше.(һүҙлек дәфтәрҙәрендә эш.)
Ыжғыр буран—вьюга бөркәнде- накрылся
Ҡалтырата-трясет семетә-щиплет
өшөтә-обмораживает һырғалаҡ-горка
8.Тасуири уҡыу өҫтөндә эш.
-Күҙ менән уҡыу,шиғырҙы үҙ аллы,хор менән,сылбырлап уҡыу.
9 “Кем иғтибарлыраҡ” уйыны.Уҡытыусы һөйләмдең башын уҡый,ә дауамын уҡыусылар таба.
10..Шиғырҙа һүҙ нимә тураһында бара? Ҡышҡы тәбиғәт нисек һүрәтләнгән?
Ул һеҙгә оҡшаймы? Тәбиғәт матурлығын һаҡлау өсөн ниндәй эштәр башҡараһығыҙ?(мәктәп яны баҡсаһында эшләү,тағараҡтар эшләү.)
11.Текста ниндәй һорауына яуап биреүсе һүҙҙәр бармы?(ап-аҡ,аҡ,һыуыҡ).
Ҡыш һүҙенә ниндәй сифаттар тура килә?(матур,буранлы,саф,һалҡын).
12.Бирелгән һөйләмдәрҙе тәртипкә килтер.
Килде,ҡыш,һыуыҡ.
Санала,шат, шыуалар, балалар,тауҙан.
Ҡар,урманды,ҡаплаған,
13. Дөрөҫ яуапты билдәлә:(экранда бирелә).
1.Урмандар:
А)Һары б)аҡ в)йәшел
2.Бурандар:
А)йылы б)матур в)ыжғыр
3.Һыуыҡ
А)семетә б)шыуа в)илай
4.Ҡар
А)яуған б)аунай в)йөрөй
5. Ҡыш
А)һалҡын б)йылы в)ҡарлы
Яуаптарҙы тикшер.
1.Б. 2.В. 3.А. 4.А. 5.А;В.
Баһала: «5»---0 хата ; «4»---1 хата ;«3»----2-3 хата.
Өйгә эш:1.Шиғырҙы ятларға.
2
.Текст буйынса һүрәт эшләргә.
14.Дәресте йомғаҡлау.Синквейн.
Нимә тураһында һөйләштек?-Ҡыш.
Ҡыш ниндәй? -Ҡарлы,һыуыҡ.
Ҡыш ни эшләтә?-Өшөтә,семетә,туңдыра.
Ҡыш беҙгә бик оҡшай.
Ҡыш-сафлыҡ.
Дәрес бөттө,һау булығыҙ!