Тема К.Д.Ушинский «Дүрт теләк. » Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау
Маҡсат: 1. Башҡа халыҡ яҙыусыларының әҫәрҙәрен өйрәнеү;
2. Уҡыусыларҙың телмәр күнекмәләрен үҫтереү;
3. Грамматика буйынса бепемдәрен системалаштырыу.
Йыһазландырыу: китаптар, картиналар, карточкалар, йыр “йыл миҙгелдәре “, К.Д Ушинскийҙың портреты, уйын өсөн һүҙҙәр.
Дәрес барышы:
Ойоштороу мәле.
Дәрескә әҙерлек
Һаумыһығыҙ балалар! Хәйерле көн! Хәҙер ниндәй дәрес? Бөгөн нисәһе? Аҙнаның ниндәй көнө? Йылдың ниндәй миҙгеле?
Маҡсатҡа сығыу.
( класта балаларҙың үҙҙәре төшөргән һүрәттәр теҙмәһе)
Төп өлөш
Артикуляцион күнегеүҙәр.
Әйҙәгеҙ телде, тын юлдарын дәрескә әҙерләйек.
- Сапҡан ат тауышын сығарыу.
- Тел менән ауыҙ эсен таҙартыу.
- Йылан булып ыҫылдау.
- Бал ҡорто һымаҡ безелдәү.
- Бәпембә сәскәһенә өрөү.
Инеш әңгәмә.
( балаларҙың яуаптары)
( бер бала шиғыр һөйләй)
( балаларҙың яуаптары)
Хәҙер ҡыш тураһында шиғыр кем һөйләй?
Яҙ- тип әйтһәм нимәләр күҙ алдығыҙға килә?
Йәй һүҙе һеҙҙә ниндәй тойғолар уята?
Йәй тураһында шиғыр беләһегеҙме?
Төркөм менән эш
Мин һеҙҙе 4 төркөмдәргә бүлеп ултырттым. Һәр төркөм үҙҙәренә бирелгән миҙгел буйынса бер нисә һөйләм төҙөй. Бәләкәй текст барлыҡҡа килһен. Башланыҡ.
( Һәр төркөмдөн бер бала сығып уҡып ишеттерә.)
Ял минуты.
Ел иҫә, иҫә, иҫә,
Ағастарҙы һелкетә.
Ел иҫмәй , иҫмәй, иҫмәй,
Ағастар буйға үҫә.
К Д Ушинскийҙың ”Дүрт теләк” тексты өҫтөндә эш.
-К. Д. Ушинский – бөйөк урыҫ яҙыусыһы, күренекле педагог, уның уҡыу- уҡытыу, тәрбиә тураһында бик күп хеҙмәттәре бар. Балалар өсөн ҡыҙыҡлы хикәйәләр яҙған.
Дәфтәрҙәрҙе асып бөгөнгө датаны яҙып ҡуяйыҡ.
Һүҙлек эше:
Булһын ине - пусть будет
Теләр инем – пожелал бы
Ҡуйын дәфтәре –записная книжка
Уҡытыусының уҡыуы;
Үҙ аллы уҡыу;
Уҡыусылар аңламаған һүҙҙәр өҫтөндә эш;
Абзацлап уҡыу;
Буксирлап уҡыу;
Дәреслектәге һорауҙарға яуап биреү;
Текстан өндәү һөйләмдәрҙе дөрөҫ итеп уҡыу.
Ошо хикәйә аша автор нимә әйтергә теләй? Нимәгә өйрәндегеҙ?
Уйын.
Таҡтала һүҙҙәр бирелгән, ниндәй һүҙ һеҙҙең йыл миҙгеленә тап килә, шуны алып ултыраһығыҙ.
Хәҙер һәр төркөм ниндөй һүҙҙәр алған уҡып ишеттерә.
Карточкалар менән эш.
(талғын ғына йыр яңғырай )
Һәр төркөмгә карточкалар таратам, бергәләшеп нөктәләр урынына кәрәкле һүҙҙәр яҙығыҙ.
Көҙ.
Көҙ …... . ……….. Еңелсә һалҡынайҙы. Урмандарҙа,парктарҙа ағастарҙың ………… һары,………, һоро төҫтәргә инде лә тын ғына ер өҫтөнә………..
Хәҙер урманда ……. Тауыштары ишетелмәй. Улар ……. …….. Осоп киткәндәр. Беҙҙә ҡышлай торғандары ғына ……… Тәбиғәт яҙға тиклем тыныс ……. Талыр.
Ҡыш.
Башҡортостанда ҡыш ноябрь айында башлана. Күлдәр,йылғалар …. Менән ҡаплана . ……….. Яланғаслана. Тик шыршы менән ҡарағайҙар ғына ….. - …… булып ултыралар. Ер ап – аҡ ……. Күмелә. ………. Һайрамай. 22 декабрҙә иң ……. Көн һәм иң ……. Төн була. Ҡаты һыуыҡтар ………
Яҙ.
Ап – аҡ ҡарлы, ыжғыр буранлы …. Үтеп китте. Көндөҙ яҙғы ……. Нурҙарынан …. Ирей башланы. Ҡоштар доньяһында ла үҙгәрештәр күренә. Иң элек тыуған яҡтарға …… …….. Ҡайта. Улар шаулаша – шаулаша бейек ағастарҙа … ҡороу хәстәрен күрәләр. Талдарҙа аҡһыл ………… асыла . Күк йөҙө яҙғыса зәп – зәңгәр, һирәк кенә мамыҡтай … болоттар йөҙә.
Йәй.
Йәй көнө тәбиғәттең ……….. Һоҡланырһың. Аҡ ҡайындың ……… елгә һелкенә. Ҡоштарҙың ……. Менән урман тула . Болон, туғайҙар гөрләп …. Ата. Йылғалар, . . . . . . Өҫтөн ап –аҡ һөм һап –һары толмбойоҡ …….. Ҡаплай. Күбәләктәр … , бал ҡорто күс айыра. Иң тәүҙә ҡайын ……., һуңынан ер еләге бешә.
179 –сы күнегеү
Бирелгән һүҙҙәр менән алмаштар ҡулланып, дуҫтарығыҙға кәңәштәр бирегеҙ.
Өлгө: Бөгөн көн һалҡынса.Һин пальто кей.
Дәресте йомғаҡлау.
Хәҙер әйтегеҙ инде , ниндәй йыл миҙгеле иң яҡшыһы?
Өйгә эш. 178 – се күнегеү “4” билдәһенә,
Таратылған карточкалар “5” билдәһенә
Яратҡан йыл миҙгелем.
Минең яратҡан йыл миҙгелем - ……… . Был миҙгелдең айҙары - ………… , ………….. , …………… . …….. Яҡынлашыуын беҙ көндәр ………………… билдәләйбеҙ.
………….көнө ………… ……….. , ………. ………… байрамдары үткәрелә. Был миҙгел иң ………., …………… , ………. . Тирә – яҡ ………. ,………… төҫтә була.
Башҡортостанда миҙгелдең уртаса температураһы ……. . ………… көнө мин ……… ……….. , ……… ………. Яратам. ………. Һис шикгеҙ иң
…………. Йыл миҙгеле!
Баһалау.