Просмотр содержимого документа
«Эссе-сочинение "Урал батыр -мой герой"»
Урал батыр –минең геройым. Олоно оло итегеҙ,- Кәңәш алып йөрогөҙ, Кесене кесе итегеҙ,- Кәңәш биреп йөрөгөҙ. (« Урал батыр » ) Башҡорт халыҡ эпостарының иң ҙуры һәм иң күренеклеһе – « Урал батыр» ҡобайыры. Ҡобайырҙың үҙәгендә кешене тәбиғәттең иң көслө бөйөк заты, төрлө яуыз көстәрҙе еңеп сығыр,донъяла ғәҙеллек, ирек, иркенлек урынлаштыра торған ҡеүәт эйәһе итеп күреү тора. Был идея әҫәрҙә Урал батыр образында асыҡ сағыла. Ул үҙ эшенең төп маҡсаты тураһында былай ти: Атым Урал булғанда, Затым кешенән булып, Был донъяға тыуғанда, Кешегә ярҙам итермен, Илемде ирекле итермен, Кешегә ярҙам итермен, Барын тар- мар итермен. « Урал батыр » ҡобайыры баштан аҙаҡҡа тиклем кешенең яҡшы эштәрен маҡтай, батырлығын данлай, яуыздарҙың уйҙарын ҡәһәрләй, уларға ҡаршы көрәшергә өндәй. Урал батыр образы яҡшылыҡтың бер өлгөһө итеп күрһәтелә, ағаһы Шүлгән яманлыҡтың ғибрәтле бер һыны итеп бирелә. Урал ата-әсә һүҙен тота, үҙендә тик яҡшылыҡ ҡына тәрбиәләй, ә ағаһы Шүлгән үҙ һүҙле, тиҫкәре булып яуыз көстәр менән дуҫлаша. Был ҡобайырҙа халыҡ Урал батыр образында үҙенең идеал батырын күрергә теләй. Урал- физик яҡтан бик көслө ҡаһарман. Уның көсөнә бер ниндәй аждаһалар ҙа, дейеүҙәр ҙә ҡаршы тора алмай. Ул ата –әсәһен тыңлай, ололарҙың, аҡһаҡалдарҙың кәңәшенә ҡолаҡ һала. Урал батыр ғәҙеллекте, хаҡлыҡты яҡлай. Батыр кешеләргә ирек, бәхет, үлемһеҙлек килтерә. Ер –һыуҙың , кешеләрҙең үлемһеҙлеге өсөн үҙен ҡорбан итеп, тереклек һыуын тирә – йүнгә бөркә. Уның бөтә эше, тырышлығы, батырлығы кешеләргә яҡшылыҡ, изгелек эшләргә арналған. Кешеләрҙе ирекле, шат, бәхетле итеү-уның төп маҡсаты. Барығыҙға шуны әйтәм: Яҡшылыҡ булһын атығыҙ, Кеше булһын затығыҙ, Яманға юл ҡуймағыҙ, Яҡшынан баш тартмағы!- ти ул. Урал батыр образына ана шундай иң яҡшы сифаттар – көс –ҡеуәт, аҡыллылыҡ, батырлыҡ, яҡшылыҡ, ғәҙеллек,дөрөҫлөк тупланыуы менән ул идеал образ дәрәжәһенә күтәрелә. Ошондай образдар аша халыҡ үҙенең ир-егеттәрен батыр, намыҫлы , ил һөйәр итеп тәрбиәләргә теләй. Урал батыр- минең яратҡан геройым. Миңә лә уның тәүәкәллеге, батырлығы оҡшай. Мин дә уның һымаҡ көслө, аҡыллы булып халҡымдың бәхете, киләсәге өсөн көрәшер инем. Илебеҙгә-Башҡортостаныбыҙға Урал батыр кеүек уландар бик кәрәк әле. Республикабыҙҙы артабан үҫтерер өсөн көслө рухлы, телем, ерем, илем тип яныусылар, уны һаҡлаусылар,Урал батыр һымаҡтар кәрәк. « Урал батыр » ҡобайырына 4 мең йыл үтһә лә ул үҙенең актуаллеген юғалтмай. Бөгөнгө көндә лә йәш быуынды тәрбиәләүҙә был эпос ҙур урын алып тора. Йәштәрҙе, уҡыусыларҙы тик яҡшылыҡҡа, ғәҙеллеккә генә өйрәтә.