СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Һуғыш ветераны Әмир Таһир улы тураһында.

Нажмите, чтобы узнать подробности

Просмотр содержимого документа
«Һуғыш ветераны Әмир Таһир улы тураһында.»

Камалова Алеся Яңы Ҡайпан төп мәктәбенең 3-сө класс уҡыусыһы

Камалова Алеся

Яңы Ҡайпан төп мәктәбенең 3-сө класс уҡыусыһы

Тикшеренеү эшенең темаһы: “ Еңеү яулаған олатайҙар һүҙҙәренән…” (Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына)

Тикшеренеү эшенең темаһы:

“ Еңеү яулаған олатайҙар һүҙҙәренән…”

(Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына)

Тикшеренеү эшенең маҡсаты:  Бөйөк Ватан һуғышының ниндәй ҡот осҡос булыуы, халыҡҡа Бөйөк Еңеүҙең нисек бирелеүе менән таныштырыу.

Тикшеренеү эшенең маҡсаты:

  • Бөйөк Ватан һуғышының ниндәй ҡот осҡос булыуы, халыҡҡа Бөйөк Еңеүҙең нисек бирелеүе менән таныштырыу.
Тикшеренеү эшенең бурыстары:  Һуғыш, Бөйөк Еңеү тураһында тулыраҡ мәғлүмәт туплау һәм өйрәнеү;  Еңеү килтергән ветерандар, уларҙың тормошо менән танышыу; Һуғышҡа, Бөйөк Еңеүгә минең ғаиләмдең ҡатнашлағы ;

Тикшеренеү эшенең бурыстары:

  • Һуғыш, Бөйөк Еңеү тураһында тулыраҡ мәғлүмәт туплау һәм өйрәнеү;
  • Еңеү килтергән ветерандар, уларҙың тормошо менән танышыу;
  • Һуғышҡа, Бөйөк Еңеүгә минең ғаиләмдең ҡатнашлағы ;
Тикшеренеү эшенең предметы – Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы  Тикшеренеү эшенең объекты- Нефтекама ҡалаһында йәшәүсе олатайым Әмирйән  .

Тикшеренеү эшенең предметы Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы

Тикшеренеү эшенең объекты- Нефтекама ҡалаһында йәшәүсе олатайым Әмирйән

.

 Һуғыш –бөтә телдәрҙәге иң ҡара, иң ҡәһәрле һүҙ. Ниндәй ҡот осҡос, ҡанлы һәм тетрәндер-гес һүҙ.

Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн 200 меңдән ашыу яҡташыбыҙ ордендар һәм миҙалдар менән бүләкләнде, уларҙың 277-һе Советтар Союзы Геройы тигән юғары исемде яуланы. Башҡортостандың 35 ҡаһарманы Дан ордендарының тулы кавалеры булды.

1. Мәктәптәр ҙә ветерандар менән осрашыуҙар, “Батырлыҡ дәрестәре” үткәреү;  2. Тыуған яҡты өйрәнеү музейында күргәҙмәләр һәм осрашыуҙар ойоштороу;  3. Тантанаға арналған төрлө ярыш һәм конкурстар уҙғарыу.

 Нефтекама ҡалаһында йәшәүсе һуғыш ветераны Таһиров Әмирйән Таһирйән улы

 Таһиров Әмирйән Таһирйән улы 1926 йылдың 28 апрелендә Башҡорт АССР-ның Тәтешле районы Иҫке Ҡайпан ауылында ғаиләлә беренсе бала булып донъяға килә. Уның атаһы – Таһирйән Саяп улы, әсәһе – Сабирә Ғималтдин ҡыҙы.

1941 йыл. Илебеҙ тарихындағы иң афәтле, ҡан ҡойошло яу - Бөйөк Ватан һуғышы башланды. Август айында атаһын һуғышҡа алалар. Ул атаһын Пермь өлкәһе Көйәҙе станцияһына оҙатып китә. Таһирйән ҡартатай Мәскәүҙе һаҡлағанда ошо уҡ йылдың декабрендә һәләк була.

     1943 йылдың 8 ноябрендә - Әмирйән олатайҙы армия сафына алалар (был ваҡытта уға 17 йәш була).  Ул япондарға ҡаршы һуғышта ҡатнаша.   Тулыһынса 1950 йылдың майында ғына демобилизациялана.

 Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә

Һуғыштан һуң партия һәм совет органдарында эшләй.  1960 – 1965 йылдарҙа Бөрө дәүләт педагогия институтын тамамлай. Тәтешле ауылы мәктәптәрендә биология, химия һәм тарих фәндәрен уҡыта. Ҡәлтәү урта мәктәбендә директор булып эшләй .

Намыҫлы хеҙмәте өсөн 2 тапҡыр Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почет грамотаһы менән бүләкләнә

 1985 йылдың аҙағында Нефтекама ҡалаһына күсенеп китә.Унда ла дәрәжәле эштәрҙә хеҙмәт юлын дауам итә. 1999 йылдың майынан Әмирйән олатай хаҡлы ялда. Фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн төрлө Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә.

Һуғыш ветерандарыбыҙҙың сафы йылдан –йыл ғына түгел, ә көндән – көн һирәгәйә бара. Улар ауыр һынау һәм юлдар үтеп , үҙ ғүмерҙәрен дә ҡыҙғанмай, илебеҙгә еңеү яулап, тыныслыҡ килтерҙеләр. Бөйөк Ватан Һуғышы ветерандары тураһында хәстәрлек, ҡәҙер – хөрмәт күрһәтеү, уларҙың иҫтәлеген күңелдәрҙә ҡәҙерләп һаҡлау – беҙҙең изге бурысыбыҙ.  Бөйөк Еңеү өсөн ғүмерен биргән олатайҙарға мәңгелек дан!