Башkортостан республикаhы Белорет районы муниципаль районы
Абҙаk ауылыныӊ урта дөйөм белем биреʏ мәктәбе
муниципаль бюджет дөйөм белем биреʏ уч реждениеhы
Туған (башҡорт) теленән
4 Б класында
асыҡ дәрес
Һүҙҙәрҙә я, е, ё, ю хәрефтәренең яҙылышы
Үткәрҙе: Баймөхәмәтова
Рәйлә Ринат ҡыҙы
Ι категориялы башланғыс
класс уҡытыусыһы
Абҙаҡ-2021
Тема: Һүҙҙәрҙә я, е, ё, ю хәрефтәренең яҙылышы.
Дәрес төрө: үтелгәнде нығытыу .
Маҡсат: я, е,ё,ю хәрефтәренең ике өндө белдереүен күҙәтеү, һүҙҙәрҙең өн-моделен һәм транскрипцияһын төҙөүҙе, уларҙың дөрөҫ яҙылышын аүлата белеүҙе үҙләштереү, Башҡортостандың бай тәбиғәте , файҙалы үҫемлектәре менән танышыуҙы дауам итеү, һөйләү телмәрен үҫтереү өҫтөндә эшләү
Планлаштырылған һөҙөмтәләр:
Шәхси сифаттарҙы үҫтереү өлкәһендәге үҫеш: белем алыу процесына етди һәм яуаплы ҡарау, һәр эште бөхтә, еренә еткереп башҡарыу, эшләнгән эшеңде тикшереп, үҙләштереү кимәлен баһалау; үҙ аллы эш итеү, эҙләнеү, фекер йөрөтөү.
Метапредмет өлкәһендәге үҫеш: русса әйтелешле һүҙҙәрҙең үҙенсәлеген үҙләштереү; мәғлүмәтле булыу оҫталығын камиллаштырыу. Өн-моделдәренә ярашлы һүҙҙәр табыу; орфографик һүҙлек менән эш итергә өйрәнеү.
Предмет өлкәһендәге үҫеш: үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә е, ё, ю, я хәрефтәренең яҙылышын нығытыу.
Дәрес барышы
ОЙОШТОРОУ МОМЕНТЫ.
Психологик инеш.
-Хәйерле иртә! Уҡыусылар , әйҙәгеҙ , бер-беребеҙҙе сәләмләйек!
Хәйерле иртә, уң күршем!
Хәйерле иртә, һул күршем!
Хәйерле көн, класташтарым!
Хәйерле көн, уҡытыусым!
Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.
Эшсән кеше булыу бик ҙур бәхет,
Эш- ул тормоштоң үҙәге.
Уҡый-яҙа белеү шул тормоштоң
Гәүһәр төҫлө матур биҙәге.
Мәжит Ғафури беҙҙе белем алырға, бәләкәйҙән эште яратырға өндәй. Бары тик тырышып, ысын күңелдән эшләһәң генә уңышҡа ирешеп була.
Үҙенең талаптарын да ҡуя.
Дәрестә иғтибарлы бул. Бирелгән эштәрҙе дөрөҫ үтә.
Тулы яуап менән һөйлә
Иптәшеңде иғтибар менән тыңла, бүлдермә.
Кеше фекерен ҡабатлама.
Көҙ тураһында фрагмент. Өйгә эш. Мәҡәлдәрҙе тикшереү.
2. Дәрестең темаһын билдәләү. Уҡыу мәсъәләһен ҡуйыу.
һүрәтле диктант. Слайд 3.
График диктант
(тэйэн), (ҡуйан), (йапраҡ), (Йэрек), (йулдаш), (ҡайа), (тайаҡ), (тэрпэ).......
Тикшерәбеҙ.
Тимәк, беҙ бөгөн дәрестә нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ
-Я, е, е, ю хәрефтәре нисә өндө белдерә?
- Я хәрефе һүҙҙең ҡайһы өлөшөндә яҙыла?
- Е хәрефе һүҙҙең ҡайһы өлөшөндә яҙыла?
- Ё хәрефле башҡорт һүҙҙәре бармы? (ёлка, летчик, самолет, шахтер).
Ҡағиҙәне иҫкә төшөрөү. СЛАЙД
Ямғыр яуа. Еләк бешә. Транскрипцияһын эшләргә.
-Һыҙмала был өндәрҙе нисек билдәләйбеҙ?
-Тимәк, бөгөн дәрестә нимә өйрәнәсәкбеҙ?
-Бөгөн дәрестә ике өндө белдереүсе хәрефтәрҙең дөрөҫ яҙылышы өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ.
3. УҠЫУ МӘСЪӘЛӘҺЕНЕҢ СИСЕЛЕШЕ..
1) 14-се күнегеү.
а) Тексты уҡыу
б) Һорауҙарға яуап биреү. Эш дэфтэрендэ 2-cе күнегеү.(“Эш дәфтәре) 8-се бит
Бер-береңдең эшен тикшереү.
Ял минуты.
-Башҡортостанда тағы ниндәй дарыу үләндәре үҫә?
гөлйемеш , еҙтөймә тураһында һөйләү.
в)Бер һүҙҙең транскрипцияһын төҙөү.
г) Берәй һүҙҙең өн моделен төҙөү
15- се күнегеү. Уҡыу.
-Борон кешеләр Ямантауҙа нимә бар уйлаған? Тауҙың эйәһе нимә эшләгән?
4. ЙОМҒАҠЛАУ. БАҺАЛАУ.
-Дәрестә һеҙҙең өсөн ниндәй яңылыҡтар булды?
-Һеҙгә ниндәй эштәр оҡшаны?
Өйгә эш. 17-се күнегеү.Тексты уҡырға. Я, е,е, ю хәрефе булған һүҙҙәр менән имән тураһында ике һөйләм уйлап яҙырға.