Тема: Инеш һүҙ һәм инеш һөйләмдәр
Маҡсат: а) инеш һүҙ һәм инеш һөйләмдәрҙе танырға өйрәтеү,
уларҙың башҡа һөйләм киҫәктәре менән бәйләнеше булмауын
төшөндөрөү;
б) телмәрҙе, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү;
в) тыуған тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: дәреслек, «Дидактик материалдар», таблица.
Дәрес барышы:
I. Ойоштороу мәле.
- Һаумыһығыҙ!
- Хәлдәрегеҙ нисек?
- Бер-берегеҙгә ҡарап йылмайҙыҡ. Ултырғыҙ!
- Уҡыусылар, бөгөн беҙ инеш һүҙ һәм инеш һөйләмдәр темаһын үҙләштерәсәкбеҙ. Башта һеҙҙең өйгә эштәрегеҙҙе тикшереп үтәйек.
II. Өйгә эште тикшереү.
190-сы күнегеү.
а) шиғырҙы тасуири уҡырға;
б) тыныш билдәләр ҡуйылышын аңлатырға.
- Балалар, нимә ул өндәш һүҙҙәр?
- Өндәш һүҙҙәр араһында ниндәй тыныш билдәләре ҡуйыла? Һәм ҡайһы осраҡтарҙа?
- Эйе, афарин, балалар! Шулай итеп, өндәш һүҙҙәр һөйләмдең башҡа киҫәктәрен өтөр, ә көслө тауыш һәм интонация менән әйтелһәләр, өндәү билдәһе менән айыралар.
III. Яңы тема.
Таҡтаға таблица эленә.
- Балалар, таҡтаға ҡарағыҙ әле.
1) Беҙ һайлаған юл – быны үҙегеҙ ҙә аңларһығыҙ – тура, ләкин ауыр.
2) Ҡыҫҡаһы, сираттағы «Йәш рәссам» конкурсында ла 6 синыф еңеү яуланы.
3) Миңлегөлдөң яраһы, бәхеткә ҡаршы, шешеп китмәне, әллә ни һыҙламай ҙа. (Н.Мусин.)
Һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәренең аҫтына һыҙалар, һорауҙарға яуап бирәләр.
Миңлегөлдөң яраһы, бәхеткә ҡаршы, шешеп китмәне, әллә ни һыҙламай ҙа.
- Бәхеткә ҡаршы һүҙбәйләнешенә ниндәй һорау бирер инегеҙ?
- Һорау ҡуйып буламы?
- Шулай итеп, был һөйләмдә инеш һүҙбәйләнеш һөйләүсенең шатлығын белдерә, уға һорау биреп булмай, грамматик әһәмиәте юҡ, һөйләүсенең ҡарашын, фекерен белдерә.
1-се һәм 2-се һөйләмдәрҙе ошо тәртиптә тикшереү, дәрестәге ҡағиҙәне уҡыу.
Күнегеүҙәр өҫтөндә эш. Күп нөктәләр урынына тейешле инеш һүҙҙәрҙе һайлап, өҙөктө күсереп яҙыу (1 бала таҡтала).
195-се күнегеү – үҙ аллы эшләйҙәр.
а) өҙөктө тасуири уҡырға;
б) күсереп яҙырға;
в) инеш һүҙ һәм инеш һөйләмдәрҙең аҫтарына һыҙығыҙ;
г) инеш һөйләмдәрҙең мәғәнәләрен аңлатығыҙ.
Күмәкләп тикшереү.
IV. Йомғаҡлау.
- Нимә ул инеш һүҙ йәки инеш һөйләмдәр?
- Инеш һүҙҙәргә миҫалдар килтерегеҙ.
- Улар ниндәй тойғоларҙы белдерәләр? (Шатланыуҙы, икеләнеүҙе, ышаныуҙы, ғәжәпләнеүҙе, мөрәжәғәт итеүҙе, раҫлауҙы.)
- Ниндәй тыныш билдәләр ҡуйыла?
- Афарин, уҡыусылар!
V. Баһалау.
- Балалар, бөгөн бик әүҙем ҡатнаштығыҙ.(баһалар ҡуйыу).
VI. Өйгә эш.
Инеш һүҙҙәрҙе ҡулланып хикәйә төҙөргә.
КВН-дың барышы.
Сәхнәгә алып барыусы сыға. Ул тапҡырҙар һәм шат күңеллеләр ултырышын асыҡ тип иғлан итә һәм көлөргә, шат булырға, үҙ командалары өсөн янып-көйөп ултырырға, кәрәк урында ҡул сабырға, залға һорау ҡуйылғанда уға яуап бирергә кәрәклеген аңлата.
КВН-дың маҡсаты менән таныштырыу тамамланғандан һуң, капитандарҙы һәм уларҙың командаларын сәхнәгә саҡыра. Команда капитандары бер-береһен түбәндәгесә сәләмләйҙәр:
«Морфология»ның сәләмләүе:
1-се уҡыусы.
Һеҙ яҡшы беләһегеҙ мине – һүҙҙәр иле батшаһын,
Һүҙ донъяһын етәкләйем, буйһондорам барыһын.
2-се уҡыусы.
Морфология тиҙәр мине – грамматиканың ҡыҙын,
Үҙем тураһында булыр һүҙем.
3-сө уҡыусы.
Өлкән апам фонетика – ул да ҙур эш башҡара,
Уның эшен беләм, тиһәң, мә, был китапты ҡара (китап бирә).
4-се уҡыусы.
Батшалығымды һүҙҙәр хәрефтәрҙән төҙөлгән,
Тигеҙ сафтарҙа йөрөйҙәр һүҙҙәр хәреф эҙенән.
5-се уҡыусы.
Батшалыҡ төҙөлгән саҡта хәреф һаны алынды.
Илдең барлыҡ өндәре лә хәрефтәргә һалынды.
6-сы уҡыусы.
Шуға күрә бүленә улар һуҙынҡы, тартынҡыға,
Бутамаһаң, һин ярарһың телдә фонетикаға.
7-се уҡыусы.
Бик яуаплы эш башҡара фонетика апағыҙ.
Уның менән дуҫ булһағыҙ, яҙып була хатаһыҙ.
8-се уҡыусы.
Килеүселәр араһында осрап ҡуя уңғандар,
Улар өндө бутамайҙар, бар яҡтан да булғандар.
9-сы уҡыусы.
Тырышып эшләй, хеҙмәт һөйә беҙҙең орфография,
Батшалыҡтың һәр ағзаһы, уны ҙурлап, башын эйә.
10-сы уҡыусы.
Дөрөҫ яҙырға өйрәтә, сығара тура юлға,
Өндәрҙән хәреф яһауҙа ул компас бирә ҡулға.
11-се уҡыусы.
Бына шулай өндәрҙән беҙ хәрефтәрҙе яһайбыҙ,
Хәрефтәрҙе теҙеп ҡуйып, һүҙҙәр яҙа башлайбыҙ.
12-се уҡыусы.
Өндәрҙән һүҙҙәр яһап, төркөмләйбеҙ һүҙҙәрҙе,
Исем, ҡылым, рәүеш тиеп исемләйбеҙ үҙҙәрен.
Күмәкләп. «Морфология» батшалығындағы һүҙҙәр һанынса «Синтаксис» батшалығына ялҡынлы ҡайнар сәләм! Изге күңелле, хеҙмәт һөйөүсе дуҫтарыбыҙ теләгән ваҡытта батшалығыҙға инеп йөрөһөндәр өсөн, бына һеҙгә асҡыс! («Синтаксис» командаһына асҡыс бирелә.)
Ике ил араһында дуҫлыҡ һәм теләктәшлек булғанда ғына яҙма эштәребеҙҙә хаталар ҙ яһалыр.
«Синтаксис»тың сәләмләүе:
1-се уҡыусы.
Ысын күңелдән ҡабул иттек һеҙҙең ҡайнар сәләмде,
Дөрөҫ яҙып, һөйләр өсөналдыҡ ҡулға ҡәләмде.
2-се уҡыусы.
Беҙҙең батшалыҡ – синтаксис, беҙҙә йәшәй һөйләмдәр,
Беҙҙең илдә һөйләмдәрҙең төҙөлөшөн өйрәнәләр.
3-сө уҡыусы.
Ябай, ҡушма һөйләмдәрҙән тора беҙҙең батшалыҡ,
Улар һөйләм нигеҙе, тиһәк, булмаҫтыр ул хаталыҡ.
4-се уҡыусы.
Беҙҙең илдең түрәләре: эйә, хәбәр, аныҡлаусы.
Иҫәпләнә ҙур белгес тип һеҙгә мәғлүм тултырыусы.
5-се уҡыусы.
Һөйләм киҫәген төҙөйҙәр улар барыһы бергәләп,
Һеҙҙең батшалыҡтан һүҙҙәр йөрөһөн кергеләп.
6-сы уҡыусы.
Һүҙҙән башҡа һөйләм булмай, бының өсөн һүҙ кәрәк,
Һүҙҙәрегеҙ беҙгә килһен, беҙҙә лә халыҡ зирәк.
7-се уҡыусы.
Кәрәк беҙгә һау-сәләмәт, хатаһыҙ һүҙҙәрегеҙ,
Матур һөйләмдәр төҙөрбөҙ, дүрт булыр күҙҙәрегеҙ.
8-се уҡыусы.
Апайыбыҙ Стилистика матурлай телебеҙҙе,
Төҙөк һөйләмдәр төҙөргә өйрәтә һәммәбеҙҙе.
9-сы уҡыусы.
Һеңлебеҙ Пунктуация ла бик мөһим эш башҡара,
Унан башҡа һөйләмдәрҙе бар, ана, төҙөп ҡара.
10-сы уҡыусы.
Кәрәк өндө һайлап ҡына, һеҙ һалаһығыҙ һүҙгә.
Тамамланған уй белдергәс, һүҙ әйләнә һөйләмгә.
11-се уҡыусы.
Айырым-айырым йәшәй алмай беҙҙең ике батшалыҡ.
Тел өсөн һөйләм төҙөйбөҙ беҙ, һеҙҙән һүҙҙәр алып.
12-се уҡыусы.
Туған телдә ат уйнатып булайыҡ әле йөрөрлөк,
Бөгөнгө КВН-дан да күп тел серен белерлек.
Ошо сәләмләүҙәрҙән һуң, «Синтаксис» дуҫы «Морфология»ға ҡәләм тапшыра.
Алып барыусы.
Батшалыҡтар! Һүҙебеҙ шул: Һеҙҙе хөрмәт итәбеҙ.
Тел буйынса КВН-ды хәҙер башлап китәбеҙ.
Командаларҙан көтәбеҙ тапҡырлыҡ һәм зирәклек.
Һәр һорауға дөрөҫ яуап – булһын иҫең китерлек.
(Иҫкәрмә. Сәләмләү барышында фонетика, орфография, стилистика һәм пункткацияны һүрәтләүсе уҡыусыларҙың һәр береһе, исемдәрен әйтелгәс, команда алдына сығып, баш эйә һәм үҙ урынына баҫа.)
Алып барыусы командаларҙың капитандарына «аҙашҡан өндәре» булған берәр шиғри строфа яҙылған карточкаларҙы уҡый-уҡый бирә һәм ундағы хәрефтәрҙе үҙ урындарына ҡуйырға ҡуша.
1. Минең һеңлем Нәсимә
Баҫма таҡҡан сәсенә.
2. Яр буйында балалар
Һыуға бармаҡ һалалар.
3. Айрат ҡылыс таҡҡан,
Ҡылысын ҡылға тыҡҡан.
4. Әсәй эштән ҡайтҡансы,
Аш бешерә һалғайным,
Тик ашыҡтым шикелле,
Боҙон артыҡ һалғанмын.
5. Таҙа күлдәген кейеп, баҡа мәктәпкә киткән.
Балалы һаҙлыҡҡа төшкән оҙон ботло бер сегән.
6. Күктә баҙҙар осҡандар, ерҙә ҡаҙ ҡаҙығандар,
Һимергәндәр дингеҙҙәр, тулҡынғандар дуңғыҙҙар.
7. Ҡаҫмаҡҡа ем ҡаптырып, алабута тотҡандар,
Балыҡтарын майға һалып, ҡабала ҡыҙҙырғандар.
8. Игендәр өлгөргән саҡта шундай хәлдәр була, ти
Бүрәнәләр осоп килеп бүҙәнәгә ҡуна, ти.
9. Майҙан тулып шаулайҙар, туп тирәләр малайҙар.
10. Бесәй биткәйен йыуа, ҡыйығын һыйпап ҡуя.
Алып барыусы тамашасыларға мөрәжәғәт итә:
Бындай ғәжәп хәлде күргәс, өндәр «аһ» иткәндәр,
Быға бүтән юл ҡуймаҫҡа шул ваҡыт ант иткәндәр.
Артабан капитандарға яңы биремдәр яҙылған карточкалар өләшә.
1. Һулдан уңға ла, уңдан һулға ла бер үк төрлө уҡыла торған ниндәй исемдәр беләһегеҙ?
2. Аласаҡ, байтал, һаҙаҡ, ялағай һүҙҙәрен өлөштәргә бүлеү ярҙамында тағы ниндәй дүртәр һүҙ яһарға мөмкин?
3. Ҙур хәреф менән яҙылғанда арпа, буй, быуа, виктория, ҡалҡан, ҡыҙыл, оран, сал, тайга, турғай, төйлөгән, шафран һүҙҙәре нимәгә әйләнә?
4. Түбәндәге һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңлатығыҙ: булат, зиннәт, ҡорос, морат, хөрмәт. Ҙур хәреф менән башлап яҙғанда улар нимәгә әйләнә? һ.б.
Яуаптар: 1. Ара, заказ, кейек, көллөк, көсөк, күк, кәүәк, ҡабаҡ, ҡалаҡ,ҡараҡ, ҡоҙоҡ, ҡороҡ, ҡыйыҡ, ҡылыҡ, наган, өкө, сүс, сәс, әсә һ.б.
2. Ал, ала, саҡ, аҡ; бай, ай, тал, ал; һаҙ, аҙаҡ, аҙ, аҡ; ял, яла, ағай, ай.
3. Арпа – Аракс йылғаһы ҡушылдығы; Буй – Вятка һәм Кама йылғалары ҡушылдығы; Быуа – Башҡортостандағы йылға; Виктория – Африкалағы күл; Ҡалҡан – Башҡортостандағы күл; Ҡыҙыл - Әбйәлил районындағы йылға; Оран – Алжирҙағы ҡал; Сал – Дон ҡушылдығы; Тайга – Кемерово өлкәһендәге ҡала; Турғай – Ҡаҙағстандағы йылға; Төйлөгән – Ырымбур өлкәһендәге ҡала; Шафран - Башҡортостандағы тимер юл станцияһы.
4. Булат – ҡоростоң бер төрө; зиннәт – матурлау нәмәләре; ҡорос – металл төрө; морат – теләк, маҡсат; хөрмәт – ихтирам, илтифат. Ҙур хәреф менән башлап яҙғанда улар яңғыҙлыҡ исемгә әйләнә.
Командаларға һорауҙар:
1. Ниндәй һөйләмгә башҡа һөйләмдәр «түбәнһетеп ҡарай» һәм ни өсөн?
2. Ниндәй синтаксик берәмек «өндәшә»?
3. Ниндәй һүҙҙәргә һәм һөйләмдәргә бирелгән атама шишмә мәғәнәһен дә бирә ала?
4. Ниндәй һөйләмдәр бер генә һүҙҙән тора?
5. Ниндәй һөйләмдәр эйәреп йөрөргә ярата?
6. Ниндәй һөйләмдәр ҡатнашып йөрөй?
7. Өндәргә, бойорорға яратыусы һөйләмдәр әйтегеҙ.
Яуаптар:
1. Кәм һөйләм, сөнки уның һәр саҡ берәй киҫәге төшөп ҡалған була.
2. Өндәш һүҙ.
3. Инеш һүҙ һәм инеш һөйләмдәр.
4. Һүҙ – һөйләмдәр.
5. Эйәрсән һөйләмдәр.
6. Ҡатнаш һөйләмдәр.
7. Өндәү, бойороҡ һөйләмдәр.
Һәр командаға берәр ребус һәм чайнворд сисергә ҡушыла. Улар яуап әҙерләгәнсе, залдағыларға һорауҙар бирелә.
1. Был һүҙбәйләнештәрҙең мәғәнәһен аңлатырға: туҙға яҙмаған; ҡул тамғаһын ҡуйыу; әлепте таяҡ белмәй; ләм-мим булыу; ауыҙына йөҙөк йәшереү.
2. Тел һүҙе менән яһалған фразеологик берәмектәрҙе кем күберәк әйтә ала?
3. Теш, күҙ, баш һүҙҙәре менән яһалған фразеологик берәмектәр әйтеү.
4. Туған телгә арналған шиғыр һөйләү.
5. Тыуған илгә арналған берәр куплет шиғыр әйтеү.
6. Түбәндәге юлдарҙың авторын әйтегеҙ:
Мин - башҡортмон.
Гүзәл баҡса минең ерем,
Сәскә ата Башҡортостан – минең илем.
Халҡым хаҡлы хеҙмәт, ялға һәм уҡыуға,
Рус телендәй ғорур яңғырай туған телем.
Р.Ниғмәти
Жюри йомғаҡ яһай, командаларға урындар бирелә. Залдағы әүҙем ҡатнашыусы уҡыусыларға рәхмәт белдерелә.
Аҙналыҡтың һуңғы - алтынсы көнөндә йомғаҡлау кисәһе үткәрелә.
Уның программаһы:
1. Инеш һүҙ.
2. Аҙналыҡтағы эштәргә йомғаҡ яһау.
3. Төрлө грамматик уйындар.
Уҡытыусының инеш һүҙенән һуң «Туған телен ҡәҙерләгән халыҡ ҡәҙерле булыр» тигән монтажда иң әүҙем ҡатнашыусылар, оҫта һөйләүселәр билдәләп кителә.
«Иң грамоталы уҡыусы» исеменә лайыҡ булыусылар үҙҙәре төҙөгән хикәйәләрен уҡып ишеттерәләр, шиғыр һөйләүселәр бәйгеһендә ҡатнашыусылар ятлаған шиғырҙарын уҡый. Был уҡыусыларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырыла.
Фразеологик берәмектәргә ҡарата һүрәт төшөрөүселәрҙең эштәренә күргәҙмә ойошторола, оҫта һүрәт төшөрөүселәр аныҡлана һәм урындар билдәләнә.
КВН-ды ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашыусылар һәм еңеүсе команда бөтә мәктәпкә иғлан ителә.
Аҙналыҡты әҙерләүҙә әүҙем ҡатнашыусы уҡыусыларға дирекция приказы менән рәхмәт белдерелә.
Уҡыусылар тарафынан яҙылған диктанттар, хикәйәләр, стена гәзиттәре, молниялар, яһалған һүрәттәр, плакаттар – бөтәһе лә туған тел кабинетына туплана. Ул материалдарҙан «Башҡорт теле» аҙналығына арналған альбом төҙөлә.
Кисәнең аҙағында төрлө грамматик уйындар ойошторола.