СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Исследовательская работа "Топонимия окраины и села Месягутово"

Нажмите, чтобы узнать подробности

Исследовательская работа  "Топонимия окраины и села Месягутово"

Просмотр содержимого документа
«Исследовательская работа "Топонимия окраины и села Месягутово"»

МУНИЦИПАЛЬНОЕ БЮДЖЕТНОЕ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНОЕ УЧРЕЖДЕНИЕ ГИМНАЗИЯ СЕЛА МЕСЯГУТОВО МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА ДУВАНСКИЙ РАЙОН РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН

Башҡорт теле йылына арналған район ара фәнни-практик конференция

“Тыуған төйәгемдең топонимдары” номинацияһы

Дыуан районы





Мәсәғүт ауылы һәм уның тирәһендәге топонимдар















Автор: Нурғәлина Вероника Ильмировна, Дыуан районы Мәсәғүт ауылы гимназияһының 7 класс уҡыусыһы.

Етәксеһе: Байышева Айгөл Ғалимйән ҡыҙы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы









2020



Йөкмәткеһе



Инеш...........................................................................................................1

Топонимия фәне........................................................................................2

Әйлеләр топонимы....................................................................................3

Мәсәғүт ауылы топонимы........................................................................3

Әй йылғаһы топонимы.............................................................................4

Мәсәғүт ауылы тирәһендәге топонимдары............................................5

Һығымта.....................................................................................................7

Ҡулланылған әҙәбиәт, информанттар

Ҡушымта





































Инеш

Георгафик атамалар кеше бәләкәй саҡтан уҡ ишетеп үҫә. Тәүҙә тыуған ауылдың, шунан үҙең йәшәгән урамдың исеме һ.б. Хәҙерге тормошто георгафик атмаларҙан башҡа күҙ алдына ла килтереп булмай.

Һәр атмала ниндәйҙер мәғәнә ята, сөнки исем ҡушыу-халыҡ ижады менән бер. Яҙыусы К. Паустовский әйткәненсә: “Исемдәр халыҡтың холҡо, тарихы, үҙенсәлектәре тураһында һөйләй”. Ошо географик атамаларҙың барлыҡҡа килеүен, үҫешен, мәғәнәһен топонимия фәне өйрәнә. Грек теленән ингән топонимия һүҙенең нигеҙенә топос- “урын” һәм онима- “исем” ята.

Иң тәүге топонимик материалдарҙы әлбиттә йылъяҙмаларҙа, шәжәрәләрҙә күрергә мөмкин. Тик фән булараҡ ул Рәсәйҙә тарих һәм география үҫешә башлағас ҡына, XVIII быуатта үҫешә башлай.

Рәсәй, Башҡортостан топонимияһын бик күп ғалимдар өйрәнгән. Тик ниңәлер беҙ йәшәгән Төньяҡ-көнсығыш райондарының ер-һыу атамалары тураһында мәғлүмәт аҙ. Ә бит атмаларҙан тыуған халҡыңдың сығышы, кемдәр менән, нисек көн иткәнен белергә мөмкин. Шуға ла мин был тикшеренеү эшен актуаль һәм бик файҙалы тип таптым.

Тикшереү эшемдең объекты- топонимика, предметы- Мәсәғүт ауылы топонимикаһы.

Эшемдең маҡсаты: Мәсәғүт ауылының һәм уның тирәһендәге топонимияны өйрәнеү.

Бурысым: Мәсәғүт ауылының һәм уның тирәһендәге топонимияны йыйыу һәм классификациялау.

Бының өсөн түбәндәге алымдар ҡулланылды: китап, гәзит, журналдарҙан һәм интернет селтәренән мәғлүмәт һәм фотоматериалдар эҙләү, кешеләр менән әңгәмәләшеү, анкета үткәреү.



1

Топонимия фәне

Топонимия –географик атамларҙың мәғәнәһен, барлыҡҡа килеүен, үҙгәреүен өйрәнеүсе фән. Ниндәй ҙә булһа айырым бер территорияның георгафик атамалар йыйылмаһы. 1 Ул өс белем тармағын үҙ эсенә ала: георгафия, тарих һәм лингвистика.

Әлбиттә ниндәйҙер ер-һыу атамаһын үҙең күрмәй тороп өйрәнеп булмай. Халыҡтар элек-электән күсеп йөрөгән, тик тау, йылға, күл исемдәре генә үҙгәрешһеҙ ҡала килә. Уларҙа халыҡ тарихын да күрергә мөмкин.

Топонимика –ономастиканың бер тармағы. Ономастика- яңғыҙлыҡ исемдәрҙе, уларҙың килеп сығышын өйрәнеүсе фән. Мактротопоним – ҙур объекттарҙың атамаһы. Миктропоним – ҙур булмаған объекттарҙың атамаһы. Ойконимдар- кеше йәшәгән урындарҙың атамаһы (грек теленән oikos-торлаҡ). Гидроним – һыулы объекттарҙың атамаһы (грек теленән hydros – һыу). Ороним – тау, ҡалҡыулыҡ исемдәре (грек теленән oros – тау). Годоним – урам исемдәре (грек теленән hodos – юл, урам). Агороним – майҙандар исеме (грек теленән agora – майҙан). Антропотопоним- кеше исеменән барлыҡҡа килгән географик атамалар (грек теленән angopos-кеше).

Топонимдар ябай һәм ҡушма була. Ябай топонимдар төп һүҙҙәрҙән, йә һүҙъяһалыш юлы менән барлыҡҡа килә. Төп һүҙҙәрҙән торған ябай топонимдар яңғыҙ һәм утраҡлыҡ исемдәрҙән, этнонидарҙан тора.

Дыуан районының тәүге археологик һәйкәлдәре тураһында

мәғлүмәттәр боронғо танылған тикшеренеүсе Р.Г.Игнатьевтан алынған. Тик

ҡаҙыу, эҙләнеү эштәре булдырылмаған. Тик 50 йылдарҙа ғына Дыуан районы археологтарҙың иғтибарын үҙенә тарта. Артабан уны Г.Н.Матюшина, Н.А.Мажитова, Ю.А.Морозова һ.б. өйрәнә башлай. Шулай уҡ XVIII быуатта П.И.Рычков Тәфтиләү командаһы тарафынан Балыҡлы һәм Мырҙалар олоҫо халҡын, ауылдарын ҡырыуына шаһит булыуын хәбәр итә.2

2

Әйлеләр топонимы

Әй-Йүрүҙән-Ыҡ йылғалары буйында төпләнгән башҡорттар хәҙерге Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышын тәшкил итә. Уның тәбиғәт үҙенсәлектәре топонимияһында ла сағылыш тапҡан.

Алтын Урҙа барлыҡҡа килеүе, Монгол баҫтырыуҙары бик күп ырыуҙарҙың күсешенә алып килгән. Башҡорттар агрессив күршеләренән тыныс тормош эҙләп, төньяҡҡа һәм көнсығышҡа тау, урман яғынараҡ күсенгәндәр. Академик Р.Г, Кузеев фекеренсә төрки башҡорттарының төньяҡ-көнсығышҡа күпләп күсеүе XIII-XIV быуаттарға тура килә.3 Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш террирторияһында туған булмаған төрлө ырыуҙар килеп урынлаша һәм бер ҙур Әйле ырыуын барлыҡҡа килтерә.

XVI-XVII быуаттарҙа Себер даругаһы, 1865 йылдан Өфө губернаһы булдырыла. Олоҫтар ырыу исемдәре менән аталып йөрөтөлгән. Әй-Йүрүҙән төбәгендәге башҡорттарҙы төньяҡ-көнсығыш башҡорттары тип исемләйҙәр. Улар үҙҙәре өс ҙур ырыу берләшмәһен тәшкил итә: Әйлеләр, Ҡатайҙар, Табындар. Әйлеләрҙең ырыу берләшмәһенә: Әй, Тырнаҡлы, Ҡаратаулы, Төрөкмән, Һарт - Әйлеләр, Мырҙалар, Дыуанлы, Оло ҡошсо, Бәләкәй ҡошсо, Күҙәйҙәр, Өпәй аймаҡтары инә.

Күренекле башҡорт яҙыусыһы Тажетдин Ялсығолов Әйле ырыуы X быуаттарҙа Ургеич, Хиуа, Кунграт ҡалаларын яулаусы Сәйдәш Миәс йылғаһы буйына килеп ултырған һәм Әйлеләргә нигеҙ һалған тиелә. Ә бөйөк “Йософ һәм Зөләйха” поэмаһы авторы, XII быуатта йәшәгән яҙыусы Ҡол Ғәлиҙең Әйле шәжәрәһендә Зәй буйында тыуған төйәгендә йәшәүе әйтелә.4

Мәсәғүт топонимы

Башҡорт телендә ойконимдарҙы булдырған онтропонимдар фамилиянан түгел, ә кеше исемдәренән тора: Мәсәғүт, Арый һ.б. Ҡушымта№1

Хәҙер Дыуан районына ҡараған Арый, Әбсәләм, Хәлил, Мәрйәмғул,

3

Мөлкәт, Өлкөндө, Әбдрәшит ауылдары элек Дыуан- Мәсетле олоҫона ҡараған.

Ә беҙ йәшәгән ауылдың исеме был урынға иң тәүҙә килеп урынлашҡан Мәсәғүт исемле кешенән ҡалған. Ауыл элек Һикияҙ олоҫына ҡараған. Һикияҙ олоҫо Златоуст өйәҙенә һәм уның көньяҡ-көнбайыш өлөшөн биләгән.

Халыҡ араһында элек-электән Мәсәғүт һәм Һарт башҡорт ауылдары булыуын хәтерләйҙәр. П.С.Паллас та үҙ эшендә Һарт ауылы булыуы тураһында хәбәр итә.5 Тик XVII быуаттың беренсе яртыһында Оло Себер юлы һалына һәм юлды, күперҙәрҙе һаклау өсөн рус халҡы килтерелә. Шуның арҡаһында был ауыл руслаша, а исемдәре шул уҡ ҡала.6 Бында Әй, Һикияҙ, Әнйәк h.б. йылғалар аға. Халҡы- башҡорт вотчинниктарынан ер һатып алған рустар. Ер эшкәртеү һәм малсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. (Ҡушымта№2)

Халыҡ ерҙе Тырнаҡлы һәм Мурҙа олоҫо башҡорттарынан ҡыҫҡа һәм оҙайлы ваҡытҡа ҡуртымға ағандар. Урманда күбеһенсә йәш ағастар, шуға күрә халыҡ уны яғыу өсөн генә ҡуллана алған. Ә төҙөнөү өсөн ағасты улар Мырҙа олоҫо башҡорттарынан һатып алғандар.7

Мәсәғүт ауылында элек-электән баҙар булған. Был ерҙе рустар 1798 йылда Тырнаҡлы олоҫо башҡорттары менән килешеү нигеҙендә килеп төпләнгәндәр. Башҡорттар уларҙан игенселек һөнәренә өйрәнәләр, хатта ҡайһы бер ер эшкәртеү ҡоралдарын үҙҙәре эшләй башлай. Беҙҙең яҡ башҡорттар бөтөнләй йәшелсә үҫтермәгәндәр. Өй эргәћендә кесерткән, әрем үҫкән, картуф, кишер, ҡыярҙы баҙарҙа рустарҙан һатып алғандар. Күтәрелештәр, 1925 йылға аслыҡ бик күп халыҡты ҡыра.

Әй йылғаһы топонимы.

Күпселек ғалимдар башҡорттоң Әй гидронимында, әй, әйле этнонимын ай, айлы һүҙенән килеп сыҡҡан, тип иҫәпләй. Этнонимдар сығышын этнографтар был ырыу-ҡәбилә берекмәһенең ай тамғаһы булыуы менән аңлата.

4

Йылға хайран ҡалырлыҡ матур тәбиғәтле: йә болон-туғайҙарға йәйелә, йә таш ҡаялар араһынан үтә. (Ҡушымта №3)

Яр буйҙарында муйыл ишелеп уңа. Филология фәндәре докторы Н.Х. Мәҡсүгова әйтеүенсә, муйыл - әйле башҡорттарың тотем ағасы булған. Бынан тыш балан, гөлйемеш уңа.

Мәсәғүт ауылының тирә-яғы топонимдары.

Топонимик исемдәрҙең нигеҙендә күберәге ниндәйҙер күҙгә күренеп торған билдә ята. Мәҫәлән, географик атаманың тышҡы күренеше, төҫө. Беҙҙең яҡта бигерәк тә ҡара, аҡ, ҡыҙыл hүҙҙәpe йыш осрай. Мәҫәлән, Ҡыҙыл яр. Ҡыҙыл яр топонимы Мәсәғүттә тәбиғәт байлығын үҙләштерә башлау менән бәйле. Был турала Лепехин И.И. үҙенең указында былай тип яҙған: Әй йылғаһы буйында башҡорттарҙа Ҡыҙыл яр исемле урын бар.Ул күп ҡатламлы тимер рудаһынан тора. Бында һары буяуҙың төрлө төҫтәрен күрергә мөмкин” 9

Шулай уҡ был төбәктә генә үҫкән үҫемлектәр, бында йәшәгән хайуандар исеме менән дә бәйле топонимдар йыш осрай. Мәҫәлән, Ҡуян суғында (Зайчий лог) ҡуяндар күп. Ундай топонимияларҙы зоотопонимия бүлеге өйрәнә.

Үҫемлектәр доньяһы Мәсәғүтгә унда үҫкән ағас исеме менән бәйле. Мәҫәлән, Йүкәлектә (Липовка) йүкә ағасы үҫә. Ҡортсолоҡ менән шөғөлләнгән яҡташтарға йүкәлек бик файҙалы урман булып тора.

Имәнле тауҙа әлбиттә имән ағастары үҫә. Имән исеме ҡушылған атамалар айырылып тора, сөнки был ағас бөтә райондарҙа ла үҫмәй. Был исемдәр топонимияның Фитотопоним бүлегенә ҡарай.

Бәшмәк тауы (Гриб гора) Мәсәғүт, Рухтино, Еңеү ауылдары араһында урынлашҡан. Уға исем бәшмәк күп үҫкәне өсөн түгел, бәшмәккә оҡшаған формаһы өсөн бирелгән. Ҡарағай урманында дым күп булғанғамы, бында элек-электән бәшмәк күп була.

5

Имән тауы аҫтында Изге шишмә сығып ята. Дыуан районында шишмәләр күп әлбиттә, тик был шишмә изге һанала. Ошо саф һыулы, һалҡын шишмә бик күп тарихи күренештәрзең шаһиты булған. Элек ҡоролоҡ йылдарында был шишмәгә православие байрамдарында рустар крестлы йөрөштәр уҙғарған. Аллаһы Тәғәләнең табыныу иконаһына арналған изге сығанаҡ һаналған. Часовняһы булған, тик Мәсәғүттә сиркәү төҙөлгәндән һуң ул ташланған”-ти ирҙәр монастыры руханиһы (священник) Ильин- Пәйғәмбәре Симеона. Был шишмә буйында граждандар һуғышында күп ҡан түгелгән.

Хәҙер Изге шишмәгә яңы өйләнешкән парҙар тормош юлдарын саф һыулы изге һыу эсеп башлар өсөн килә. Шишмә 1987 йылда Киракосян Борис тарафынан таҙартыла, яңыртыла, матур итеп таштарҙан уйым эшләнелә. (Ҡушымта №4 )

Топонимияла һандар ҙа йыш осрай. Төрки телдәргә ҡараған хальгҡтарҙа бигерәк тә бер, ике, өс, ете һандары йыш осрай. Һандар исемдәр менән бергә килә. Мәҫәлән, Әй буйында өс ҡарағай үҫкән урынды Өс ҡарағай ”Три сосны“ , тип йөрөтәләр.

Шулай ук исемдәр менән сифаттар килеү осраҡтары күҙәтелә. Бында бигерәк тә төҫкә , формаһына, билдәһенә өҫтөнлөк бирелә. Мәҫәлән, Яңы күпер, Иҫке күпер (Ҡушымта№5). Яңы күпер Мәсәғүт ауылын урап үтер өсөн яңыраҡ һалынған күпер.

Мәсәғүттең почта артындағы бер өлөшөн Яландар ”Луга” тип кенә йөрөтәләр. Сөнки ул бик дымлы, һаҙлыҡ ер. Унда 6epehe ла йәшәмәй, хатта шуның эргәһендә һалынған өйҙәрҙең баҙына йыл да hыу кереп интектерә.

Хәҙерге коммунистар урамын элек Тракт (ҡушымта№ 6), электриктар урамы тирәһен Телятник, йәки Быҙаулыҡ,тип йөрөткәндәр. Ҡайҙа йәшәйһең, тип hopahалap, Телятникта, йа Трактта тигәндәр. Телятник атамаһы ауыл халҡының быҙау

6

көткән урын булыуы өсөн аталған, хәҙер инде был исем төшөп ҡалған, сөнки унда 2 ҡатлы йорттар урынлашҡан. Тракт урам исеме булып киткән, ә бына ферма тирәһен Сарапуловка тип, хәҙер ҙә әйтәләр.

Мәсәғүт йылдан йыл ҙурая, яңы микрорайондар төҙөлә. Улар географик урынлашыуына ҡарап, Һыу аръяғы, Тау аръяғы, Көньяҡ, Төньяҡ исемдәре менән йөрөтөлә.

Һығымта

Тыуып үҫкән ауылым Мәсәғүттең топонимдарын тикшереп, ауылдаштарымдан һәм башҡа сығанаҡтарҙан алынған мәғлүмәтге анализлағандан һуң шундай һығымтаға килдем: бер ер-һыу атамаһы ла яңылыштан ғына килеп сыҡмаған. Уларҙа тыуған ауылым тәбиғәтенең географик үҙенсәлектәре, халҡым тарихы ята. Был атамалар топонимияның ойконим, гидроним, ороним, агороним, зоотопонимия, антропонимия, фитотопонимия бүлегенә ҡарай. Киләсәктә был эшемде дауам итеп годонимдар менан тулыландырып ҡуймаҡсымын.

Алдан күҙаллауымса, был ерҙәр тулыһынса Әйле башҡорттарыныҡы булған. Башҡа милләтгәр бында күпләп күсеп килеү сәбәпле географик атамалар ҙа үҙгәреш кисергән. Тәүге боронғо исемдәрҙән ауыл, йылға исеме генә ҡалған. Урман, тау, географик атамалар исеме руслашып киткән.

Был тикшеренеү эше Мәсәғүт ауылы халҡына, бигерәк тә үҫеп килгән быуын, мәктәп уҡыусыларына тыуған яғын өйрәнеүгә белем сығанағы булыр, тип уйлайым.









7

Ссылка hәм ҡулланылған әҙәбиәт:

1.Толковый словарь русского языка под редакцией Ожегова.

2.Рычков П.И. История Оренбургская. Оренбург. 1896.с.20

З. Кузеев Р.Г. Происхождение башкирского народа. М., 1974. С.] 94-219

4.”Әйле башҡорттары”2-се бит

5.Паллас ПС. Путешествие по разным провинциям Российского государства.Ч.З.СП6., 1788.с.19

6.Страницы истории Дуванского района.стр.86.

7. Страницы истории Дуванского района.стр.49

8.Башҡортостан тәбиғәт ынйылары.Өфө ”Китап” 2000.42-се бит

9.Лепехин И.И. Указ.соч.с.278,296

Информанттар:



  1. Мехоношина Надежда Ивановна, 1954 йылгы, МБУК ”Дыуан тарихи крайҙы өйранеү музейы”

  2. Пестерева Татьяна Михайловна. 19 Йылғы. Мәсәғүт гимназияһында тарих уҡытыусыһы.

З. Рухтина Татьяна Михайловна. 1974 йылғы. Мәсәғүт гимназияһында китапханасы.

Ҡушымта

Мәсәғүт ауылы тирәһендәге топонимдарҙы өйрәнеү анкетаһы

  1. Мәсәғүт ауылы исеменең килеп сығышын беләһегеҙме?

А) эйе Б) юк

  1. Әй йылғаһы исеме нимә аңлата?

А) белмәйем

Б) яуап:

З. Мәсәғүт ауылында нисә ер-һыу атамаһын белаһегеҙ, һанап бирегеҙ.













Ҡушымта №1. Дыуан районы картаһы


Ҡушымта №2. Әй буйы.



Ҡушымта № 3.


Ҡушымта № 4. Изге шишмә.

Ҡушымта №5. Иҫке күпер.


Ҡушымта №6. Мәсәғүт ауылы. Хәҙерге Коммунистар урамы