Хәбибуллина Ләйсән Рәхимйән ҡыҙы Өфө районы Шамонино урта дөйөм белем биреү мәктәбенең юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Ижади шәхесте үҫтереүҙә инновацион технологиялар ҡулланыу.
Маҡсат: Уҡыусыларҙың тәбиғи һәләтен үҫтереп, ижади шәхес тәрбиәләү юлдарын асыу.
1.Ижади шәхесте үҫтереүҙә О.С Анисимовтың дисскуссия үткәреү ҡағиҙәләрен ҡулланыу.
2.Тәнҡитле фекерләүҙе үҫтереү технологияһының алымдары.
3.Көтөлгән һөҙөмтәләр.
Актуаллек
Мәғариф системаһының төп бурыстарының береһе булып ижади эшмәкәрлеккә һәләтле шәхес тәрбиәләү тора. Әммә уҡытыуға бәйле күп кенә мәсьәләләр бөгөнгө көн талаптарынан сығып хәл итеүҙе көтә. Шулар араһында уҡыусының тәбиғи һәләтен, телмәрен үҫтереүҙе күп яҡлы тәрбиә бирерҙәй итеп дөрөҫ эшләү тора.
Маҡсат
Мин, әлегә тиклем туплана килгән тәжрибәнән сығып, уҡыусыларҙың тәбиғи һәләтен үҫтереп, ижади шәхес тәрбиәләү юлдарын асыуҙы төп маҡсат итеп ҡуйҙым.
Хәҙерге заман талаптары буйынса дәрестәрҙә проблемалы ситуация тыуҙырыу, күҙәтеү, сағыштырыу, анализ, синтез алымдарын ҡулланыу яҡшы һөҙөмтә бирә.
Дәрестәремде психология фәндәре докторы, профессор Олег Сергеевич Анисимовтың дискуссия үткәреү ҡағиҙәләренә таянып үткәрәм.
Дискуссияның төп идеяһы - уҡыусыларҙы ирекле фекер йөрөтөргә, проблемаларҙы үҙ аллы хәл итергә, үҙ фекерен яҡларға, иркен аралашырға өйрәтеү.
Был метод әҙәби әҫәрҙе анализлағанда айырыуса эффектлы.Унда ҡатнашыусылар дүрт төркөмгә бүленә, һәр төркөм үҙ ролен башҡара.
Идеялар генераторы тип аталған төркөмдөң функцияларына уҡытыусы тәҡдим иткән проблеманы хәл итеү бурысы инә. Улар уны төркөм эсендә бер ни тиклем ваҡыт тикшереп, хәл итеү юлдарын аныҡ, ҡыҫҡаса әйтәләр.
Оппозиция тип аталған төркөмдөң функцияларына идеялар генераторы төркөмөнөң проблеманы хәл итеү юлдарын тәнҡитләү һәм уны альтернатив хәл итеү ысулдарын тейешле нигеҙләп тәҡдим итеү бурысы инә.
Төп бәхәс ошо ике төркөм араһында бара.Уларҙың һәр ҡайһыһы үҙ фекерен яҡларға һәм икенсе яҡтың проблеманы дөрөҫ хәл итмәүен иҫбатларға тырыша.
Квалификаторҙар тип аталған төркөмдөң функцияларына алдағы ике төркөмдәрҙең эшен баһалау һәм проблеманы хәл итеүҙең дөрөҫөрәк, йәғни нигеҙлерәк юлын асыҡлау, уны корректировкалау, төҙәтеү, өҫтәү, алынған һөҙөмтәне яҙып ҡуйыу инә.
Тикшеренеүселәр төркөмө. Ул фәнни төркөм булып тора, функцияларына бөтә алдағы төркөмдәрҙең эшен тикшереү һәм анализлау инә. Проблеманы хәл итеү сифаты , шулай уҡ төркөмдәр эшенең әүҙемлеге баһалана.
Хәҙерге тиҙ үҙгәреүсән ваҡытта донъяға яраҡлаша алған балалар тәрбиәләү-уҡытыусының төп бурысы.Шуға күрә мин ижади шәхесте үҫтереүҙә тәнҡитле фекерләүҙе үҫтереү технологияһын да ҡулланам.
Мәғлүмәтте тәнҡит күҙлегенән ҡабул итеү – ул нимәнелер инҡар итеү түгел, киреһенсә, үҙеңә яраҡлаштырып өйрәнеү. Уҡыусының ирекле үҫешенә булышлыҡ итеүе – был технологияның бер үҙенсәлеге.
Тәнҡитле фекерләү технологияһы эҙмә-эҙлеклелек принцибына нигеҙләнгән. Яңы мәғлүмәт менән танышыр алдынан уҡыусы, нимә беләм һәм ул артабан миңә нимә өсөн кәрәк, тигән һорауҙарға яуап эҙләй. Мәғлүмәтте үҙләштергәндән һуң бала ниндәй яңылыҡ алыуы, уның нимә биреүе һәм нисек ҡулланылыуын иҫбатлай.
Технология яңы алымдар менән ғәҙәти булмаған дәрестәр үткәреүгә киң мөмкинлектәр аса.Мәҫәлән, түбәндәге алымдар уҡыу процесын мауыҡтырғыс һәм мәғәнәле итә: «кластер», “инсерт”, “Блум һорауҙары” һәм башҡалар.
Америка психологы Бенджамин Блум тәнҡитле фекерләүҙе үҫтереү технологияһы һорауҙарын түбәндәгесә төркөмләй (беҙ уны “ромашка һорауҙары”тип йөрөтәбеҙ:
• ябай («кем?», «нимә?», «ҡасан?», «ҡайҙа?»);
• практик («һин ни эшләр инең?», «ғәҙәти тормошта нисек йәки ҡайҙа?»);
• асыҡлаусы («мин дөрөҫ аңлағанмынмы?», «дөрөҫмө?»);
• аңлатмалы («ни өсөн?»);
• ижади («ни булыр, әгәр ҙә?»).
• баһалаусы («нимә менән айырыла?», «һин быға нисек ҡарайһың?»);
Әҫәрҙе күҙаллағанда, ыңғай һәм кире образдарға характеристика биргәндә
«кластер” алымын уңышлы ҡулланырға була.