СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

К столетию народного поэта РБ Мустая Карима

Нажмите, чтобы узнать подробности

Просмотр содержимого документа
«К столетию народного поэта РБ Мустая Карима»

Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрлығы Муниципаль белем биреү бюджет учреждениеһы Башҡортостан Республикаһы Дәүләкән районы муниципаль районының 7-се һанлы дөйөм белем биреү мәктәбе  Мостай Кәримдең 100 йыллығына арнала Янибаева Әҙилә, 11 класс уҡыусыһы Етәксеһе: Янибаева Альбина Зайнулла ҡыҙы, башҡорт теле уҡытыусыһы

Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрлығы

Муниципаль белем биреү бюджет учреждениеһы

Башҡортостан Республикаһы Дәүләкән районы

муниципаль районының

7-се һанлы дөйөм белем биреү мәктәбе

Мостай Кәримдең 100 йыллығына арнала

Янибаева Әҙилә, 11 класс уҡыусыһы

Етәксеһе: Янибаева Альбина Зайнулла ҡыҙы, башҡорт теле уҡытыусыһы

Мостай Кәрим

Мостай Кәрим

Мостай Кәрим – башҡорт яҙыусыһы, шағиры һәм драматургы. Башҡорт АССР-ның халыҡ яҙыусыһы (1963). Социалистик хеҙмәт Геройы (1979). Ленин (1984) һәм  СССР-ҙың дәүләт премияһы (1972) лауреаты .

Мостай Кәрим – башҡорт яҙыусыһы, шағиры һәм драматургы.

Башҡорт АССР-ның халыҡ яҙыусыһы (1963). Социалистик хеҙмәт Геройы (1979).

Ленин (1984) һәм

СССР-ҙың дәүләт премияһы (1972) лауреаты .

Мостафа Сафа улы Кәримов (Мостай Кәрим) 1919 йылдың 20 октябрендә Башҡортостан Республикаһы Шишмә районы Келәш ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Тәүге шиғырҙарын буласаҡ шағир алтынсы класта яҙа башлай, ә 16 йәшендә беренсе шиғырҙар шәлкемен баҫтырып сығара. 1935 йылда К.А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға инә, 1941 йылда тамамлай.

Мостафа Сафа улы Кәримов (Мостай Кәрим) 1919 йылдың 20 октябрендә Башҡортостан Республикаһы Шишмә районы Келәш ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

Тәүге шиғырҙарын буласаҡ шағир алтынсы класта яҙа башлай, ә 16 йәшендә беренсе шиғырҙар шәлкемен баҫтырып сығара. 1935 йылда К.А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға инә, 1941 йылда тамамлай.

Институтты тамамлағандан һуң, Ҡыҙыл Армия сафына алына. 1942 йылдың авгусында ҡаты яралана. Дауаланғандан һуң, алғы һыҙыҡҡа фронт гәзиттәре корреспонденты булып бара. Һуғышты Венала тамамлай. Был һуғыш тураһында Мостай Кәрим һуңғараҡ күп яҙа, йәштәргә һөйләй.

Институтты тамамлағандан һуң, Ҡыҙыл Армия сафына алына. 1942 йылдың авгусында ҡаты яралана. Дауаланғандан һуң, алғы һыҙыҡҡа фронт гәзиттәре корреспонденты булып бара.

Һуғышты Венала тамамлай.

Был һуғыш тураһында Мостай Кәрим һуңғараҡ күп яҙа, йәштәргә һөйләй.

Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғандан һуң, Мостай Кәрим ижад һәм йәмәғәт эштәренә бирелә. Ул СССР һәм Башҡортостан яҙыусылар Союзы эшендә әүҙем ҡатнаша. 1951-1962 йылдарҙа БАССР яҙыусылары Союзы етәкселеге рәйесе, 1962-1984 йылдарҙа – РСФСР яҙыусылары Союзы етәкселеге секретары була.

Мостай Кәримдең ижади эшмәкәрлеге үткән быуаттың 30-сы йылдар урталарында башлана. Ул йөҙҙән ашыу шиғри һәм проза йыйынтыҡтары, унлап драма әҫәре авторы. Ул башҡорт әҙәбиәтенең классигы. Мостай Кәримдең

Мостай Кәримдең ижади эшмәкәрлеге үткән быуаттың 30-сы йылдар урталарында башлана. Ул йөҙҙән ашыу шиғри һәм проза йыйынтыҡтары, унлап драма әҫәре авторы. Ул башҡорт әҙәбиәтенең классигы. Мостай Кәримдең "Айгөл иле", " Йәйәүле Мәхмүт" драмалары, "Ҡыҙ урлау" комедияһы, "Ай тотолған төндә", "Салауат", "Ташлама утты, Прометей" трагедиялары, "Беҙҙең өйҙөң йәме", "Оҙон-оҙаҡ баласаҡ", "Өс таған", "Ярлыҡау" повестары башҡорт әҙәбиәте һәм театрының алтын фондына ингән.

Мостай Кәримдең әҫәрҙәре юғары фәлсәфәүи мәғәнәле, гражданлыҡ тойғолары менән һуғарылған. Ул бөйөк романтик, изге, саф күңелле һәм кешелекле була. Һәр беребеҙ күңеленә кешенең ғүмерлек юлдашы яҡшылыҡ, изгелек һәм сафлыҡ булыуына өмөт һала.

Мостай Кәрим – ул беҙҙең милли ғорурлыҡ, илебеҙ мәҙәниәтенең байлығы. Ул – шағир, яҙыусы, философ, дипломат. Рәсәйҙә уны белмәгән кеше юҡтыр. Уның әҫәрҙәре сит телдәргә лә тәржемә ителгән.

Мостай Кәрим – ул беҙҙең милли ғорурлыҡ, илебеҙ мәҙәниәтенең байлығы. Ул – шағир, яҙыусы, философ, дипломат. Рәсәйҙә уны белмәгән кеше юҡтыр. Уның әҫәрҙәре сит телдәргә лә тәржемә ителгән.

Мостай Кәримдең эшмәкәрлеге дәүләт тарафынан юғары баһалана. Ул – Социалистик Хеҙмәт Геройы, РСФСР сәнғәте атҡаҙанған хеҙмәткәре, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Башҡортостан Республикаһы фәндәр Академияһының Почетлы академигы, дәүләт п ремиялары лауреаты, күп һанлы орден, миҙалдар менән бүләкләнгән.

Мостай Кәрим – үҙ иленең бөйөк гражданы. Ул беҙҙең республикабыҙ уҫешендә килеп сыҡҡан ҡатмарлы һорауҙар буйынса асыҡ һәм ҡыйыу сығыш яһай.

Мостай Кәрим

– үҙ иленең бөйөк гражданы.

Ул беҙҙең республикабыҙ уҫешендә килеп сыҡҡан ҡатмарлы һорауҙар буйынса асыҡ һәм ҡыйыу сығыш яһай.

Мостай Кәрим – оло йөрәкле кеше була, уның күңелендә кешеләргә ҡарата яҡшы мөнәсәбәт, шатлыҡта ла , ҡайғыла ла бергә булыу теләге йәшәй. Оло йәштә булыуға ҡарамаҫтан, ул һәр ваҡыт уҡыусылары араһында була, улар менән һөйләшә, фекер алыша.

Мостай Кәрим – оло йөрәкле кеше була, уның күңелендә кешеләргә ҡарата яҡшы мөнәсәбәт, шатлыҡта ла , ҡайғыла ла бергә булыу теләге йәшәй. Оло йәштә булыуға ҡарамаҫтан, ул һәр ваҡыт уҡыусылары араһында була, улар менән һөйләшә,

фекер алыша.

 Мостай Кәрим 2005 йылдың 21 сентябрендә 86-сы йәшендә вафат була.  Уны Өфөлә мосолман зыяратында ерләйҙәр.

Мостай Кәрим 2005 йылдың 21 сентябрендә 86-сы йәшендә вафат була.

Уны Өфөлә мосолман зыяратында ерләйҙәр.

Мостай Кәрим - башҡорт, рус һәм донъя әҙәбиәтендә ҙур урын биләй. Ул һалдат, шағир һәм ҙур йөрәкле кеше. Ҡатмарлы, әммә ҡыҙыҡлы тормош юлын лайыҡлы үтә.

Мостай Кәрим - башҡорт, рус һәм донъя әҙәбиәтендә ҙур урын биләй. Ул һалдат, шағир һәм ҙур йөрәкле кеше. Ҡатмарлы, әммә ҡыҙыҡлы тормош юлын лайыҡлы үтә.

Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!

Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!