Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министырлығы
Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең мәғариф идаралығы
Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округының
“Сит телде тәрәнәйтеп өйрәнеүсе 103-сө мәктәп”
Муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы
Кем әҙәби белгесе булғыһы килә?
(интеллектуаль уйыны)
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповҡа арналған класс сәғәте
Башҡарҙы: 103-сө мәктәп дөйөм белем биреү мәктәбенең
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Исхакова Гөлнара Рәис ҡыҙы
Кем әҙәби белгесе булғыһы килә?
Маҡсат: Р. Ғариповтың тормош юлын һәм ижадын иҫкә төшөрөү; талантлы шағир, оҫта тәржемәсе булыуына акцент яһап байҡау яһау, шағирҙың шиғриәтенә ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм хөрмәт тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: интерактив таҡта, шағирҙың китаптары күргәҙмәһе, газета – журнал материалдар.
Ишек шаҡыйҙар. ( тауышын сығарыу)
-Киләсәгем! Ас һин ишегеңде!
-Кем тупһамда? Кемде күрәм мин?
-Танымайһыңмы әллә? Мин ҡайтым бит!
- Ас тиҙерәк!
Был мин- Рәми.
–Ниңә былай һуңлап ҡайттың,егет?
– Булды юлда төрлө
кәртәләр...
–Танырмы һуң ул-ҡыҙҙарым һине?
–Бәлки, танырҙар, тип әйттеләр.
Ошо шиғри юлдар менән уйыныбыҙ башлағы килә, сөнки яратҡан шағирыбыҙҙың, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов башҡорт әҙәбиәтенә тос өлөш индееп, уның шиғырҙары бөгөнгө көндә лә актуаллеген юғалтмаған һәм беҙ уларҙы яратып уҡыйбыҙ һәм тыңлайбыҙ.
Шулай итеп, уынды башлайбыҙ!
Уйын ҡағиҙәләре: ун биш һорауға дөрөҫ яуап биреп, тауҙың бейек түбәһенә менеп, еңеүсе булыу.
Һеҙҙең ҡарамаҡта: өс – өйрәтмә бар. Һеҙ уларҙы теләгән ваҡытта ҡуллана алаһығыҙ.
Беренсеһе – дуҫ ярҙамы;
Икенсеһе – тамашасаларҙың ярҙамы;
Өсөнсөһө – 50 /50 ( яуапта ике вариант юғала).
Рәми Ғариповтың тыуған йылы, айы һәм көнө?
А)12 февраль, 1932 йыл.
Б) 20 фераль, 1932 йыл.
В) 2 февраль, 1923 йыл.
Г) 29 февраль, 1943 йыл.
Рәми Ғарипов ҡайҙа тыуған?
А) Салауат ҡалаһында;
Б) Салауат районында;
В) Бөрйән районында;
Г) Силәбе өлкәһендә.
Рәми Ғариповтың матбуҡатта сыҡҡан тәүге әҫәре нисек атала?
А) “Тыуған тел”;
Б) “ Аманат”;
В) “ Йүрүҙән”;
Г) “ Ленин”.
Рәми Ғарипов ата-әсәһенең исемдәре-
А) Азамат һәм Ғәйшә;
Б) Йәғәфәр һәм Гөлмәрйәм;
В) Йәғәфәр һәм Гөлйөҙөм;
Г) Кәрим һәм Гөлйөҙөм.
Атаһы кем булып эшәләгән?
А) Уҡытыусы;
Б) Колхозда;
В) Сельсовет председателе;
Г) Өйҙә ятҡан.
Рәми Ғариповтың тәүге баҫылып сыҡҡан китабы-
А) “Тыуған тел”;
Б) “ Аманат”;
В) “ Йүрүҙән”;
Г) “ Ленин”.
Рәми Ғарипов Урта Азияла кемдең шиғырҙарын тәржемә иткән?
А) И. В. Гете;
Б) А.С. Пушкин;
В) Л. Н. Толстой;
Г) О. Хайям.
Шағирҙың икенсе шөғөлө ниндәй булған?
А) Тәржемә эше;
Б) Һүрәт төшөрөү;
В) Китап уҡыу;
Г) Баҡса эше.
Рәми Ғариповтың « Уйҙарым » исемле әҫәре халыҡ ижадының ниндәй төрөнә ҡарай?
А) Эпос;
Б) Ҡобайыр;
В) Әкиәт;
Г) Бәйет.
Рәми Ғарипов ниндәй башҡорт телендәге эпосты рус теленә тәржемә иткән?
А) “Аҡбуҙат”;
Б) “ Маянһылыу менән Заятүләк”;
В) “Алдар менән Зөһрә”;
Г) “ Урал батыр”.
Рәми Ғарипов исемендәге премия нисәнсе йылда бирелә башлай һәм беренселәрҙән кемгә бирелгән?
А) 1992 йыл, Рауил Бикбаев;
Б) 1994 йыл, Факиһа Туғыҙбаева;
В) 1996 йыл, Рәшит Шәкүр.
Г) 2000 йыл, Гөлфиә Юнысова.
Сибай ҡалаһында Рәми Ғариповҡа бюст ҡуйылған. Уның авторы кем?
А) Тамара Нечаева;
Б) Хәйҙәр Ғарипов;
В) Сосланбәк Тавасиев
Г) Николай Калинушкин
“Табыныу” поэмаһының икенсе исеме нисек атала?
А) “Таш сәскә”;
Б) “Уйҙарым”;
В) “1937”;
Г) “Аманат”
Рәми Ғариповтың киң билдәле яҙмалары нисек атала?
А) хаттар;
Б) көндәлектәр;
В) иншалар
Г) автобиографик мәҡәләләр
«Рәми» тигән китап авторы кем?
А) Р. Бикбаев;
Б) М. Кәрим;
В) Р. Шәкүр;
Г) Ф. Туғыҙбаевва.