СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Конспект урока на тему " Һан. Һандарҙың яҙылышы"

Нажмите, чтобы узнать подробности

Конпсект урока на тему "Имя числительное. Правописание имен числительных"

Просмотр содержимого документа
«Конспект урока на тему " Һан. Һандарҙың яҙылышы"»

Тема: Һан. Һандарҙың дөрөҫ яҙылышы.

Маҡсат:

  1. һан һүҙ төркөмө, уның төрҙәрен һәм һандарҙың дөрөҫ яҙылышын өйрәнеү;

  2. уҡыусыларҙың фекерләү һәләтен үҫтереү,бәйләнешле телмәрен үҫтереү;

  3. Тәрбиәүи- бергәләп һәм индивидуаль эшләй белеү, белемгә, тирә-яҡты танып-белеүгә ынтылыу һәләттәрен үҫтереү.

Йыһазландырыу: ИКТ, презентация, карточкалар

Дәрес барышы:

  1. Ойоштороу мәле.

  2. Психологик комфорт булдырыу.

                    Хәйерле көн теләп ҡояш ҡалҡа,

                       Уяналар ауыл, ҡалалар.

                       Үҙ телемдә һеҙҙе сәләмләйем:

                       Хәйерле көн һеҙгә, балалар!

Мин Гөлнара Рәсих ҡыҙы булам. Бөгөн һеҙҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәресен үткәрәсәкмен. Ә хәҙер мин һеҙҙең менән танышырға теләйем.

Әйҙәгеҙ хәҙер уҡыусылар бер-беребеҙгә ҡарап йылмайып, уңыштар, яҡшы һөҙөмтәләргә ирешеүҙе теләп дәресебеҙҙе башлап ебәрәйек.


*Уҡыусылар иғтибар итегеҙ һәр партала үҙ-үҙеңде баһалау ҡағыҙҙары әҙерләнгән. Дәрес барышында һәр башҡарған эштән һуң үҙегеҙгә баһа ҡуйып барығыҙ . Дәрес аҙағында һығымта яһарһығыҙ.




Маҡсаттар ҡуйыу.

Слайд 2. Дәрескә үҙебеҙ менән нимә алабыҙ? Маҡсаттар ағасына иғтибар итегеҙ.

Слайд 3. Яңы белем алыр өсөн нимә эшләргә тейешбеҙ?



Проблеманы хәл итеү.

Слайд4



Уҡырға өйрәнергә теләмәгән бер малай урамда аҙашып ҡалған. Юлында осраған ағай менән апай уға һорауҙар бирә. Ләкин малай һорауҙарҙың бөтәһенә лә яуап бирә алмай. Уйлап ҡарағыҙ, ни өсөн? Улар араһында ниндәй һөйләшеү булған, әйҙәгеҙ ҡарайыҡ.

-Исемең кем?

- Минең исемем Петя.

-Һиңә нисә йәш?

- Белмәйем.

- Һин нисәнсе йортта йәшәйһең?

- белмәйем.

- өйөңдән сығып киткәнгә күпме ваҡыт үтте?

У: уҡыусылар уйлап ҡарағыҙ әле, был һорауҙарға яуап бирер өсөн малайға нимәләрҙе белергә кәрәк булған.

Б: һандарҙы

У: Шулай итеп беҙ һеҙҙең менән бөгөн дәрестә ниндәй һүҙ төркөмөн өйрәнәсәкбеҙ тип уйлайһығыҙ.


Б:

У: Әйҙәгеҙ әле , уҡыусылар һандар ниндәй һорауға яуап биреүен һәм нимәнен белдереүен билдәләп ҡарайыҡ.

Б:

Был яуап менән бөтәһе лә ризамы? Кемдәр икенсе төрлө фекер йөрөтә, уйлай.

Слайд: Нисә? Күпме?Нисәнсе?

Предметтың иҫәбен белдереүсе һүҙҙәр һан тип атала.


Ғәмәли эштәр.

У: Хәҙер иғтибарығыҙҙы бирелгән һандарға йүнәлтәйек. Ике бағанаға бүлеп яҙылған һандарҙы уҡып сығығыҙ һәм уларҙы сағыштырығыҙ.Ниндәй айырманы билдәләй алаһығыҙ?

Слайд8

Әйҙәгеҙ уҡыусылар һығымта яһап ҡарайыҡ.

Слайд 9 Бер генә һүҙҙән тороусы һандар ябай һан була. Ике һәм унан да күберәк һүҙҙән торған һандар ҡушма тип атала.

Ял минуты.

Бер,ике уңға борол,

Бер,ике һул яҡҡа.

Бер,ике ҡулдарыңды

Тейҙереп ал аяҡҡа.

Бер,ике һиркерәбеҙ

Һәм урынға ултырабыҙ.

Уҡыусылар хәҙер һандарҙың яҙылышына иғтибар итәйек әле. Мн һеҙгә схема тәҡдим итәм был схеманан сығып ниндәй һығымталар яһарға мөмкин? Слайд10

Схеманы иғтибар менән ҡарағыҙ, ниндәй һығымта яһай алаһығыҙ. 1.Ҡушма һандар айырым яҙыла. 2. Һандар һүҙ менән бирелһә,ялғауҙар ҡушып яҙыла .3. цифр менән бирелгән һандарҙан һуң ялғауҙар һыҙыҡса аша яҙыла.4. даталар цифр менән бирелһә, ялғауҙар яҙылмай.20 февраль, 2015 йыл5. Рим цифрҙарынан һуң ялғауҙар бирелмәй .V бүлек , XXI быуат

Ҡағыҙҙарҙа үҙебеҙгә баһа ҡуйырға онотмайбыҙ.

Был схемаларҙы һеҙгә таратып бирәм, һандарҙың яҙылышын ҡарап иҫәгеҙҙә ҡалдырығыҙ.



Үҙләштергән белемде нығытыу



  1. Дәфтәрҙәрҙе астыҡ, бөгөнгө числоны, класс эше тип яҙып ҡуйҙыҡ. Бөгөн ниндәй тема өҫтөндә эшләйбеҙ. Слайд 11. Хәҙер дәреслектән 122-се биттәге 146-сы күнегеүҙе башҡарабыҙ.

  2. Ике уҡыусыны таҡтаға саҡырыла, ҡалғандар дәфтәрҙә эшләй.

  3. Карточкалар буйынса эш. карточкала бирелгән һөйләмдәрҙән яҙылышы буйынса хата ебәрелгән һандарҙы билдәләп ҡарағыҙ. Слайд 12.

Мин 4 се класта уҡыйым. Беҙҙең класта егермебер уҡыусы. Бөгөн 2-се декабрь. Мин өс-өнсө рәттә ултырам.

Уҡыусылар, уйлап ҡарағыҙ әле беҙ тормошобоҙҙа һандарҙы ниндәй өлкәләрҙә ҡулланабыҙ. Һандар беҙҙең телмәрҙә ниндәй урынды алып тора.Һандарҙы белмәйенсә генә, уларҙы ҡулланмайынса ғына һөйләшергә мөмкинме? Был йүнәлештә һеҙгә бер нисә һүрәт тәҡдим итәм.



Йомғаҡлау. Рефлексия.

Шулай итеп, беҙ бөгөн дәрестә ниндәй һүҙ төркөмөн өйрәндек? Һандар тураһында ниндәй яңылыҡтар белдегеҙ.

Үҙ-үҙегеҙҙе баһалау ҡағыҙҙарын ҡарағыҙ. Кем үҙенә бөгөнгө дәрескә 5-ле биләдһен ҡуя баҫығыҙ. 4-ле.3-ле?

Өй эше.

Һеҙгә ижади өй эше бирәм. Һандар ҡулланып ребустар төҙөп ҡарағыҙ.