СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Конспект урока по башкирскому языку "Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр"

Нажмите, чтобы узнать подробности

Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр буйынса йомғаҡлау дәресе .8 класс

Просмотр содержимого документа
«Конспект урока по башкирскому языку "Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр"»

Дәрес төрө: Белемде системалаштырыу,йомғаҡлау

Тибы: Дәрес-сәйәхәт

Тема:ЭЙӘРТЕҮЛЕ ҠУШМА ҺӨЙЛӘМДӘР

Планлаштырылған һөҙөмтәләр:1. Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр буйынса алынған белемде ҡабатлау, һөйләмдәргә синтаксик анализ эшләй белеү оҫталығын,схемалар буцынса үҙ аллы һөйләмдәр төҙөй белеү күнекмәһен үҫтереү.

2. телмәрҙе тыңлау һәм аңлау,һығымталар сығарыу,эшләнгән эште тикшереү,фекерләү һәләтен үҫтереү;

3.һинең уңышың белемеңдең емеше икәненә төшөнөү,эстетик ҡараш булдырыу

Йыһазландырыу:карточкалар,схемалар,слайдтар

Дәрес барышы

Эш этабы

Эш төрө

Уҡытыусы эшмәкәрлеге

Уҡыусы эшмәкәрлеге

Психологик инеш

1

Психологик кәйеф шарттары булдырыу.




Уңыш ситуацияһы булдырыу

Һаумыһығыҙ! Һеҙ бөгөн ниндәй кәйефтә килдегеҙ, ошо смайликтарға күҙ ҡыҫып,күрһәтегеҙ әле кәйе фегеҙҙе.

Йылмайҙығыҙ, ошо матур кәйеф менән дәресте артабан дауам итәйек.


Иҫәнләшеп,

смайликтарға һайлап күҙ ташлайҙар

2


Белемде актуалләштереү







Үтелгәнде

иҫкә төшөрөү.


Ошо анаграммала бирелгән һүҙҙәрҙе табып яҙып алығыҙ.

-Һүҙбәйләнештәр төҙөгөҙ.

-Был мәғлүмәтте ниндәй теманы үткәндә алғайнығыҙ.

Анаграмма сисәләр


Уҡыусыларҙың уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация

3

Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу

(проблема)









Бөгөн дәрестә нимә эшләйәсәкбеҙ?

Анаграммалағы ниндәй һүҙ темаға бәйле түгел?

Был дәрестең лексик темаһы, мөғжизәләр иленә сәйәхәткә сығасаҡбыҙ, беҙҙе серле туҡталыштар көтә.

Мөғжизә һүҙен нисек аңлайһығыҙ?

Иҫ китерлек,ғәжәп ҡылырлыҡ нимәләр бар икән был тормошта?– асыҡларбыҙ,белербеҙ


уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу


4

Башҡарыласаҡ эштәрҙе күҙаллау,эште планлаштырыу


Бөгөнгө датаны, теманы яҙып ҡуйығыҙ.

Һеҙҙең алда туҡталыштар.

Тәүгеһе “ Гүзәллек” туҡталышы

Дәфтәргә числоны,

теманы

яҙалар

Уҡыу мәсьәләһен хәл итеү


5


Ғәмәли (практик) эштәр













































Китап менән эш

күнегеү (198-се күнегеү)










201-се күнегеү






Үҙ аллы ижади эш
















209-сы күнегеү









“Аҡыл һандығы”

Алымы
















Үҙемде тикшерәм” уйыны

Компьютерҙтест эшләйҙәр

Мөғжизәле нимә тураһында һүҙ бара иғтибар менән уҡып сығығыҙ.

Тыуған яғыбыҙҙың ҡайһы урындарын һеҙ мөғжизәле тип атар инегеҙ?

Эйәртеүле ҡ. Һөйл. Табығыҙ. Ниндәй төп билдәләгә иғтибар итер кәрәк,аҡыл һандығына һалып,хәтерҙә ҡалдырығыҙ?


“Ижад” туҡталышына рәхим итегеҙ

Нимәләр бирелгән?

Текстың мөғжизәле яғы нимәлә?





-Хәҙер беҙ ҙә ижади эш башҡарабыҙ.

1-се төркөм карточка менән эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр төҙөй

2-се төркөм һүрәткә ҡарап башҡара

Перфокарта ярҙамында һөйләмегеҙҙең төрөн күрһәтегеҙ.

Һәрт кем үҙ парының эшен тикшерә

Был эшкә баһа ҡуйығыҙ.


Беҙ “ Ғилем –һөнәр” туҡталышына еттек

Был текста мөғжизәле нимә тураһында һүҙ бара?

Айырыуса ҡайһы юлдарҙа күренә?

Әңгәмә ҡора:

Уҡыу-р,һеҙҙең алда ла һөнәр һайлау тора.Әйҙәгеҙ аҡыл һандығын тултырайыҡ. һөнәр һайлауҙа нимәгә таяныр кәрәк фекерегеҙ ниндәй?

Шәмсиәнең эше ябай ,әммә ул нисек башҡара,Был өлгө булырлыҡ сифат.

Башҡорт халҡында мал йәнле булыу рухи ҡиммәттәрҙән һанала.


Ошо текстағы эйәртеүле ҡушма һөйләмдәрҙе схемала күрһәтеп,график диктант яҙабыҙ.





Компьютерҙа парлашып тест һорауҙарына яуап бирәһегеҙ

1.Тексты уҡыйҙар

2.Үҙ фекерҙәрен әйтәләр

3.Текста ниндәй эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр осратҡанын,

төрөн әйтәләр



1.тексты уҡыуҙар

2.Уларҙың йөкмәткеһендә ниндәй бәйләнеш барлығын асыҡлайҙар?

3. 7 һанының ҡулланышын иҫләйҙәр

4.Үҙ аллы һөйләмдәр уйлайҙар.

5 Перфокарта ярҙамында һөйләм төрөн күрһәтәләр

Бер-берен тикшерәләр



1.хикәйәне уҡыйҙар

2. Яуап бирәләр

3.һайланма уҡыу

4.әңгәмәлә ҡатнашалар,фекерен әтйтәләр












График диктант яҙып, бер-береһенең эшен тикшерәләр


Һөҙөмтәһе буйынса баһа ҡуялар



Рефлекция

6






Нимәләргә өлгәштегеҙ?

Ниндәй яңылыҡ астым?

Ҡайһы мәл йәки эш мөғжизәле тойолдо

Ике төркөм алған белемдәрен практик эштә күрһәтә: йүнәлеште үҙегеҙ һайлағыҙ

Проектсылар Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәрҙе дөйөмләштерә

Ижадсылар мөғжизә һүҙенә синквейн яҙа

Минең дәресте күренекле башҡорт яҙыусыһы дауыт Юлтый һүҙҙәре менән тамамлаһым килә

“Кеше аҡылы әллә ниндәй мөғжизәләр барлыҡҡа килтерә бит”

Беҙ ҙә мөғжизәгә ышанайыҡ, уны күрә беләйек, булдырайыҡ,шунда күңелебеҙ ҙә саф булыр.

Төркөм бер йүнәлештә эш башҡара. Һ ығымта яһай.



Баһалау

7





Үҙегеҙгә ниндәй баһа ҡуйыр инегеҙ?


Баһа ҡуялар

Өйгә эш


8






Тыуған илем –мөғжизәләр иле

Мини инша, йә башҡа ижади эш