СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Конспект мероприятия по математике

Категория: Математика

Нажмите, чтобы узнать подробности

Развитие логического мышления и интерес к математике

Просмотр содержимого документа
«Конспект мероприятия по математике»

Ҡыҙыҡлы математика

Маҡсат: Уҡыусыларҙы ҡыҙыҡлы математик мәсьәләләр сисергә өйрәтәү.

Фекерләү ҡеүәһен үҫтереү.

Математика фәненә ҡыҙыҡһыныу уятыу.

Йыһазландырыу: номерҙар, карточкалар, ноутбук, интерактив таҡта,



Кисә барышы:

  • Һаумыһығыҙ, бөгөн беҙгә Сатрашбай ҡунаҡҡа килгән. Кем ул Сатрашбай?

  • Математиканы, шахматты яратыусы оҫта.

Сатрашбай инә. Ҡулында папка, номерҙар.

Сатрашбай ағай, түрҙән уҙ, беҙ һине күптән көтәбеҙ, ниндәй ҡыҙыҡлы һорауҙар килтерер тип түҙемһеҙләнәбеҙ.

Балалар, бөгөн мин һеҙҙең янға ошондай маҡсат менән килдем: кем һеҙҙең арала иң шәбе? Кем математиканан ҡыҙыҡлы һорауҙарға дөрөҫ яуап бирер икән тиеп белергә килдем.

Беренсе эште тыңлағыҙ

Барыһы нисә бала? Ете туғандың һәр береһенең берәр һеңлеһе бар. (8 бала, 7 туған, 1 һеңлеләре) Еңеүсегә номер бирелә.

Икенсе эш.

Нимә еңелерәк? 1 кг мамыҡмы әллә 1 кг тимерме? ( бер үк тигеҙҙәр)

Өсөнсө эш. ( Слайд)

Һеҙҙең алдығыҙҙа чертеж бирелгән. Шунан кем дә кем 8 өсмөйөш таба алыр?











Еңеүсегә номер бирелә.

Дүртенсе эш. ( Слайд)

Был чертежда нисә өсмөйөш, нисә дүртмөйөш? 4 өсм., 6 дүртм..





Бишенсе эш.

Аҙнаның көнөн, һанын, ай исемен әйтмәйенсә 5 көн исемен әйтегеҙ.

(элекке көн, кисә, бөгөн, иртәгә, иртәнән һуңға)

Алтынсы эш.

Ҡайһы киҫек оҙонораҡ?

Етенсе эш.

  1. Дүрт кеше дүрт сәғәт домино уйнаған. Һәр береһе нисә сәғәт уйнаған? ( 4 сәғәт)

  2. Бер көтөү ҡаҙҙар осоп бара. 1-әү алда, 2-әү артта, 1-әү артта, 2-әү алда, 1-әү икәүҙең араһында, 1 рәттә 3-әү. Бөтәһе нисә ҡаҙ? (3 ҡаҙ)



Һигеҙенсе эш.

Ребустар сисеп алайыҡ

К 3 ЛӨ, 100 Ә, 5 ЕК, 6 ЫН, 7 ЕН, Т 10, 40 ҠЫС



Туғыҙынсы эш.

Самолет аэропорттан 100 – 40 пассажир менән ҡуҙғалып киткән, икенсеһендә 30 пассажир ултырған һәм башҡа...

100 - 40

+ 30

- 10

+ 5

-45

40





Унынсы эш.

4-тән алып 12-гә тиклем һандарҙы ҡуйып, сумма 24-кә тигеҙ булырға тейеш.




11



8


5



9



Номерҙарҙы һанайбыҙ һәм еңеүселәрҙе билдәләйбеҙ.