Әҙәби-музыкаль кисә
“Изгеләрҙән-изге әсәләр”
Маҡсаттар: Әсәләргә арналған шиғырҙар уҡытыу, йырҙар йырлатыу, риүәйәттәр сәхнәләштереү. Тасуири уҡыу, артислыҡ һәләттәрен үҫтереү. Әсәйҙәр менән ғорурланыу, һоҡланыу хистәре; уларға ҡарата ихтибарлы, ихтирамлы булыуҙы тәрбиәләү.
Йыһаз: милли башҡорт кейемдәре, плакаттар, мультимедиа проекторы, презентация.
Әҙерләне: Муллағәлиева Ләйсән Ришат ҡыҙы
I. А.б. Тормош биҙәге, уның сәсәге булған иң гүзәл зат – ҡатын-ҡыҙ, ул – әсә кеше лә.
А.б. Әсә - бөйөк исем,
Нимә етә әсә булыуға,
Ҡатындарҙың бөтә матурлығы,
Бөтә күрке әсә булыуҙа.
А.б. -Бөгөнгө кисәбеҙ ҡәҙерлеләрҙән- ҡәҙерле, ғәзиздәрҙән- ғәзиз әсәйҙәребеҙгә бағышлана.
А.б. -Ниндәй мәрхәмәтле, ниндәй ғәзиз ул әсә! Һин бишектә ятҡанда тау саҡлы мәшәҡәт сиккән кеше - ул һинең әсәйең. Иң беренсе һүҙеңде әйтергә, тәпәй баҫырға өйрәткән кеше лә ул.
А.б.- Беҙҙе һаҡлаусы, яҡлаусы, йыуатыусы, яратыусы, дәрт биреүсе лә - әсәй.
А.б. – Әсәй! Донъялағы берҙән - бер иң матур, иң ҡәҙерле, иң татлы һүҙ. “Әсәй” тигәндә, донъялар яҡтырып, йылынып китә, күңелдәр нескәрә, күҙгә йәштәр килә.
А.б. – Ерҙәге иң бөйөк кеше – Әсә! Юҡҡа ғына Ер – әсә, Ватан – әсә тимәйҙәр бит. Туған телебеҙҙе лә әсә теле тип йөрөтәбеҙ бит.
II.
Ҡ.- Һаумыһығыҙ!
Һ.- Хат алып килдеңме, күптән әсәйемдән көтәм, Катюша. Һинең исемең менән бәйле бер ҡыҙыҡлы ваҡиға иҫкә төштө әле. Бер ваҡыт әсәйемдән хат алдым, тыңлап ҡара әле.
Әсә
Әсәң иҫкә төшмәймени фронтта
Килмәй һинән аҙнаһына бер хат та?!
Һалдат
Әсәй -бәғерем, мин бит бында тик йөрөмәйем,
Катюшамды көйләргә лә өлгөрмәйем.
Әсә
Ҡыҙ күҙләргә киттеңмени һуғышҡа?
Йәш башыңдан ут һалаһың һулышҡа.
Һалдат
Катюшам беҙҙе еңеүгә килтерҙе,
Бер атыуҙа йөҙ фашисты үлтерҙе.
Әсә
Һаҡал сыҡты. Ҡартаям тип һөйләнәһең,
Бик шәп булыр Катюшаңа өйләнһәң һин.
Һалдат
Катюшам тигәнем, әсәй, пушка ул,
Мин ҡайтыуға ҡыҙ эҙләп ҡуй, әҙер бул!
Ҡ.- Ҡыҙыҡ хәл килеп сыҡҡан икән шул. Ярай, мин башҡа хаттарҙы ла таратайым инде.
Һ.-Эйе, ярай, рәхмәт.
Һалдат хат уҡый. (музыка яңғырай)
Кис еткәс тә ҡайтыр төҫлө итеп,
Көтәһеңме оло улыңды?
Ҡарайһыңмы сығып китер яҡҡа,
Ҡаш өҫтөнә ҡуйып ҡулыңды?
Һәр көн һайын, буш ваҡытың һайын,
Иҫкә алаһыңдыр һин мине.
Һалдат булдым йыраҡтарға киттем,
Һаҡлайым хәҙер тыуған илемде.
Күңелеңде, әсәй, һис төшөрмә,
Үтер көндәр, үтер аҙналар.
Тыныслыҡ һәм сәләмәтлек булһын,
Иҫәндәр бит кире ҡайталар.
Юҡҡа әйтә халыҡ балаларҙың
Күңеле, ти, һөйә даланы.
Мөмкинмени иҫтән сығарырға
Һиңә тормош биргән әсәңде?!
Һалдат
Яҙаһың һин әсәй: “Көтә-көтә
Ағарҙылар, улым, сәстәрем.
Бик һағындым, балам, һинең өсөн
Керпегемдән тама йәштәрем…”
Мин дә әсәй һиңә йөрәгемдә
Ҡайнар хистәремде һаҡлайым.
Ҡайтыу юлым ләкин Берлин аша,
Һәм ашҡынып алға атлайым.
Күп ҡалманы инде, әсәй, һинең
Һағыш менән көтөр айҙарың.
Көт, ҡайтырбыҙ, Берлин өҫтәренә
Элербеҙ ҙә Еңеү байрағын…
А.б. – Ләкин ҡайтыу тураһындағы уйҙар хыялдарҙа ғына ҡала. Ҡыҙғаныс, күптәр ят ерҙәрҙә мәңгелеккә ятып ҡала. Әсәләрҙең йөрәгенә тәрән, мәңгелек йәрәхәт яһап, ауылға шомло хаттар ғына килә.
Хат ташыусы: Әһә, Рәхилә апай, күңелең һиҙеп көтөп торған икән. Һеҙгә хат бар.
Рәхилә: Рәхмәт, Маһира, рәхмәт. Туҡта әле, был нимә. Минең был хатты асҡым килмәй. Мин ниңәлер бик ҡурҡам. Адресын яҙған ҡул миңә бер ҙә таныш түгел. Бәлки был хат беҙгә түгелдер?! Бында хаты ла юҡ, ахыры. (уҡый) Юҡ, юҡ…
“Үлде” тиҙәр, юҡ ышанмай
Был хәбәргә һис күңел
Ул – үлемде еңә торған.
Ул – үлә торған түгел!
Ут кеүек үткен күҙҙәре,
Юҡ, һүнмәгәндер улар,
Һәр ваҡыт күргән шикелле,
Ныҡ күрәләрҙер улар…
Һуғыш йылдарында
Ҡанлы яу ҡырына
Оҙаттым мин күҙем нурҙарын.
Ҡояш батҡан яҡта,
Ғүмерлеккә һаҡта
Ҡалды ирем, ҡалды улдарым.
Һаман, әле һаман,
Өмөт өҙмәм тамам.
Көн дә ҡарайым ҡайтыр юлдарға,
Биреп бөтә көсөн,
Уңыш яулар өсөн,
Ҡайтырҙар күк тыуған яҡтарға.
Урамдарҙа йөрөһәм,
Шат балалар күрәм,
Ейәндәрем кеүек тойола,
Әнә шул сағында,
Уттар дөрләй йәндә,
Күҙҙәремдән йәштәр ҡойола.
А.б.
- Эй кешелек, донъя бишеккәйе,
Именлеге әсә моңонда.
Көсөң һинең бомбаларҙа түгел,
Ҡатын-ҡыҙҙа, бишек йырында.
Уҡыусы һөйләй:
Үҫеп еткәс, инде кеше булғас,
Әсәләрҙе ташлап китмәгеҙ.
Ташлап китеп ҡартлыҡ көндәрендә,
Һеҙ уларҙы йәтим итмәгеҙ.
Әсәләрҙең бөтә мөхәббәте,
Бөтә мәрхәмәте балала.
Әсәләргә тигән йән йылыһы
Аҙашып йөрөмәһен далала.
Беҙҙең өсөн күргән ҡайғыларҙан,
Әсәйҙәребеҙ йәшен түкмәһен.
Әсәйҙәрҙең түккән күҙ йәштәре
Ҡарғыш булып беҙгә төшмәһен.
А.б. - Һеҙҙең һөт аша , әсәләр,
Изге һөт аша инә
Һүҙе лә илдең, үҙе лә
Сабыйҙар йөрәгенә,
Һеҙҙең һөт менән инә.
А.б. - Аманат булып иленән
Һәр гүзәл, һәйбәт ғәҙәт
Бәғыренә күсә баланың,
Тик һеҙҙең аша, әсәләр,
Һеҙҙең һөт аша фәҡәт.
III.Башланғыс класс уҡыусылары сығыш яһай.
Күңелемә йылы биргән
Әсәйем, әсәкәйем.
Ҡәҙерлеләрҙең ҡәҙерлеһе
Әсәйем, әсәкәйем.
Әсәй, әсәй, әсәкәйем,
Ниндәй ҡәҙерле исем!
Донъяға йәмдәр биреүсе
Һин иң ҡәҙерле кешем.
Һинең янда рәхәт миңә,
Ҡарашыңда таң нуры.
Һин минең өсөн был ерҙә
Бәхеттең иң-иң ҙуры.
Ҡояштан иртә тора,
Тәмле аштар бешерә.
Әсәйҙәр бит бер генә
Ҡәҙерен һин бел генә.
Атай эштән ҡайтты,
Әсәй ҙә эштән ҡайтты.
Атай диванға ятты,
Әсәй кухняға сапты.
Атай әйтә: “Мин ас,- ти,-
Ҡасан була ул аш?”- ти.
Әсәй әйтә: “ Үҙең дә
Булыш улай булғас”,- ти.
Атай әйтә: “Мин – ир,- ти-
Аш бешерә белмәйем,-ти-
Мин ҡатын-ҡыҙ түгел,-ти-
Мин кухняла йөрөмәйем”,-ти.
Юҡһа “Етмеш һөнәр аҙ,-
Тиҙәр,- егет кешегә”.
Беҙҙең өйҙә атай түгел,
Әсәй егет, әсәй белә
Өйҙә бөтә эште лә.
Онотҡан
-Ашарға ла ултырғанһың,
Йыуындыңмы әле һин?
-Әллә минең йыуынғанды
Күрмәнеңме, әсәй, һин?
Ҡолаҡты ла йыуҙым бөгөн…
-Ә битеңде, битеңде?..
-Бәбәй түгел дә мин хәҙер,
Йыуҙым тинем бит инде.
-Улай булһа ҡулың ниңә
Буялған һуң буяуға?
-Онотолоп ҡалғандыр ул
Бит йыуғанда йыуырға.
Әсәйемде яратам,
Матур хәбәр таратам:
Уны мин һис ҡайғыртмам,
Бер ҡасан да онотмам.
Әсәкәйем, бар теләгем һиңә:
Ҡыуаныста үтһен һәр көнөң,
Яҙ ҡояшы кеүек балҡып торһон.
Бәхет нуры сәсһен шат йөҙөң.
-Иң йомшаҡ ҡулдар,
-Иң көслө иңдәр,
-Иң матур күҙҙәр,
-Иң дөрөҫ кәңәш,
-Иң нескә күңел,
-Иң саф ҙур йөрәк,
-Иң ҡайнар һөйөү,
-Иң изге теләк,
-Иң йылы ҡуйын
-Әсәй, тик һиндә генә.
(“Әсәйем” йырын йырлайҙар)
А.б. – Матур шиғырҙарығыҙ , йырҙарығыҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт. Бер ҙә шикләнмәгеҙ әсәйҙәрегеҙ ҙә һеҙҙе ярата, тик изгелек кенә теләй һәм бары тик һеҙгә яҡшы булһын өсөн генә тырыша.
IV.А.б. – Беҙҙең яҡтарҙа һөйкөмлө ҡатын, уңған хужабикә булған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ, наҙлы, иғтибарлы әсәләр күп. Улар балаларына ысын кәңәшсе, дуҫ та була беләләр. Хәҙер һеҙҙең янға ла ошондай әсәләрҙе саҡырабыҙ. Рәхим итегеҙ! Үҙегеҙ менән таныштырып та китегеҙ.
Ҡунаҡтарға һорауҙар:
-Бөгөнгө ҡатмарлы замандарҙа балалар тәрбиәләүе ауырмы?
-Балаларығыҙҙың дуҫтарын яҡшы беләһегеҙме? Улар һеҙҙең өйҙә буламы?
-Балаларығыҙ һеҙҙең менән бергә ғаилә байрамдарында буламы, хужалыҡ эштәрендә ҡатнашамы?
-Уларҙың уҡыуҙарын тикшереп тораһығыҙмы?
- Походтарҙа, отпуск ваҡытында бергә булаһығыҙмы?
-Балаларығыҙ ниндәй предметтарҙы ярата?
-Ниндәй проблемаларҙы яратмай, ситләп үтергә тырыша?
-Балаларығыҙға өйҙә вазифа бүленгәнме?
-Күп балалы ғаиләләрҙә әсәй булыуы ауырмы, һеҙ ҡайҙан илһам, көс алаһығыҙ
А.б. – Беҙҙең ҡунаҡтарға ниндәй теләктәр теләр инегеҙ? Ниндәй әйтер һүҙҙәрегеҙ бар?
А.б. – Саҡырыуыбыҙҙы кире ҡаҡмайынса килеүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Балаларығыҙ һеҙҙе яҡшы уҡыуы, тәмле теле, изге ғәмәлдәре, ҡайғыртыусан ҡарашы менән ҡәҙерләһен.
А.б. – Әсә хәстәрлеге һәм сабырлығы менән донъяла иң ҙур һәм ныҡ ҡәлгә – ғаилә төҙөлә. Тимәк, Тыуған илебеҙ киләсәге лә улар иңендә. Беҙҙең бурыс- иң бөйөк кеше- Әсәгә сикһеҙ хөрмәтебеҙҙе белдереү, еңел булмаған тормошо, хеҙмәте алдында баш эйеү һәм үҙебеҙҙең күңел яҡтылығын бүләк итеү.
V.А.б. – Йөрәк түренән сыҡҡан рәхмәт һүҙҙәренә ҡушып дәртле йырҙарыбыҙҙы, бейеүҙәребеҙҙе һеҙгә бүләк итәбеҙ.
(концерт номерҙары: “Ҡурай моңо”, “Шаян ҡыҙ”, “Башҡорт ҡыҙҙары” башҡорт бейеүҙәре)
VI.Риүәйәт сәхнәләштереү.
А.б. - Бер малай әсәһе менән генә тора. Ул, улы насарлыҡ эшләгән һайын, рәшәткәгә бер ҡаҙаҡ ҡаға бара. Йылдар уҙа, бала үҫеп буйға етә. Бер көндө ул ҡаҙаҡтарға иғтибар итә һәм әсәһе янына килә.
Улы. – Әсәй, ниңә шулай күп итеп ҡаҙаҡ ҡаҡтың?
Әсәй. – Улым, бына һин бер насарлыҡ эшләгән һайын, мин бер ҡаҙаҡ ҡаға барҙым. Күрәһеңме күпме улар?
Улы. –Бынан һуң, әсәкәйем, мин гел тик изгелектәр генә эшләрмен.
А.б. – Шулай эшләй ҙә. Әсәһе янына бер көндө килә лә.
Улы. –Әсәй, ҡара әле, рәшәткәлә бер ҡаҙаҡ та ҡалманы. Мин яҡшылыҡ эшләгән һайын береһен ала барҙым, насарлыҡтарыма ҡаршы яҡшылыҡ эшләнем.
Әсәй. – Улым, эйе, һин бик күп яҡшылыҡтар эшләнең. Шулай итеп насарлыҡтарыңды бөтөрҙөң дә кеүек. Тик ана, ҡара әле, рәшәткәләргә, күпме ҡаҙаҡ эҙҙәре. Уларҙың эҙҙәре ҡалған бит.
А.б. – Насарлыҡтарҙы бер ҡасан да эшләргә ярамай. Сөнки күңел яралары төҙәлмәй, бигерәк тә атай-әсәйеңдеке.
А.б. – Ер йөҙөндә ете мөғжизә бар, тиҙәр, яңылышалар. Ерҙә һигеҙ мөғжизә бар: һигеҙенсеһе – ҡатын-ҡыҙ, әсә. Кешелек донъяһы барлыҡҡа килгәндән бирле ошо мөғжизәнең серенә төшөнә алмайҙар. Әсәләр – кешелеккә тормош биреүсе, ғүмер буйынса әйҙәп барыусы изге йәндәр.
А.б. – Әсә һөйөүе ҡояш нуры кеүек,
Тормош, илһам бирә һәр йәнгә.
Әсә һөйөүе биргән яҡты хистәр
Алып бара хатта йыһанға.
VII.Инсценировка күрһәтеү
(Ҡатнашалар: Айгөл, әсәһе, яңғыҙлыҡ, наҙанлыҡ, ғәмһеҙлек)
Айгөл. Бөтәһе лә ялҡытты!.. Мәктәп тә, дуҫтар ҙа, китаптар ҙа. Бер үҙемә рәхәт! Миңә берәү ҙә кәрәкмәй.
Яңғыҙлыҡ. Яңғыҙлыҡ рәхәтме? Һәйбәт тиген, маҡта!
Наҙанлыҡ. Уҡығың килмәйме? Мин ярҙам итәм.
Ғәмһеҙлек. Өйҙә әсәйеңә булышҡың килмәйме? Мин һине бөтә мәшәҡәттән азат итәм.
Наҙанлыҡ. Тик йөрәгеңде генә беҙгә бир.
Айгөл. Дуҫтар өсөн йөрәк йәл түгел. Һеҙҙең менән күңелле.
А.б.- Аһ, иң башта әсәне иҫкәртергә кәрәк ине лә бит… Хаталандың түгелме, Айгөл.
Әсә. Йөрәгем һиҙә - балама ниҙер булған. Береһе лә юҡ. Ҡәйҙа булды икән? Нисек табырға? Әсә йөрәге тәбиғәт менән серләшә белә, һорайымсы. Йылғыр ел, ҡайҙа минең ҡыҙым Айгөл? Юҡ, ел күрмәгән. Нурлы ҡояш, бәлки һин беләһеңдер? Ҡояш болот артына боҫҡан. Улай булғас болот күргәндер. Ялбыр болотҡай, ҡайҙа балам? Кем алып китте? Яңғыҙлыҡ, наҙанлыҡ, ғәмһеҙлек… Аһ, миңә ашығырға кәрәк.
А.б. Хуш, әсә. Хәйерле юл һиңә. Балаңды яуыз көстәрҙән ҡурсалауы еңел булмаҫ. Ләкин улар әсәне көтә. Көтәсәк…
Айгөл. Нимә эшләнем мин? Ниндәй ҙур хата яһаным! Ниңә үҙһүҙләнеп өйөмдө, мәктәбемде, тыуған еремде ҡалдырып киттем? Хәҙер япа-яңғыҙмын!.. Әсәйем дә ҡайҙалығымды белмәй. Ҡот осҡос! Ҡайтарығыҙ мине, мин һеҙгә дуҫ түгел.
Яңғыҙлыҡ. Юҡ, һин беҙҙеке.
Наҙанлыҡ. Һиңә дәрес әҙерләйһе юҡ.
Ғәмһеҙлек. Уйлама бер нимә тураһында ла, ғәмһеҙ бул.
Айгөл. Яңылышаһығыҙ. Мин ғәмһеҙ ҙә түгел, наҙан да. Маҡсатым бар, сөнки мин-кеше.
Наҙанлыҡ. Ашыҡмай тор, минең ҡулда нимә бар.
Айгөл. Миңә барыбер.
Наҙанлыҡ.Ул хәҙер наҙан, уға барыбер.
Яңғыҙлыҡ. Ха-ха… Уға хәҙер үҙенең йөрәге лә кәрәкмәй.
Айгөл. Аһ, минең йөрәк. Бөтәһен дә еңеп була: Яңғыҙлыҡты ла, Наҙанлыҡты ла, Ғәмһеҙлекте лә, тик йөрәкһеҙ генә йәшәп булмай.
Яңғыҙлыҡ. Беҙ еңеүсе. Беҙгә бүләк иткән йөрәгеңдән көс алабыҙ. Башҡа бала-сағаларҙы Ялҡаулыҡҡа…
Наҙанлыҡ. Наҙанлыҡҡа…
Ғәмһеҙлек. Ғәмһеҙлеккә өйрәтәбеҙ. Ә йөрәкһеҙҙәр беҙҙе еңә алмай.
Яңғыҙлыҡ. Сеү, мин аяҡ тауышы ишетәм.
Наҙанлыҡ. Әсә, ул беҙҙе нисек тапҡан?
Ғәмһеҙлек. Беҙ ҡуйған кәртәләрҙе берәү ҙә үтеп инә алмай.
Әсә. Балаһына хәүеф янағанын әсә йөрәге һиҙә. Бына шуға лә әсәне тыйыр, тотор бер кәртә лә юҡ.
Айгөл. Әсәй, әсәкәйем! Һине хафаларға һалғаным өсөн ғәфү итәһеңме?
Әсә. Кәртәләрҙе еңеп, үҙең булып ҡалыуың миңә ҙур бүләк, балам.
Яңғыҙлыҡ. Ләкин Айгөл беҙҙең менән ҡаласаҡ. Сөнки йөрәге беҙҙең ҡулда.
Әсә. Йөрәгемде балама бирермен, тик һеҙҙең менән ҡалдырмам.
Айгөл. Юҡ, әсәй, борсолма минең өсөн. Ә һинең йөрәк кешелеккә кәрәк, донъяға кәрәк!
Әсә. Балаҡайым, бына һиңә ҡулдарымды һуҙам.
Яҙылған ус булыр фатиха,-
Бушлай бирер барлыҡ нәмәне.
Һәм әйтер: күрәм барыр юлың,
Маҡсатлы һәм изге ниәтле,
Балаҡайым, бул һин бәхетле!
Айгөл. Фатиха! Әсәйем фатихаһы… Туҡта, нимә дөп-дөп тибә? Ишетәһегеҙме? Әсәй, был - минең йөрәгем!.. Мин йөрәкле, мин тере! Мин кеше!
Яңғыҙлыҡ. Мин бында ҡала алмайым!
Ғәмһеҙлек.Ҡасайыҡ йәһәтләп!
Әсә. Әсә фатихаһына ҡаршы торор көс юҡ.
VIII.Йомғаҡ. (йыр яңғырай)
А.б. – Әсәйҙәргә дан йырлайыҡ беҙ,
Әсәйҙәрҙе гел ҙурлайыҡ беҙ,
Әсәйҙәрҙе яңғыҙ өйҙә
Йәтим итеп ҡалдырмайыҡ беҙ.
А.б. – Әсәйҙәргә рәхмәт уҡыйыҡ,
Түр башында ғына тотайыҡ.
Ауыр һүҙҙәр әйткәндә лә
Ҡаршы килмәй эскә йотайыҡ.
Ҡәҙерләйек әсәйҙәрҙе.
А.б. – Әсәйҙәргә дан йырлайыҡ беҙ,
Әсәйҙәрҙе гел ҙурлайыҡ беҙ.
Бер ҡасан да яңғыҙлыҡта,
Йәтимлектә ҡалдырмайыҡ беҙ
Һөйөклө әсәләрҙе.
“Әсәй, һинең хәйер-фатихаң”
Уҡытыусы. - Ашҡынабыҙ йыраҡ юлдарға беҙ
Яулар өсөн күберәк еңеү, дан:
Юлда беҙҙе бәләләрҙән һаҡлай,
Әсәй, һинең хәйер-фатихаң.
Баш осонда ҡай саҡ ҡояш һүнә,
Атмаҫ кеүек була яҡты таң:
Ҡараңғыла беҙгә юл күрһәтә,
Әсәй, һинең хәйер-фатихаң.
Кәңәштәргә янда дуҫ юғында,
Бәргәләнгән саҡта яңғыҙ йән,
Иң аҡыллы бер кәңәшсе була,
Әсәй, һинең хәйер-фатихаң.
Шунһыҙ ерҙә йәшәү мөмкин түгел,
Шунһыҙ булмаҫ ине беҙгә йәм-
Тыуған көндән үлгәнсегә тиклем
Кәрәк, әсәй, хәйер-фатихаң.
– Иңдәремә ауыр йөк асһам да,
Еремә ышанып ныҡ баҫһам да,
Иң беренсе мин бит ҡатын-ҡыҙ,
Ғаилә һаҡсыһы, ҡатын, әсә,
Һынатма, йөрәк, тим, йәшә, түҙ!