СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Контрольно - оценочные материалы по башкирскому языку

Нажмите, чтобы узнать подробности

Контрольно - оценочные материалы по башкирскому языку 5-9 классы

Просмотр содержимого документа
«Контрольно - оценочные материалы по башкирскому языку»

Муниципальное общеобразовательное бюджетное учреждение

средняя общеобразовательная школа с. Чесноковка

муниципального района Уфимский район Республики Башкортостан



Рассмотрено на заседании ШМО учителей

Протокол №__

«___»________




Утверждаю

Директор школы
________Д.М.Гаянов

Приказ №__ от

«__» _________2019









Контрольно-оценочные материалы

к рабочей программе по предмету «Башкирский язык (как государственный язык Республики Башкортостан)»

для обучающихся 5-9 классов













Составитель: Кучумова Н.Р.







Аңлатма һүҙ.

Контроль - баһалау материалдар 5-9 класс уҡыусыларының “Башҡорт теле” (Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булараҡ) предметы буйынса белемдәрен тикшереү өсөн тәғәйенләнгән. Материалдар башланғыс кластарҙа Федераль дәүләт белем биреү стандарттары талаптары нигеҙендә төҙөлгән. Улар уҡыусыларҙың башҡорт дәүләт теленән белем кимәлен тикшереүгә, предмет буйынса алған белемдәре һөҙөмтәләре динамикаһын күҙәтергә һәм универсаль уҡыу эшмәкәрлегенең формалашыу кимәлен билдәләргә булышлыҡ итә.

“Башҡорт теле” (Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булараҡ) предметы буйынса уҡыусыларҙың белем кимәлен баһалау өсөн контроль диктанттар сирек аҙағында һәм уҡыу йылын йомғаҡлағанда теманы үҙләштереү кимәлен тикшереү маҡсатында үткәрелә. Контроль диктант яҙғанда, орфограммаларҙың һәм һүҙҙәрҙең яҙылышы, тыныш билдәләренең ҡуйылышы буйынса аңлатма бирелмәй.

Уҡытыусы башта тексты уҡып сыға. Өйрәнелмәгән орфограммалы һүҙҙәр алдан уҡ таҡтала яҙылған булырға тейеш. Уҡытыусы синыфтың әҙерлегенә ҡарап, әйтеп яҙҙырыу темпын үҙе билдәләй.

Тексты орфоэпия, әҙәби тел нормаларына ярашлы уҡыу талап ителә. Уҡытыусыға ярҙам итеү маҡсатында йыйынтыҡ авторҙары текстар аҙағында грамматик эш төрҙәре тәҡдим ителә.

Диктант яҙылып бөткәс, уҡыусыларға тексты уҡып һәм тикшереп сығыу рөхсәт ителә. Ләкин диктантты баштан уҡ уйлап, аңлап, иғтибарлы яҙырға өйрәтергә һәм һуңғы тикшертеү менән мауыҡмаҫҡа кәрәк. Уҡытыусы тексты икенсе тапҡыр тулы килеш уҡып сыҡҡас та, грамматик эш тәҡдим ителергә тейеш.

Диктанҡа билдә ҡуйғанда хаталарҙың характерына иғтибар ителә. Хаталарҙы иҫәпләгәндә тупаҫ булмағандары, йәғни грамоталыҡты билдәләү өсөн әһәмиәте юҡтары, айырым билдәләнә. Бындай хаталарҙың икәүһе берәүгә иҫәпләнә.

Түбәндәге хаталар тупаҫ булмағанға инә: 1)ҡағиҙәнең иҫкәртмәһенә ҡараған хаталар; 2)бәйләү юлы менән яһаған яңғыҙлыҡ атамаларҙа ҙур хәрефтең яҙылышында хаталар; 3) бер тыныш билдәһе урынына икенсеһен ҡуйыу; 4) үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә ялғауҙар яҙылышында хаталар.

Диктант бер генә билдә менән баһалана. “5” – тупаҫ булмаған 1 орфографик, 2 пунктацион хата булған эшкә, “4”- 4 орфографик, 3 пунктацион, йә 1 орфографик, 6 пунктацион, йә орфографик хатаһыҙ, 7 пунктацион хатаһы булған диктантҡа ҡуйыла. Әгәр хаталар араһында бер типтағылар булһа, 5 орфографик хатаһы булған эшкә лә “4” ҡуйырға мөмкин. “3” – 6 орфографик, 6 пунктацион, йә 3 орфографик, 9 пунктацион, йә 12 пунктацион хаталы эшкә ҡуйыла. Әгәр эштә өс бер типтағы хата ебәрелһә, 8 орфографик, 8 пунктацион хаталы эшкә лә “3” ҡуйыла. “2”- 9 орфографик, 9 пунктацино йә 8 орфографик, 10 пунктацион хатаһы булған эшкә ҡуйыла.. Хата һаны 15 орфографик хатанан да артып китһә “1” билдәһе ғуйыу уҡытыусы ҡарамағында.

Әгәр контроль диктанттан һуң өҫтәлмә грамматик, орфоэпик, лексик эштәр тәҡдим ителһә, уларҙың һәр береһе айырым баһалана.Грамматик биремдәрҙе баһалағанда түбәндәгеләрҙе иҫәпкә алыу тәҙдим ителә: "5" билдәһе бөтә эште лә теүәл йә бер хата булғанда, "4" билдәһе эштең яртыһынан күберәге дөрөҫ эшләнгәндә, "3" билдәһе яртыһынан әҙерәге дөрөҫ эшләнгәндә, "2" билдәһе бер эш тә дөрөҫ эшләнмәгәндә ҡуйыла.

Башҡортостан Республикаһы Өфө районы муниципаль районының Чесноковка ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһының «___»_______20____г. № ______-ОД приказы менән раҫланған, эш программаһына ярашлы 2-4 кластар өсөн “Башҡорт теле” (Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булараҡ) предметы буйынса 5-9 кластар өсөн төҙөлгән контроль-баһалау материалдары


Башҡорт теле” (Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булараҡ) предметы буйынса контроль- баһалау материалдары.

5 класс. Контроль күсереп яҙыу №1

Көҙ етте.

Һалҡын ел иҫте. Әсе ел ыжғыра. Беҙҙең йылға буйындағы ҡарт тирәктәр, ҡыуаҡлыҡтар яланғасланып ҡалды. Аяҡ аҫтында ағастарҙан ҡойолған һары япраҡтар ҡыштырлай. Йылға тоноп ҡалған.

Ҡоштар йылы яҡтарға осоп киттеләр.Урмандарҙа, ҡырҙарҙа тынлыҡ урынлашты. Беҙҙә ҡышлаусы ҡоштар ғына ҡалды. Йылғаларҙа, күлдәрҙә ҡаҙҙар һәм өйрәктәр генә ҡойоналар.(45 һүҙ)

а) Башҡорт теленең үҡенсәлекле хәрефтәрене аҫтына һыҙырға.


Контроль күсереп яҙыу №2

Тейен нисек ҡышлай?

Ҡышҡы һыуыҡтар һәм бурандарҙа тейен ояһына йәшеренә.Ул ояһын ағас ҡыуышына яһай. Ояла йомшаҡ,йылы була. Инеү өсөн ҡалдырылған тишекте тейен эстән ҡаплап ҡуя. Тышта ел ыжғыра,буран олой.Тейен рәхәтләнеп йоҡлай бирә.Буран туҡтағас,ағастан ағасҡа һикереп аҙыҡ эҙләй. Ҡышҡы аҙыҡты тейен көҙҙөн әҙерләй.Ағас ҡыуышына бәшмәктәр,сәтләүектәр ташый. Тейен шуларҙы табып ашай.

(54 һүҙ)

а) Текста күплек ялғауҙарын табырға

Контроль күсереп яҙыу №3

Яҙ көнө

Яҙ көнө беҙ Ҡаратау урманына экскурсияға барҙыҡ. Ҡаратау шишмәһе буйында йүкә,ҡарама,уҫаҡ ағастары үҫә.Ҡаратау итәген һылыу ҡайындар биҙәй. Тауға күтәрелгән һайын имән,ҡарағай ағастары арта бара. Урманда ҡар күп әле.Ләкин ағастар бөрөләнгән инде.Тиҙҙән япраҡ ярасаҡтар.Беҙ ағастарға ҡарап,төньяҡты һәм көньяҡты табырға өйрәндек.(50 һүҙ)

а)Беренсе һәм һуңғы һөйләмде тәржемә итергә


Контроль күсереп яҙыу №4

Төнгө тынлыҡ.

Бөтә донъя төнгө тынлыҡҡа сумған.Күктә тулы ай йөҙә, аҡ болоттар урала, йондоҙҙар емелдәшә.Һыу буйындағы бөҙрә талдар тынып ҡалған.Һыуҙа өйрәктәр ҙә, ҡаҙҙар ҙа күренмәй. Йылға әкрен генә ағыуын дауам итә.Урамдағы һылыу ҡайындар , ялбыр сағандар уйға сумғандар. Кешеләр татлы йоҡоға талған. Эттәр төнгө тынлыҡты һаҡлай. (47 һүҙ)

а)Аҫтына һыҙылған һүҙҙәргә һорау ҡуй, ниндәй һанда торғанын билдәлә.


Башҡорт теле” (Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булараҡ) предметы буйынса контроль- баһалау материалдары.

6 класс. Контроль күсереп яҙыу №1

Ноябрь.

Ноябрь –көҙҙөң һуңғы айы. Иртәнсәк һәм кистәрен бик һыуыҡ була. Көслө елдәр иҫә. Ел ағастарҙың һуңғы япраҡтарын ҡоя. Күлдәр һәм быуалар боҙ менән ҡаплана.

Ноябрҙә һуңғы өйрәктәр көньяҡҡа китеп бөтә.Баҡсаларҙа, өй тирәләрендә ҡыҙылтүштәр күбәйә.Улар миләш емештәре менән туҡланалар. Ноябрь аҙағында баҫыуҙарҙы, яландарҙы ҡар ҡаплай. Ҡоштарға ем табыуы ауырлаша.(50 һүҙ)

а)Башҡорт теленең үҙенсәлекле хәрефтәренең аҫтына һыҙығыҙ.



Контроль күсереп яҙыу №2

Тейен нисек ҡышлай?

Ҡышҡы һыуыҡтар һәм бурандарҙа тейен ояһына йәшеренә.Ул ояһын ағас ҡыуышына яһай. Ояла йомшаҡ,йылы була.Инеү өсөн ҡалдырылған тишекте тейен эстән ҡаплап ҡуя.Тышта ел ыжғыра,буран олой.Тейен рәхәтләнеп йоҡлай бирә.

Буран туҡтағас,ағастан ағасҡа һикереп аҙыҡ эҙләй.Ҡышҡы аҙыҡты тейен көҙҙөн әҙерләй.Ағас ҡыуышына бәшмәктәр, сәтләүектәр ташый. Тейен шуларҙы табып ашай.(54 һүҙ)

а) 1,2,3 һөйләмдәрҙе тәржемә итегеҙ.


Контроль күсереп яҙыу №3

Яҙ күренештәре.

Яҙ ҡояшы ерҙе нығыраҡ йылытты. Ҡар ирене, йырғанаҡтар аҡты, күләүектәр йыйылды. Көтмәгәндә сыбыҡтар өйөмө аҫтынан терпе сыҡты. Терпе еҫкәнде, аяҡтарына баҫты,тирә-яғына ҡаранды.

Бына терпе осло энәләрен япраҡтарҙан таҙартырға тотондо. Ҡыҫҡа аяҡтары менән арҡаһын таҙартыу уға ҡыйын булды. Ул уңайлыраҡ ултырып ҡорһағын яланы. Терпе шулай йыуынды һәм аҙыҡ эҙләргә йүгерҙе.(51 һүҙ)

а)Аҫтына һыҙылған һүҙҙәргә һорауҙар ҡуйығыҙ.


Контроль күсереп яҙыу №4

Урманда янғын.

Июлдә эҫе көндәр башлана. Йылы ямғырҙар яуа. Ләкин йәшенле ямғырҙар ҡайһы ваҡыт бәлә лә килтерә. Йәшен һуғыуҙан ҡарағай, ҡарағас һәм башҡа бейек ағастар тоҡанып китәләр. Урманда янғын бик ҡурҡыныс. Утта йәш үҫемлектәр, еләклектәр, ҡош,

йәнлек оялары юҡҡа сыға. Ас ҡалған йәнлектәр күпләп һәләк булалар. Халыҡ хужалығына ҙур зыян килә.

Балалар,урмандарҙы янғындан һаҡлағыҙ!(53 һүҙ)

а)Һуңғы һөйләмде тәржемә итегеҙ.





Башҡорт теле” (Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булараҡ) предметы буйынса контроль- баһалау материалдары.

7 класс. Контроль күсереп яҙыу №1

Октябрь.

Октябрь – көҙҙөң беренсе һыуыҡ айы. Әсе елдәр иҫә. Иртәнге һыуыҡтар көсәйә төшә. Күләүектәр таңғаса боҙ менән ҡапланған була. Йыш яуған һалҡынса ямғырҙар арҡаһында октябрҙе халыҡта “батҡаҡ айы” тип тә атайҙар. Тәүге ҡар яуа, ләкин ул шунда уҡ ирей. Ҡайһы бер йылдарҙа ҡар ятып та ҡуя.

Күлдәр, быуалар туңа башлай. Иң аҙаҡҡы күсмә ҡоштар китеп бөтә. Иң һуңғы булып сәүкәләр, өйрәктәр китә. Уларға алмашҡа ҡыҙылтүштәр, беҙҙең яҡтарҙа ҡышлаусы бүтән ҡоштар килә. Ныҡлап һыуыҡ төшөү менән, айыу, бурһыҡ, алйырҙан йоҡоға тала. Телмәрйендәр ҙә йоҡоға китә.

Баҡсаларҙа ағас ултыртыу дауам итә. Япраҡтар тулыһынса ҡойолоп бөтә.

а) Беренсе абзацты тәржемә итергә.




Контроль күсереп яҙыу №2

Матурлыҡ.

Кешенең эске һәм тышҡы матурлығы була.Әммә уның нигеҙендә сәләмәтлек ята.Шуға ла йәштән үк гигиена талаптарын теүәл үтәргә кәрәк.

Һәр иртәне гимнастиканан башлау,һалҡын һыу менән йыуыныу,тәнде ҡаты таҫтамал менән ышҡыу көндәлек ҡағиҙәгә әйләнергә тейеш.Ундай кеше грипп ,ангина менән ауырымай,эшкә һәләтлеге арта,кәйефе лә була.

Битеңде генә түгел,муйынынды ла,ҡолаҡтаҙы ла һабынлап йыуырға оноторға ярамай.Мәктәптән ҡайтып,урамда уйнап кергәс,ҡулдарҙы һабынлап йыйырға кәрәк.Был кешенең тәрбиәлелеген күрһәтә.

Тештәр тураһында айырым әйтергә мөмкин. Тештәрҙе иртәле-кисле һәм ашағандан һуң паста йәки порошок менән ентекләп таҙартырға кәрәк.

Тештәргә ҡыҫылып ҡалған аҙыҡ микробтар өсөн бик уңайлы,һәм улар бик тиҙ үрсеп китәләр.

а)Текста әйтелгән тән өлөштөрен күсереп яҙырға.

Контроль күсереп яҙыу №3

Атом боҙватҡысы.

Беҙҙең илебеҙҙә эшләгән тәүге боҙватҡыс 1959 йылда һыуға төшөрөлдө.Шунан бирле 30 -ҙан артыҡ йыл эсендә ул әллә күпме юл уҙҙы.

Боҙватҡыс бик ҡеүәтле. Боҙҙоң ҡалынлығы ике-ике ярым метр булған урындарҙа ул сәғәтенә 3-4 километр, ә боҙһоҙ урындарҙа 34 километр тиҙлек менән йөрөй ала.

Караптың буйы 134 метр, иң киң урыны 27,6 метр. Унда 500-ләп электор моторы эшләй.

Уның көсө сит ил боҙватҡыстарына ҡарағанда ике-өс тапҡырға артығыраҡ. Яғыулыҡ запасы ла бер йылға етәрлек. Боҙватҡыстың энергетик базаһы йөҙәр мең кешеле бер нисә ҡаланы элетор көсө менән тәьми итә алыр ине.

Боҙватҡыста хеҙмәт итеүсе кешеләр өсөн бөтә уңайлы шарттар тыуҙырылған.Унда телефон станцияһы һәм радиостанйия эшләй.Бына ниндәй ул атом боҙватҡысы!

а) Текста бирелгән һандарҙы һүҙ менән күсереп яҙығыҙ.




Контроль күсереп яҙыу №3

Талҡаҫ күле.

Юлдаш менән Ҡыҙырас аяҡтарын күлдең йомшаҡ ҡомона батырып,оҙаҡ ултырҙылар.Талҡаҫ буйы һоҡланып бөткөһөҙ матур ине.Иртәнге һауала тауыш көслө яңғырай.Унда,Һаҡмар буйында,трактор геүләй.Һулда комбайн шаулай.Алыҫта йәштәрҙең йырлаған,көлгән тауыштары ишетелә.Оло юлдан иген,мәғдән тейәгән машиналар өҙлөкһөҙ үтә.Бейектә самолет күренә.Ул Өфөнән Баймаҡҡа почта килтерә.

Ә бында Талҡаҫ күле.Ул тып-тын ята.Күлдең уртаһында,күкһел томан эсендә,Уртаташ күренә.

а)Яңғыҙлыҡ исемдәрҙе күсереп яҙығыҙ,улар нимәләрҙең атамаһы икәнен күрһәтегеҙ.





Башҡорт теле” (Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булараҡ) предметы буйынса контроль- баһалау материалдары.

8 класс. Контроль күсереп яҙыу №1

Кем хаҡлы?

Ырҙында эш яйланды.Бойҙай ике көндә таҙартылып бөттө.Тик комбайндан иген аҡрын килә,хәйер,улар күберәк яҫмаға һалғанды көтөп ултыра.Өлгөрөп еткән бойҙай лафет менән яҫмаға һалына,ә көндәр,үкенескә ҡаршы,йонсоуға тартып тора. Кәбир комбайн менән туранан-тура урырға тәҡдим итте,ә рәйес:

-Ярамай,агроном,ярамай,-тип ҡырт киҫте.Әммә Кәбир үҙенекен иҫбатларға тырышты:

-Беренсенән,ваҡытты отабыҙ;икенсенән,күпме иген юғалтыуҙан һаҡлап ҡалына;өсөнсөнән,лафеттан бушаған тракторҙарҙы туңға һөрөргә төшөрөр инек...

-Дүртенсенән,-тип һанап китте рәйес Ғәбделхәкимов,-прогрессив ысулды һанға һуҡмаған өсөн,рәйескә шелтә бирәсәктәр.

а) Яңғыҙлыҡ, уртаҡлыҡ исемдәрҙең аҫтына һыҙырға.


Контроль күсереп яҙыу №2

Бәхетле ҡартлыҡ.

Ҡунаҡтар оҙаҡ көттөрмәнеләр, иң элек ҡарсығы менән Ғариф ағай килде. Бригадир ҡунаҡҡа барғанда ғына һандыҡтан сығара торған төлкө тунын, ҡама бүркен аяғына яңы быймаһын,кейеп, билен яҫы билбау менән ҡымтып быуған. Ҡунаҡҡа барған саҡта ҡупшы кейенеү – уның яратҡан ғәҙәте.Берҙән, ул быға кеше алдында үҙеңде һынатмау, икенсенән, үҙҙәрен саҡырыусы хужаларҙы хөрмәтләү тип ҡарай. Шулай уҡ, уныңса, ҡунаҡҡа күстәнәсһеҙ барыу ҙа ҙур мөрәүәтһеҙлек һанала; уның был ҡылығын ҡарсығы Мәғфиә лә күптән үҙ итеп бөткән инде, ул да биш билле әҙрәс бишмәттән, эре суҡлы ҡалын шәлдән ине.

Улар иҫәнлек – һаулыҡ һораштылар. Шул арала уҡ Ҡадир, уларҙы ололап, сисендерә башланы. Ғариф ағай:

-Иртә килгән урын өсөн, һуңға ҡалған тамаҡ өсөн, - тип һөйләнә – һөйләнә, түр башына менеп тә ултырҙы.

-Бер ҙә ҡартая белмәйһең, Ғариф ағай, - тине Ҡадир , уның етеҙ хәрәкәтенә һоҡланып.

а) Аҫтына һыҙылған һүҙҙәргә һорауҙар ҡуйырға.


Контроль күсереп яҙыу №3

Бал.

Боронғо Грецияның атаҡлы математигы Пифагор балдың кеше ғүмерен оҙайтыуы тураһында яҙып сыҡҡан.Үҙе лә балды йыш ашаған һәм 90 йәшкә тиклем йәшәгән.

Шулай уҡ боронғо грек философы Демокрит та 100 йылдан артыҡ йәшәгән.Ул да балдың сәләмәтлек өсөн файҙалы булыуын әйткән.Атаҡлы табип Әбуғалисина йәшлекте һаҡлау өсөн бал ашарға кәңәш иткән.

Юҡҡа ғына әйтелгән һүҙҙәр түгел былар.Балда 60-ҡа яҡын төрлө матдә бар.Балдың бөтә сорттарында ла глюкоза менән фруктоза күп.Ә улар-йөрәк мускулдарының нормаль эшләүе өсөн бик кәрәк матдәләр.

Бал витаминдарға ла бик бай.Уны һыуҙа иретеп,шуның менән ауыҙ сайҡайҙар.Һөҙөмтәлә күп кенә микробтар юҡҡа сыға.

Бал менән ашҡаҙан ауырыуҙарын да дауалайҙар.Йоҡлай алмағанда ла балдың файҙалы булыуы билдәле.

а)1,2 һөйләмде тәржемә итергә.

Контроль күсереп яҙыу №4

Көн исемдәре.

Билдәле булыуынса, көн исемдәрен башҡортса дүшәмбе, шишәмбе, шаршамбы, кесаҙна, йома, шәмбе, йәкшәмбе тип атайҙар. Был һүҙҙәр нимә аңлата һуң? Бына уларҙың мәғәнәләре: йәк, дү, ши, шар ҡушымталары – бер, ике, өс, дүрт һандарының исемдәре. Ә шәмбе – “көн” тигәнде аңлата икән. Фарсылар шул һандарға шәмбе һүҙен ҡушып, аҙна көнө исемдәрен яһаған.

Шулай итеп, йәкшәмбе – беренсе көн, дүшәмбе – икенсе көн, шишәмбе – өсөнсө көн, шаршамбы – дүртенсе көн. Кесаҙна һүҙенә фарсылар дини мәғәнә һалған. Уны кесе йома тип тә әйтәләр. Ул намаҙға йыйылыу көнө тигәнде аңлата. Йома һүҙе аҙна мәғәнәһен бирә. Аҙна һүҙе фарсы телендә етене белдерә.

а)1-10 тиклем һандарҙы яҙып сығырға.


Башҡорт теле” (Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булараҡ) предметы буйынса контроль- баһалау материалдары.

9 класс. Контроль күсереп яҙыу №1

Көҙгө йәйғор.

Мин көҙгө урманда йөрөргә яратам.Уның иң гүзәл сағы сентябрь бөткәндә,октябрь баштарында булалыр.Үрмәксе ауҙары иренеп кенә йөҙгән зәңгәр күккә,йылы аяҙ көнгә,урмандың төрлө биҙәк хазинаһына һоҡланып туя алмайһың.

Тәрән тынлыҡ.Аяҡтарыңды ергә түшәлгән алтын япраҡтар иркәләй.Ә ағастар?Ниндәйҙер оло ҡарағай йәки имән ышығында үҙенең ҡыҙыллы-һарылы сыбар кейемендә йәш саған ҡупшыланып ултыра.Тағы сыбар биҙәкле япраҡтарға һарыҡҡан асыҡ ҡыҙыл емештәре менән ҡыштырлап миләш тора.Уҫаҡтың уҫағына тиклем:”Ҡарағыҙ,мин бына ниндәй!”-тигән һымаҡ,йәйғор буяуҙары менән күҙҙәрҙе ҡамаштыра.

Көҙгө урмандың гүзәллегенә күңелеңде рәхәтләндереп йөрөй бирәһең дә кескәй аҡланға килеп сығаһың,уның тәрән тынлығын тыңларға ултыраһың.Шунда татлы хыялдарға күмелеп киткәнеңде үҙең дә һиҙмәй ҡалаһың.

а) Беренсе абзацтағы һөйләмдәрҙе тәржемә итергә.

Контроль күсереп яҙыу №2

Ҡышлаусы ҡоштар.

Ҡыш. Бөтә ерҙә ап-аҡ ҡар һырынтылары.Урман тып-тын,ул уйға сумған төҫлө.Ҡар аҫтында һығылған ағастар әкиәттәге кеүек булып ҡалғандар.

Ғинуар беҙҙең яҡта бик ҡаты була,һалҡындар хатта 40градустан да уҙып киткеләй.Ыжғыр буранлы көндәр күп. Ел һыҙғыра,олой,ҡоторона,ләкин ул ҡапыл туҡтай.Һыуыҡ йомшара,тағы ла тынлыҡ урынлаша.

Тәжрибәле натуралист һәр саҡ ҡарҙа ҡышҡы йән эйәләренең эҙҙәрен таба.Бына ҡар өҫтөндә дегәнәк баштары туҙҙырылған,бында ҡарабаш турғайҙар ем эҙләгән.

Сел,һуйыр,ҡор кеүек ҡоштар сатлама һыуыҡтар үткәнен тәрән ҡар эсендә көтәләр.Тик һайыҫҡан,ҡарға,турғайҙар ғына көслө һыуыҡтарға бирешмәйҙәр,улар кеше йәшәгән урындарға яҡыныраҡ киләләр.Сөнки бында аҙыҡ табыуы еңелерәк уларға.Поляр өкөһө төньяҡта йәшәй,ә ҡышын беҙгә күсеп килә.

Башҡортостанда 70-тән артыҡ ҡош ҡышлай.Һеҙҙә ниндәй ҡоштар ҡышлай?Уларға һеҙ нисек ярҙам итәһегеҙ?

а) Текстан ҡош исемдәрен күсереп яҙығыҙ.

б) Аҫтына һыҙылған һөйләмде тәржемә итегеҙ


Контроль күсереп яҙыу №3

Кем хаҡлы?

Батыр менән Гөлнәзирә урманға еләк йыйырға барҙы. Икеһе лә тырызын тултырырға тырышты.

-Ҡайта һалайыҡ, ямғыр килә, - тине Батыр ҡапыл ғына.- Бына сәскәләргә ҡара әле: бәпембә күҙҙәрен йомған, япраҡтары һәленеп төшкән.

Ысынлап та, тиҙҙән ҡойоп ямғыр яуа башланы.

-Сәскәләр барометр кеүек икән дә! – тине Гөлнәзирә.

-Улай ғына тиһеңме, сәскәләргә ҡарап ваҡытты ла белеп була. Мәҫәлән, ҡыңғырау сәскә таж япраҡтарын иртәнге етелә аса. Ябай ғына картуф сәскәһе лә – дөп-дөрөҫ сәғәт. Ул теүәл етелә асыла ла көндөҙгө өстә йоҡлай башлай.

Ямғыр нисек тиҙ килгән булһа, шулай ашығып китеп барҙы. Гөлнәзирә менән Батыр ҡайтырға сыҡты. Йәһәтерәк картуф сәскәһен ҡарарға ине: сәғәт нисә икән?

а) Текстан яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәрҙе күсереп яҙығыҙ.


Контроль күсереп яҙыу №4

Июнь айы.

Июнь-йылдың иң матур айы.Болон ,туғайҙар гөрләп сәскә ата.Был айҙа Өфө ҡалаһына яҡын аҡландарҙа ҡырҡтан ашыу сәскә төрөн күрергә мөмкин.

Йылға,күлдәр өҫтөн ап-аҡ һәм һап-һары томбойоҡ сәскәләре ҡаплай.

Май,июнь-ҡоштарҙың бала сығарыу ваҡыты.Улар балаларына ашарға ташып бер була.Мәҫәлән,бәләкәй генә себен сәпсеге тәүлегенә 560 тапҡыр осоп,аҙыҡ килтерә.

Июндә күбәләктәр оса.Бал ҡорто күс айыра.

Июнь-тәүге еләктәр айы.Иң тәүҙә ҡайын еләге бешә. 22 июнь-йыл эсендә иң оҙон көн һәм иң ҡыҫҡа төн.Бер нисә көн шулай тигеҙ тора,шунан йәйге көн ҡыҫҡара башлай.

а) Аҫтына һыҙылған һүҙҙәргә һорауҙар ҡуйығыҙ, тәржемә итегеҙ.