СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

"Ҡурай моңо" әкиәте

Нажмите, чтобы узнать подробности

6-сы класс өсөн"Ҡурай моңо" әкиәте темаһына дәрес, проект технологияһы буйынса,ФГОС шарттарыны ярашлы төҙөлгән.

Просмотр содержимого документа
«"Ҡурай моңо" әкиәте»

Баймаҡ районы Темәс урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мусина Таңсулпан Әмир ҡыҙының дәрес өлгөһө


6 класс, туған (башҡорт) теле

Тема: “Ҡурай моңо” әкиәтен өйрәнеү.

маҡсат:

1. Ҡурай моңо әкиәтенең йөкмәткеһен аңлатыу.

3. Бәйләнешле телмәр, логик фекерләүҙе үҫтереүгә, ижади һәләттәрен асыуға йүнәлеш биреү.

4. Тыуған илде һөйөргә, тәбиғәтен ҡәҙерләргә, туған телде, халҡыбыҙҙы ихтирам итергә өйрәтеү.


  1. Ойоштороу мәле. Иҫәнләшеү.(психологик инеш)

- Хәйерле көн, уҡыусылар. Әйҙәгеҙ, бер-беребеҙҙе сәләмләйек!

Тел асҡысы иман биргән

Һөйөклө туған телем.

Үҙ телемдә һеҙгә сәләм,

Әссәләмәғәләйкүм.


  1. Мотивация.

Ҡурай моңо яңғырай.

-Балалар, ниндәй илаһи моң?(ҡурай моңо)

-Ҡурай моңо беҙҙе ҡайҙа алып килде? (башҡорт тирмәһенә) слайдта- башҡорт тирмәһе һүрәте күрһәтелә

-Уҡыусылар, үҙегеҙҙе башҡорт тирмәһендә тип хис итегеҙ.Беҙгә ҡунаҡтар ҙа килгән.Ә башҡорттар- ҡунаҡсыл халыҡ.Ҡунаҡтарҙы нимә менән һыйлап,нисек күңелдәрен асыу һеҙҙән тора.

  1. Уҡыу мәсьәләһен булдырыу.

-Шиғыр юлдарын уҡып китәйек.

Тел шымартыу өсөн артикуляцион күнегеү.

Слайдта яҙылған шиғыр юлдарын хор менән уҡытыу:

Ҡурайсылар ҡурай,ай, уйнамаҫ,

Башҡорт ҡурайҙары булмаһа.

Йырсы ла ғына кеше йыр йырламаҫ,

Күкрәгендә моңо булмаһа.

(башҡорт халыҡ йыры “Уйыл”)

Шиғыр юлдарын хор менән тасуири уҡыу. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен дөрөҫ әйтеү.


  1. Актулләштереү.Дәрестең темаһын әйтеү, маҡсатын билдәләү.

-Бөгөнгө дәрестең темаһы ошо йырҙың һүҙҙәрендә йәшеренгән. Ниндәй һүҙҙәр асҡыс булып тора?

-Тимәк, һүҙ нимә тураһында барасаҡ?(Ҡурай моңо)

-Дәрестә нимә эшләрбеҙ?

-Ул эштәрҙе башҡарып,һеҙ нимәгә өйрәнерһегеҙ?

-Үҙ алдыбыҙға ниндәй маҡсат ҡуябыҙ?

-Эште нимәнән башлайбыҙ?

-Ҡурай тураһында нимә беләһегеҙ?

  1. Өйгә эште тикшереү

а) 1-се уҡыусы презентацияһын яҡлай

Ҡурай ҡайҙа үҫә? Уны ни өсөн таҡыя башлы тиҙәр?

б) 2-се уҡыусы иншаһын уҡый.


  1. Яңы тема өҫтөндә эш

Проблемалы һорау ҡуйыу:

-Уҡыусылар, һеҙ нисек уйлайһығыҙ, нимә кешегә йәшәү көсө бирә?

-Бөгөн һәр берегеҙ дәрес барышында ошо һорауға тулы яуап табырға тырышырһығыҙ. Һеҙгә яуапты табырға”Ҡурай моңо” әкиәте ярҙам итер.

-Дәфтәргә числоны,теманы яҙығыҙ.

-Әкиәтте уҡырҙан алда нимә эшләйбеҙ?

  • Һүҙлек эше.

Уҡытыусының уҡыуы (башҡортсаһын):данлыҡлы-прославленный,известный,дәртләндереү-вдохновлять,воодушевлять,мираҫ-наследие,бынамын-превосходный,кәсеп-промысел,ремесло,әмер-приказ,распоряжение,мандымау-уңмау-не наладилось,тәүфиҡ-әҙәп-воспитанность.

Хор менән уҡыу, тәржемә итеү, һүҙбәйләнештәр төҙөү, һүҙлек дәфтәренә яҙыу.

  • Ҡурай моңо”әкиәте өҫтөндә эш

1. Әкиәтте тасуири һөйләтеү.

2.Әкиәтте аңлауҙарын тикшереү: Әкиәт ни өсөн “Ҡурай моңо” тип аталған?

3. Һайланма уҡыу.Ролдәргә бүлеп уҡыу. Тасуири уҡыуға иғтибар итеү.

4.Әңгәмә.

Һорауҙарға яуаптар алыу(йөкмәтке буйынса)

Ҡарт ҡурайсы балаларына ниндәй мираҫ ҡалдыра?Оло улы нимә һайлай?Кинйәһенә нимә ҡала? Атаһы үлгәс, Кинйәнең тормошо нисек була? Ул нимә менән күңелен йыуатыр булған? Үҫеп еткәс, ул ниндәй ҡарарға килә?Мәмерйәлә ул ниндәй хәлгә осрай?Ҡалала ниндәй закон була?Кинйә хан ҡыҙын дауалау өсөн ниндәй шарт ҡуя?Ул ҡыҙҙы нисек дауалай? Тимәк, хан ҡыҙына нимә йәшәү көсө бирә?

Анализ өсөн.

Нимә ул әкиәт?Әкиәттең ниндәй төрҙәре бар?Ҡурай моңо әкиәте ниндәй төргә ҡарай?Ни өсөн? Ниндәй әкиәт алымдары ҡулланылған?Әкиәттең башы,аҙағы нисек бирелгән.Ниндәй халыҡ мәҡәлдәре,әйтемдәре бар?Әкиәт геройҙары араһынан кем оҡшаны, кем оҡшаманы?Ни өсөн? Был әкиәттән үҙегеҙгә ниндәй фәһем алдығыҙ?

-Ҡурайҙың сихри көсөнә ышандығыҙмы?

-Эйе, уҡыусылар,ҡурай моңо,тыуған ер кешегә илһам, дәрт, йәшәү көсө бирә.

  • Ял минуты.

-Әйҙәгеҙ беҙ ҙә ҡурай моңо тыңлап,ял итеп алайыҡ


  • "Һеҙ беләһегеҙме?" рубрикаһы

-Уҡыусылар, һеҙ өйҙә Башҡортостандың ҡыҫҡаса энциклопедияһынан йә булмаһа Интернет селтәренән ҡурайсылар тураһында мәғлүмәт эҙләргә тейеш инегеҙ, кемдәр тапты? Һеҙгә һүҙ бирелә.

Өйҙә әҙерләп килтергән мәғлүмәттәрҙе уҡыу.

в) 3-сө уҡыусы күренекле ҡурайсылар Әҙеһәм Исҡужин тураһында ҡыҫҡаса һөйләй.

г) 4-се уҡыусы Кәрим Дияров тураһында ҡыҫҡаса һөйләй.


  • Проект өҫтөндә эш. Төркөмдәр хеҙмәттәшлеге

Проекттың темаһын тәҡдим итеү.

-Хәҙер 2 төркөмгә бүленеп эшләйбеҙ. беренсе төркөм - дәрестә алынған белемдәрҙе файҙаланып,әкиәттәге ханға ярҙам итеп, яңы әмер сығарығыҙ, икенсе төркөм үтелгәндәр буйынса иҫбатлау-һығымта яҙығыҙ.

Ҡурайға һәйкәл.Ҡурайға плакат.

  • Лексик- грамматик уйындар

Лексик уйын — «Кем тиҙерәк?»

Уҡыусылар ике төркөмгә бүленә. Ҡурай моңо ағыла. Төркөмдәргә киләһе һорауҙарға яуап яҙырға кәрәк: 1-се төркөм — ҡурай моңо ниндәй? һорауына яуап бирерлек сифаттар яҙа, икенсе төркөм ҡурай моңо күңелде ни эшләтә? һорауына яуап бирерлек ҡылымдар яҙа. Яуаптар тыңланылғас, шул һүҙҙәр араһынан антонимдар, синонимдар табырға ҡушыла.

Грамматик уйындар

"Ҡурайҡайым», «көйкәйҙәрем» һүҙҙәрендәге хәрефтәрҙән башҡа һүҙҙәр төҙөргә: (ҡура, урам, ҡара, ай, ураҡ, ҡараҡ, ҡый, рама, арҡа, ҡар, ҡаҡ, аҡ, рума, ҡаймаҡ, май, ҡыр, ҡурай…)

  • Күп кимәлле күнегеү .

Мин һеҙгә ун — ун ике һүҙ әйтәм, аҙаҡ хәтерегеҙҙә ҡалғанын дәфтәрҙәрегеҙҙә яҙығыҙ: Урал, ҡурай, ҡайғы, хәсрәт, моң, көй, донъя, егет, тау, баш, таҡыя, сәскә. Көслөрәк уҡыусылар шул һүҙҙәр менән һөйләмдәр төҙөйҙәр, йомшағыраҡтары һүҙбәйләнештәр уйлай.

«1 һүҙ өҫтә» уйыны.

Был уйындың исеме үк әйтеп тора — һәр кеше алда әйтелгәндәрҙе ҡабатлап, бер һүҙ өҫтәп, әйтергә тейеш. Ойоштороусы башлай: ҡурай — ҡурай моңо — ҡурай моңо ишетелә — ҡурай моңо сыңлап ишетелә — ҡурай моңо сыңлап алыҫтан ишетелә — ….

Күнегеүҙәр эшләп алайыҡ әле.

Нөктәләр урынына тейешле хәрефтәр өҫтәп яҙырға һәм телдән тәржемә итергә: а) Мо…ло, дон…я, …ыр, эск…нәм, кө…кә…ҙәрҙе, ҡура..ҡа…ҙы.

б) Моң….оҙ, донъ…, …ырлы, то…ола, , көйк…ҙ…рҙе, та…ыя.

  • Йомғаҡлау.


-Уҡыусылар, һеҙ нисек уйлайһығыҙ, нимә кешегә йәшәү көсө бирә?

-Илебеҙҙең матур, һоҡланғыс тәбиғәте: сылтырап аҡҡан шишмәләре, бейек тауҙары, ҡуйы урмандары,туған телебеҙ,тыуған еребеҙ, ҡурай моңо һ.б.

беҙгә йәшәү көсө бирә.

-Быйылғы йыл Башҡортостанда ниндәй йыл тип иғлан ителде?

-Ҡурайҙың киләсәге өсөн һеҙҙең күңелегеҙ тынысмы?

  • Рефлексия.

Һорау биреү :

-Дәрестең маҡсаты ниндәй ине?Маҡсатыбыҙға ирештекме?

-Нимә белә инегеҙ? Нимә белдегеҙ?Тағы нимә белергә теләйегеҙ?

Ҡурай моңо әкиәте беҙҙе нимәгә өйрәтте?

-Дәрес барышында һеҙҙә ниндәй хис-тойғолар уянды?

-Балалар,Тыуған илебеҙҙе яратығыҙ, аҡыллы булығыҙ, аң-белемгә ынтылығыҙ.Ҡурай уйнарға өйрәнегеҙ. Илен, телен яратҡан кеше генә ысын шәхес була ала!

  • Өй эше.

Өй эше биреү: а) Ҡурай тураһында бәләкәй хикәйә йә шиғыр яҙып ҡарарға; б) Ҡурай тураһында мәҡәлдәр табып яҙырға; в) Ҡурай моңо әкиәтен һөйләргә. (таҡтаға яҙып ҡуйылған)

  • Баһалау.

Уҡыусыларҙы бер-береһен баһаларға өйрәтеү.

-Ә хәҙер дәрес барышында иң әүҙем ҡатнашҡан, тасуири уҡыған, һорауҙарға дөрөҫ һәм тулы яуап биргән уҡыусыларҙы билдәләп үтәйек. Кемдәргә бөгөн "бишле" билдәһе ҡуйыр инегеҙ?


-Рәхмәт, уҡыусылар.Ҡурай моңо менән дәресте тамамлайбыҙ.(ҡурай моңо яңғырай)