Тема. “Ҡыл-ҡумыҙ моңонда-халҡым тарихы”
Ғ.Т. Илембәтова,
Республика дистанцион белем биреү үҙәгенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Маҡсат: уҡыусыларҙы милли музыка ҡоралы ҡыл-ҡумыҙ менән таныштырыу, уны пропагандалау.
Халыҡтың йәнен имләүсе,тәрбиәләүсе,милләтебеҙҙең асылын,тамырын һутландырыусы ҡыл- ҡумыҙҙы һаҡлап ҡалыу, тергеҙеү.
Йыһазландырыу:презентация, ҡыл-ҡумыҙ, плакаттар, экран.
Дәрес барышы.
I.Ойоштороу моменты.
– Хәйерле көн теләп, ҡаршылайыҡ
Тыуыр таңды, килер көндәрҙе.
Именлектәр менән йәшәйек,
Гүзәллеккә күмеп тыуған ерҙе.
II.Төп өлөш.
Инеш әңгәмә.
Уҡыусылар, беҙ бөгөн һеҙҙең менән башҡорт милли музыка ҡоралдары иленә сәйәхәткә сығасаҡбыҙ.
- Һеҙ ниндәй музыка ҡоралдарын беләһегеҙ?
-Ҡурай, ҡумыҙ, думбыра һ.б.
-Ә беҙ бөгөн боронғо башҡорт милли музыка ҡоралы- ҡыл-ҡумыҙ менән танышасаҡбыҙ.
2.Ҡыл-ҡумыҙҙың барлыҡҡа килеүе
Ҡыл-ҡумыҙ башҡорт халҡында ислам дине килгәнгә тиклем күпкә иртәрәк барлыҡҡа килгән. Шамандар, бағымсылар уны имләгәндә, ҡара көстәрҙе ҡыуғанда, ауырыуҙарҙы өшкөргәндә ҡулланғандар.
Ул башҡа халыҡтарҙың, бигерәк тә Урта Азия халҡының, хордофондарына оҡшаған. Ҡыл-ҡумыҙ бик аҙ өйрәнелгән, быуаттар аша беҙгә бик аҙ мәғлүмәт килеп еткән.
Уның тарихы 1000 йылдан артыҡ ваҡытҡа барып тоташа. Ҡыл-ҡумыҙҙың килеп сыҡҡан теүәл ваҡыты билдәле түгел, әммә V-VI быуаттарҙа төрлө ритуалдарҙа ҡулланылыуы билдәле. Борон уны төрлө йырға ҡушып уйнарға, ауырыуҙарҙың сихырҙарын сығарырға, ҡара көстәрҙе ҡыуғанда һәм башҡа ритуалдарҙа ҡулланғандар. Ҡыл-ҡумыҙ хатта «Заятүләк менән Һыуһылыу” эпосында телгә алына. Скрипка ҡыл-ҡумыҙҙан барлыҡҡа килгән, тигән фараз бар.
Ислам динен тарата башлағас,был музыка ҡоралында уйнау һирәгәйгәндән- һирәгәйә һәм XX быуатта бөтөндәй юҡҡа сығыу кимәленә етә, үҙенең популярлығын юғалта. Уның урынына скрипкала уйнау киң тарала башлай. ХХ быуаттың икенсе яртыһында, ниһайәт, ҡыл-ҡумыҙ тергеҙелә башлай. 90-сы йылдарҙа икенсе йән өрөлә тип әйтергә лә була: мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре оригинал конструкцияны реконструкциялайҙар.
Рәсәй халҡының милли музыка ҡоралдары бүлегенең тарихы 1971 йылға барып тоташа. Шул уҡ йылда данлыҡлы ҡурайсы, йырсы, актер, фольклорсы Ғата Зөлҡәфир улы Сөләймәнов сәнғәт училищеһында үҙенең ҡурай класын аса. Шул йылдарҙа уҡ ул милли халыҡ инструменты киләсәктә республиканың профессиональ музыка мәҙәниәтендә айырылғыҙ өлөш булырын, Башҡортостандың символына әүерелерен күҙаллай. Кластың беренсе сығарылышы уҡыусыһы, артабан Башҡортостандың халыҡ артисы Ришат Рәшит улы Рәхимов .традицион музыка ҡоралдарында уҡытыуҙы юғарыраҡ кимәлгә күтәреп, үҙенең уҡытыусыһының эшен дауам итә, ул эшләнгән осорҙа баян, думбыра, ҡыл-ҡумыҙ кластары асылып, башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарында оркестрҙа уйнау мөмкинлеге тыуа.
Борон бағымсылар һәм шамандар ҡыл-ҡумыҙҙы бер кемгә лә тоттормағандар, ул изге әйбер булып һаналған. Уны һарнау (ритуал йыр) башҡарғанда уйнағандар. Шунлыҡтан ул бағымсы, шаман баҡыйлыҡҡа китһә, эргәһенә ҡәбергә һалынған. Бәлки, шуғалыр ҙа бөгөнгәсә боронғо ҡыл-ҡумыҙҙар һаҡланмаған. Ләкин был изге музыка ҡоралы тураһында мәғлүмәт һәм иҫтәлектәр халыҡ хәтеренән юғалып бөтмәй. Был турала киң билдәле ғалим, яҙыусы Рәшит Шәкүр яҙып сыҡты. Ә Әбйәлил районы үҙәге Асҡарҙа йәшәүсе Илсен Мирхәйҙәров башҡорттарҙың ҡыл -ҡумыҙын тергеҙеп, композитор Айрат Ҡобағошовҡа бүләк итә.
1994 йылда Өфө сәнғәт училищеһында ҡыл-ҡумыҙ класы асыла.
3.Ҡыл-ҡумыҙҙың төҙөлөшө
Ҡыл -ҡумыҙ — төрки ҡәбиләләрендә киң таралған һыҙғыслы-ҡыллы уйын ҡоралы. Был инструмент ҡайын киҫәгенән сүмес формаһында соҡоп эшләнгән. Ҡыл -ҡумыҙҙы элегерәк тулыһынса ағастан эшләгәндәр. Яртылаш асыҡ декаһын быҙау тиреһенән эшләгәндәр. Ҡылдарын ат ялынан тарттырып бәйләгәндәр. Һыҙғысын да ағас таяҡҡа ат ялын тарттырып бәйләп эшләгәндәр.
Ҡыл-ҡумыҙ бик үк бәләкәй музыка ҡоралы түгел: корпусы 65-80 см тирәһе була. Тышҡы ҡиәфәте гитараға оҡшаш (тик аҫҡы өлөшө бер аҙ тарыраҡ), аҫтан иҙәнгә (ергә) терәү (штырь) менән теркәп ҡуйыла. Корпуста бәләкәй генә ҡумтаға (колковый механизм) ҡылдар нығытылған. Ҡылдар ат ялынан эшләнә. Ғәҙәттә 2 ҡыллы (струна) була. Ҡылдар смычок арҡаһында үҙенсәлекле тауыш сығара. Хәҙерге ваҡытта 3, хатта 4 ҡыл менән дә эшләйҙәр.
Уйнағанда ҡыл-ҡумыҙ яурынға һалынмай, ә вертикаль рәүештә таяу (штырь) менән иҙәнгә терәп ҡуйыла. Корпус аяҡ менән тотола. Ошо ҡиәфәттә ул виолончелгә оҡшай.
-Әйҙәгеҙ, ҡыл-ҡумыҙҙың серле моңон тыңлап алайыҡ.
(Асҡарова Алтынай башҡарыуында ҡыл-ҡумыҙҙа башҡорт халыҡ көйө “Умырзая”)
-Нисек? Оҡшанымы?Нимә тураһында йырлай икән ҡыл-ҡубыҙ? (балалар яуап бирәләр – күңелһеҙерәк, һағыныу тураһында).
4. Башҡортостандағы ҡыл-ҡумыҙ эшләү оҫталары
Милли уйын ҡоралдары эшләү өсөн Өфө сәнғәт институтында композитор Айрат Ҡобағошов башланғысы менән оҫтахана ойошторола. Оҫтахана етәксеһе итеп оҫта ҡуллы Рәшит Ғәлимов тәғәйенләнә.Ул 70-тән ашыу думбыра, ҡыл-ҡумыҙҙың тәүге өлгөләрен эшләй. Әлеге көндә оҫтаханала ҡыҙы Гөлнур Ғәлимова уның эшмәкәрлеген дауам итә. Гөлнур Ғәлимова -үҙ эшенең оҫтаһы. Ул атаһы Рәшит Ғәлимов башлаған эште дауам итә. Ҡыл-ҡумыҙ эшләү еңелдән тугел, уны эшләргә хатта ир-ат заттары ла бик үк тотонмай. Гөлнур Рәшит ҡыҙы башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарын етештереү буйынса бер фабрика булдырған, тип әйтһәң дә хата булмаҫ. Әлеге көнгә барлығы 250-гә яҡын башҡорт думбыраһы, 170 ҡыл-ҡумыҙ, 11 ятаған, алты дөңгөр һәм бер контрабас эшләнгән. Айрат ағай әйтеүенсә, ул ҡоралдарҙы юғары сифатлы итеп етештерә. Һәр уйын ҡоралын үҙенсәлекле итеп, хатта биҙәлешен дә бер-береһен ҡабатламай ижад итә.
5.Республикала беренсе ҡыл-ҡумыҙсылар ансамбле.
2003 йылда Әбйәлил районы үҙәге Асҡарҙа “Хазина” ансамбле ойошторола. Ул- республикабыҙҙа беренсе ҡыл-ҡумыҙсылар ансамбле.Уның ойоштороусыһы- Миңлегөл Бәхтинур ҡыҙы Солтанбаева. Миңлегөл Бәхтинур ҡыҙы ансамбль менән район, республика,бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара ярыштарҙа әүҙем ҡатнаша. Бер нисә тапҡыр лауреат исемен яуланы. Ансамбль репертуарын башҡорт халыҡ йырҙары, көйҙәре,ҡобайырҙар, мөнәжәттәр, бәйеттәр, башҡорт, татар,урыҫ һәм сит ил классиктары әҫәрҙәре тәшкил итә.
6. Тест “Ҡыл-ҡумыҙҙы беләһеңме?”
1.Ҡыл-ҡумыҙ башҡорт халҡында ҡасан барлыҡҡа килгән?
А) ислам диненән алда;
Б)ислам дине барлыҡҡа килгәндән һуң.
2.Ҡыл-ҡумыҙҙа уйнау яңынан ҡасан тергеҙелә башлай?
1) XX быуаттың башында;
2) XX быуаттың икенсе яртыһында.
3.Кем беренсе булып республикала ҡыл-ҡумыҙҙы эшләй?
А) Илсен Мирхәйҙәров;
Б) Айрат Ҡобағошов;
В) Рәшит Рәхимов.
4. Ҡыл-ҡумыҙ нисә ҡыллы була?
А) ике ҡыллы;
Б) өс ҡыллы;
В) дүрт ҡыллы;
Г) бөтә яуаптар ҙа дөрөҫ.
5. Өфө сәнғәт институтында ойошторолған оҫтахананың беренсе етәксеһе итеп итеп кем тәғәйенләнә?
А)Гөлнур Ғәлимова;
Б) Рәшит Ғәлимов;
В) Илсен Мирхәйҙәров.
6.Республикалағы беренсе ҡыл-ҡумыҙсылар ансамбле ҡайһы районда ойошторола?
А)Баймаҡ районында;
Б) Әбйәлил районында;
В) Хәйбулла районында.
III.Йомғаҡлау
Ҡыл-ҡумыҙ – башҡорт халҡының быуындан-быуынға тапшырылып, яҡшы һаҡланып ҡалған һәм бөгөн дә үҙенең абруйын һис тә юғалтмаған милли уйын ҡоралы, тип ҙур ышаныс менән әйтә алам. Ысынлап та, уның тылсымлы моңо, серле сыңы күңелдәрҙә дәрт, илһам, шатлыҡ тойғолары уята.
Милли кейемдәге башҡорт һылыуының йәки егетенең ошо тылсымлы ҡоралды ҡулына алып, күңелде иретерлек матур көйҙәр сығарыуы йәнгә рәхәтлек, күңел тыныслығы бирә.
Ҡыл-ҡумыҙ моңо быуындан-быуынға тапшырылып, тәрбиәләүсе ролен үтәп килә һәм ул һис ҡасан ағылыуҙан туҡтамаясаҡ.
Тимәк, моң- мәңгелек төшөнсә. Халҡыбыҙ шатлыҡ- ҡыуаныстарын да, ҡайғы-хәсрәттәрен дә, моңға әүерелдереп, музыка ҡоралдары аша сағылдырған, күңелдәренә йыуаныс тапҡан. Һәр башҡорт балаһы үҙ моңон аңларға, яратырға, өйрәнергә тейеш. Халҡыбыҙҙың рухи ҡомартҡыларын һаҡлау, киләһе быуындарға аманат итеп тапшырыу- беҙҙең изге бурысыбыҙ.