СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Лида Усман ҡыҙына Рәсәй Ф. Маҡтау грамотаһы биргәс.

Нажмите, чтобы узнать подробности

Просмотр содержимого документа
«Лида Усман ҡыҙына Рәсәй Ф. Маҡтау грамотаһы биргәс.»




Ғилемнуры.



   "Уҡытыусы- ул һүнмәҫ шәм, үҙе янһа-яна,      

Башҡаларға ла яҡтылыҡ һибә ”







               Уҡытыусы һәр бер балаға яҡтылыҡ өләшеүсе түгелме ни?! Уҡытыусы-белем нурҙарын балаларға өләшеүсе изге йән эйәһе. Уҡытыусы-яҡтылыҡ йырсыһы.

Уҡытыусы изгелекле,йор һүҙле, өлгөлө шәхес булырға тейеш. Уҡыусы уҡытыусының ҡылығына ла, һөйләшеүенә лә, кейеменә лә ҡарап өлгө ала. Оло йөрәкле уҡытыусының уңыш сере - балаларҙың ышанысын, ихтирамын яулауында. Был баҫмала тап бына ошондай балалар һәм тирә-йүндәгеләрҙең ҙур ихтирамына лайыҡ уҡытыусы Лида Усман ҡыҙы тураһында яҙып үткем килә.

Лида Усман ҡыҙы 1966 йылдың 20 июлендә Сәүкиәз ауылынды Ира менән Усман Фәрхуллиндарҙың ғаиләһендә 2-се бала булып донъяға килә. Ғилем нуры уның тормош юлын яҡтыртып тора. Бөрө дәүләт педагогия институтын тамамлап, Иҫке Ҡайпан ауылына килен булып төшкәндән бирле бына 27 йыл инде йәш быуынға рус теле һәм әҙәбиәтенән ғилем нуры өләшә. Ошо йылдар эсендә хеҙмәттәштәре, ауылдаштары, уҡыусылары араһында абруй, хөрмәт яуланы ул.

БР Мәғариф министрлығы, район хакимиәте, мәғариф бүлегенең Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары, Балалар ижады үҙәге Почет грамоталары,Бөтә Рәсәй “ Белем донъяһы” бәйгеһе Рәхмәт хаты, “ Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы” Почет грамотаһы менән бүләкләнеүе лә шул хаҡта һөйләй. “ Иң яҡшы рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы һәм мөғәллимәһе” Грантын яулауны һәм БР Хөкүмәте аҡсалата бүләгенә лайыҡ булды.

Ул үҙенең оҫталығы өҫтөндә һәр саҡ эшләп килә. Бик күп йылдар буйына Мәктәп ара методик берекмә етәксеһе булып тора. Район методик ойошмаларҙа һәр ваҡыт сығыш яһай, оҫталыҡ –класы күрһәтә, конференцияларҙа ҡатнаша. Уҡыусыларҙың ғилми-тикшеренеү эштәре менән етәкселек итә.







Ғилми-тикшеренеү эше менән уҡыусыһы Шәрипов Зиннур “ Баҫҡыстар” республика бәйгеһендә 2 урын яуланы һәм ғилми-методик журналда баҫылып сыҡты.

  Уҡыусыларҙың һөйөүен тойоу уҡытыусыны ҡанатландыра. Һәр уҡыусыны булдыҡлылыҡҡа, әүҙемлеккә өйрәтеү, кәрәк урында хуплау, ҡыҙыҡһыныуын үҫтереү-педагогик хеҙмәттең мөһим бурыстары. Киң хеҙмәттәшлеккә өлгәшеү өсөн уҡытыусы үҙе ниндәйҙәр кимәлдә артист та, эҙләнеүсе лә,психолог та булырға тейеш.  

Белем биреүҙә төп күрһәткес-һөҙөмтәлелек. Уҡыусыларҙың белем кимәле, юғары уҡыу йорттарына инеүе, олимпиада һәм конкурстарҙа әүҙем ҡатнашып призлы урындар яулауы-ижади хеҙмәттең төп һөҙөмтәһе булып тора. Һәр йыл дауамында уның уҡыусылары Бөтә Рәсәй олимпиадаһының муниципаль һәм район этабында призлы урындар яулай. Регион ара һәм республика бәйгеләрендә ҡатнашып ҙур уңыштарға ирешә.







Лида Усман ҡыҙының һөнәри хеҙмәт һөҙөмтәһе уҡыусыларҙың йөҙ процентлы өлгәшеүе һәм юғары белем кимәле булып тора. Һәләтле балаларға айырыуса иғтибар менән ҡарай. Ошо һөҙөмтәләре буйынса бер нисә йыл рәттән Төп Дәүләт Имтихандары, муниципаль кимәлдә диагностик эштәр тикшереү комиссияһы ағзаһы, рус теле һәм әҙәбиәтенән муниципаль һәм район кимәлендәге олимпиадаларҙы тикшереү буйынса жюри ағзаһы булып һайланды.

Уҡытыу эштәре менән бер рәттән 18 йыл тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары булып тора. Ата-әсәләр менән тығыҙ бәйләнештә эш итеү тәрбиә эштәрендә уңыштар килтерә. Бының өсөн йыйылыштарҙа сығыш яһай, түңәрәк өҫтәл, конференциялар үткәрә. Йылдың йылында беҙҙең мәктәп уҡыусылары район күләмендә үткәрелгән тәрбиәүи бәйгеләрҙә уңышлы сығыш яһап еңеүҙәр яулай.

Эшенә мөккибән бирелгән мөғәллимә, һөйөклө әсәй, аҡыллы ҡатын, өләсәй, әүҙем йәмәғәтсе…

Ҡатын-ҡыҙ иңенә төшкән барлыҡ ошо хәстәрлек-мәшәҡәттәрҙе йырып сыға-сыға ғүмер миҙгелдәренең сылбыры хасил була. Тормош юлдашы Марсель Ғилемйән улы менән балалары Айнур, Артур, Иленаға матур тәрбиә, белем бирәләр. Өлкән улдары Айнурҙы оло тормош юлына сығарып, олатай-өләсәй булыу бәхетен татынылар.

Айнур Татарстан Республикаһы Яр Саллы ҡалаһында Ҡазан Федераль Университетын тамамлап, шунда нигеҙләнде. Артур улдары ла ошо уҡ университеттың 4 курсына уҡырға бара. Ҡыҙҙары Илена мәктәптә тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшә.

Лида Усман ҡыҙы аш-һыуға ла ифрат оҫта, баҡса эштәрен дә мөкиббән китеп атҡара, уның ихатаһы, өй алды аллы-гөллө сәскәләргә күмелгән.Шуға ауыл советы биләмәһе буйынса уҙғарылған “ Иң күркәм ихата”бәйгеһендә тап улар йортона 1 урын бирелде лә инде.

Эшендә лә, тормошонда ла гел баһалы урындар ғына яулап йәшәй Лида Усман ҡыҙы. Мосолман ҡатын-ҡыҙы  өсөн уңғанлығы менән бер рәттән, йәнә шундай матур сифаттар хас: әҙәплелек, ыҫпайлыҡ, “күрше хаҡы – тәңре хаҡы” тигән әйтемде тормош ҡағиҙәһе итеп алыу. Ошо сифаттарҙы ул үҙ уҡыусыларында ла тәрбиәләй, шуға ла коллективта, ауылдаштары араһында уның һүҙе лә үтемле, урыны ла түрҙә..

Тирә-йүндәгеләрҙе шатландырып, сафландырып, өмөт менән бағыусы бала күҙҙәрен ҡаршылап, изге һөнәри эштәреңдә һәм тормошоңда артабан да тик уңыштар ғына юлдаш булһын һеҙгә, Лида Усман ҡыҙы.

Уҡытыусы яҙмышы  иле, теле, халыҡы  яҙмышы менән бер тамырға барып тоташа. Үҙ көнө өсөн генә түгел, халҡы киләсәгенә  лә яуаплы кеше ул.Киләсәкте хәстәрләүсе һәм үҫтереүсе Лида Усман ҡыҙы кеүек кешеләр йәшәйеш күркәмлегенә өмөт уята.



 

Мәҡәләне Иҫке Ҡайпан

урта мәктәбенең башҡорт теле

һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Лиза Нурыева әҙерләне.