Просмотр содержимого документа
«Башҡорт тел ғилемендә Жәлил Кейекбаевтың роле»
Башҡорт тел ғилеменең үҫешендә Жәлил Кейекбаевтың роле
Ғилми - эҙләнеү эшемдең төп объекты - Жәлил Кейекбаевты тел белгесе булараҡ тикшереү .
Маҡсатым : Жәлил Кейекбаев яҡшы лингвистик мәктәп үткән һәм үҙ әсә телен тәрән белеүсе кеше икәнен күрһәтеү. үр һәтеү .
Жәлил Кейекбаевтың шәхесен ғалим булараҡ өйрәнеп, әҙәбиәт, фәндә генә түгел, беҙгә белергә бик мөһим булған тарих өлкәһендә лә өйрәнеү, ошо йүнәлештә даирәбеҙҙе киңәйтеү - былар барыһы ла бик файҙалы һәм йәш быуындың шәхес формалашыуҙа, үҙ иленең тарихын, рухи ҡиммәттәрен өйрәнеүҙә, әҙәби тел һүҙлектәрендә осрамаған һүҙҙәрҙе, фразеологик берәмектәрҙе, мәҡәл-әйтемдәрҙе эҙләп табып, аңлатма биреү һәм башҡорт һүҙлеген байытып, өҫтәмә индереү яғынан, ә иң мөһиме - һаҡлап алып ҡалыуҙа был ғилми тикшеренеү эше актуаль.
Бурыстарым: - Йәш быуында Ж.Кейекбаев шәхесенә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу. - Урал-алтай телдәренең ҡәрҙәшлеген күрһәтеү. - Илебеҙҙең талантлы ғалимдарына ҡарата ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү. - Башҡорт теленең орфоэпияһы, лексикаһы, фразеологияһы, фонетикаһы, стилистикаһы буйынса төп проблемаларына әҫәрҙәрҙән миҫалдар эҙләп табыу.
- Ғилми эштәре: - «Башҡорт теленең фонетикаһы » (1958 йыл) - «Әкиәттәр » (1960) - « Башҡорт әҙәби теленең дөрөҫ әйтелеше » (1954) - « Башҡорт теле дәреслеге. Фонетика һәм морфология » (1964, 1969, 1974) - « Хәҙерге башҡорт теле » (1966), - « Хәҙерге башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһы » (1966), - «Основы исторической грамматики урало-алтайских языков» (1996)
- Миҫалдар: сауҙа, сауҙагәр, баҙар, баһа, зәргәр, шәл, шәкәр, насар, науруз, дана, тамға, шәһәр, келәм, майҙан һ.б.
- Мәҫәлән: аҡыл, аҫаба, аманат, ант, битараф, дәрес, исем, инша, фән, донъя, сифат, нәфис, рәүеш һ.б.
Беренсенән, айырымланған сағыштырыу хәле рәүешендә. Мәҫәлән: Талха, һарыҡ көтөүе уртаһына килеп ингән бүре һымаҡ, ҡыҙҙарҙың төркөм булып өйөлөп торған еренә ара-тирә йырып барып ингеләне, белмәҫ эшенә тарбаңлап бейергә маташҡан булды, көрәштә алған ҡулъяулығын болғап Фатима алдына килеп бейеп торҙо. [«Туғандар һәм таныштар», 23-сө бит]
Икенсенән, ҡушма синтаксик сағыштырыу хәле сифатында. Мәҫәлән, Кешегә бур исеме тағып, бисәләр шикелле урам буйында ғәйбәт һатып йөрөгәнсе, баҫыуыңды нығытыр инең, исмаһам [«Туғандар һәм таныштар», 143-сө бит].
Өсөнсөнән, аналитик-синтетик сағыштырыу хәле формаһында. Мәҫәлән, Гөрһөлдәп, ер һелкетеп шартлаған туп тауыштырына ҡарағанда һәм һуғыш ярырлыҡ тауыштары менән сағыштырғанда ҡуян мылтығының сәртләп атылған нәҙек тауышы Әхмәҙигә нисектер ирмәк булып тойолдо [«Туғандар һәм таныштар», 79-сы бит].
- Беренсенән, тел маһиры һәм әҙип башҡорт теленең ифрат бай фразеологик берәмектәрен әҫәр телендә урынлы һәм оҫта файҙалана: таяҡ ташлама ер китмәне; ер аяғы ер башы.
- Икенсенән, яҙыусы мәҡәл-әйтемдәрҙе киң ҡуллана, афористик өлгөләр һөйләмдәрҙе тәрән мәғәнәле һәм образлы итеүгә булыша, персонаждың телмәрен байыта: «Һин дә-мулла, мин дә-мулла, атҡа бесән кем һала?» [«Зөбәй Yтәғолов», 5-се бит]; «Аҡыллы уйын уйлағансы, дөргән эшен бөтөргән»[«Зөбәй Yтәғолов», 41-се бит] һ.б.
- Мәҫәлән, ул китапта йылҡысылыҡҡа бәйле һүҙҙәр: ҡолон, ҡолонсаҡ, ҡолонҡай, көләкәй; ябаҡ, тай, ҡырҡмыштай, байтал, ҡонан, ҡонажин, дүнән, дүнәжен, айғыр, аҫау айғыр, һәүрек, өйөр айғыры, тай- тулаҡ; егенте ат, менге ат, йүгерек ат, юрға ат, йүреш-сығынсы, сабан; йылҡы төҫтәре : туры, ҡара туры, ҡыҙыл туры, ҡашҡа, йомро ҡашҡа, йондоҙ ҡашҡа, бурыл, бүртә, ала, саптар, ҡола, ҡола һыртлан, аҡ бәкәл, аҡ ял, буҙ, күк, күк буҙ, кир, ерән, күк ерән, сыбар оса, сыбар, алма сыбар һ.б. Ат эйәрләп менеүгә ҡараған һүҙҙәр: үнлек, серге, йүгән, теҙген, ауыҙлыҡ, ҡойошҡан, өҙәнге, тартҡы, башлыҡ, нуҡта һ.б.
- « … Староста булып һайланғас, Ғариф бигерәк фартауайға әйләнеп китте: ул Иҙел башына барып,ҡатай яғынан нәҙек билле,киң яурынлы, ялбыр яллы,аҡ бәкәл, яра-ҡашҡа ерән бер һәүерек алып ҡайтты. Санаға йә кырандасҡа еккән саҡта,ерәнсәй уйнаҡлап,бейегән һымаҡ тыпырсынып, сапсынып, йөрәге түҙмәй, бауырһынып торор ине. Ә инде ултырып, дилбегәне бер ҡағыу менән, ул, туп кеүек тәгәрләп, йән-фарман сүкетеп сығып китер ине; уның артынан буран сығып ҡала торғайны… .»[«Туғандар һәм таныштар », 197-се бит]
- Мәҫәлән, “умарта ҡорто һымаҡ гөж килеү”, “уҡ кеүек атылыу”, “юрта ат шикелле йөрҙөү”, “осорға талпынған селән һымаҡ”, “йомортҡа баҫҡан ҡаҙ һымаҡ ултырыу” кеүек фразеологизмдар һәм сағыштырыуҙар халыҡ телендә күптән ҡулланылып йөрөй.
- Һүрәтләү сараларына килгәндә, романда оҡшатыу-сағыштырыу идеяһы төрлө формаларҙа белдерелә. Мәҫәлән: Кешегә бур ҡушаматты тағып, бисәләр шикелле крам буйында ғәйбәт һатып йөрөгәнсе, баҫыуыңды нығытыр инең, исмаһам.
- Профессор Ж.Кейекбаевтың башҡорт һәм дөйөм тел ғилемендә ғалим-новатор тапҡан һәм асҡан өр-яңы, революцион, мауыҡтырғыс, масштаблы концепция менән тулы. Немец, инглиз телдәрен һыу кеүек эсеүе, 60-лап Урал-алтай телендә аралаша алыуы тел ғилемендә феноминаль асыштар яһарға сикһеҙ мөмкинлектәр бирә һәм был асыштар бөгөн дә иҫкермәй торған фәнни хәҡиҡәт булып ҡала.
Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!